Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » "Миңә килмәй, кемгә барһындар..."
"Миңә килмәй, кемгә барһындар..."Ауыл хакимиәте башлығы менән бер көн нимә күрһәтте?

Илдә барған ҡулайлаштырыу шарттарына өйрәнеп тә бөттөк шикелле. Мәктәптәрҙе ябыу менән башланған күренеш әкренләп дауаханаларға, клубтарға ла йоҙаҡ элеүгә килтерҙе. Әле ауыл биләмәләрен берләштерәләр тигән имеш-мимеш йөрөй. Хәйер, ысынбарлыҡҡа тап килеүе ихтимал. Былай ҙа бөгөн ауыл биләмәһе башлығының иңенә әллә күпме бурыс һалына. Күптәр өсөн тәү ҡарашҡа еңел күренгән был вазифаның мәшәҡәтле лә, ауыр ҙа, яуаплы ла икәнлегенә Әлмөхәмәт ауыл Советы хакимиәте башлығы Рәйлә Ғүмәрова янында бер көн булғандан һуң ныҡлап төшөндөм. Был муниципаль берәмеккә Сиҙәм, Северный, Булат, Әлмөхәмәт, МТС, Түбәнге һәм Үрге Әбдрәш, Урал ауылдары, “Әлмөхәмәт” һәм “Сухое Озеро” станциялары инә.

Бер һорау ҙа ят түгел

Иртәнге сәғәт һигеҙ тулмаҫ элек халыҡ йыйылып та өлгөргән. Һәр береһе Рәйлә Әхмәт ҡыҙына үҙ проблемаларын еткерҙе. Үрге Әбдрәш ауылынан Фәриҙә Ибраһимова оҙаҡ йылдар колхозда һауынсы булып эшләгән. Әле ул вафат булған ҡыҙының балаһын тәрбиәләй. Өйө ныҡ иҫкергән, шуға күрә хакимиәттән ярҙам һорап килгән. Уның йомошон хәл итергә тырышып, Рәйлә Әхмәт ҡыҙы төҙөлөшкә ағас бүлеү, аҙ тәьмин ителгәндәргә аҡсалата ярҙам күрһәтеү мөмкинлеге тураһында белдерҙе. Туҡтауһыҙ шылтыраған телефонды алып өлгөрөү мөмкин түгел: шунда уҡ сымдың теге осонан үҙҙәрен борсоған мәсьәлә буйынса һорау яуҙыра башлайҙар. Ниндәй генә үтенес менән килмәй ауыл халҡы! Юлдың булмауына зарланалар, ер участкаһы, эш һораусылар ҙа бар. Бәғзеләренә эскесе күршеләре төнө буйы йоҡо бирмәгән. Бер үтенес тә яуапһыҙ ҡалдырылмай, барыһын да ыңғай хәл итергә тырыша Рәйлә Ғүмәрова. Һәр береһенең хәл-торошон бер күҙ һирпеп алыу менән аңлаған эшлекле ханымға һоҡланмау мөмкин түгел. Уға әллә күпме һөнәр эйәһе булырға тура килә: ғаилә мөнәсәбәттәрен яйға һалған нескә күңелле психолог та, барлыҡ ҡанундарҙы яҡшы белгән юрист та, ауыл хужалығы белгесе лә, торлаҡ-коммуналь хеҙмәткәре лә...
Сәғәт туғыҙ тулыуға көндәлек кәңәшмә башланды. Эштәр идарасыһы Наталья Сатина ағымдағы мәсьәләләргә туҡталһа, баш бухгалтер Лидия Ростова ике "Миңә килмәй, кемгә барһындар..."ҡатлы йортта йәшәүселәрҙең һыу, газ өсөн бурыстары хаҡында, Урал урта мәктәбендәге капиталь ремонттың нисек барыуы тураһында таныштырҙы. Шулай уҡ башҡа күп мәсьәләләр буйынса фекер алыштылар.
Бер аҙ ваҡыттан Наталья Сатина торлаҡ мәсьәләләре буйынса комиссия ултырышы үтәсәген иҫкәртте. Әйткәндәй, Сиҙәм ауылында ике ҡатлы бер нисә йорт бар. Тап ошондағылар проблема тыуҙыра ла инде. Күптәре коммуналь хеҙмәттәр өсөн ваҡытында түләмәй, хатта араларында фатирҙарын ҡуртымға биреүселәр ҙә юҡ түгел.
Комиссия ағзалары тәүгеләрҙән булып Ә. исемле ҡатындың эшен ҡараны. Өс бала тәрбиәләгән ханымдың торлаҡ өсөн бурысы — 8 мең 598 һум. Әлегә уны ҡапларлыҡ бер ниндәй ҙә мөмкинлеге юҡ. Ҡатынға тиҙ арала субсидия өсөн документтар юлларға ҡушылды. Р. исемле ирҙең бурысы 15 мең 380 һумға еткән, уға етди иҫкәртеү яһалды. “Урал” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте бухгалтеры Мәстүрә Тайсина, Сиҙәм ауылының ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Светлана Истамғолова һәм хакимиәт башлығы Рәйлә Ғүмәрованан торған комиссия, торлаҡты хосусилаштырыу буйынса яҙылған 17 ғаризаны ҡарап, күптәрен рөхсәт бирерлек тип тапты.

"Йәшел йылан" яҡшыға килтермәй

Һәр ауыл биләмәһе башлығы, билдәле бер көндә ниндәйҙер ауылға барып, халыҡ менән аралашып, проблемаларҙы ентекле өйрәнә. Был юлы беҙ Әбдрәшкә юл тоттоҡ. Район үҙәгенән алыҫта урынлашҡан Үрге һәм Түбәнге Әбдрәш ауылына ошоғаса транспорт булмаған, әле шәхси эшҡыуар Рәйес Хәмитовтың автобусы йөрөй. Ауылда башлыса оло йәштәгеләр көн итә.
Бер ғаиләнең яҙмышы хаҡында ишетеп, үҙе бер китаплыҡ икән тип уйлап ҡуйҙым. Ҡатыны икенсе иргә кейәүгә сыҡҡас, И. исемле атай өс балаһын яңғыҙы тәрбиәләй. Өйҙәге таҙалыҡ, бөхтәлек бында ҡатын-ҡыҙ ҡулы юҡлығын хәтерләтмәй ҙә. Иргә әсәһе лә ярҙамға килә: икмәген һалып бирә, балаларына күҙ-ҡолаҡ. Ауыл хакимиәте башлығы ирҙән ниндәй ярҙам кәрәклеге хаҡында һорашты. Шым ғына атлап, киләһе йортҡа ыңғайланыҡ. Өс бала тәрбиәләгән ғаилә башлыҡтары әллә беҙҙе күрҙе, әллә ысынлап та өйҙә булманы — ишеген бикләп өлгөргәйне. Күршеһенә йүнәләбеҙ: йорт ишеге шар асыҡ, әйтерһең дә, кемдер ҡайҙалыр ашыҡҡан, хатта өйөн дә бикләмәгән. Ағартылмаған мейес, ғүмерҙә лә буяу күрмәгән иҙән, өҫтәлдә — буш шешәләр, ҡатҡан икмәк һыныҡтары. Төпкө бүлмәләге тимер карауаттар ҙа йыйыштырылмаған, түшәктәре әллә ҡасандан һабын күрмәгән.
“Йәшел ағыу” менән дуҫ булыу яҡшыға килтермәй шул. Ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Светлана Истамғолова, ике ҡатынды ла иҫәпкә алып, шәхсән үҙҙәре менән һөйләшергә, балаларына иғтибарҙы арттырға кәрәклеген белдерҙе.

Өлгө алырлыҡтар байтаҡ


Ауылдаштарына үрнәк булырлыҡ ғаиләләр байтаҡ был ауылда. Шуларҙың береһе – күптәргә терәк, кәңәшсе, атай-әсәй, өләсәй-олатай булып, хәҙер инде ауылдың аҡһаҡалы һәм ағинәйе тигән баһаға лайыҡ Мәрғүмә менән Арыҫлан Ыласыновтар. 50 йылдан ашыу бергә йәшәгән бәхетле парға Рәйлә Әхмәт ҡыҙы Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың бүләген тапшырҙы.
Ауылда йәштәр ҡалмай тиһәк тә, тыуған еренә хыянат итмәгәндәр, унан башҡа йәшәүҙе күҙ алдына килтермәгәндәр барыбер юҡ түгел. Фәриҙә менән Фәрит Әхмәтовтар — тап шундайҙарҙан. Улар, күп балалы ғаиләләргә ярҙам программаһына ярашлы, торлаҡ төҙөүгә сертификат алған, шул аҡсаға биш ай эсендә бынамын тигән өй һалған. Бар уңайлыҡтары булған, һәр балаһына айырым бүлмәләр бүленгән йорт башҡаларҙан матурлығы менән ныҡ айырылып тора. Улай ғына түгел, тирә-йүнгә йәм һәм ҡот биреп ултыра. Фәрит Мөхәмәт улы ауыл клубында эшләй, Фәриҙә Нәғим ҡыҙы мәктәптә ярты ставкаға ғына балаларға белем бирә, сөнки дәрестәр һаны етмәй. Ауыл тормошонда ҡайнап йәшәй Әхмәтовтар. Хужабикә ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе булараҡ, төрлө кисәләр тиһеңме, ярыш-конкурстармы, аулаҡ ултырыуҙармы — барыһын да үткәрергә форсат таба. Бәхетле ғаиләлә дүрт бала үҫә. Өлкәндәре Фәнүр Силәбе ҡалаһында белем ала, Ынйы менән Алтынай мәктәптә уҡый, бәләкәстәре Раян әле балалар баҡсаһына йөрөй. Йыр-моң яратҡан ғаилә башлыҡтары балаларында бәләкәй саҡтан йыр-бейеүгә һөйөү тәрбиәләй. Алтынай “Сулпылар” телевизион конкурсында ҡатнашһа, Ынйы “Байыҡ” бейеү бәйгеһендә призлы урын алырға өлгөргән.
Ҡыҙыл йылғаһы Үрге һәм Түбәнге Әбдрәште урталай бүлеп аға. Ә ҡарап тороуға ул бер ауылды хәтерләткәндәй күренә. Башлыҡтың ярты көнө ошо ике ауылдың проблемаларын яҡындан күреп, халҡы менән аралашыуҙа үтте. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә әллә күпме мәсьәлә урында хәл ителде, иҫәпкә алынды.

Хәл итәһеләре күп

Эш көнө тамамланыуға яҡынлашһа ла, Рәйлә Әхмәт ҡыҙы ҡайтырға ашыҡманы. Наталья Сатина иртәгә район хакимиәтендә кәңәшмә буласағын иҫкәртте. Тимәк, йәнә таңдан юлға сығырға кәрәк.
Рәйлә Әхмәт ҡыҙы һөйләүен дауам итте:
— Эш бөтәһе түгел. Уҡыусыларҙы ашатыуҙы, мәктәп автобусының төҙөклөгөн, уның яғыулығы бармы-юҡмы икәнлеген, юлдарҙы таҙартыуҙы, йылғаларҙың ярынан сығыу-сыҡмауын, зыярат кәртәләрен, урамдарҙа ҡуйылған фонарҙарҙың төҙөклөгөн, хатта теүәллеген дә ҡайһы осраҡта үҙеңә тикшерергә тура килә. Ярҙам йөҙөнән бюджеттан бүленгән аҡса һәр ауылдың зыяратын кәртәләү, урамдарҙы яҡтыртыу, Сиҙәм ауылында сүп-сар ташлау урынын тәртипкә килтереү, 40 километр оҙонлоғондағы һыу торбаларын яңыртыу, биш һыу колонкаһы һатып алыу һәм башҡа кәрәк-яраҡ өсөн тотонолдо. Быйыл Әлмөхәмәт, МТС ауылдарының һәр йортона, “Таҙа һыу” федераль программаһына ярашлы, һыу, Булатҡа, Северныйға, Әбдрәшкә телефон үткәреү ҡаралған. Ҡыҙыл йылғаһының ярҙарын таҙартыуҙы, Булат ауылындағы Монасип шишмәһен кәртәләүҙе планға алғанбыҙ.
Проблемалар менән бер рәттән, башҡарылған эш тә бихисап. Былтыр Әлмөхәмәттә заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ пункты асылған. Ауыл йәштәренең “Аҡбуҙат” хоккей командаһы республикаға билдәле. Район хакимиәтенең ярҙамы менән уның хоккей ҡабы яңыртылған, Сиҙәм урта мәктәбендә капиталь ремонт бара, спорт залы яңыртып ҡорола. Ауыл старосталары менән даими эш күптән яйға һалынған, бигерәк тә Сиҙәм ауылынан Әхмәт Ибраһимов, Северныйҙан Владимир Серпков, Әбдрәштән Тимерйән Мәжитовтарҙың тос ярҙамын тоя хакимиәт етәксеһе.
Бер көн эсендә генә биләмә башлығының барлыҡ эшен күҙәтеү мөмкин түгел, әммә шуныһы асыҡ: ауыл ерендә йәшәгән халыҡтың тормошон аңлаған, проблемаларын хәл иткән, яҡлаған һәм һаҡлаған бик кәрәкле, яуаплы кеше ул. Урындағы үҙидара, ғөмүмән, власть менән йәмғиәт араһындағы бәйләнеште нығытыусы. Ҡулайлаштырыуға һылтанып, улар ҡыҫҡартыла ҡалһа, йәнә таяҡтың ауыр башы ябай кешегә төшәсәк. Халыҡ яҡшы йәшәһен, матур тормош алып барһын өсөн әйҙәүсе кәрәк. Бөгөн ошо бурысты ауыл хакимиәте башлыҡтары атҡара ла инде.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872