Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йәштәр килә ул, саҡыра белһәң
Йәштәр килә ул, саҡыра белһәң"Эшләйем тиһәң — эш, йәшәйем тиһәң фатир бар, шәхси йорт төҙөргә урын да бирәләр. Теләүселәр булһа, Архангел үҙәк район дауаханаһына рәхим итһен!" — тиһәк, ҡайһы берәүҙәр ышанмаҫ, моғайын. Табиптарға мөнәсәбәт бында, ысынлап та, шулай яҡшы. Былтыр көҙ юғары медицина белемле 11 йәш белгес эшкә килеп отолмаған. Барыһына ла социаль торлаҡ бирелгән.

Ә инде "Ауыл табибы" программаһы буйынса шәхси иҫәптәренә 1 миллион һум аҡса күсерелгәс, йөҙҙәренең балҡыуын күрһәгеҙ, йөрәктәренең ярһыбыраҡ тибеүен белһәгеҙ икән! Өҫтәүенә, республика Президенты Рөстәм Хәмитов вәғәҙә иткән 100 мең һум аҡсаны ла алаһылары бар.
— "Ауыл табибы" программаһы буйынса килеп, коллективыбыҙҙы тулыландырғандар дауаханаға яңы һулыш өҫтәне. Матур тәбиғәтле еребеҙгә ерегеп, йорттар һалып, төпләнеп кенә ҡалһалар ярар ине, — ти район үҙәк дауаханаһының баш табибы Суфия Әбүбәкирова. Үҙе лә йәштәрҙән кәм һөйөнмәй ул. Заманында элекке поликлиниканы торлаҡ итеп үҙгәртеүҙәрен дөрөҫ ҡарар тип иҫәпләй. Табиптар өсөн һәйбәт көнкүреш шарттары булдырылған. Район хакимиәте башлығы ла йәш докторҙарға ҙур хөрмәт күрһәткән, һәр береһе менән осрашып, хәл-әхүәлен белешкән. Шәхси йорт төҙөргә теләк белдергәндәргә ер сираттан тыш бүленгән, әле документтар әҙерләйһе генә ҡалған. Йәштәрҙең икеһе ғаиләле, уларҙың балаларына баҡса мәсьәләһе лә ыңғай хәл ителгән.
Эштәренән бүлһәк тә, белгестәр менән танышып китмәй булдыра алманыҡ. Һәр береһе ҡыйыу, белемле, киләсәккә ышаныс менән ҡарай. Юлай Манапов ҡатыны Әлиә менән килгән. Ике балалы ғаиләнең хәҙер йәшәр урыны ла, эше лә бар. Ҡолгилдиндар ҙа бында ҡалыуҙарына һөйөнөп бөтә алмай. Эльдар — акушер-гинеколог, Юлиә — терапевт. Учалы төбәгендә тыуып үҫкән ғаилә башлығы Архангел еренә тиҙ эҫенеп киткән.
— Эшкә барыр урындар байтаҡ ине, башта ҡарап сыҡмаҡсы булдыҡ һәм юл ыңғайы бында һуғылдыҡ. Күреү менән дауахана ла, коллектив та оҡшаны. Өфөгә яҡын, дауахана менән поликлиника яңы, эшләү өсөн шарттар һәйбәт, — ти ул.
Хеҙмәттәшенең һүҙҙәрен Юлай Рәсих улы ла ҡеүәтләне.
— Ғаиләле булғас, беҙҙең өсөн тәү сиратта торлаҡ мәсьәләһенең хәл ителеүе кәрәк ине. Килеү менән фатир асҡысы тотторҙолар. Баш табиптың йылы ҡаршылауы ла оҡшаны. Әбйәлилдә тыуып үҫһәм дә, бындағы тәбиғәт шарттарына тиҙ күнегеп киттем, үҙгәреш һиҙелмәне лә, — тине ул.
Ләйсән Хөсәйенова Ҡырмыҫҡалынан булһа, Екатерина Гончарук — Өфөнән, ә ире ошо райондыҡы. Регина Бадранова — Архангел ҡыҙы, район йүнәлтмәһе буйынса уҡыған. Маликат Ҡорбанова ла эшкә тыуған яғына ҡайтҡан. Йәш белгестәр барыһы ла торлаҡлы булыуына һәм һәйбәт эш шарттарына һөйөнһә, баш табип күптән көткән белгестәрҙең килеүенә шатлана.
— Быға саҡлы табиптар беҙҙең яҡҡа атлығып тормаһа, әлеге йәштәр тәүәккәлләне. Районда 17 йәшкә тиклемге балалар — 5600-ҙән ашыу, өлкәндәр — 18600 кеше. Бына ошо ҡәҙәр халыҡты хеҙмәтләндерергә, сифатлы медицина ярҙамы күрһәтергә бурыслыбыҙ. Өлкән йәштәгеләр өсөн стационарҙа айырым 25 урын бар, йүнәлтмә буйынса дауаланып ҡайталар. Көндөҙгө стационарҙа ла байтаҡ кеше һауыҡтырыла. Диспансерлаштырыуҙы башлап торабыҙ, хәҙер белгестәребеҙ бар, шуға ла был сараны тейешле кимәлдә үткәрербеҙ, тип уйлайбыҙ, — тине Суфия Әбүбәкирова.


Автор: Минзилә ҒАБДРАХМАНОВА. Архангел районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә