Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ағиҙелдең күрке
Ағиҙелдең күркеАғиҙел ҡалаһының башҡорт гимназияһы — уҡытыу-тәрбиә эшмәкәрлеген, халҡыбыҙ йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеү, әсә телен өйрәнеү, балалар күңелендә милли рухиәт осҡоно ҡабыҙыу юҫығында абруй ҡаҙанған уҡыу йорттарының береһе. Гимназия иң яҡшы инновацион мәктәптәр араһында уҙғарылған бәйгелә еңеүсе булды, бында Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтының балаларҙың аң һәм ижади һәләттәрен үҫтереү йүнәлешендәге тәжрибә майҙансығы эшләп килә.

Еңеүселәр менән ғорурланырлыҡ

Башҡорт гимназияһы уҡытыусылары быйыл "Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы-2011" республика бәйгеһендә уңышлы сығыш яһаны. Гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ғамилә Харрасова, бәйгелә ҡатнашып, Өфө мәктәптәренең береһендә асыҡ дәрес бирҙе һәм юғары баһаға лайыҡ булды. Бәйгенең икенсе өлөшөндә лә тәҡдим иткән проектын уңышлы яҡлап, "Өлгөлө оҫталыҡ класы" номинацияһында еңеү яуланы, Мәғариф министрлығының Маҡтау грамотаһына эйә булды. Уҡыусылары ла остаздарынан ҡалышмай, төрлө йүнәлештәге бәйгеләрҙә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә. Мәҫәлән, Өфөлә үткән "Тупһалар" балалар әҙәбиәте һәм ижады төбәк-ара конкурсы, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән республика олимпиадаһы, "Фәнгә — тәүге аҙымдар", "Йәшлек, фән һәм мәҙәниәт", "Тел белеме — барыһы өсөн дә" Рәсәй конкурстары Харрасованың уҡыусылары өсөн уңышлы тамамланды.

"Ынйылар" һынатмай

Уҡыу йортонда балаларҙың һәләтен төрлө яҡлап үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә, бында йыр, бейеү бәйгеләре даими уҙғарыла. Шуларҙың иң әһәмиәтлеләренең береһе — "Башҡортостан ынйылары" балалар фольклор бәйгеһе. Был бәйге быйыл да, республикабыҙҙың белем биреү һәм мәғариф үҫешенә тос өлөш индергән мәғрифәтселәргә арналып, "Белемлелек — арыҫландан көслө батыр" исеме менән үтте. Бәйге шарттарының береһе — ғилми эшкә ҡыҙыҡһыныу белдергән уҡыусының эҙләнеү-табыштарын туплау, бәләкәй күләмле ғилми-тикшеренеү эшен тәҡдим итеү. Икенсе шарт — шәхестең тормош һәм ижад юлын сағылдырған әҫәрҙе сәхнәләштереү. Республика бәйгеһенең төбәк этабында башҡорт гимназияһының "Ынйылар" фольклор студияһы ҡатнашты. Уҡыусылар Башҡортостандың бөйөк мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тормошон күрһәтте. Гимназияның X класс уҡыусыһы Фәнил Шәмсиғәлиев Аҡмулла ролен маһир башҡарҙы, бөйөк мәғрифәтсенең белем биреүгә ынтылышын оҫта сағылдырҙы.
Гимназияла шәжәрә байрамдары ла йыш уҙғарыла. Мәҫәлән, яңыраҡ ҡына Шәмсиғәлиевтәр, Ғиндуллиндар һәм Сәйетовтар үҙ нәҫелдәрен йыйҙы, шәжәрә ағастары, йола, ғөрөф-ғәҙәттәре, ғаилә, ырыу тарихы менән таныштырҙы.

Миңә гөлдәр,һаумы, һаумы, тиҙәр...

Йорт тупһаһынан билдәле, тиҙәр. Заманса төҙөкләндерелгән, тирә-йүне шау сәскәгә күмелгән башҡорт гимназияһы йәйен-көҙөн бар ҡалаға йәм биреп тора. Сентябрҙә уҡыусыларҙы хуш еҫ бөркөүсе гөлдәр сәләмләп ҡаршылай. Ожмах мөйөшөнә тиң белем усағына килеүе лә күңелле. Хәстәрлекле хужалар булғанға шулай ул. Сәскәләрҙең көллөһөн — иң-иң зауыҡлыларын үҫтерәләр гимназияла, һалҡындар төшкәнсе күҙҙең яуын алып ултыра улар, ә ҡайһылары ҡырауға ла бирешмәй. Гимназия хеҙмәткәре Диниә Сәлихова бындай хозурлыҡты булдырыуға, тәрбиәләүгә күп көс түгә. Белем усағының йәшелсә баҡсаһы ла бар. Унда ниндәй генә йәшелсә-емеш үҫмәй! Биология уҡытыусыһы Роза Румянцева етәкселегендә уҡыусылар кишер, кәбеҫтә, сөгөлдөр, һуған, помидор, ҡыяр, кукуруз, ҡабаҡ, редис, шалҡан кеүек витаминға бай йәшелсә үҫтерергә өйрәнә. V — VIII класс уҡыусылары йәй буйы сиратлап баҡсала хеҙмәттә сыныға: һыу һибә, сүп-ҡыйҙан таҙарта, түтәл йомшарта. Гүзәллекте күрә, үҙ ҡулдарың менән булдыра һәм һаҡлай белергә өйрәнеү йәштән мөһим. Был йәһәттән гимназия уҡыусылары бик булдыҡлы.
Әйткәндәй, берҙәм хеҙмәт быйыл да үҙ емешен бирҙе: яңы уҡыу йылында балаларҙы йәнә бер матур ял урыны ҡаршы алды: тал сыбығынан үрелгән ситән, уның тирәләй көршәктәге сәскә гөлләмәләре, яһалма күл ситенә матур таштар һалынып, томбойоҡтар "сәскә атты".
Ата-әсәләргә ҙур рәхмәт! Родион Алекперов, Алена Гореева, Ғәлиә Саматова, Ләйсән Хужина, Ринат Минәхмәтов, Александр Сорокин һәм башҡа бик күптәр гимназия коллективына һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер. Бәхет — тәбиғәт менән тығыҙ бәйләнештә йәшәү, тигән бер аҡыл эйәһе. Башҡорт гимназияһында ла шуны яҡшы аңлаған балалар үҫеп килеүе ҡайһылай һәйбәт!

Матбуғат — рухиәт көҙгөһө

Гимназияла балаларҙың рухиәтен байытырлыҡ бай китапхана эшләй. Бында Мәжит Ғафури, Мостай Кәрим, Ноғман Мусин, Нәжиб Асанбаев, Рәми Ғарипов, Зәйнәб Биишева, Рауил Бикбаев, Хәсән Назар кеүек арҙаҡлы яҙыусыларҙың китаптары менән бер рәттән ололар ҙа, балалар ҙа яратып уҡыған йәш яҙыусыларҙың да әҫәрҙәре тупланған, башҡорт әҙиптәренең урыҫ теленә тәржемә ителгән баҫмаларына ла ҡытлыҡ юҡ. Китапхананың уҡыу залында төп гәзит-журналдарҙың төпләнмәләре бар.
Гимназияла башҡорт әҙәбиәтенә, мәҙәниәтенә арналған кисәләр, яҙыусылар менән осрашыуҙар йыш ойошторола. Мәҫәлән, быйыл бында Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы уңайынан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзалары килеп ҡайтты. Гимназия уҡыусылары осрашыуға етди әҙерләнде: шиғырҙар ятланы, йырҙар өйрәнде, әҫәрҙәрҙән өҙөктәр сәхнәләштерҙе, яҙыусыларҙың тормош юлын һәм ижадын сағылдырған күргәҙмә әҙерләп, брошюралар сығарҙы. Яңыраҡ Ағиҙел ҡалаһына "Башҡортостан" гәзитенең ҡунаҡҡа килеүе башҡорт гимназияһының рухи тормошонда тағы ла бер яҡты эҙ ҡалдырҙы. "Башҡортостанды иңләй "Башҡортостан" акцияһына ярашлы эш сәфәре менән килгән гәзит хеҙмәткәрҙәрен гимназия уҡыусылары яҡты йөҙ, йыр-бейеү менән ҡаршыланы, улар ҡунаҡтар менән вальс әйләнде, башҡорт халыҡ әкиәттәренән сәхнәләштерелгән өҙөктәр күрһәтте. Әйтергә кәрәк, уҡыусыларҙың бер-береһе менән үҙ-ара башҡортса иркен һөйләшеүе, мәҙәнилеге ҡунаҡтарҙы таң ҡалдырҙы. Гимназияның бөхтәлегенә лә һоҡланмаҫлыҡ түгел: һәр ҡайҙа — гөл-сәскәләр, иркен уҡытыу бүлмәләре, заманса йыһаздар.

Һәр ваҡыт алғы сафта

Асҡын районында тыуып үҫеп, Ағиҙел ҡалаһын үҙ иткән Гөлфиә Әлфәт ҡыҙы Динисламованы төбәктә белмәгән кеше һирәктер. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлап, ҡала хакимиәтенең мәғариф бүлегендә методист булып эш башлаған йәш белгестең үҙ бурысын намыҫ менән үтәүен, һәр эште юғары кимәлдә ойоштора белеүен күреп, уны үҙ ваҡытында башҡорт гимназияһына директор итеп тәғәйенләнеүҙәре һис тә хата булмаған. Уның етәкселегендә гимназия, 2007 йылда илдең иң яҡшы инновацион мәктәптәре араһында ойошторолған конкурста еңеү яулап, Рәсәй Федерацияһы Президенты грантына лайыҡ булды. Гимназияла Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтының тәжрибә майҙансығы эшләй.
Гөлфиә Динисламова Х–ХI кластарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Уның тәрбиәләнеүселәре, йыл һайын тиерлек әсә теленән уҙғарылған ҡала һәм республика бәйгеләрендә ҡатнашып, маҡтаулы урындарға өлгәшә. Егәрле етәксе намыҫлы хеҙмәте өсөн "Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы", "Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы" тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булды. Гөлфиә Әлфәт ҡыҙы етәкселек иткән педагогик коллектив бар ижади ҡомарын уҡытыу-тәрбиә эшен артабан камиллаштырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған һәм ул эҙмә-эҙлекле бойомға ашырыла.
Марат МОРАТОВ
Ағиҙел ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә