Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Заман ауыр, тип зарланмайыҡ
Заман ауыр, тип зарланмайыҡЙәшлегеңдә тырыш булһаң, ҡартлығың тыныс булыр, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр. Был йәһәттән Өфөлә ғүмер итеүсе Тәнзилә Заһиҙулла ҡыҙы Туҡаева үҙен бик бәхетле тоя. Нәҡ ошо мәҡәлдә әйтелгәнсә, ғүмеренең көҙөндә уны бәхет ҡояшы йылы нурҙары менән иркәләй.

Балаларының ҡәҙер-хөрмәтенә генә ҡойоноп йәшәй ил инәһе, ире — ышаныслы терәк-таянысы, береһенән-береһе сибәр, аҡыллы ейән-ейәнсәрҙәре буй еткерҙе, һөйөп туймаҫлыҡ бүлә-бүләсәрҙәре лә өләсәләре янында өйөрөлә. Хәйер, хеҙмәт һөйөүсәнлеге арҡаһында йәш сағында ла Тәнзиләнең халыҡ араһында хөрмәте ифрат ҙур була.
— Әҙәм балаһы өлкәнәйгән һайын хәтирәләргә бирелеүсән, үткәндәрен байҡай, — тип башланы һүҙен Тәнзилә инәй. — Мин дә шулай уйымда ғына йәшлегемә йыш әйләнеп ҡайтам. Ә иҫләрлек, хәтер йомғағын һүтерлек нәмәләр бик күп, ул мәлдәр ныҡ һағындыра, әҙгә генә булһа ла ҡайтып әйләнге килә. Беҙ татыу йәшәнек, халыҡ бер-береһенә ихтирамлы була торғайны. Хәҙер ҡайһы берәүҙәр, беҙгә замана шундай ауырға тура килде, тип йыш ҡабатларға ярата, мин улар менән һис тә килешә алмайым. Һәр осорҙоң үҙ ҡыйынлығы, үҙ рәхәте. Бары тик егәрле булырға кәрәк.
Тәнзилә Туҡаева Көйөргәҙе районының Яҡут ауылында тыуып үҫкән. Атаһы һуғыштың тәүге көндәренән үк фронтҡа китә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уға тыуған төйәгенә әйләнеп ҡайтырға яҙмай, яу яланында башын һала. Ә апаһын Өфөләге 1-се республика мәктәп-интернатына (хәҙер Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты) уҡырға бирәләр. Тәнзилә иһә әсәһенең берҙән-бер таянысы була. Тиҫтерҙәре кеүек үк, ҡыҙ быуыны ла нығынып етмәйенсә, колхозға эшкә сыға. Тыуған ауылында мәктәпте тамамлағас, ветеринария техникумын бөтөрә, һөнәре буйынса эшләй. Тәнзиләнең бәләкәйҙән уҡытыусы булыу теләге уны баш ҡалаға алып килә, һәм ҡыҙ Өфө педагогия училищеһына уҡырға инә. Уны тамамлағас, йәш белгес уҡытыусы булып эшләй. Уға училище белеме генә аҙ тойола, шуға күрә Тәнзилә Туҡаева, береһенән-береһе бәләкәй өс балаһы булыуына ҡарамаҫтан, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. Барыһына ла өлгөрөргә кәрәк: эшкә лә, уҡырға ла. Ҡулына диплом алғас, Көйөргәҙе районының Мораптал урта мәктәбендә, һуңынан Өфөгә килгәс, коррекцион мәктәптә эшләй. Тәжрибәле уҡытыусы Тәнзилә Туҡаева бында эшкә ҡабул ителгәс, белем усағында тормош йәнләнгәндәй тойола. Төрлө түңәрәктәр алып бара ул, мәҙәни сараларҙы ла ҡыҙыҡлы итеп ойошторорға тырыша. Ғүмеренең 48 йылын уҡытыусылыҡ эшенә бағышлаған.
БДУ-ла уҡығанда студент ҡыҙ билдәле яҙыусы Баязит Бикбай ижады буйынса диплом эше яҙа. Күрәһең, яҡташ яҙыусыһының тормошон һәм ижадын тәрәнерәк өйрәнеү педагогка коррекцион мәктәптең музейында әҙипкә арналған мөйөш булдырырға булышлыҡ иткәндер.
Уҡытыусыны юҡҡа ғына үҙе янып, башҡаларға яҡтылыҡ өләшеүсе шәм менән сағыштырмайҙар. Ысынлап та, уйлап ҡараһаң, Рәсәй дөйөм мәғарифының маҡтаулы хеҙмәткәре, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, Башҡортостандың Почет грамотаһы менән бүләкләнгән Тәнзилә Туҡаева уҡытып сығарған уҡыусыларҙың иҫәбе-һаны юҡ. Ниндәй генә һөнәр һайламаған улар: араларында күренекле дәүләт эшмәкәрҙәре, танылған уҡытыусылар, ҡәләм оҫталары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре бар, башҡа төрлө һөнәрҙе үҙ итеүселәр ҙә бихисап. Хәҙер күптәре өлкән йәштә, уҡытыусыларының хәлен белешеп тора, байрамдарҙа ҡотлау сәләмдәре ебәрә.
Кеше тураһында фекер туплағың килһә, ул тәрбиәләп үҫтергән балаларына ҡара, сөнки бала — ата-әсәһенең көҙгөһө. Был йәһәттән дә Тәнзилә Заһиҙулла ҡыҙының йөҙө яҡты. Ул Сайран Дәүләтша улы менән сәскәләй матур өс ҡыҙ бала үҫтереп, тормош юлына аяҡ баҫтырған. Хәҙер барыһы ла үҙ ояларын ҡорған, етеш донъя көтә. Өлкән ҡыҙҙары Маргарита Сайран ҡыҙы Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Секретариатында эшләй. Маргарита Түләбаева һөйләүенсә, бәләкәйҙән әсәһен уларға башҡорт ҡыҙҙарына, ғөмүмән, ҡатын-ҡыҙға хас сифаттарҙы — тыйнаҡлыҡ, өлкәндәргә итәғәтле, иғтибарлы булыуҙы — күңелдәренә һалырға тырышҡан. “Ярҙам һорап килеүсе һәр кешегә әсәйемдең яҡты йөҙ күрһәтеүен иҫләйем, ваҡытым юҡ, тип кире бороп сығарыуҙы белмәне. Шуға күрә лә ҡайҙа ғына булмаһын, уны хөрмәт иттеләр. Башҡорт теленә һөйөү уятты, халыҡ өсөн йәшәгеҙ, илегеҙҙең патриоты булығыҙ, ти торғайны. Үҙебеҙ өлкәнәйһәк тә, ҡәҙерлебеҙ — беҙгә һәр саҡ өлгө”, — ти Маргарита Түләбаева. Маргарита менән Шамил Түләбаевтар Әлиә һәм Ләйсәнгә ғүмер биргән. Әлиә кейәүгә сыҡҡан, Нәркәс исемле ҡыҙ үҫтерәләр.
Бынан тыш, Тәнзилә менән Сайран Туҡаевтарҙың Рәмзиә, Зөлфиә исемле балалары бар. Рәмзиә Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығында эшләй, ул ире Шамил менән Юлиә исемле ҡыҙ тәрбиәләй. Зөлфиә — “Глобаль” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары. Улар ире Александр, улы Илһам менән өләсәләрендә ҡунаҡта йыш була.
Инәйҙең шиғыр яҙыуын да белдек, йырларға яратыуын ишетеп һоҡландыҡ. Тәнзилә менән Сайран Туҡаевтар йәш саҡта төрлө конкурста ҡатнашып, призлы урындар ҙа яулаған, спектаклдәрҙә уйнарға яратҡан.
Тәнзилә апай хәҙер ейән-ейәнсәрҙәрен, бүлә-бүләсәрҙәрен тәрбиәләү менән мәшғүл. Инәй балаларын башҡорт көй-моңдарына өйрәтә, тел нескәлектәренә төшөндөрә. Әйткәндәй, ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың барыһы ла музыка ҡоралдарында уйнай.
— Шөкөр, бәхетлемен, ғүмерем бушҡа үтмәне, итәғәтле балалар үҫтерҙек, эш урындарында һәр ваҡыт маҡталып торалар, — тип шатлана Тәнзилә Заһиҙулла ҡыҙы.


Автор: И. МӨХӘМӘТОВ. Өфө ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә