Институтта уҡығанда бер төркөм студенттар менән Өфөлә, Шишмәлә, Благовар районы үҙәге Языковола ағас һындар, әкиәт геройҙары скульптуралары менән балалар ҡаласыҡтары төҙөүҙә ҡатнаша. Заманында матур башланғыс тип маҡтап матбуғат биттәрендә яҙып сыҡһалар ҙа, балаларҙың ҡыуанысы оҙаҡҡа бармай. Уларҙы йә яндыралар, йә, төҙөлөш өсөн урын кәрәк тип, юҡ итәләр.
Ошондай уҡ ҡаласыҡтарҙы Германияның Галле ҡалаһында ла төҙөй Башҡортостан студенттары. Үҙәк паркта төҙөлгән ҡаласыҡ әле лә өр-яңы һымаҡ тора, тиҙәр. Ике илдә матурлыҡҡа, сәнғәткә ике төрлө мөнәсәбәт... Германия ерендәге башҡорт айыуҙары, Ирәмәл, Ирәндек, Ямантау һындары, уҡсы башҡорт егеттәре халыҡтар дуҫлығы илсеһе булып әле лә йәшәүен дауам итә.
Буласаҡ рәссам Азамат сит илдә тәүге тапҡыр Европа мәҙәниәте менән таныша, Дрездендағы картиналар галереяһындағы мәшһүр ижад өлгөләренә һоҡлана. Иң ҡыҙығы — сит-ят ерҙә йөрөгәндә, улар күренекле башҡорт әҙиптәре Рәшит Солтангәрәев менән Рауил Бикбаевты тап итә. Башҡортостан яҙыусылары Германияның Галле округында ижади командировкала була.
III класта уҡығанда кескәй Азаматҡа атаһы “Боронғо Грецияның легендалары һәм мифтары” тигән китап бүләк итә. Уның һүрәттәренә шаҡ ҡатып ҡараған, йөкмәткеһен яратып уҡыған, хатта ятлап бөткән Азамат хәҙер үҙе китаптар биҙәй. Рәссамдың һүрәттәре менән ҡырҡҡа яҡын йыйынтыҡ донъя күргән. Улар араһында, әлбиттә, атаһының китаптары ла бар.
— Миңә бигерәк тә бәләкәстәр өсөн әҫәрҙәрҙе биҙәү оҡшай, — ти Азамат. Шуға күрә лә “Аҡбуҙат” журналында уның һүрәттәрен йыш күрергә була. Хатта был баҫманың мөхәрририәт ағзаһы итеп тә һайланған.
Атаһы Рәми ағайҙан күскән һынлы сәнғәткә һөйөүе менән бергә әсәһе Надя апайҙың моңон да күңеленә һеңдергән Азамат.
— “Аманат” китабының гонорарына атайым өйгә пианино һатып алып ултыртты. Үҙе шунда уҡ клавишаларға баҫып башҡортса көйҙө сығарып уйнап та күрһәтте. Һәр беребеҙ унда уйнарға өйрәнергә тырыштыҡ.
Азамат 20-се мәктәптә уҡыған саҡта Башҡортостанда тәүгеләрҙән булып балалар вокаль-инструменталь ансамблен төҙөй. “Ҡарабай” кеүек еңел көйҙәрҙән ижад юлын башлаған ансамбль мәктәпте тамамлағанда ҡатмарлы оҙон көй “Бейеш”те башҡара.
Артабан ул гитарала уйнарға өйрәнә. Урыҫса ла, башҡортса ла көйҙәр ижад итә. Рәми ағайҙың шиғырҙарына ла ижад ителгәндәре байтаҡ.
— Атайым арабыҙҙан киткәндә, миңә 15 йәш ине. Хәҙер үҙемдең улым Йәлилгә лә 15 тулды, — ти Азамат. — Ошо йәшемдә саҡ атайымды аңларлыҡ, уның менән бөтә темаларға ла һөйләшерлек мәлгә еттем кеүек. Әле мин үҙем улымды ҡайһы ваҡыт аңлап бөтмәйем. Атайым көндөҙ эштә, төндә ижад итә, ә мин йә мәктәптә, йә йоҡлап ҡалам. Йөрәгендә ил ғәме, ер хәстәре, тел ҡәҙере йөрөткән шағир менән тиң ултырып һөйләшер өсөн бөгөнгө йәш бейеклегенә етергә кәрәк булған.
Азамат, атаһының “Аманат” ҡобайырында әйтеп ҡалдырған аманатына тоғро ҡалып, ике балаһын да олатайҙары мең ҡаршылыҡтар аша юллап астырған, үҙе лә шунда белем алған мәктәптә уҡыта. Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһы тип атала ул хәҙер. Улы Йәлил — Х, ҡыҙы Шәүрә V класта уҡый. Йәлил замана “ҡобайыры” — рэп уҡыу менән мауыға, төрлө фестивалдәрҙә ҡатнаша. Быуын аша бирелә, тиҙәр бит һәләтте. Рәми ағайҙың шиғри моң ҡеүәһе, бәлки, ейәндәрендә икенсе һулыш менән балҡып китер. Кем белә.
Шәүрә иһә олатаһының да, атаһының да һүрәт төшөрөү һәләтен алған. Күҙе үткер, ҡулы тилбер, күңеле һиҙгер. Өйҙәренә килгән ҡунаҡтарҙы ла тиҙ генә төшөрә һалып ҡуя. “Кешеләр үҙҙәрен таный”, — ти атаһы. Художество мәктәбендә икенсе йыл шөғөлләнә.
Тормош иптәше Әлиә — медицина хеҙмәткәре. Республика клиник дауаханаһында эшләй.
Ҡасандыр күренекле рәссам Әхмәт Лотфуллиндың фатихаһын алған Азамат Ғарипов бөгөн үҙе йәш һәләттәрҙе үҫтереүгә ҙур өлөшөн индерә, 700-ләп баланың ижади яҙмышы өсөн оло яуаплылыҡ тойоп эшләй. Тиҙҙән Александр Тюлькин исемен йөрөтәсәк 2-се балалар художество мәктәбе йәш быуынға донъяға сәнғәти күҙлектән ҡарарға, ябай ғына нәмәләрҙә лә матурлыҡты күрә белергә, уны һаҡларға һәм ҡәҙерләргә, тормошто яратырға өйрәтә. Азамат Ғарипов кеүек шағирәнә күңелле ир-уҙамандар, ил азаматтары эшләгәндә башҡаса булыу мөмкин дә түгел.
“Ҡыҙым тыуҙы.
Ҡыҙым менән бергә
Тыуҙы ҡыҙыҡ яңы бер донъя”
— Мине өйҙә шул тиклем ныҡ яратҡандарын хәҙер генә, үҙем ике балаға әсәй булғас ҡына, аңланым, — ти Рәми Ғариповтың ҡыҙы Гөлнара.
Ул Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика музыкаль гимназия-интернатында эшләй, 25 йыл балаларҙа моңға, музыкаға һөйөү тәрбиәләй.
Гөлнараның ошо һөнәрҙе һайлауына ғаиләләге ижади мөхит булышлыҡ итмәй ҡалмағандыр. Үҙен белгәндән алып йыр-моң тыңлап үҫә бәләкәс ҡыҙ. Әсәһе Надежда Васильевна башҡорт, урыҫ, украин көйҙәрен һуҙа. Салауат ағаһы торбала, ҡурайҙа, фортепианола уйнай, Азамат гитара ҡылдарын сиртә. Өйҙә тотош бер ансамбль барлыҡҡа килә. Ике-өс тауышҡа йырҙарҙы күмәкләп башҡаралар. Рәми ағайҙың яҡташы һәм ҡәләмдәш дуҫы шағир Сафуан Әлибаев менән уның тормош иптәше Фәрҙиә апай ҙа йыш була был йортта. Улар икеһе лә — иҫ киткес моңло йырсылар.
Рәми ағайҙың Урал ҡустыһы ҡатыны Фәниә апай менән шулай уҡ матур йырлай.
— Ошондай ғаиләлә үҫеп, нисек моңға битараф булаһың. Атайым миңә өс йәш тулғанда пианино һатып алды. Бөтәбеҙ ҙә шунда уйнап үҫтек. Балалар баҡсаһына йөрөгәндә лә гел концерттарҙа йырлап сығыш яһай инем. Шуға ла музыкаль һөнәр һайлауым үҙенән-үҙе килеп сыҡты, — ти Гөлнара.
I класты Өфөләге 20-се башҡорт мәктәбендә тамамлағас, моңға һәләтле ҡыҙҙарын ата-әсә Өфө сәнғәт институты эргәһендәге махсус урта музыка мәктәбенә уҡырға бирә. ХI класҡа тиклем уҡытыусыһы Алла Федоровна Зуева етәкселегендә фортепиано серҙәрен үҙләштерә. Аҙаҡ Өфө сәнғәт институтына инә. II курста уҡығанда Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика музыкаль тәрбиә биреү мәктәп-интернатында эшләй башлай һәм әле лә шунда концертмейстер ҙа, уҡытыусы ла булыу менән бергә директорҙың музыкаль белем биреү буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡара.
Ике малайҙан һуң тыуған ҡыҙы Гөлнараны Рәми ағай, ысынлап та, ныҡ ярата. Ҡайҙа ғына барһа ла, уны үҙе менән бергә йөрөтә. Уға арнап яҙылған әллә күпме шиғыры ла шул хаҡта һөйләй. Атаһы эшләгән саҡта бер Гөлнараға ғына уның бүлмәһенә инеп ултырырға рөхсәт ителә. Мәңгелек әҫәрҙәрен тыуҙырыусы атаһының арҡаһына ҡарап, диванда ятҡан килеш йыш ҡына йоҡлап китә ҡыҙыҡай.
Ҡайһы саҡта Рәми ағай Гөлнараны тубығына ултырта ла йә үҙенең яңы ғына яҙған шиғырҙарын уҡый, йә тәржемәләрен ишеттерә.
— Тәүҙә Сергей Есениндың шиғырын урыҫ телендә уҡый, аҙаҡ башҡортсаһын һөйләй. Мин уларҙы ятлап бөтә торғайным, — тип хәтерләй Гөлнара.
Рәми ағай мәңгелек йортона киткәндә, әсәһе Надя апай 44 йәштә генә ҡала. Әле Гөлнараның үҙенә — 44 йәш.
— Әсәйемдең минең йәштә өс бала менән ҡалғанын күҙ алдына килтерһәм, үҙем менән сағыштырып, ҡыҙҙарыма ҡараһам, ҡот осҡос булып китә. Ни хәлдәр итеп кенә түҙҙе икән, тим.
Гөлнара өсөн ир-ат идеалы — Азамат ағаһы. Үҙенең буласаҡ тормош иптәше Ҡадир Тимерғазинды ла ул ағаһына оҡшатып һайлай. Мәскәү дәүләт университетын тамамлап, геолог һөнәренә эйә булған егет, Өфөгә ҡайтҡас, сәнғәт училищеһының художество бүлегенә уҡырға инә. Тормошто буяуҙар менән һүрәтләү тойғоһо шул тиклем көслө булғандыр, күрәһең. Ағаһы эшләгән художество мәктәбенә практика үтергә килгән егетте шунда осрата Гөлнара. Ағаһы кеүек гитарала уйнай, уның һымаҡ ҡылҡәләм менән һүрәт төшөрөү серҙәренә өйрәнә, етди әҙәбиәт уҡый, хатта шиғырҙар ҙа яҙып булаша...
Бәхетле ғаиләлә хәҙер ике ҡыҙ үҫә. Өлкәне Әйшә 107-се мәктәптә IХ класта уҡый. Нариман Сабитов исемендәге 1-се музыка мәктәбендә шөғөлләнә, әсәһе кеүек фортепианола уйнай. 15 йәшлек ҡыҙ бейеү менән дә мауыға.
Рәмиләгә — 11 йәш. Шул уҡ мәктәптә VI класта белем ала. Шулай уҡ Н. Сабитов исемендәге музыка мәктәбенә йөрөй, скрипкала уйнай. Вера Гуськова етәкселегендә скрипкасылар ансамбле менән Хөкүмәт кимәлендә үткән ҙур концерттарҙа ла ҡатнашалар. Рәмилә паспорт алғанда үҙенә олатаһының фамилияһын яҙҙырырға теләй.
Рәми ағайҙың балалары менән һөйләшкәндә тағы бер нәмәгә иғтибар итәһең. Ғаиләлә алған тәрбиә, үҙҙәренә күсеп, инде балаларында дауам итә. Элемтәсе һөнәрен һайлаған Салауаттың балалары ла шул юлдан киткән. Рәссам Азаматтың ҡыҙы Шәүрәлә лә һүрәт төшөрөүгә һәләт бар, ә Йәлиле, олатаһына оҡшап, заманса ҡобайырҙар ижад итә, музыканы тормош юлына юлдаш итеп алған Гөлнараның балалары ла моң донъяһында тирбәлә. Нимә был, рухи бәйләнешме? Гендарҙың быуындан быуынға күсеүеме?
— Рәми Ғариповтың ҡыҙы булыуым, был фамилияны йөрөтөү бик ҙур яуаплылыҡ йөкмәй, — ти Гөлнара. — Хәҙер инде ғүмер уртаһына еткәс, тормошта һәр ҡайһыбыҙ үҙ урыныбыҙҙы табып, нимәгәлер өлгәшкәс, атай алдында оят түгел, уға беҙҙең өсөн ҡыҙарырға тура килмәҫ ине, тип уйлайым. Төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа, осрашыуҙарҙа уҡыусылар килеп: “Һеҙ Рәми Ғариповтың ҡыҙымы? Беҙ уның шиғырҙарын беләбеҙ, уҡыйбыҙ, яратабыҙ”, — тиһәләр, күңелгә шул тиклем рәхәт була. Зорге урамындағы атай-әсәйебеҙҙең фатирында атай бүлмәһе үҙе иҫән саҡта нисек булған, бер нәмәһенә лә тейелмәгән килеш ҡалдырылды. Әсәйебеҙ шулай теләне. Шкаф, китап кәштәләре, өҫтәл, иҫке диван — бөтәһе лә урынында. Өсөбөҙ ҙә унда теләгән ваҡытыбыҙҙа киләбеҙ, уның менән һөйләшәбеҙ, кәңәшләшәбеҙ, уңыштарыбыҙ менән уртаҡлашабыҙ. Ошо бүлмәнән көс алып сығабыҙ. Атай-әсәй рухы беҙгә артабан да йәшәргә көс бирә, ярҙам итә, — ти Гөлнара.
(Аҙағы. Башы 253-сө һанда)Зөһрә Ҡотлогилдина.