Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ғәбдөккә дәүләт ярҙам итерме?
Ғәбдөккә дәүләт ярҙам итерме?йәки “Һеҙ бит ғәҙәттән тыш хәл иғлан итмәнегеҙ...”

— Әсәй, батабыҙ хәҙер, ҡотҡа-а-р!
— Тыныслан, балаҡайым! Нығыраҡ тотон миңә! Ишеттеңме, нығыраҡ тотон!
— Үләбеҙ инде былай булғас!..
Ажғырып ярынан сыҡҡан йылға алып китәсәк беҙҙе. Ана бит, ян-яҡтан ниндәй ҙур тиҙлек менән өйөбөҙҙө һыу баҫа. Шашынған тулҡындар үҙ юлында бөтә нәмәне лә юҡ итә. Ағып килгән ҙур боҙ киҫәге кәртәбеҙҙе емереп инеп китте. Гөрһөлдәп электр бағанаһы ауҙы. Күҙ алдымда салт-солт итеп осҡондар сәсрәне. Һарайҙа бикле торған малҡайҙар йән өҙгөс итеп үкерә. Уларға түгел, үҙебеҙгә лә ярҙам итеүсе юҡ. Баш әйләнә, әйтерһең дә, ҡайнап торған һыу эсендә йөҙәбеҙ. Боҙло һыуҙан бөтә тәнем ҡалтырана. Был ҡазанан ҡотолоп булмаҫтыр инде...

Лениза тиргә батып, кинәт тертләп уянып китте. Беренсе класта уҡыған ҡыҙ инде нисәмә көн бер үк төш күрә. Нимә хаҡында күберәк уйланаһың, ғәҙәттә, шул төшкә инә, тиҙәр. Күрәһең, үҙ башынан кисергән ҡот осҡос фажиғә хатта балаға ла көнөн дә, төнөн дә тынғылыҡ бирмәй.
Белорет районының Ғәбдөк ауылына килгән ҡаза йәмәғәтселекте оло борсоуға һалды. Хәбәр итеүебеҙсә, Инйәр йылғаһының ярҙарынан сығыуы сәбәпле, Ғәбдөккә дәүләт ярҙам итерме?ауылда 45 йорт зыян күргән, 35 баш һыйыр малы, иҫәпһеҙ ҡош-ҡорт һәләк булған, яңы буралар ағып киткән, йорт йыһаздары, көнкүреш техникаһы, машиналар эштән сыҡҡан.
Ташҡында зыян күргән халыҡтың матди хәлен яҡшыртыу йәһәтенән "Башҡортостан" гәзите редакцияһы мәрхәмәтлек акцияһы иғлан иткәйне. Өфө халҡы изге эшкә дәррәү ҡушылды. Һөҙөмтәлә тиҙ арала йорт кәрәк-ярағы, кейем-һалым менән тәүге ылау апрель аҙағында уҡ Ғәбдөккә оҙатылды.
Ошо көндәрҙә "Башҡортостан" гәзите редакцияһы бәләгә тарыусыларға йәнә бер ылау менән барҙы. Был юлы беҙ кәйефтәре ҡырылған, күңелдәре тынғылыҡ тапмаған халыҡҡа үҙенсәлекле байрам бүләк итмәксе булдыҡ. Ошо йәһәттән беҙгә гәзитебеҙҙең яҡын дуҫтары — танылған сәхнә оҫталары Әлфиә Юлсурина менән Юнир Салауатов, шулай уҡ Белорет районының арҙаҡлы улы Хәмзә хажи Ғәлләмов — ярҙам итте.

Рәхмәт уҡыйбыҙ!

Төшкә табан мәктәп алдындағы майҙансыҡҡа олоһо ла, кесеһе лә йыйылғайны. Һәммәһе лә тамаша башланыуын түҙемһеҙләнеп көтә. Үҙ-ара һөйләшкәндәре лә ишетелеп ҡала:
— Өфөнән әртистәр килә, тигәс, бар эшемде ҡалдырҙым да йүгерҙем.
Ғәбдөккә дәүләт ярҙам итерме?— Шулай шул! Әтеү теге төндән һуң йүнләп ял иткән дә юҡ. Бер аҙ тынысланырмын, исмаһам!
Хәйриә концерты Йөйәк ауыл Советы хакимиәте башлығы Шәүҡәт Салауатовтың сығышынан башланды.
— “Башҡортостан” гәзите редакцияһына беҙгә тәүгеләрҙән булып ярҙам ойошторғаны өсөн бөтөн ауыл халҡы исеменән рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, — тине Шәүҡәт Ғариф улы. — Ә инде гәзиттең баш мөхәррире Нияз Сәлимовты беҙгә килеп, ҡазаға тарыусылар менән яҡындан аралашыуы халҡыбыҙҙы борсоған мәсьәләләрҙең ыңғай хәл ителәсәгенә өмөт уята.
Тамашасылар алдына Башҡортостандың халыҡ артисы Әлфиә Юлсурина сығып баҫҡас, кешеләр тәүҙә баҙап ҡалды. "Артист үҙеме шул, юҡмы?" тигәндәй бер-береһенә ҡарашып та алдылар. Ә инде күптәрҙең яратҡан йырсыһы "Башҡортостан" йырын яңғыратып һуҙып ебәргәс, майҙансыҡ йәнләнде лә китте. Уҡыусылар урынында ултырып түҙмәй, бейергә төштө, бүтәндәр иһә ҡушылып йырланы. Шунан, дәррәү алҡыштарға күмеп, улар ҡат-ҡат Әлфиә Юлсуринаның йырлауын үтенде.
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, танылған юмор оҫтаһы Юнир Салауатов сығыш яһағанда, күптәр бөтмәҫ хәсрәттәрен онотоп торғандыр, моғайын. Йәмғиәтебеҙҙәге кире күренештәр, илдәге ҡайһы саҡ аңлашылмаған сәйәсәт хаҡында төрттөрөп һөйләгәндә һәммәһе лә рәхәтләнеп көлдө.
Республикабыҙҙың күренекле шәхесе, изге эштәре менән дан ҡаҙанған Хәмзә хажи Ғәлләмовтың был сарала ҡатнашыуы ла ифрат шатлыҡлы булды. Хәмзә хажи ташҡында ҙур ҡаза күргән Рәйес Йосоповтың ғаиләһенә һыйыр һатып алыр өсөн 35 мең һум аҡса тапшырҙы, башҡаларға кейемдәр бүләк итте, шулай уҡ ауыл халҡын үҙ иҫәбенә 50 дана гәзиткә яҙҙырҙы. Белореттарҙың күренекле яҡташы бәлә-ҡаза ауылға бүтән килмәһен тигән ниәттә, Ҡөрьән уҡыуҙы ла, ҡорбан салдырып, табын әҙерләүҙе лә ойошторҙо. Халыҡ рәхәтләнеп концерт ҡарағандан һуң аят хөрмәтенә әҙерләнгән ризыҡтар менән һыйланды.
— Бындай ауыр мәлдә мин ситтә тороп ҡала алманым, — тине Хәмзә хажи. — Элек-электән яҡташтарыма ярҙам ҡулы һуҙам, сөнки был — минең изге бурысым.
Ябай ғына көндөң шундай күркәм байрамға әүерелеп китеүенә нисек ҡыуанмайһың инде! Һәр кем йөрәк түренән сыҡҡан ихлас рәхмәтен белдерергә ашыҡты.
— Иҫ киткес концертты күреп, йәшәреп киткәндәй булдым, — ти ауыл аҡһаҡалы Харис Байхужин, йылмайып. — Килгән артистарҙы элек телевизор аша ғына күргәнем бар ине. Кәйефте күтәрҙегеҙ. Рәхмәт уҡыйбыҙ һеҙгә!

Шыш та юҡ, быш та юҡ...

Телевидение, радио, гәзит редакциялары ғәбдөктәргә ярҙам итер өсөн мәрхәмәтлек акцияһы иғлан итте. Шуныһы һөйөнөслө: йәмәғәтселек ошо оранға ҡолаҡ һалды, мөмкин тиклем ярҙам ҡулын һуҙырға ашыҡты. Тик халыҡҡа ярҙам итергә яуаплы түрәләр генә әллә ни ашҡынып торманы... Быныһы үкенесле.
— Әпсәмих улым яңыраҡ өй һалып сыҡҡайны. Бына шуныһын һыу баҫты ла инде, — ти Ләлә Мөхәмәтшина. — Аты, башмағы, һыйыры үлде. Өйҙәге йыһазы, телевизор-фәләне хаҡында һөйләйһе лә түгел — юҡҡа сыҡты. Ул төндә йоҡо булманы. Тотош урамды һыу баҫҡас, шунда уҡ ҡалалағы ҡыҙыма шылтыраттым, Ғәбдөккә дәүләт ярҙам итерме?ул МЧС-ҡа хәбәр итте. Тик ҡотҡарыусылар килергә ашыҡманы. Үҙем дә әллә күпме шылтыратып ҡараным. "Беҙ төнөн эшләмәйбеҙ, был ваҡытта барып етеү мөмкин түгел", — тип яуаплай ҙа ҡуялар. Минекеләр сәсәп үлгәндер инде, тип уйланым. Ә улар, бахырҡайҙар, төнө буйына өй башында ултырған. Туғыҙынсы класта уҡыған Фирүзә исемле ейәнсәрем, һыуыҡ үтеп, хатта дауаханала ятып сыҡты. Ярай әле үҙебеҙҙең егеттәр таңға кәмә менән барып, уларҙы берәмләп ҡотҡарған. Ә МЧС тигәндәре эш бөткәс кенә күренде...
Һыу ярҙарына ҡайтҡас, махсус комиссия юғалтыуҙарҙы иҫәпләй. Кем күпме зыян күргәнен тәфсирләп яҙып, Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы баш идаралығына исемлекте алып баралар. Тик кеше именлеге өсөн яуаплы идаралыҡ ғәбдөктәрҙең хәленә инергә ашыҡмай. Барлыҡ акттарҙы, документтарҙы кире ҡулға биреп, бороп ҡайтарып ебәрәләр. Бының сәбәбен дә еңел табалар: "Һеҙ, ташҡын башланғас, ғәҙәттән тыш хәл иғлан итмәнегеҙ!"
“Әлегә шыш та юҡ, быш та юҡ”, — тип зарлана ғәбдөктәр. Тимәк, ағып киткән буралар, сәсәп үлгән мал-тыуар, эштән сыҡҡан көнкүреш техникаһы, емерелгән кәртә-ҡура өсөн дәүләт компенсация бирмәйәсәк. Бына һиңә мә! Бөтөн ғәйепте былай ҙа күп әсе нужа һурпаһын һемергән халыҡҡа япһаралар.
Тәүҙә, туҡтауһыҙ шылтыратыуҙарҙы иғтибарҙан ситтә ҡалдырып, ярҙам итергә ваҡытында килмәһәләр, һуңынан, һеҙ ярҙам һораманығыҙ тип, үҙҙәрен ғәйепләйҙәр. Был осраҡта республика етәкселеге генә ошо мәсьәләне көйләргә ярҙам итә алалыр. Шунһыҙ түрәләрҙең икһеҙ-сикһеҙ ҡаршылыҡтарын еңеп сығыу еңелдән түгел.

Әҙәмсә йәшәге килә!

Ташҡын үтте, ләкин хәл ителмәгән мәсьәләләр ҡалды. Беренсенән, Йөйәктән Ғәбдөккә юл һаман юҡ. Булғанын юл тип атарға тел әйләнмәй. Әле халыҡ Инйәр йылғаһы яры буйлап ҡына оло донъяға сыға ала. Был арауыҡты трактор йә иһә йөк машинаһында ғына үтеп була. Еңел машина менән сығырмын тип уйлама ла.
Йөйәк — Ғәбдөк юлы, проектта күрһәтелеүенсә, ауылда мәктәп төҙөү өсөн генә һалынған, шуға йыш ҡына һыу аҫтында ҡала. Ә инде быйылғы көслө ташҡындан һуң ошо ваҡытлыса юл да юҡҡа сыҡты.
Икенсенән, бындағы электр сымдары өсөн берәү ҙә яуаплы түгел. Хужаһыҙ! Ауылда ут һүнһә, уны төҙәтеүсе лә, рәткә килтереүсе лә юҡ. Әлеге лә баяғы урындағы ирҙәрҙең иңенә төшә был эш.
— Ошо ерҙән беҙ ҡайҙа китәйек? — тип зарлана ауыл халҡы. — Ниңә һәр саҡ төпкөл тип кәмһетеп ҡарайҙар икән? Беҙҙең дә кешесә йәшәге килә бит! Хәрби хеҙмәткә саҡырыу ваҡыты етһә, төпкөл тип тормайҙар, беренсе булып алып китәләр.
Ғәбдөк халҡының дәғүәһе нигеҙле. Ата-бабалары төйәк иткән хозур тәбиғәтле урынды ни эшләп улар йәһәннәм тип ҡалдырырға тейеш?! Ә бит төбәктә туризмды үҫтерһәң, ни тиклем шәп булыр ине! Дәүләткә лә, урындағы халыҡҡа ла бары тик файҙа буласаҡ.
Шуға ла Йөйәк, Ғәбдөк ауылдары кешеләренең республика етәкселегенә ышанысы ҙур. Ҡасандыр улар ҙа тигеҙ юлдарҙан рәхәтләнеп йөрөр, иғтибарҙан ситтә ҡалмаҫ тигән өмөттәрен юғалтмайҙар.
Өсөнсөнән, элемтә мәсьәләһе лә бында бик киҫкен тора. Кеҫә телефонынан һөйләшеп булмай, сөнки был яҡты бер ниндәй оператор ҙа хеҙмәтләндермәй.Ғәбдөккә дәүләт ярҙам итерме?
Иң мөһиме — хәҙер емерелгән ҡоймаларҙы, баҡсаларҙы, йорт-ҡураны яңынан рәткә килтерергә кәрәк. Ә уның өсөн халыҡтың аҡсаһы юҡ. Быға тиклем йыйылғанының күләме әллә ни күп түгел. Башлыса Белорет, Архангел райондарынан аҡса күсергәндәр. Әйҙәгеҙ, дуҫтар, битараф ҡалмайыҡ, бергәләшеп ғәбдөктәргә ярҙам итәйек. Күмәкләгән — яу ҡайтарған, тиҙәр бит.
...Әсәһенә йәбешеп, күршеләренә йөҙөп барған Ленизаға ауылдаштары, шаяртып, "Морячка" тип ҡушамат биргән. Кескәй генә килеш үлем менән күҙмә-күҙ осрашҡан ҡыҙ концерттан һуң ҡайтырға ашыҡманы. Иҙәне һаман кипмәгән өйҙә ни ҡыҙығы бар инде! Телевизор ҡарар ине — уныһы ла эшләмәй. Компьютер ҙа юҡҡа сыҡҡан. Һатып алырҙар ине лә бит...

Ҡазаға тарыусылар — иғтибар үҙәгендә

Белорет районы хакимиәте башлығы Владислав Миронов:

— Инйәр йылғаһында боҙ тығылыу һөҙөмтәһендә тыуған ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәһен бөтөрөү өсөн Ташҡынға ҡаршы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү комиссияларының берлектәге ултырышын үткәрҙек. Унда тәү сираттағы саралар ҡаралды. Әле ташҡын килтергән зыян күләмен асыҡлау комиссияһы эшләй. Ауылда ашығыс медицина ярҙамының дежурлығын ойошторҙоҡ. Инйәр участка дауаханаһы табиптары Ғәбдөккә даими барып, халыҡтың һаулығын күҙәтә.
Роспотребнадзор хеҙмәткәрҙәре һыу тәьминәте сығанаҡтарының файҙаланыуға яраҡлылығын тикшерҙе. Фельдшер-акушерлыҡ пунктына иң кәрәкле дарыуҙар ҡайтартылды. Район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге һәм ветеринария ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре һәләк булған мал-тыуар, ҡош-ҡортто ерләүҙе ойошторҙо. Телефон элемтәһе, Интернет, IP-телевидение селтәре төҙөкләндерелде.
Электр сымдарын йүнәтеү буйынса Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы баш идаралығына һәм Куйбышев тимер юлының Инйәр электр тәьминәте участкаһына мөрәжәғәт иттек.
16 апрелдә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Р.С. Ноғоманов исеменә Ғәбдөк ауылын электр менән тәьмин итеү, юл һалыу мәсьәләләрен программа сараларына индереүҙе һорап хат ебәрҙек. Район хакимиәтендә уҙғарылған оператив кәңәшмәлә зыян күргән ауылға матди ярҙам күрһәтергә ҡарар ителде. Йөйәк ауыл Советы хакимиәте ҡарамағында махсус иҫәп асылды, кейем-һалым, аҡса йыйыла. Хакимиәт хеҙмәткәрҙәре лә акциянан ситтә ҡалманы, эш хаҡының бер өлөшөн ошо иҫәпкә күсерҙе.

Ил төкөрһә, күл була
Гуманитар ярҙамға өлөш индереүселәр:

“Башҡортостан” гәзите редакцияһы,
Башҡортостандың Ҡатын-ҡыҙҙар союзы,
Нефтекама дәүләт филармонияһы,
Нефтекама башҡорттары ҡоролтайы.

Дилбәр Ҡыуандыҡова,
Гөлнара Фәтихова,
Дилара Гаевая,
Наилә Үзбәкова,
Илдар Ғәбитов,
Рәшиҙә Целищева,
Рәсүл Дүшәнбаев,
Сәнә Сабирйәнова,
Лилиә Нафиҡова,
Эльвина Шафиҡова,
Арыҫлан Бикҡолов,
Альбина Исхаҡова,
Сәриә һәм Әлиә Сәләховалар,
Нажиә Әхмәҙуллина,
Мария Преображенская,
Алиса Мулланурова,
Алла Балашова,
Александр Моисеев,
Людмила Марнова,
Венера Яҡупова,
Елена Степанова,
Рәйлә Ишбулдина,
Хаузия Клявлина,
Евгения Кортунова,
Эльвира Селиверстова,
Ләйлә Сафина,
Филүзә Хәкимова,
Ҡәҙим Аралбаев,
Алевтина Щевелева,
Әсғәт Рамазанов,
Людмила Мациевская,
Индира Дәүләтбәкова,
Тамара Тимофеева,
Дамир Кускилдин,
Любовь Шабанова,
Александра Заика,
Зәүзиә Йыһаншина,
Рәйсә Ғәләүетдинова,
Земфира Ваһапова,
Ирек Кинйәбулатов,
Салауат Бәхтиев,
Рәсимә Кәримова,
Нурия Амангилдина,
Әхнәф Әминев,
Гөлсинә менән Рөстәм,
Фәриҙә Ниғмәтуллина,
Сафия Ғарифуллина,
Мөнирә Йосопова,
Илфира Дуйнамалиева,
Татьяна Кудисова,
Әминә Исмәғилева,
Светлана Кузнецова,
Зифа Хәсәнова,
Евгений Волков,
Мәғариф Әхмәҙиев,
Олег Целищев,
Юрий Марков,
Александр Мальцев,
Юлай Кәримов,
Зөлфиә Сабурова,
Райхана Нағуманова,
Гәүһәр Батталова,
Анатолий Иванов,
Азия Кусимова,
Фәүзиә Шаһиева,
Зарема Ғөбәйҙуллина,
Ирина Миңлегәрәева,
Зөһрә Бураҡаева,
Тәнзимә Булгакова,
Мария Мазова,
Рәшиҙә Юлдәүләтова,
Л. Кортовенко,
Р. Ғәбиҙуллина,
З. Сәлимова,
Марина Мөхәмәтшина,
Сәйҙә Абдуллинова,
Татьяна Зыкова һ.б.

Ғәбдөк халҡы һеҙгә бик рәхмәтле! Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ, туғандар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872