Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Минзәлә башҡорттары араһында нисә Герой булған?
Минзәлә башҡорттары араһында нисә Герой булған?Бөйөк Еңеүҙе тантаналы билдәләү, йылдан-йыл әҙәйә барған ҡаһарман ветерандарҙы, айырыуса Советтар Союзы Геройҙарын тәбрикләү, яу ҡырында башын һалған батырҙарҙы иҫкә алыу изге йола булып дауам итә.

Бөрйән районында һуғышҡа тиклем ни бары 10 037 кеше йәшәһә, 1941 йылдың июнь-декабрендә уларҙың 868-е фронтҡа юлланған. Тәүгеләре араһында — атайым Мөхәмәт-Рәхим Йәнғәлин, Ғәлимнас, Зәйнулла, Кәлимулла, Әбделғәни, Тайып бабайҙарым, Усман, Мәүлетҡол, Хәбибулла ағайҙарым. Атайымдың иң кесе ҡустыһы Миңлебайҙы фронтҡа 1942 йылда 18 йәшендә алғандар. Һуғышта ҡатнашҡан Йәнғәлиндәрҙән дүртәүһе генә ауылға әйләнеп ҡайта: атайым, Тайып бабайым һәм Мәүлетҡол менән Миңлебай ағайҙарым. Йәнғәлиндәрҙән алты яугир һуғышта башын һала. Хәбибулла ағайым 19 йәшендә генә һәләк була, Ғәлимнас бабайым хәбәрһеҙ юғала. Ҡалғандарының яҙмышын, ерләнгән урынын асыҡланым. Әсәйем яғынан һуғышҡа алынған Вара, Кәбир һәм Сәләхетдин ағайҙарҙың береһе лә һуғыштан әйләнеп ҡайтмаған.
Һуғыш мәүзиғы (тема — Ә.Й.) менән мин шәкерт саҡтан уҡ ҡыҙыҡһына башланым, халҡыбыҙ араһынан сыҡҡан батырҙарҙың исемен асыҡлау менән шөғөлләнәм. Күп йылдар әҙәбиәттә, матбуғатта “Бөйөк Ватан һуғышында 32 генә башҡорт, батырлыҡ күрһәтеп, Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған” тигән фекер йәшәп килде. Һуңынан йә 36, йә 39, йә 42 башҡорт Герой исемен алған, тип тарихсылар, журналистар ябай халыҡтың башын бутаны. Төрлө сығанаҡҡа, шул иҫәптән архив документтарына таянып, “Батырҙары күп халыҡ — ырыҫлы” тип аталған мәҡәләмдә мин Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 61 башҡортҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелеүен иҫбатланым. Үткән йылда Кушнаренко районының Әхмәт ауылында тыуған Фазылйән Әхмәметдиновтың һәм Благовар районының Яңы Абҙан ауылында донъяға килгән Ғилемхан Иҙрисовтың да башҡорт икәнлеге асыҡланды. Баҡалы районының Үҫтем ауылынан Талип Нурҡаев тигән батыр ҙа башҡорт булырға тейеш.
Ләкин һуғышта Татарстан, Силәбе, Ырымбур, Ҡурған, Һамар, Һарытау, Пермь башҡорттары, Ҡаҙағстанда көн иткән милләттәштәребеҙ ҙә ҡатнашҡан бит әле. Ырымбур өлкәһендә, мәҫәлән, бөгөн дә башҡорттар 135 ауылда көн күрә. Пермь крайында гәйнә башҡорттары 40 ауылда йәшәй. Улар тураһында беҙҙең төрлө белешмәлә мәғлүмәт бик аҙ, архивтарҙа иһә бөтөнләй юҡ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районына ҡараған Сабаҡлы ауылынан Хәниф Фәйзуллиндың һәм Ҡотлой ауылынан Йәғәфәр Әхмәтшиндең башҡорт икәнлеге асыҡланды. Ырымбур өлкәһенең Абдулла районындағы Яңы Яҡут ауылында донъяға килгән Әғзым Хәйретдинов та башҡорт булып сыҡты. Һуғышҡа ул 1943 йылдың майында алынған, 3-сө Белоруссия фронтында орудие командиры булып хеҙмәт иткән. Хәҙерге Латвияның Рудзе һәм Байтем ауылдары янында 1944 йылдың 7–16 авгусында барған ҡаты алыштарҙа ҡатнашып батырлыҡ күрһәткән. Советтар Союзы Геройы исеменә 1945 йылдың 24 мартында лайыҡ булған. Һуғыштан һуң тыуған ауылында колхозда эшләгән.
Силәбе өлкәһенән батыр Ибраһим Ғәзизуллиндың да башҡорт булыуы асыҡланды. Уның тураһында мәғлүмәттәр тарихи әҙәбиәттә бар. “Герои Советского Союза — казахстанцы” тип аталған тарихи очерктар йыйынтығынан Башҡортостанда тыуып үҫеп, Ҡаҙағстанда йәшәп, уҡып, шунан һуғышҡа алынған батыр Ғүмәр Миңлебаевты табып алдым.
Һуңғы ваҡытта Минзәлә башҡорттарының Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыуы менән ҡыҙыҡһынып, Ҡазанда нәшер ителгән “Герои Советского Союза — наши земляки” тип аталған өс томлыҡ документаль очерктар, тарихсы Л. Ханиндың “Герои Советского Союза — сыны Татарии” тип аталған хеҙмәте менән танышып сыҡтым, башҡорттарҙы эҙләнем. Ләкин 200-ҙән ашыу батыр араһынан бер башҡорт та булмай сыҡты. Хатта “Минзәлә башҡорттары” тигән һүҙ ҙә күренмәне.
Халҡыбыҙҙың айырылмаҫ өлөшө булған Минзәлә башҡорттары айырыуса Байлар, Бүләр, Мең, Гәрәй ҡәбиләләре, Ирәкте ырыуы башҡорттары бик борондан уҡ хәҙерге Татарстан биләмәһендә күп ауылдарға нигеҙ һалған. Байлар ҡәбиләһе башҡорттары, мәҫәлән, 61 ауылға, Бүләр ҡәбиләһе башҡорттары — 45, Гәрәй ҡәбиләһе башҡорттары һәм юрмыйҙар — 25, ирәктеләр — 12, Йәнәй башҡорттары 31 ауылға нигеҙ һалған һәм бөгөнгә ҡәҙәр шул ауылдарҙа, ҡалаларҙа көн күрә. Ләкин очерктарҙы яҙған тарихсылар менән журналистар был тарихи фактты йә белмәгән, йә белеп тә белмәмешкә һалышҡан.
Бөйөк Ватан һуғышында нисә Минзәлә башҡорто ҡатнашыуын, уларҙың нисәүһе Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булыуын тулыһынса белә алманым, сөнки улар тураһында беҙҙең архивтарҙа мәғлүмәт юҡ. Шуның өсөн 200-ҙән ашыу батыр араһынан уларҙы 1812–1814 йылдарҙа Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорттарҙың ауылдарынан эҙләнем һәм ниндәйҙер кимәлдә уларҙың башҡорт икәнен асыҡланым. Бына уларҙың ҡыҫҡаса исемлеге.
Баян Дәүләтов Аҡтаныш районының Аҙай (икенсе урында “Әзибай”) ауылында 1924 йылда донъяға килгән. Йәнәй ҡәбиләһе башҡорто. Фронтҡа 1943 йылдың майында алынған, Үҙәк фронтта хеҙмәт иткән. Уның ғәскәри төркөмө 1943 йылдың 22 сентябрендә беренселәрҙән Днепр йылғаһы аша сығып, йылғаның уң ярында барған ҡаты алыштарҙа ҡатнашҡан, 1943 йылдың 21 октябрендә батырҙарса һәләк булған. Советтар Союзы Геройы исеме уға 1943 йылдың 30 октябрендә бирелгән.
Хәсән Заманов 1912 йылда Аҡтаныш районының Күзәкә ауылында донъяға килгән. Ижевск ҡалаһында заводта эшләгән, һәм фронтҡа 1942 йылдың йәйендә шунан алынған. Днепр йылғаһын аша сыҡҡанда, Киев эргәһендә барған ҡаты алыштарҙа батырлыҡ күрһәткәне өсөн 1944 йылдың 10 ғинуарында уға Советтар Союзы Геройы исеме бирелгән.
Ибраһим Мурзин хәҙерге Лениногорск районының Шөгөр ауылында 1916 йылда донъяға килгән. Һуғышҡа 1942 йылдың июль айында алынған. Польшаны фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнашҡанда батырлыҡ күрһәткәне өсөн 1945 йылдың 10 апрелендә уға Советтар Союзы Геройы исеме бирелгән. 1945 йылдың ғинуарында батырҙарса һәләк булған.
Шул уҡ ауылдан Самат Саҙрыев, үҙенең хәрби төркөмө менән аяуһыҙ ут аҫтында 1943 йылдың 29 сентябрендә Днепр йылғаһы аша сығып, йылғаның уң яғында барған ҡаты алыштарҙа батырлыҡ күрһәткәне өсөн 1944 йылдың 3 июнендә Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған.
Шул уҡ Шөгөр ауылында 1918 йылда донъяға килгән Ислам Халиҡов та Днестр йылғаһы аша сыҡҡанда, фашистарҙан Бессарабияны азат итеүҙә ҡатнашып, батырлыҡ күрһәткәне өсөн 1945 йылдың март айында, һәләк булғандан һуң, Советтар Союзы Геройы исеме бирелгән. Батыр Одесса өлкәһенең Утенко ауылы эргәһендә барған ҡаты алышта 1944 йылдың авгусында һәләк булған.
Минзәлә районының Ургуҙә (Юғары Ҡыуаҙы) ауылында 1924 йылда донъяға килгән Ғатаулла Сәлихов фронтҡа 1943 йылдың февралендә алынған, снайпер булып хеҙмәт иткән, 40 фашисты юҡ иткән. Орлов өлкәһен фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнашҡан, шунда батырлыҡ күрһәткәне өсөн 1943 йылдың август айында Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған. Һуғыштан һуң батыр Мәскәүҙә йәшәгән һәм эшләгән. Ул — Мең ҡәбиләһенә ҡараған Һарайлы-мең ырыуы башҡорто.
Нәҡип Сафин Аҡтаныш районының Мерәҫ ауылында тыуған. Ул Гәрәй ҡәбиләһенә ҡараған Таҡталасыҡ ырыуы башҡорто булған. Һуғышҡа ҡәҙәр Иркутск өлкәһендә тимер юлда эшләгән, һәм фронтҡа 1941 йылдың июнендә алынған. Бүлек командиры булып хеҙмәт иткән. Днепр йылғаһының һул һәм уң яғында барған алыштарҙа батырлыҡ күрһәткәне өсөн 1943 йылдың декабрендә Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған. Һуғыштан һуң Ҡазанда йәшәгән һәм эшләгән. Ул — Гәрәй ҡәбиләһе башҡорто.
Ғәни Сафиуллин хәҙерге Әлмәт районының Иҫке Ҡәшер ауылында тыуып үҫкән. Был ауыл хәҙер юҡ инде. Унда Юрмый ҡәбиләһе башҡорттары көн иткән. Яңы Кәшер ауылы әле лә бар. Һуғышҡа ҡәҙәр батыр комсомол һәм фирҡә эшен башҡарған. 1941 йылда М.В. Фрунзе исемендәге Хәрби академияны тамамлаған. Фронтҡа 1941 йылдың июнь айында уҡ алынған, полк һәм корпус командиры булып хеҙмәт итеп, Днепр йылғаһы ярҙарында барған ҡаты алыштарҙа батырлыҡ күрһәткән. 1943 йылдың октябрендә генерал-майор Ғәни Сафиуллин Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған. Һуғыштан һуң генерал-лейтенант Мәскәүҙә, һуңынан Ҡазанда йәшәгән һәм эшләгән. 1973 йылдың октябрендә вафат булған.
Ғүмәр Хажимөхәмәтов 1906 йылда Минзәлә районының Яңы Биксәнтәй ауылында донъяға килгән. Бөгөн был ауыл юҡ инде, һыу аҫтында ҡалған. 9 йәшенән Кемерово өлкәһенең Анжеро-Суджанск ҡалаһында йәшәгән һәм эшләгән. Ул — Бүләр ҡәбиләһенең Мышыға ырыуы башҡорто. Фронтҡа 1941 йылдың ноябрендә алынған. Рота командиры булған. Витебск өлкәһендә барған ҡаты алыштарҙа батырлыҡ күрһәткәне өсөн 1944 йылдың июнь айында Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған. Һуғыштан һуң Дондағы Ростов ҡалаһында йәшәгән һәм эшләгән.
Әкрәм Хәйретдинов 1924 йылда Бөгөлмә районының Русская Бакла ауылында тыуып үҫкән, колхозда эшләгән, фронтҡа 1943 йылдың ғинуарында алынған. Хәрби моряк. Николаев ҡалаһын азат итеүҙә ҡатнашып батырлыҡ күрһәткән һәм шул уҡ йылдың 26 мартында сираттағы алышта һәләк булған. Советтар Союзы Геройы исеме 1945 йылдың 20 апрелендә бирелгән.
Хәлил Хәйруллин Минзәлә районының Күгәш ауылында 1920 йылда донъяға килгән. Ул — Мең ҡәбиләһенең Һарайлы-мең ырыуы башҡорто. Хеҙмәт юлын Мәскәүҙә бетон заводында башлай. 1941 йылдың сентябрендә Мәскәүҙән фронтҡа алынған, пулеметсы булып хеҙмәт иткән. Неман йылғаһының ике ярында ла барған ҡаты алыштарҙа батырлыҡ күрһәткәне өсөн 1945 йылдың 13 мартында ул Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған.
Ғәли Шәмсетдинов Минзәлә районының Ҡолош ауылында донъяға килгән, Байлар ҡәбиләһе Турай ырыуы башҡорто. Педагогия училищеһын тамамлағандан һуң Ҡазанда мәктәптә уҡытҡан. 1939 йылда Ульяновск ҡалаһында танк училищеһын тамамлаған. Фронтҡа 1941 йылдың июнендә үк алынған. Танк ротаһының командиры булып хеҙмәт иткән. Львов өлкәһендә барған ҡаты алыштарҙа батырлыҡ күрһәткән. 1944 йылдың июлендә сираттағы алышта һәләк булған. Советтар Союзы Геройы исеме уға 1944 йылдың сентябрендә бирелгән.
Нурулла (Нурмый) Шәрипов Сәрмән районының Ҡаҙаҡлар ауылында 1925 йылда тыуған. Ул — Мең ҡәбиләһенең Һарайлы-мең ырыуы башҡорто. Ауылда колхозда эшләгән. Фронтҡа 1943 йылдың август айында алынған. Дошмандан Польшаны азат итеүҙә ҡатнашып, 1944 йылдың 27 июлендә 19 йәшендә генә ҡаты алышта һәләк булған. Герой исеме 1944 йылдың сентябрендә бирелгән.
Фәтих Шәрипов Баулы районының Бәйрәкә ауылында 1921 йылда донъяға килгән. Һуғышҡа тиклем Бөгөлмә педучилищеһында уҡыған, мәктәптә эшләгән. 1941 йылда Ҡазан танк училищеһын тамамлаған. Һуғышҡа 1942 йылдың майында алынған. Танк ротаһы командиры. Воронеж фронтында булып, 1943 йылдың 23 сентябрендә үҙенең ротаһы менән беренселәрҙән Днепр йылғаһы аша сыҡҡан һәм, йылғаның уң яғында барған ҡаты алыштарҙа батырлыҡ күрһәтеп, 1944 йылдың 10 ғинуарында Герой исеменә лайыҡ булған. Һуғыштан һуң батыр Ленинградта йәшәгән һәм хәрби моряктар училищеһында эшләгән. Ул — Ҡырғыҙ ҡәбиләһенең Заһит ырыуы башҡорто.
Шулай итеп, һуңғы ваҡытта эҙләнеүҙәр арҡаһында Бөйөк Ватан һуғышында тағы 22 башҡорттоң Советтар Союзы Геройы булыуын, шул иҫәптән 14 Минзәлә башҡортоноң Герой исемен алыуын асыҡланым. Әгәр был һандарҙы алдағы 61 башҡорт батырына ҡушһаҡ, Бөйөк Ватан һуғышында 83 башҡорттоң Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булыуы тураһында һүҙ йөрөтә алабыҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872