Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Башҡорт балалары менән уйнап үҫтек...”
“Башҡорт балалары менән уйнап үҫтек...”“Баймаҡ ҡойоу-механика заводы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте эшмәкәрлеге хаҡында яҡшы хәбәрҙарбыҙ. Предприятиеның һөйөндөрөрҙәй уңыштары, өлгө булырҙай саралары байтаҡ. Профсоюз комитеты рәйесе Любовь Симирикова менән социаль мәсьәләләрҙең нисек хәл ителеүе менән ҡыҙыҡһынғандан һуң, теплицаларға табан йүнәлдем. Унда Людмила Сафронованың эшләүе хаҡында әйткәйнеләр. Урыҫсалап: “Людмила Васильевна, һеҙ ҡайҙа?” — тип тауыш бирҙем. “Ни эшләй? Хәҙер киләм”, — тине башҡортсалап, тотош ҡиәфәте менән урыҫ апай.
Ҡайһы берәүҙәр икенсе телдәге бер нисә һүҙҙе ятлап алып, уларҙы урынлы ғына итеп ҡулланыусан. Шуны уйлап, Людмила Васильевнаға бер килке текләп торҙом. Уның ихласлыҡ менән саф башҡортса, улай ғына ла түгел, үҙебеҙҙең диалектта яуап биреүе күңелгә май булып яғылды. Теплицалағы эш тураһында һорашырға ла онотоп, хужабикә менән ҡыҙыҡһына башланым.
Люда апайҙың атаһы Василий Луст — Украинанан. Ул Ярат ауылына килеп төпләнгән һәм Богачевка ауылы һылыуы Екатерина Григорьевна менән ғаилә ҡорған, хужалыҡта балта оҫтаһы булып эшләгән. Матур ғаиләлә һигеҙ бала — биш ҡыҙ, өс малай — тәрбиәләнгән.
— Элек ишле ғаиләләр күп ине. Беҙ, һап-һары сәсле балалар, башҡорт үҫмерҙәре менән уйнап үҫтек. Атайым өйҙә урыҫса ғына аралашырға ҡуша ине, үҙе башҡортса яҡшы белмәне. Үҙ-ара башҡортса һөйләшә башлаһаҡ, ағас ҡалаҡ, ныҡ уҡ булмаһа ла, башҡа “шаҡ” итеп ҡала торғайны. Әсәйебеҙ әҙерәк һупаланы, икмәк-тоҙлоҡ белде. Бер аҙҙан Таулыҡайға күстек, шундағы мәктәптә белем алдыҡ. Әле алтауыбыҙ иҫән. 1971 йылда Баймаҡҡа килдем һәм шунда Владимир Сафронов менән ғаилә ҡорҙоҡ, бер ул үҫтерҙек.
Башҡорт теле үҙенсәлектәрен белеп, ошо милләт кешеләре менән аралашып үҫкәнгәме, ул бик яҡын. Ҡайһы берәүҙәр башҡортса һөйләшеүебеҙгә һеҙҙең һымаҡ аптырап китә. Миңә, мәҫәлән, ике телде белеү файҙаға ғына. Киреһенсә, ошонда йәшәгән халыҡтың телен үҙләштереүемә ғорурланам, сөнки барыһы менән дә аралашып йәшәйем. Үҙемде был ерҙең бер өлөшө итеп тоям. Хәҙер күп тел белеү хуплана, шуға күрә сит телдәрҙе бәләкәйҙән өйрәнеү кәрәк тип иҫәпләйем. Бала саҡтан ишетеп үҫкәс, ул тел онотолмай, — ти Людмила Сафронова.
Теплица тураһында ла байтаҡ мәғлүмәт алдым әңгәмәсемдән. Уларҙа тәүҙә үҫентеләр сәселә, аҙаҡ ашхана өсөн йыл әйләнәһенә етерлек помидор, ҡыяр, һуған, укроп, петрушка, кишер, сөгөлдөр, кәбеҫтә һәм салат үҫтерелә. Бынан тыш, биләмәләге түтәлдәр өсөн сәскә үҫентеләре әҙерләнә. Людмила апай ул эштәрҙе бер үҙе атҡара. Нисек барыһына ла өлгөрөүе менән ҡыҙыҡһындым.
— Иртән сәғәт ете тулмаҫ борон бында булам, кискә хәтлем йөрөйөм. Ярҙам да итәләр, — тине ул.
Апайҙың хеҙмәт емешенә — өлгөргән йәшелсәгә һоҡланып туя алманым. “Үҫентеләргә күҙ теймәһен тип, иң тәүҙә изге һыу һибеп сығам. Унан башҡорттар һымаҡ ҡыҙыл бау бәйләйем”, — тиеүе лә ғәжәпләндерҙе.
“Үҙегеҙҙең баҡсала ниҙәр үҫтерәһегеҙ?” — тигәс: “Баҡсала эшләргә яратам, ерҙән көс алам, тыныслыҡ табам. Ғөмүмән, хеҙмәт һөйгән кеше бер ҡасан да юғалып ҡалмай”, — тип яуапланы.
Һөйләшеү аҙағында теплица хужабикәһен фотоға төшөрөргә булдым. “Миңә күтәрелеп ҡарағыҙ әле”, — тиеүемә: “Башҡортсалап әйткәндә, һирпелеп ҡарарға кәрәк инде”, — тине йылмайып.
Алсаҡ, мәрәкәсел, тормошто яратҡан эшлекле ханым эргәһенән матур тәьҫораттарға сумып ҡайттым.
Сәлимә КЕЙЕКБИРҘИНА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә