Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ете тарафтан ете хәбәр
Велосипедта елдерәсәктәр

Илеш районының Исәмәт ауылындағы балалар һәм үҫмерҙәр социаль приюты йәш быуынды тормошҡа әҙерләү, йәмғиәттә йәшәргә өйрәтеү кеүек бурыстарҙы тормошҡа ашыра. Бөгөн бында 23 бала тәрбиәләнә.
Район хакимиәте һәм халыҡты социаль яҡлау бүлеге ауыр тормош хәлендә ҡалыусыларҙы тәрбиәләүҙә һәр яҡлап ярҙам күрһәтә. Был эштән хоҡуҡ һаҡлау органдары ла ситтә ҡалмай. Ошо көндәрҙә Рәсәй эске эштәр министрлығының Илеш районы буйынса бүлеге лә приютҡа хәйриә акцияһы менән килгән. Һәр кемгә бүләк тапшырылған. Үҫмерҙәр айырыуса велосипедтарға ихлас ҡыуанған.

Еңеү парадында ҡатнашҡандар

Ҡыҙыл майҙанда үткән Еңеү парадында ҡатнашҡан Үҙәк хәрби округының Өфөләге зенит ракеталары бригадаһы хәрби техниканы тимер юл платформаларына тейәй башлаған.
Илдең төп парадында был бригада бишенсе тапҡыр ҡатнаша. Заманса хәрби системалар менән идара итеүҙә юғары әҙерлек күрһәткән һалдаттар был юлы ла һынатмаған. Ҡыҙыл майҙандан дүрт “Бук-М2” зенит ракета комплексы үткән. Бригада Өфөгә 20 майҙа килеп етәсәк. Артабан хәрбиҙәр хеҙмәтен ғәҙәттәгесә дауам итәсәк.

Хәҙер Урманға янғын ҡурҡыныс түгел

Ике йыл элек бөтөн Рәсәйҙе тетрәткән шартлауҙан һуң Иглин районының Урман ауылында янғын һүндереү часы ябылғайны. Һөҙөмтәлә был тирәләге ауылдарҙы янғын хәүефенән һаҡлаусылар ҡалманы.
Шуға ла республика етәкселеге бында яңы часть асырға ҡарар итте. Был поста 15 янғын һүндереүсе хеҙмәт итә. Ике махсус техника бар.

Донъя күреп ҡайтыу — үҙе бер ғүмер

Иртәгә Дуҫлыҡ монументы янындағы пристандән “Башҡортостан” теплоходы ете көнлөк круизға сыға. Башҡортостандың төрлө ҡала һәм райондарынан мөмкинлектәре сикләнгән 100-ҙән ашыу кеше өсөн Ағиҙел, Кама һәм Волга йылғалары буйлап ҡыҙыҡлы сәйәхәт ойошторола.
Сәйәхәтселәр Ульяновск, Ҡазан ҡалаларының иҫтәлекле урындарында буласаҡ, шағирҙар, яҙыусылар менән осрашасаҡ. Спорт һәм күңел асыу программалары ла ҡаралған. Был круизды, хәйриә сараһы булараҡ, Рәсәй инвалидтар спорт союзының ярҙамы менән Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе ойоштора.

Йылғалар таҙа булһын


Ауырғазы районында “Ауырғазы — таҙа йылға” экологик акцияһы үткән.
Сараның маҡсаты — йәмәғәтселектең иғтибарын бәләкәй йылғаларҙы һаҡлауға йүнәлтеү. Сарала ҡатнашыусылар Солтанморат, Иҫке Әпсәләм, Кешәнне ауылдарында Ауырғазы йылғаһының яр буйҙарын йыйыштырған. Йәмғеһе 25 кубометр сүп-сар йыйылған.
Ауырғазы йылғаһы ун ауыл аша үтә, оҙонлоғо — 49 километр. Ул — райондың төп һыу сығанағы.

Бәлә әҙәм башынан йөрөй

Пенза өлкәһендә булған ҡот осҡос фажиғәнең сәбәбе әлегә асыҡланып бөтмәһә лә, ғаиләләрен аҫрар өсөн аҡса эшләргә тип сығып киткән ир-аттың яҙмышы аяныслы тамамланыуы үкенесле. Полиция енәйәт эше ҡуҙғатҡан, әле тикшереү бара.
Микроавтобус алда барған йөк машинаһын уҙып китергә була, ләкин водитель транспортҡа идара итеү һәләтен юғалтып, йөк машинаһына бәрелә. Артта килгән еңел автомобиль иһә микроавтобусҡа һуғыла. Һөҙөмтәлә ун кешенең ғүмере ҡыйыла. Автобустағыларҙың барыһы ла — Сыуашстан Республикаһының Урмар районы кешеләре. Улар Сочиҙа төҙөлгән объекттарҙа эшләгән булған.

Тарихи ҡомартҡымы, әллә ваҡланған ташмы?

Үҙәк Американың Белиз дәүләтендә мая ҡәбиләһе пирамидаһын емергәндәр. Ике мең биш йөҙ йыл элек төҙөлгән пирамида шәхси ҡулға күскән биләмәлә урынлашҡан.
Шуға ҡарамаҫтан, хужаларҙың архитектура һәм тарихи ҡомартҡыға ҡул һуҙырға хоҡуғы булмаған. Тик эшҡыуарҙарҙы ымһындырған ваҡланған таш ҡомартҡынан өҫтөнөрәк булып сыҡҡан. Әлегә тикшереү бара. Был эште башҡарыусылар закон алдында яуап бирәсәк. Тик пирамиданы ғына кире тергеҙеү мөмкин түгел.
“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы,
район гәзиттәре, үҙәк баҫмалар,
Интернет мәғлүмәттәрен файҙаланып,


Автор: Л. НУРЕТДИНОВА әҙерләне.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә