Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Беҙгә ундай “никах” кәрәкмәй!
Уҙған аҙнала Франция президенты Франсуа Олланд бер енесле никахтарҙы рәсми теркәргә һәм ундайҙарға тәрбиәгә бала алырға рөхсәт иткән законға ҡул ҡуйҙы. Француздар араһында был аҙымға дәғүә белдереп сыуалыштар, акциялар башланды. Тәбиғәт ҡанундарына ҡаршы килгән законға беҙҙең гәзитте уҡыусылар ниндәй ҡарашта икән?

Вәкил СОЛТАНБАЕВ, шәхси эшҡыуар:
— Европа, демократия уйынын уйнай торғас, артыҡ мауығып китте, ахырыһы. Әллә АҠШ-ҡа эйәреүеме? Бәлки, Америкаға буйһоноуылыр. Был бит әшәкелек, әхлаҡһыҙлыҡ, бәйһеҙлек. Һәр хәлдә, Рәсәй бындай аҙымға бармаҫ. 9 апрелдәге сығышында ил Президенты Владимир Путин: “Гейҙарҙан бала тыумай, ә беҙгә демографик үҫеш кәрәк. Рәсәйҙәр мигранттар түгел, ә урыҫ, чечен, татар, башҡорт кеүек аҫаба халыҡ иҫәбенә артырға тейеш”, — тигәйне. Минеңсә, демографик күрһәткестәрҙе яҡшыртыу йөҙөнән илдә күп ҡатынлылыҡты рөхсәт итеү яҡшыраҡ. Уны хуплар инем.

Хәлиҙә БАЙҒУЖИНА, пенсионер:
— Тәүбә, тәүбә! Шунан башҡа һүҙ ҙә табып булмай. Франция президенты бындай законға ҡул ҡуйғанда ҡайһы ере менән уйланы икән? Тәртипле, элекке ҡанундарға тоғро булған аристократик илдә бер енеслеләргә “ғаилә” ҡорорға һәм балалар алып тәрбиәләргә рөхсәт итеү — ҡырағайлыҡ, минеңсә. Халыҡтың ризаһыҙлығы тәбиғи. Янъял ҙурға китмәһен инде.

Наил ШӘМСЕТДИНОВ, йәш политолог:
— Был — сәйәсәт, аҡыллы кеше аңлайҙыр. АҠШ-тың яйлап Европаны, аҙаҡ бөтә донъяны ла үҙенә буйһондорорға теләүенең бер сағылышы тип ҡабул итәм әлеге ваҡиғаны. Франция халҡының ғауға ҡуптарып урамға сығыуы аңлашыла. Иң мөһиме — был алама шауҡым Рәсәйгә килеп етмәһен! Барлыҡ әхлаҡи ҡанундарҙы, ата-бабаларыбыҙ йолаларын боҙоу ул.

Фәүзиә МАШРАПОВА, уҡытыусы:
— Күҙ алдына килтерегеҙ: ике ир нисек балаға тәрбиә бирә алыр икән? Уны аҡса менән тәьмин итеү генә етмәй бит, даими иғтибар, хәстәрлек, әсә наҙы ла кәрәк. Ә “ата-әсәһенә” 1-се атай һәм 2-се атай тип мөрәжәғәт итерме икән? Уларҙың туйҙарын күҙ алдына килтереүе лә ытырғындыра. Франция халҡының был законға ҡаршы булыуы тәбиғи.

Зөлфәт БАСИРОВ, блогер:
— Илдең яңы ҡоролошона, әлеге законына ҡаршылыҡ күрһәтеү йөҙөнән француз яҙыусыһы Доминик Веннер үҙен ҡорбан иткән. Мәғәнәһеҙ законға — мәғәнәһеҙ үлем. Әлбиттә, ҙур сәйәсәттә бер нисә ҡорбан ғына иҫәпләнмәй, шулай ҙа властарға уйланырға урын бар. Шәхсән мин бындай законға ҡаршы. Ә иң ҡурҡынысы шул: был элек американдарҙың “ахмаҡлығы” ғына кеүек ине, хәҙер ысынбарлыҡта ныҡлап үтеп инә, яҡынлаша башланы.


Автор: Ә. ИЛДУСОВА яҙып алды.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә