Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Татыулыҡтың ҡәҙерен беләбеҙ
“Ҡайҙа ғына барһаң,
дуҫ-иш кәрәк,
ҡаршы сығып атың
бәйләргә...” —
тип йырлаған халҡыбыҙ. Ул борон-борондан дуҫлыҡтың тормоштағы ролен дөрөҫ аңлаған. Шуға һәр милләт халҡы менән дуҫ йәшәргә тырышҡан, мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙған, үҙ еренән ҡыуылып, ҡасып килгән мосафирға үҙ өлөшөн бүлешкән. Килгәндәрҙең аһ-зарын аңлап, быуаттар буйы ҡан ҡойғос көрәш аша һаҡлап килгән ерен дә йәлләмәгән, йәшәү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырған.
Бынан 454 йыл элек урыҫ батшаһы менән дуҫлыҡ килешеүенә ҡул ҡуйыуға халҡыбыҙ һаман да тоғро, республикабыҙҙа йәшәүсе бөтә милләт кешеһенә лә бер төрлө ҡарашта — татыулыҡты һаҡлау һәм нығытыу принцибы менән эш итеү яғында. Бөгөн баш ҡалалағы Халыҡтар дуҫлығы йортонда 40-тан ашыу милли үҙәк эшләй.
Дуҫлыҡ йорто — яңғырауыҡлы исем. Төрлө милләт вәкилдәрен һыйындырған бинаның исеме есеменә тура килә. Тышҡы күренеше бик үк ялтырауыҡлы булмаһа ла, уның эске йөкмәткеһе бында эшләгән бөтә милләт кешеләре өсөн ҡиммәт. Һәр милли үҙәк үҙ вәкилдәрен сит ерҙә берләштереү, сит мөхиттә йолаларын, телен, мәҙәниәтен һаҡлау өҫтөндә эшләй.
Уҡырға килгән студенттарҙы ҡурсалау, дуҫлыҡтың ҡәҙерен белергә өйрәтеү, һыйышып тыныс йәшәүҙең ҡиммәтен төшөндөрөү ҙә — үҙәктәрҙең мөһим бурысы. Ошо күркәм йортта бергәләп үткәргән кисәләр татыулыҡты нығытыуҙа ҙур роль уйнай. Һәр милли үҙәк кисәләренә, башҡа милләт вәкилдәрен дә саҡырып, халҡының бай традицияларын, кейемдәрен, йыр-бейеүҙәрен, аш-һыуын, ҡул эштәрен, һөнәрен күрһәтә.
“Кохав” йәһүд үҙәге үҙенсәлекле мәҙәниәте, фәһемле йолалары менән таныштырҙы. Улар Блюхер урамында мәрмәр таштан өс ҡатлы ғибәҙәт йорто төҙөп, унда үҙ балаларына баҡса, мәктәп асҡан өсөн Башҡортостан етәкселегенең мәрхәмәтлегенә бик рәхмәтле.
“Корду” молдаван үҙәге әүҙем эшләй. 14 мәктәп сәхнәһендә сығыш яһап, тамашасыларҙың күңелен яуланы.
21-се мәктәп биләмәһендәге поляк үҙәге иһә үҙенә генә хас йыр-бейеүен, ҡул эштәрен күрһәтеп, милли байлығы менән сикһеҙ ғорурланды. Поляк балалары йәкшәмбе мәктәбендә уҡыу бәхетенә эйә. Хатта 17-се китапханала музей булдырғандар, тыуған илдәре Польша менән тығыҙ бәйләнештә йәшәйҙәр.
ХVII быуат башында Өфө губернаһына хәрби хеҙмәткә ебәрелгән немецтар Башҡортостандың ожмахҡа тиң ерҙәрендә мәңгегә төпләнә. Бөгөн улар республикабыҙҙың байтаҡ район һәм ҡалаларында, үҙҙәренең йәмәғәт ойошмаларын асып, Германия менән тығыҙ бәйләнештә бик аҡыллы һәм әүҙем эш алып бара. Халыҡтар дуҫлығы йортонда немецтарҙың “Видербург” мәҙәни-ағартыу союзы милләттәштәрен берләштереүҙән тыш, башҡа үҙәктәр менән дә татыу йәшәү сәйәсәтен үткәрә.
Халыҡтар дуҫлығы йортонда мари, мордва, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, үзбәк, төркмән, тажик, азербайжан, чечен, латыш, украин, белорус, удмурт, татар, урыҫ, вьетнам һәм башҡа милләттәрҙең дә үҙәктәре теркәлгән.
Ошо милли гөлләмә араһында 1988 йылда башҡорт зыялылары тарафынан заман талабына ярашлы ойошторолған “Аҡ тирмә” лә бар.
Ойошмабыҙ бына 23 йыл инде халҡыбыҙ мәнфәғәтендә эшләй һәм йәшәй. Әлбиттә, бөгөн “Урал” башҡорт халыҡ үҙәге, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы, йәштәр союздары һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының эшмәкәрлеге менән дә хаҡлы ғорурлана алабыҙ. Әммә был йәмәғәт ойошмаларының барыһы ла “Аҡ тирмә”нән юл алды. Бөгөн ул бурысын милли мәҙәниәтте һаҡлауҙа, боронғо йолаларҙы тергеҙеүҙә, халыҡ байрамдарын йәш быуынға еткереүҙә күрә, республикабыҙҙан ситтә йәшәгән башҡорт халҡын да ошо эштәргә йәлеп итергә тырыша.
Ауылдарҙа халыҡ менән аралашыу “Аҡ тирмә”нең эшенә яңынан-яңы бурыстар өҫтәй. Бигерәк тә йәштәр менән хеҙмәттәшлек итеү, эшлекле кәңәштәр биреү һәм фекер уртаҡлашыу яҡшы һөҙөмтә бирә.
Халыҡтарҙы бәйләүсе, берләштереүсе дуҫлыҡты нығытыу маҡсатында йортобоҙҙағы барлыҡ милли үҙәктәр ҡатнашлығында үткәрелгән кисә күптәрҙең күңелендә оҙаҡ һаҡланыр. Һәр милләт үҙенең үҙенсәлекле сығыштарын, милли кейем һәм аш-һыуын тамашаға сығарҙы. Ошо бер кисәлә генә Ер йөҙөндәге халыҡтарҙың ни тиклем төрлө, үҙенсәлекле, дәртле икәнен күрҙек. Халыҡтар дуҫлығы йортонда бөтә милләт вәкилдәрен бер уй-фекер берләштерә: ауырлыҡтарҙы күмәкләп еңеп сығыу үтә мөһим. Бер-беребеҙҙе ихтирам иткәндә, беҙҙән көслө халыҡ, ил булмаясаҡ.
Яңыраҡ Төркмәнстандың айырым дәүләт булып йәшәүенә — 20, ә милли үҙәгенең Өфөлә теркәлеүенә 10 йыл тулыуҙы тантаналы үткәрҙек, ҡәрҙәштәребеҙҙең шатлығын уртаҡлаштыҡ. Төркмән билбау көрәше лә беҙҙекенә оҡшаш, шуға ла башҡорт егеттәренең алышҡа сығып еңеү яулауы ғәжәп тойолманы. Башҡорт һылыуҙарының төркмән ҡыҙҙары менән халыҡ бейеүен башҡарыуы ысын дуҫлыҡтың көслөлөгөнә бер ишара булды. Тел, дин, мәҙәниәт һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙә айырмалыҡтар булыуына ҡарамаҫтан, беҙ шулай үҙ-ара аңлашып, бер ғаилә булып йәшәп ятабыҙ. Тик ҡайһы саҡта етәкселәрҙең милләт-ара дуҫлыҡтың ҡәҙерен белеп еткермәүе, уға дөрөҫ баһа бирмәүе генә күңелде ҡырып ҡуя. Тыуған яҡтарын ҡалдырып, сит мөхиткә юҡҡа ғына һыйынмаған бит улар, әсе яҙмыш ошо аҙымды яһарға мәжбүр иткән.
Ҡатмарлы осорҙа беҙҙең татыу мөхит милләттәрҙе берләштереү, рух көсөн нығытыу урынына әүерелде. Илдә именлек булғанда, ауырлыҡтар ҙа еңелер, татыу йәшәүҙең ҡәҙерен генә белергә кәрәк.
Ләлә БЕЙЕШЕВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 1

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 1

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы 16.06.2026 // Йәмғиәт

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде
Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 2

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан...

Тотош уҡырға 0

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы 15.06.2026 // Йәмғиәт

«Медиалогия» компанияһы 2026 йылдың I кварталы өсөн Башҡортостан медиаресурстары рейтингын ......

Тотош уҡырға 1

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла...

Тотош уҡырға 0

11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә

Комментарий өҫтәргә