Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ете тарафтан ете хәбәр
Бабич яугирҙәргә һоҡлана

Еңеү байрамы айҡанлы халыҡты Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич та ҡотланы.
Уның тәбрикләү хатында былай тиелә: “Илебеҙҙә һуғыш еле ҡағылмаған ғаилә юҡ. Быларҙың барыһы ла — беҙҙең тарихыбыҙ, ә Еңеү көнө — һәр кешенең шәхси байрамы. Ҡаһарман ветерандарыбыҙ алдында ихтирам менән баш эйәбеҙ. Уларҙың күбеһе, оло йәштә булыуына һәм сирләүенә ҡарамаҫтан, әлегәсә сафта, сөнки ауырлыҡтар алдында баҙап ҡалырға күнекмәгәндәр. Сал сәсле яугирҙәребеҙ йәмәғәт эшендә ҡатнаша, йәштәр менән осраша, тәьҫораттарын уртаҡлаша. Был шәхестәрҙе хаҡлы рәүештә еңеүселәр быуыны тип йөрөтәләр”.

Баш ҡалабыҙ ситтә ҡалманы

Сталинград һуғышында фашист илбаҫарҙарын тар-мар итеүгә — 70, өс тапҡыр Советтар Союзы Геройы, авиация маршалы Александр Покрышкиндың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан ойошторолған “Рәсәй яҙмышы — минең яҙмышым” тигән сарала ҡатнашыусылар 20 мартта Мәскәүҙән юлға сыҡҡайны. Маршрут Рәсәйҙең хәрби данға эйә ҡалалары буйлап үтә.
Туҡталыштар исемлегендә Өфөнөң булыуына аптырайһы түгел. Республикабыҙ — еңеүҙе яҡынайтыуға ҙур өлөш индергән төбәктәрҙең береһе. Өфөлә фронт өсөн ҡорал етештерелгән. Башҡортостан, ғөмүмән, ныҡлы тыл булған. Ҡорал тотоп, Тыуған илде дошмандан азат итеүгә 700 меңдән ашыу яҡташыбыҙ күтәрелгән, уларҙың 300 меңдән ашыуы һәләк булған. Автосәйәхәттә ҡатнашыусылар, 9 Май алдынан Өфөлә туҡтап, Еңеү паркындағы мемориалға сәскә гөлләмәләре һалды, ветерандар менән осрашты.

“Мин тере!”

Яҡташыбыҙ Ольга Старикованың ошондай исемле фильмы 20 – 24 майҙа Нью-Йоркта үтәсәк “Евразия төнө” фестивалендә ҡатнаша.
Автор был картинала йәмғиәтте борсоған социаль мәсьәләләрҙе күтәрә — аҡсаһыҙлыҡ, ғәмһеҙлек һәм битарафлыҡтың сәбәптәрен асыҡларға тырыша. Ольга Старикованың тәүге ижад емеше, Бөтә Рәсәй фестивалендә юғары баһаланып, “бер атыуҙан сәпкә тейеүе” авторҙың фекерләү даирәһе киң булыуы тураһында һөйләй. 38 режиссер араһынан тап уның эше еңеп сыҡҡан. Тиҙҙән яҡташыбыҙ АҠШ-ҡа юлланасаҡ. Уға ижади уңыштар теләйек.

Гармун байрамы саҡыра

16 – 17 майҙа Яңауылда етенсе тапҡыр Фәтих Иҡсанов исемендәге “Моңға бай гармун байрамы” республика фестивале үтәсәк. Әле һайлап алыу туры бара. Байрамда музыканттар ғына түгел, гармун эшләү оҫталары ла ҡатнаша.
Сығыш яһаусыларҙың оҫталығын Башҡортостандың халыҡ артисы Миңләхмәт Ғәйнетдинов, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Владимир Суханов, “Венский Вальс” халыҡ-ара конкурс-фестивалендә Гран-при яулаған Фирҙүс Шәрәфуллин, Башҡортостандың халыҡ артисы Хәлит Фәтихов һәм башҡа сәхнә оҫталары баһалаясаҡ. Быйыл Гран-при эйәһен 30 мең һумлыҡ аҡсалата бүләк көтә. 17 майҙа Яңауыл ҡалаһының ял һәм мәҙәниәт паркында гармунға һәйкәл асыласаҡ.

Йәрминкәгә — эш эҙләп

Ҡала халҡы Интернет селтәре йә матбуғат баҫмалары аша эш эҙләргә күнеккән. Ауылдағылар иһә мәшғүллек үҙәктәренә нығыраҡ ышана. Шуға ла вакансиялар йәрминкәһенә кеше күп йыйыла.
Әле Федоровканың үҙәк район дауаханаһына табиптар һәм электриктар кәрәк, юл төҙөү-ремонтлау идаралығына машинист, юл мастеры һәм тракторсы етмәй. Шулай уҡ социаль хеҙмәткәрҙәр талап ителә. Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары тәҡдим иткән эш урындары ла байтаҡ. Уларға бухгалтер, ат ҡараусы һәм тракторсылар кәрәк. Сираттағы йәрминкәлә йәмғеһе 61 вакансия тәҡдим ителде. Сарала 70-тән ашыу кеше ҡатнашты, уларҙың 18-е эшле булды.

Детектив яҙырға була


Ике кешене үлтереүҙә ғәйепләнеп, Мәскәүҙәге “Матросская тишина” изоляторында ултырған Олег Топалов ниндәйҙер мөғжизә менән ҡасҡайны. Бының өсөн ул ултырған камераһының түбәһендә, йәнәһе, ҡалаҡ менән тишек эшләгән.
Ҡасҡын менән бергә ултырған башҡа ете кеше үҙ урындарында ҡалған. 32 йәшлек Олег иһә, 2011 йылдан бирле ултырғас, моғайын, “ялҡып киткәндер”. Бәлки, был ваҡыт, танышлыҡ булдырып, ҡасыу планын ҡорорға ла ҡулай тура килгәндер. Әлбиттә, енәйәтсене тоттолар. “Матросская тишина” төрмәһендә әле тикшереү эштәре бара. Олег — һуңғы тиҫтә йыл эсендә был учреждениенан ҡасҡан дүртенсе кеше.

Тотҡонда — 10 йыл


АҠШ-тың Кливленд ҡалаһында өс ҡатынды урлаған кешеләрҙе ҡулға алғандар. Енәйәтселәрҙең өсөһө лә — бер туған ағалы-ҡустылылар.
Ун йыл элек ғәйеп булған ҡатындарҙың береһе Аманда Берр, бәхетле осраҡ арҡаһында ғына полицияға шылтыратып, үҙенең ҡайҙалығын белгерткән. Урланғанда уға 16 йәш була. Джина Диезус — 2004 йылда 14 йәшендә, Мишель Найт 2000 йылда 20 йәштә сағында урлана. Әле ҡатындарҙың барыһы ла дауаханала. Улар туғандары менән күрешеү бәхетенә өлгәшкән.


Автор: “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы, район гәзиттәре, үҙәк баҫмалар, Интернет мәғлүмәттәрен файҙаланып, Л. НУРЕТДИНОВА әҙерләне.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә