Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Матбуғатҡа яҙылайыҡ – милләтебеҙҙе ҡурсалайыҡ!
Халыҡ өсөн тәғәйенләнгән матбуғат баҫмаларының тиражы кәмеүе – һуңғы тиҫтә йылда зыялыларыбыҙҙы иң тәрән уйландырған мәсьәләләрҙең береһе. Үҙгәртеп ҡороу, баҙар иҡтисадына күсеү осоронда әкренләп башланған һәм әле үҙен айырыуса ныҡ һиҙҙергән был кире күренеш милли гәзит-журналдарға, шул иҫәптән беҙҙең башҡорт баҫмаларына ла ҡағылмай ҡалманы. Хаҡтар артыуына, финанс көрсөгөнә һәм башҡа ҡыйынлыҡтарға һылтанып тормай, күптәр матбуғатҡа тоғролоҡ һаҡлай, редакциялар ҙа үҙ сиратында уҡыусыларына һәйбәт ял сәғәттәре бүләк итергә, яңылыҡтарҙы ваҡытында тулы күләмдә еткерергә, проблемаларҙы өйрәнергә һәм күтәреп сығырға тырыша. Эйе, ихтыяж да, тәҡдим дә бар, тик...

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тираж йылдан-йыл күберәк юғалтыу кисерә, сөнки гәзит-журнал уҡыусылар сафында күпселекте матбуғаттың оҙаҡ йылдар дауамында һыналған дуҫтары, йәғни элек-электән яҙылып, һәр һанын уҡып барғандар тәшкил итә. Өлкәндәргә алмашҡа килеүселәрҙең әүҙемлеге тойолмай. Һөҙөмтә булараҡ, бөгөн башҡорт телендә нәшер ителгән республика гәзит-журналдарының дөйөм тиражы "Башҡортостан" гәзитенең уҙған быуат аҙағындағы күрһәткесенән дә кәмерәк. Саң һуҡмайынса булмай, сөнки милли баҫмаларҙы яҙмыш ҡосағына ташлау – халыҡҡа ҡаршы енәйәт менән бер ул. Туған тел, мәҙәниәт, мәғариф, матбуғат – үҙ-ара тығыҙ бәйле төшөнсәләр, уларҙың береһе генә бөтһә лә, ҡалғандары күҙ алдында ҡаҡшаясаҡ. Башҡорт матбуғаты – башҡорт ҡурайы, башҡорт ҡымыҙы, башҡорт балы кеүек үк күҙ ҡараһындай ҡәҙерләп һаҡлауға мохтаж ҡиммәтебеҙ.
Ҡәҙерле милләттәштәр! Әйҙәгеҙ, халҡыбыҙҙың рухи именлеге мәнфәғәтендәге мөҡәддәс бурыс итеп тойоп, баҫмаларыбыҙға ярҙамды һәр ҡайһыбыҙ үҙенән башлаһын. Аҙ тиражлы гәзит йә журнал дөйөм милли мәсьәләләр буйынса фекер алышыр, йәмғиәтте уятыр, берләштерер, изге маҡсаттарға әйҙәр майҙан була алмай. Күмәкләшеп тотоноп, журналистиканы уртаҡ мөнбәргә, ысын ҡоралға әйләндергәндә генә бер-беребеҙҙе яҡларға, аҡыл тупларға, көс-ҡеүәтебеҙҙе арттырырға мөмкин.
Башҡортостандан ситтә — төрлө төбәктә йәшәгән милләттәштәребеҙгә башҡортса баҫмаларҙы алдырып уҡыу бөгөнгө шарттарҙа айырыуса ауырға тура килә. Улар төп милли гәзит-журналдарҙан мәхрүм ҡалмаһын ине. Ситтә төпләнгән башҡорттарҙы, почта хеҙмәте менән бәйле ҡатмарлылыҡтар арҡаһында, республиканан яҙҙырып булмай, шуға ла Рәсәй каталогына ингән баҫмаларҙы алдырыуҙы үҙҙәре йәшәгән урында хәстәрләһәләр ине.
Милли матбуғат яҙмышы бөгөн хәл ителә, дуҫтар! Матбуғатҡа яҙылайыҡ – милләтебеҙҙе ҡурсалайыҡ!


Автор: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә