Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Башҡортлоҡ нимәнән ғибәрәт?
Юғары белемде Өфөлә үткән быуаттың 60-сы йылдарында алдым. Уҡыу йортом “Башҡортостан ауыл хужалығы институты” тип аталды. Әле килеп уны бер осраҡта “Башҡорт аграр университеты”, ә икенсе осраҡта “Башҡортостан аграр университеты” тип яҙалар. Ә ни өсөн белем биреү усағы университетҡа әүерелгәс, “Башҡортостан” һүҙе үҙгәртелергә тейеш һуң? Есеме бит шул көйө ҡалды.

Рәсми рәүештә нисек аталыуын белеү өсөн уҡыу йортона барҙым. Ләкин ни ғәжәп – алтаҡта бөтөнләй юҡ. Һәр кетәктәй генә сауҙа нөктәһендә лә эленгән кәрәкле мәғлүмәт был мөһабәт бинаға яҙылмаған. Ҡыйыҡ башында ғына “Башкирский государственный аграрный университет” тигән яҙыу бар. Бына ошо һүҙҙәр асыҡлыҡ индерә лә инде уҡыу йортоноң исеменә. “Башкирский” һүҙе “башҡорт” тип тәржемә ителгән. Моғайын, шул сәбәптәндер, “Башҡорт дәүләт университеты”, “Башҡорт дәүләт медицина университеты” тип һөйләйҙәрҙер.
Минең фекеремсә, бөтә был осраҡтарҙа “Башҡортостан” тип яҙыу кәрәк, сөнки улар беҙҙең республиканың (башҡорттоң ғына түгел) уҡыу йорттары бит. Мәскәү, Санкт-Петербург уҡыу йорто тип әйтелә икән, ул милләтте түгел, ә ҡайҙа урынлашҡанын аңлата.
Милләткә ҡағылышлы осраҡта, әлбиттә, “башҡорт” тип яҙыу фарыз. Ойошмаларҙың исеме нисек рәсмиләштерелгән, матбуғат биттәрендә лә ул шулай яҙылырға тейеш, минеңсә. Ә бына республика театрҙарының атамалары төрлөсә яҙып йөрөтөлә. Мәҫәлән, бер осраҡта “Сибай дәүләт башҡорт драма театры” (алтаҡталағы рәсми исеме тап шулай), ә икенсе осраҡта “Сибай башҡорт дәүләт драма театры” тип яҙыла. Ошондай уҡ төрлөлөк Стәрлетамаҡ, Салауат театрҙарының исемдәрен яҙғанда ла күҙәтелә.
Уларҙың атамаларын төп театрыбыҙ – М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры исеме өлгөһөндә яҙыу кәрәк, тип уйлайым, йәғни “башҡорт” һүҙен алдан яҙыу мәҙәниәт усағының асылын баштан уҡ күрһәтеп тора. Бөтә театрҙар атамаларын да бер төрлө яҙҙыртыу ҙур сығым талап итмәҫ ине.
Уҡыу йорттары атамаларының яҙылышына кире ҡайтып, шуны әйтер инем. “Башҡорт” тип яҙыуҙан ғына башҡортлоҡ артмай бит. Башҡортлоҡ рухиәтебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереүҙә, балаларыбыҙҙы, ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙе милли рухта тәрбиәләүҙә, ҡәрҙәштәребеҙҙең заманса белем алып, яңынан-яңы үрҙәргә артылыуында, уларҙың етеш, мул тормошта йәшәүендә сағыла.
Республикабыҙҙың исемен “Башкирия” тип боҙоп яҙыу һәм һөйләү тураһында матбуғатта байтаҡ һүҙ булды. Ләкин хәл үҙгәрмәй, бөтә кимәлдә лә битарафлыҡ күрһәтелә. Мәскәүҙәргә ни һан, бит үҙебеҙҙә дәүләт органдары етәкселәренең, телевидение тапшырыуында ҡатнашыусыларҙың “Башҡортостан” тип әйтергә телдәре әйләнмәй. Тимәк, был йәһәттән милли рухлы вазифалы етәкселәр, депутаттар талапсанлыҡ күрһәтергә тейеш.


Автор: Рәшит ҮТӘЕВ. Баймаҡ ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


  1. Рияз
    Рияз от 17.05.2013, 12:59
    Мин Өфөлә 1975-1980 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетында уҡып йөрөгән замандарҙа, башҡалалағы һәммә юғары уҡыу йорттарынан тик беҙҙең университеттың ғына "Башҡорт" тигән атамаһы бар ине. Мәҫәлән, Өфө дәүләт ауыл хужалығы институты, Өфө дәүләт сәнғәт институты һ.б. Ысынлап та, уҡыу йорто ҡайҙа урынлашҡан, шуның исеме менән йөрөй. Ә бына университет ул үҙе берөү ине, Башҡорт АССР-нда, шуның өсөн ул Башҡорт дәүләт университеты тип аталды. Ә хәҙер инде "Башҡорт", "Башҡортостан" тигән аныҡлаусы һүҙҙәр, минеңсә, теләһә ниндәй университеттарға (улар күп тә инде!) ҡуллана алмайҙыр. Мәҫәлән, Авиация техник университеты - ниндәй "башҡорт", йәки ниндәй "Башҡортостан" университеты булыуы мөмкин һуң? Ул Рәсәйҙең Өфөләге университеты ла һа!

Комментарий өҫтәргә