Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ни сәсһәң, шуны урырһың
Поезд урман, ҡырҙар буйлап алға елдерә лә елдерә. Кем генә юҡ вагонда! "Һине белмәйем, ә мин ҡыҙыма барам, ейән-ейәнсәрҙәрем көтә", — тип йылмая күршелә ултырған әбей. Сумкаһы тулы күстәнәс.

— Үҙем өсөн йәшәргә ваҡыт булманы, эшләнем дә эшләнем... — тип үкенес тә белдереп алды. — Ғүмер үткәнен һиҙмәгәнмен дә, хатта үҙ балаларымды алдыма ултыртып иркәләгәнемде хәтерләмәйем. Хәҙер ғүмеремдең аҙағына етәм, йәшәгән тиклем йәшәй алмаҫмын шул. Бәләкәстәремде, исмаһам, күреп йыуанам, уларға үҙемдең үткәндәрем тураһында һөйләйем. Йәшәйеш бик ҡыҫҡа икән ул, "һә" тигәнсә үтә лә китә...
Ҡаршымда уйланып, ауыр хистәргә бирелеп ултырған ҡатын ҡапыл һиҫкәнеп китте, йоҡоһонан уяндымы ни.
— Ҡайғыларым ҙур, уйлаһам, уйҙар етмәҫлек, — тип әкрен генә һөйләй башланы әбей. — Эй, Аллам, тормошомда нимә генә күрмәнем... Ни өсөн Хоҙай миңә шул һынауҙарҙы бирҙе икән? Ә мин түҙәм, әсә йөрәге бөтәһен дә кисерә бит ул. Ирҙәргә иһә ундай һәләт бирелмәгән, ахырыһы, үтә лә түҙемһеҙҙәр, донъя менән хушлашалар ҙа ҡәбер тынлығына сумалар. Әсә меҫкен иһә бала ҡайғыһын кисереп йәшәргә бурыслы. Һигеҙ бала таптым. Эш, мәшәҡәт... Тик бына уртансы улымдың яҙмышы ныҡ утҡа һалды мине, хәҙер шунлыҡтан ҡан баҫымым күтәрелә. Тәрбиәһеҙ, бөтә ғүмерен эскегә арнаған ата-әсәнән тыуған ҡыҙҙы эйәртеп килтерҙе улым. Әсә кеше баланың күңелен кире ҡағамы ни? Йәшәһендәр генә, бөтәһенә лә ризаһың... Бәхетле була алманылар шул: көн дә талаш, илаш. Балаҡайымдың йөҙөндә бер генә шатлыҡ та күрмәнем. Шулай йәшәй торғас, ир бала тыуҙы. Ниндәй ҡыуаныс та бит донъяға сабый тыуыуы... Юҡ, ҡоҙағый, киленем араҡы менән йыуҙы был хәлде. Ә күпме тырыштым көйләргә! Тәрбиәнән килмәгәс, ундай сифаттарҙы тиҙ генә тыуҙырып булмай икән шул. Киленем баланы күтәреп эске уртаһына — ата-әсәһенә — ҡайта, улым бер яңғыҙы ҡала, ни эшләргә белмәй. Ул бит атай, балаһы йөрәк түренә инеп ултырған, тик әсәй кешенең, өләсәй-олатайҙың аңына был кереп тә сыҡмай...
Хайуандар ҙа, ҡоштар ҙа үҙенән тыуғандарҙы ҡурсалай, ә беҙгә, кешеләргә, нимә булған? Үҙ балаһын тыуыу менән ташлап китә — аҙғынлыҡ, эскелек баланан ҡәҙерлерәкме? Күпме етем ер йөҙөндә атай-әсәйһеҙ үҫә?! Һуғыш, аслыҡ осоронда ла халҡыбыҙ балаһын ташламаған, үлән, емеш-еләк ашатып булһа ла һаҡлаған. Ә хәҙер ниндәй генә ризыҡ юҡ! Бөтә мөмкинлек бар: тәрбиәлә, үҫтер, теге донъяға тыныс күңел менән кит. Ошо етемдәрҙе яҡлау өсөн хөкүмәт күпме эш урыны тота, күпме аҡса сарыфлай! Ә бит бар шундай өлгөлө ғаиләләр: көнө-төнө үҙен ҡыҙғанмай эшләй, балаһын уҡыта, кеше итә. Ниңә ошо өлгөлө ғаиләләрҙе күтәрмәҫкә? Юғиһә, бөтә уйыбыҙ ауыҙын тыя алмаған эскесе ғаиләләргә төбәлгән. Берәүҙәр тырышһын, ә икенселәр ғүмер буйы кәйеф-сафа ҡорһон! Әгәр яҡшы ғаиләләргә иғтибар күберәк булһа, насарҙары оялыр, фәһем алыр ине...
— Ә улыңдың яҙмышы нисек булды һуң, инәй?
— Фажиғәле, аяныслы, әммә күңелде бушатҡым килә, ауыр булһа ла һөйләп бөтәйем. Улыҡайым, бәғеркәйем, ҡайғыһынан ҡаңғырып (эргәлә бисә лә, бала ла юҡ — әсәһенә ҡайтып киткәндәр), аяҡ аҫтында балаларын имеҙеп ятҡан бесәйгә баҫҡан. Меҫкен бесәй көслө ирҙең аяҡ аҫтында йән биргән, балалары етем ҡалған. Уларҙың ҡарғышы ҡаты икәнен борон-борондан әйтәләр. Ошо көндән башлап улым төндәрен йоҡлай алмай, теге бесәй төшөнә керә, күҙ алдынан китмәй. Инһә лә, сыҡһа ла бесәй күләгә булып эргәһендә йөрөй, ә етем ҡалған ике балаһы улымды күҙәтә...
Бер мәл күршеләре атыу тауышына уянып киткән: улым үҙ ғүмерен үҙе өҙгән, бесәй ҡарғышы ебәрмәгән. Хәҙер олоғайҙым, ләкин балаҡайым иҫемдән сыҡмай, Хоҙай ярлыҡаһын тип доғаларымды уҡыйым, хәйер бирәм. Күп тә үтмәй, эскелек арҡаһында ҡатыны ла донъя ҡуйҙы, ә бала үкһеҙ етем ҡалды. Ғаиләне һаҡлай белеү мөһим, ул бит — үҙе бер дәүләт, илебеҙҙең төп таянысы. Тулы ғаиләлә генә бәхетле, ата-әсәһенең юлын дауам итерҙәй балалар үҫә ала.
Иғтибар менән тыңлап килгән ҡатын да һүҙгә ҡушылды:
— Күршемдә йәшәгән ир менән ҡатын уртаҡ тормош башлағанда гел ыҙғышып йәшәне. Хәҙер уларға аҡыл керҙе, ете балалы булып киттеләр, олатай менән өләсәй булырға йыйыналар. Береһенән-береһе матурҙар, йөҙҙәре нурлы, икеһе лә эшләй, һыйыр, ат, ҡош-ҡорт тоталар. Йәй гөрләшеп бесән эшләйҙәр. Тормошто йәшәй килә генә аңлайһың икән ул, тип йылмаялар. Ауыл халҡы уларға ҡарап һөйөнөп бөтә алмай, ә балалары шундай изгелекле, ипле. Тимәк, бөтәһе лә үҙебеҙҙән тора. Йәштән балаңа дөрөҫ тәрбиә бирмәйенсә, кәйеф-сафа ҡорһаң, нәфсеңде тыймаһаң, яҡшылыҡ көтмә — ҡартлығың күҙ йәше менән үтер. Ә матур тәрбиә бирһәң, бәхет һинең менән бергә атлаясаҡ. Ни сәсһәң, шуны урырһың.
...Бына шулай һөйләшә торғас, һуңғы туҡталышҡа ла еттек. Әңгәмәселәр, бер-береһе менән хушлашып, һәр кемеһе үҙ юлынан китте.
Балалар үҫтергәндә өй гөрләп-шаулап тора. Бер саҡ улар үҫеп етә, ҡанатланған ҡош балалары кеүек, тыуған ояһынан берәм-берәм осоп сыға баралар, ғаилә ҡоралар. Әммә тыуған йорт уларҙы үҙенә тарта. Шундай саҡта өй яңынан гөрләй-шаулай башлай. Ата-әсә, үҫтереп сығарған бар ҡошсоҡтарын бер тупҡа кире йыйған кеүек, ҡыуанып ултыра. Балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең шат йөҙҙәрен күреүҙән, матур тормош көткәндәренә кинәнеп ултырыуҙан да оло бәхет бармы ни ата-әсәгә?!

Снять квартиру в Уфе




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 13

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 9

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 12

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 14

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 25

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 22

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 27

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 20