Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һәр сабыйҙың — үҙ булмышы
Ата-әсә наҙынан һәм иғтибарынан мәхрүм ҡалған балаларҙың күпселегенә төрлө ҡурҡыу хистәре хас. Берәүҙәре ҡараңғылыҡтан шөрләй, икенселәре сит кешеләрҙән йә иһә хайуандарҙан шикләнә. Баланың шулай уҡ барлыҡ донъяға ышанмай ҡарауы ихтимал, был уны ташлап китеүҙән, ҡалдырып ҡуйыуҙан ҡурҡыуға бәйле.

Ҡурҡыу


Ҡайһы бер балалар яңы ата-әсәгә хис-тойғоһон асып бармай, бының өсөн бер ни тиклем ваҡыт талап ителә. Эсендә оялаған ҡурҡыу хисен һөйләмәгән осраҡта ла, был тойғоноң башҡаса сағылыуы ихтимал: баланың тән температураһы күтәрелә, йыш ҡына баш ауыртыуына зарлана, төндә тынысһыҙ йоҡлай.
Сабыйҙа ҡурҡыу өсөн сәбәп тыуҙырмаҫҡа тырышырға кәрәк. Әгәр ҙә ул ниҙәндер хәүефләнә икән, тиҙ генә был тойғонан арындырырға теләү һөҙөмтә бирмәйәсәк, ошо йүнәлештә яйлап, аҙым артынан аҙым яһарға кәңәш итәм.
Балаларға үҙ ҡурҡыуҙарығыҙ һәм ауырыуҙарығыҙ тураһында һөйләмәгеҙ. Кескәйҙәр өлкәндәр йоғонтоһона тиҙ бирелеүсән һәм ата-әсәһенең хәүефен бер нисә тапҡыр арттырып ҡабул итеүе ихтимал. Шулай уҡ йоҡлар алдынан ярһытҡыс, тетрәндергес фильмдар һәм йәнһүрәттәр ҡарауҙан тыйылыу мөһим.
Ҡурҡыуҙан ҡотолоу өсөн ҡайһы бер осраҡта балаға хәл-ваҡиғаларҙы аңлатып үтеү ҙә етә. Мәҫәлән, йәшендән ҡурҡҡан бәләкәскә күк күкрәүҙең ҡасан һәм ни өсөн барлыҡҡа килеүен төшөндөрөргә кәрәк. Әгәр ҙә бала янғындан, енәйәтселәрҙән ҡурҡа икән, шундай хәл килеп тыуғанда үҙеңде нисек тоторға, ярҙам һорап кемгә мөрәжәғәт итергә икәнлеген әйтегеҙ.
Сабыйҙы йоҡларға һалғас, хәйерле төн теләп, башҡа эштәрегеҙ ҙә барлығын аңлатып үтегеҙ, сөнки гел генә эргәһендә ултыра алмағанығыҙҙы ул белергә тейеш. Бер сәбәпһеҙ һеҙҙе саҡыра икән, эргәһенә йүгереп барырға ашыҡмағыҙ.
Иң мөһиме — баланың ҡурҡыуҙарына мөмкин тиклем әҙерәк иғтибар итеп, уның ошо тойғонан арыныу юлында эшләгән кескәй генә аҙымдарын да күреп, хуплап тороу ҙур файҙа килтерәсәк.

Алдашыу

Тәрбиәгә алынған баланың алдашыу осраҡтарын белеп ҡалған ата-әсәгә ашығыс һығымталар яһап, ҡыҙған баштан хөкөм сығарып, яза биреүҙән тыйылып торорға кәрәк.
Баланың ни өсөн алдашыу юлына баҫыуын асыҡларға тырышығыҙ — күп осраҡта яза алыуҙан ҡурҡыу хәйләләүгә килтерә. Балалар яңы ата-әсәләрен ҡайғыртыуҙан, уларҙың күңелен һүрелтеп ҡуйыуҙан ҡурҡып та дөрөҫлөктө һөйләргә ҡыймай. Шуға күрә хәл-ваҡиғаны нисек бар шулай итеп, дөрөҫөн һөйләп биргән баланы язаға тарттырырға ярамай. Юғиһә, бының “киләһе юлы алдашырға кәрәк икән” тигән һығымтаға килтереүе мөмкин. Дөрөҫлөктө нисек бар шулай ҡабул ҡыла белеүегеҙ балағыҙҙа ла шул сифатты үҫтерергә булышлыҡ итәсәк.
Алдашҡан бала менән, уңайлы ваҡыт табып, әңгәмә ҡорорға кәрәк. Һөйләшеү мәлендә бындай хәлде хупламауығыҙҙы әйтеп үтегеҙ, бындай ҡылыҡтың һеҙгә оҡшамауын ул белергә тейеш. Шулай уҡ алдашыуҙың ниндәй кире, күңелһеҙ эҙемтәләргә килтереүен аңлатығыҙ. Үҙегеҙҙең бала саҡтан ошондай хәл-ваҡиғаға ҡағылышлы берәй тарихты һөйләгеҙ, был темаға ярашлы әкиәт йәки хикәйә уҡып, уның йөкмәткеһе буйынса фекер алышыу ҙа ҡамасауламаҫ.
Балағыҙ ҡурҡмайынса, оялмайынса һеҙгә дөрөҫлөктө һөйләп бирә алһын өсөн уның менән ышанысҡа ҡоролған ныҡлы, йылы бәйләнеш булдырыу — мөһим шарт.


Автор: Ғәлиә СӘЛИХОВА, психолог.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә