Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Апайым йортобоҙҙо һатты...
Эштән һуң автобус туҡталышына йүнәлдем. Урта йәштәрҙәге ирҙән башҡа кеше күренмәй. Урам һил. Был мәлдә автобус та һирәк йөрөй.
Теге ир яҡын килде лә:
— Апай, бөгөн Ҡәҙер кисе тиҙәр, һеҙгә саҙаҡа бирергә буламы? Әсәйемде төшөмдә күргәс, хәйер һалырмын тигәйнем, һуңлап киттем. Иретеп йәбештереүсе булып йөрөйөм, эштә оҙаҡлағайным, — тип өндәште.
— Ярай улайһа, — тип доға ҡылдым. Өйгә ҡайтҡас, йыуынып, яңынан аят бағышлармын тип, ата-әсәһенең исем-шәрифен һораштым. Автобус һаман күренмәй. Кәбир атлы был егет ниңәлер асылып китте. Миңә үҙенең тормошон бәйән итте.
— Ғаиләлә өс бала үҫтек: ике апай ҙа мин. Бала саҡтан бик татыу булдыҡ. Атайым һуғыш яраларынан иртә донъя ҡуйҙы. Өлкән апайым юғары белем алғас, Ленинградта ҡалды, кейәүгә сығып, ике бала үҫтерҙе. Өс бүлмәле фатирҙа йәшәйҙәр. Икенсе апайым ауылда тора, үҙ йортонда мал-тыуар көтөп, етеш тормошта йәшәй. Ире, балалары бар. Мин төпсөк малай булараҡ, атай йортонда әсәйем менән йәшәнем. Өйләндем, өс балабыҙ бар. Оҙаҡ йылдар әсәйемде ҡараным, тик һуңғы ваҡытта ул йыш ауырый башланы. Икенсе апайым килеп хәлен белеп торҙо, ә өлкән апайым һирәк-мирәк кенә ҡайтҡыланы. Әсәй ныҡлап ятып киткәс, өлкән апай айға яҡын беҙҙә торҙо, әсәйҙең янынан китмәне. Ҡатын менән мин эштәбеҙ. Өлкән апай ҡайтҡас, күп тә тормай, әсәйебеҙ донъя ҡуйҙы...
Мин хәҙер иҫкерә төшкән атай йортон яңыртыуҙы хәстәрләй башланым. Теп-теүәл алты ай тигәндә, Ленинградтағы апайым ҡапыл килеп төштө. Аҙаҡ белеүемсә, ул бында аҙнаға яҡын әхирәтендә булған икән. Беҙгә яңғыҙы түгел, ә форма кейгән кешеләр менән килде.
“Кәбир ҡустым, бына документ, әсәйҙең васыяты буйынса был йортҡа хәҙер мин хужа. Әсәй үҙ ҡулы менән имза ҡуйған. Мисәте бар, бөтәһе лә законлы. Өйҙө бушат, мин уны һатам. Алыусыһы ла бар!” — тине. Шаңҡып ҡалдым. Был яман төш һымаҡ ине. Формалағы кешеләр уның һүҙҙәрен раҫланы.
“Һин — кинйә малай, атайыңдың вариҫыһың. Атай-әсәйеңде ҡара, донъяға һин хужа бит”, — тигән һүҙҙәр ҡолағымда яңғырай, тик улар ниңәлер алыҫтан ғына ишетелгәндәй. Бер туған апайым ят тауыш менән миңә бер аҙна ваҡыт бирә, тиҙерәк фатир табып күсенергә ҡуша. Уға, йәнәһе, эшен тиҙерәк бөтөрөп ҡайтырға кәрәк.
Күрше-күлән хайран ҡалды был хәлгә. Аптырамаған кеше юҡ ине. Мин фатир табып, ғаиләмде күсерҙем. Апай әллә күпме хәтирә һаҡлаған йортобоҙҙо һатты ла ҡайтып китте. Ҡабат күренмәне. Башта бер ни аңламаһам да, аҙаҡ барыһын да төшөндөм. Өлкән апай әсәйҙе нисектер васыяттың аҫтына ҡултамға ҡуйырға күндергән. Ауырыу ҡарсыҡ аңланымы-юҡмы, белмәйем. Әсәйем, үлер алдынан иҫен йыйып:
“Кәбир улым, миңә рәнйемә инде”, — тип ниңәлер ялбарып текләгәйне шул. Мин уны әле лә яҡшы хәтерләйем.
Әсәйем бөгөн төшөмә керҙе. Ап-аҡ кейемдә, яныма килде лә миңә ҡарап тора. Күҙҙәремде асҡанда ла ул һаман эргәмдән китмәгәйне. Мин бирешмәйем. Әле яңы өй һала башланым...
— Ярай, ҡустым. Әсәйеңә рәнйемә. Бармаҡтың ҡайһыһын тешләһәң дә ауырта, тиҙәр. Ситтә йәшәгән апайыңды йәлләгән, ә һиңә ышанғандыр. Ир кеше үҙ ғүмерендә ағас ултыртырға, ул үҫтерергә һәм йорт һалырға тейеш, тигәндәр бит, — тип автобустан сыҡтым.
Юлдашым артабан китте. Мин улар күҙҙән юғалғансы ҡарап торҙом...
Әле бөгөн шул ваҡиға хәтергә төштө. Урыҫ халҡының бер риүәйәте бар. Күптәргә билдәле ул. Татар-монгол баҫҡынсыларына ҡаршы һуғышҡан бер төркөм яугир әсирлеккә төшә. Авдотья исемле ҡатындың ире, улы, ағаһы ла шунда була. Ҡыйыу ҡатын, бүләктәр алып, юлға сыға. Хандың үҙенә бара, яҡындарын ҡотҡарыуҙы һорай. Бөйөк хан, ҡатынға һынсыл ҡарап:
— Берәүһен генә азат итә алам. Кемеһе һиңә ҡәҙерлерәк? — тип һорай. Авдотья уйлап тора ла:
— Ағайымды ҡотҡар, — ти икән.
Хан аптырап:
— Һиңә ирең, улың ҡәҙерлерәк түгелме ни? — ти.
— Мин әле йәшмен, яңынан кейәүгә сыға алам, бәлки, улым да булыр. Тик ағайым берәү генә, ҡабат булмаясаҡ, — тип яуап бирә батыр ҡатын.
Хан ҡатындың аҡылына, тапҡырлығына һоҡлана ла туғанлыҡтың ҡәҙерен белгәне өсөн уның ағаһын да, ирен дә, улын да иреккә сығара.
Ошо халыҡ риүәйәтендә ни тиклем тәрән мәғәнә ята! Үкенескә ҡаршы, туғанлыҡ ептәре тарҡала, һыуына барғандай. Элек атай нигеҙендә кинйә малай ҡалған, ата-әсәһен ҡараған, уны “көтмөш малай” тип йөрөтөр булғандар. Ҡыҙ туғандар донъя даулашып йөрөмәгән. Хәҙер бындай низағтар хаҡында әленән-әле ишетелеп тора. Ата-бабалар шул күренеште булдырмаҫ өсөн үҙ ҡанундарын сығарған. Ҡыҙҙы кейәүгә тейешле бирнәһен биреп оҙатҡандар. “Барған ереңдә таштай бат” тип юҡҡа әйтмәгәндәрҙер. Ҡатын иренең йортонда һыйышып йәшәргә тейеш булған. Ирҙәр донъя тотҡаһы булып иҫәпләнгән. Атай юлын улы дауам иткән.
Туғанлыҡ ептәре ныҡ булһын, өҙөлмәһен ине.


Автор: Рәсимә АЙСЫУАҠОВА. Сибай ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә