Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Клубы ла эшләй, баҙары ла гөрләй
Клубы ла эшләй, баҙары ла гөрләйРайоныбыҙ уртаһындараҡ Бурлы тигән бик матур ауыл бар. Уны икегә бүлеп, йылға ағып ята. Яр буйында иһә мәғариф ветераны Зәйтүнә Әминеваның балалары мәсет һалды. Ауылыбыҙ тағы ла йәмләнеп киткәндәй булды.

Ике ҡатлы социаль-мәҙәни үҙәктә ауыл Советы хакимиәте, клуб, китапхана, милиция бүлексәһе урынлашҡан. Ихатаһы йәйҙәрен шау сәскәгә күмелә. Эргәһендә генә бәләкәй күл бар. Балалар өсөн уйын майҙансығы ла был тирәгә үҙенсәлекле йәм бирә. Ҡышын унда шыршы ҡуялар, һырғалаҡ эшләйҙәр, балалар рәхәтләнеп уйнай. Йәйен инде күл ап-аҡ ҡаҙ, өйрәктәр менән тула. Ҡарап тороуы күңелле!
Ауыл хакимиәтенең үтенесе, район етәкселегенең булышлыҡ итеүе һөҙөмтәһендә ауылдашыбыҙ, республиканың элекке торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Марат Шәймәрҙәновтың тырышлығы менән ауылға һыу, газ үткәрелде. Күп йылдар һыуһыҙ интеккән халыҡ бөгөн кинәнә. Ошо уҡ изге күңелле яҡташыбыҙ ярҙамында яҡты киләсәк өсөн ғүмерҙәрен аямаған Бөйөк Ватан һуғышы яугир∂әренә һәйкәл ҡуйылды. Ул ауылыбыҙға тағы ла мәртәбә өҫтәне. Ветерандарҙы шулай хөрмәт итеү бик хуп.
Мәҙәниәт йорто ла һәйбәт эшләй. Уның мөдире Римза Яҡупова менән художество етәксеһе Илвира Абдрахманова бының өсөн, әлбиттә, күп көс һала, һәр байрамға концерт әҙерләйҙәр. Йылдың-йылы Еңеү көнөндә ветерандарға хөрмәт күрһәтәләр: табын ҡоралар, открытка, бүләк тапшыралар. Йәштәр ҙә теләһә ҡайҙа буталып йөрөмәй, шунда бейей, күңел аса.
Мәктәп директоры Зөһрә Әхтәмова ла — эшенә етди ҡараған ханым. Уҡыусылар йәйен баҡсала картуф, кишер, һуған үҫтерә. Мәктәптең тракторы, аты, һыйыры бар хатта. Автобус иһә күрше ауыл уҡыусыларын дәрескә барып алып, ҡайтарып ҡуя. Уҡыусылар ҙа һынатмай: төрлө олимпиадаларҙа, конкурстарҙа ихлас ҡатнаша, алдынғы урындарҙы яулай.
Ауылыбыҙҙың, бәләкәй генә булһа ла, баҙар майҙансығы бар. Унда халыҡ һөт ризыҡтары, ит, йомортҡа менән һатыу итә, Күрше ауылдарҙан да сауҙаға киләләр.
Бынан тыш, ҙур булмаған алты магазин эшләй. Шуларҙың береһе хужалыҡ тауарҙары менән һатыу итә. Ни теләһәң, шул бар: цемент, буяу, шифер... Кешеләргә төҙөлөш материалы юллап алыҫ ҡалаларға бараһы түгел. Магазин хужабикәһе Фәрзәнә Ғибәҙуллинаға рәхмәтем айырыуса ҙур.
Почта етәксеһе Ләлә Хисаметдинова ла үҙ эшен лайыҡлы башҡара. Гәзит-журналды ваҡытында ҡулға алабыҙ. Нисә барһаң да, ул һәр саҡ йылмайып ҡаршы ала. Кеше газға, телефонға түләргә килгәндә, төш ваҡыты булһа ла, кире бороп сығармай.
Ауылыбыҙҙың ҡап уртаһындағы элекке колхоз идараһы бинаһы ғына ҡап-ҡараңғы булып, хәҙер күп йылдар йәнде әсендереп буш тора. Кешеләр баш дарыуы алыр өсөн дә районға барырға мәжбүр, ә шул бинала дарыухана ойошторһалар, һәләк яҡшы булыр ине бит! Өҫтәүенә, ун кеше ятырлыҡ дауахана ла асырға мөмкин. Фельдшер-акушер бар, район дауаханаһы тағы бер табип бирһә... Ауыл Советына ҡараған Ҡормантау, Яугилде, Ҡунаҡбай, Ерек ауылдары халҡы ла медицина ярҙамына мохтаж. Әле иһә фельдшер сит ауылдан ике сәғәткә генә килеп китә, шул сәбәпле балалар йыш ауырый, оло быуын вәкилдәре араһында иртә вафат булыусылар күбәйҙе.
Ауылыбыҙҙа төрлө милләт вәкилдәре йәшәй. Үҙ-ара татыубыҙ. Ауыл көндән-көн үҫә. Урындағы хакимиәт етәксеһе Ринат Хисмәтуллин беҙҙең хәстәрҙәр менән янып йәшәй, халыҡ өсөн тырыша.
Йәштәрҙең тыуған ауылында төпләнеүе – үҙе бер ҡыуаныс. Матур-матур йорттар һалып керәләр. Халыҡ тырыш беҙҙә. Борсоған мәсьәләләр ∂ә хәл ителә барһа һәм йәшәүе тағы ла еңелерәк булһа, Бурлы районыбыҙҙы матурлығы менән биҙәп, уңыштары менән шатландырып торор тигән өмөттәмен.

P.S. Photos of artists on the site http://www.fotoartis.org


Автор: Нажиә ИСМӘТОВА, тыл һәм хеҙмәт ветераны. Ғафури районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде

Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде 06.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде...

Тотош уҡырға 0

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне 06.05.2026 // Йәмғиәт

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда почта бүлексәләре эш графигын үҙгәртә

Башҡортостанда почта бүлексәләре эш графигын үҙгәртә 06.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың почта бүлексәләре 9 майҙа Еңеү көнөн билдәләүгә бәйле эш графигын үҙгәртә, тип ......

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы 06.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар 06.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар...

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров «Үлемһеҙ полк» акцияһына онлайн ҡушылырға саҡырҙы
Республикала бер айҙан ҡабанға һунар башлана

Республикала бер айҙан ҡабанға һунар башлана 05.05.2026 // Йәмғиәт

12 майҙан республиканың Экология министрлығында һунарсыларҙан рөхсәт ҡағыҙы алыуға ғаризалар ҡабул ......

Тотош уҡырға 1

Республикала Еңеү көнө уңайынан 68 ветеран түләү алды

Республикала Еңеү көнө уңайынан 68 ветеран түләү алды 05.05.2026 // Йәмғиәт

Йыл һайын түләү Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында хәрәкәттәге армияла хеҙмәт иткән йәки хәрби хәрәкәттәр ......

Тотош уҡырға 2

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла 05.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 2

Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана

Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана 05.05.2026 // Йәмғиәт

Был үҙгәрештәр һауа киңлеген файҙаланыу буйынса ғәмәлдәге сикләүҙәргә бәйле....

Тотош уҡырға 2

Республикала аномаль эҫе булыуы көтөлә
Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә

Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә 04.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә...

Тотош уҡырға 1


Комментарий өҫтәргә