Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Салауат”ты көтә йәш дуҫтары...
“Салауат”ты көтә йәш дуҫтары...Бала саҡ – моғайын, һәр кемдең тормошонда иң бәхетле миҙгелдер. Үкенескә ҡаршы, арабыҙҙа атай-әсәй наҙынан мәхрүм, ярҙамға мохтаждар ҙа етерлек шул. Әсә ҡосағы түгел, ә балалар йорто уларҙы үҙ ҡуйынына һыйындырған. Арабыҙҙа ундайҙарға ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер, йөрәк йылыһын йәлләмәүселәрҙең булыуы ҡыуандырмайынса ҡалмай, әлбиттә.
Континенталь хоккей лигаһы чемпионы ла – тап шундайҙарҙан. “Салауат Юлаев” клубы үҙенең боҙҙағы еңеүҙәре менән генә түгел, мәрхәмәтлек акциялары үткәреп тә күптән танылып өлгөрҙө. Бөтәһе лә хәтерләй: “Локомотив” уйынсылары авиаһәләкәткә эләккәндә тап беҙҙең команда тәүгеләрҙән булып уларҙың яҡындарына ярҙам ҡулы һуҙҙы. Баҡтиһәң, юлаевсылар атай-әсәй наҙынан мәхрүм балаларҙы ла үҙ ҡурсауына алған икән.
Күптән түгел улар Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се балалар йорто тәрбиәләнеүселәре менән осрашты. Быға тиклем балалар “Салауат Юлаев” хоккей клубының 50 йыллығына арналған тантанала булғайны. Хоккейсылар яуап итеп хәҙер үҙҙәре уларға килде.
Юлаевсыларҙы алҡышлап ҡаршы алдылар. Тәрбиәләнеүселәрҙең шат тауышынан балалар йорто шау-гөр килеп торҙо. Һәр кемдең йөҙөндә йылмайыу балҡый “Салауат”ты көтә йәш дуҫтары...ине.
Балалар иң тәүҙә бәләкәй генә концерт күрһәтте: йырланы, бейене, шиғыр һөйләне. Ҡунаҡтар үҙ сиратында сығыш яһаусыларға ихлас ҡул сапты. Уларға бигерәк тә бәләкәстәр башҡарыуында башҡорт бейеүе оҡшаны. “Ҡәҙерле дуҫтарыбыҙ! Һеҙгә яңы йылда яңы еңеүҙәр теләйбеҙ”, – тине сәхнәнән балалар.
Команда исеменән баш тренер Венер Сафин һәм уйынсы Андрей Таратухин һүҙ тотто.
– Һеҙҙе етеп килгән Яңы йыл байрамы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Иң изге, иң яҡты теләктәребеҙҙе юллайбыҙ, бөтәгеҙ ҙә бәхетле, иң мөһиме – һау-сәләмәт булығыҙ. Килеүебеҙ саҡ ҡына булһа ла тормошоғоҙға шатлыҡ өҫтәр тип ышанам. Беҙ һәр саҡ бында теләп киләбеҙ. Осрашыуҙарыбыҙ киләсәктә лә дауам итер. Беҙ һеҙҙең бөтәгеҙҙе лә яратабыҙ! – тине Венер Сафин.
“Салауат”ты көтә йәш дуҫтары...Билдәле, ҡунаҡтар буш ҡул менән килмәгән. Балалар ноутбук менән фотоаппараттар алып ҡыуанды. Бынан тыш, юлаевсылар Яңы йыл тәм-томдары, сәкән менән шайбалар, хоккей өсөн башҡа кәрәк-яраҡ килтергән. Быларҙың бөтәһе лә хоккейсыларҙың шәхси аҡсаһына һатып алынған.
Әлбиттә, бындай ҡунаҡтарҙан нисек автограф алмайһың да нисек иҫтәлеккә фотоға төшмәйһең инде?! Осрашыу барышында һәр кем яратҡан уйынсыһы менән рәхәтләнеп аралашты, үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе. Балалар “Салауат”тың тағы ла кәмендә йөҙ тапҡыр Гагарин кубогын яулауын теләне.
Оҙаҡ тынманы шатлыҡлы шау-шыу балалар йортонда, үҫмерҙәр хоккейсыларҙы хатта урамға сығып оҙатып ҡалды. “Салауат – чемпион!”, “Тағы ла килегеҙ!” тигән тауыштан, рәхмәт һүҙенән бөтөн тирә-яҡ яңғырап торҙо.
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә