Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һағындыра йәшлегем ҡалаһы
Һағындыра йәшлегем ҡалаһыБейек үлән араһындағы ялан юлынан ат талғын ғына юрта. Томан аша ҡаланың бейек торбалары, унан берәм-һәрәм ҙур йорт түбәләре күренә башланы. Бәләкәймен әле, күп булһа, алты-ете йәштер, Дәүләкән баҙарына йыйынған атай-әсәйемә эйәргәйнем. Бындай оҙон сәфәргә тәүгә сығыуым.

Ҡояш яңы ҡалҡып килә, йоҡо туймаһа ла, түҙәһең — баҙарға таңдан ҡуҙғалалар. Ара әллә ни йыраҡ та түгел, ун биш саҡрым тирәһелер, ат юрттырып барһа, бер сәғәтлек инде. Ҡалаға ла еттек, өйҙәрҙең күплегенә, матур итеп йоморо таш түшәлгән урамдарға иҫем китте. Ә үҙәктәрәк урынлашҡан бейек таш йорттарға, күккә олғашып торған элеватор бинаһына бөтөнләй хайран ҡалдым. Дәүләкән баҙары тирә-яҡта элек-электән дан тотҡан. Кешеләрҙең күплегенә, тауарҙың төрлөлөгөнә, магазиндарҙың байлығына йәнә бер аптыраным.
Алып барған әйберҙәрҙе һатып, өй кәрәк-ярағы, күстәнәс тейәп, кискә табан ғына ҡайттыҡ. Был сәйәхәт күңелемдә юйылмаҫ эҙ, онотолмаҫ хәтирә ҡалдырҙы. Шул ваҡыттан ҡала тормошомда ҙур урын алды, артабанғы яҙмышым уның менән бәйләнде. Ауылда башланғыс белем алғас, Дәүләкәндәге 3-сө мәктәптә уҡыным, интернатында йәшәнем. Беҙгә, әле генә өйөнән айырылған балаларға, таштан һалынған ике ҡатлы бина ифрат ҙур, тылсымлы белем һарайылай күренде. Ә уҡытыусылар ысын-ысындан үҙ эшенең оҫтаһы ине. Улар белем биреп кенә ҡалманы, тормошта дөрөҫ йәшәргә, ҡаршылыҡтарҙы еңеп, алға барырға ла өйрәтте. Ш. Ҡәйүпова, М. Үтәғолов, В. Туҡаева, Р. Хәкимова, Р. Фәтҡуллина, М. Мөсәлләмов, Р. Фәтхетдинов һәм башҡа уҡытыусыларҙы йылы тойғолар менән иҫкә алам. Мәктәбебеҙ тирә-яҡта алдынғы һанала ине, әле лә уның ҙурайыуына, матурланыуына ҡыуанам.
Армияға ла ошо ҡаланан киттем, йыр, гармун тауышына күмелеп, моңһоу ғына оҙатып ҡалды ул. Ике йылдан ҡайтып төшкәс, вокзал бинаһының, өйҙәрҙең тәпәшәйеп ҡалыуына бик ғәжәпләндем. Улар, әлбиттә, шул килеш һаҡланған, мин генә бер аҙ буйға үҫеп, нығынғанмын икән. Шунда уҡ комсомол хәрәкәтендә, мәҙәниәт, спорт сараларында ҡатнаштым, йәмәғәт тормошоноң гөрләп торған сағы ине. Мәҙәниәт һарайҙары сәхнәһендә йыш сығыш яһаныҡ, тамашасыларҙың ихлас ҡул сабыуы, смотрҙарҙа беренсе урындарҙы алыу күңелле була торғайны. Спорт ярыштарында ла йыш ҡатнашып, приздар яулай инек. Мөхәббәтемде лә Дәүләкәндә осраттым, тәүге хистәргә иҫереп, яҙ сәскәгә төрөнгән, ҡыш ап-аҡ сафлыҡҡа күмелгән ҡала урамдарынан оҙаҡ йөрөй торғайныҡ. Хәҙер унда балаларым, ейән-ейәнсәрҙәрем, туғандарым, таныштарым, дуҫтарым йәшәй. Үҙем дә заманында Дәүләкәнгә күсергә бер нисә тапҡыр уҡталдым, ләкин ата-бабам нигеҙен ташлап китергә намыҫым етмәне. Шулай ҙа үкенмәйем, алыҫтағы ҡояш эҫерәк була тигәндәй, һәр ваҡыт ҡаланың нурҙарына ҡойоноп йәшәйем, ундағы һәр кешене ихтирам итәм.
Был төбәктә элек-электән төрлө милләт кешеләре дуҫ һәм татыу йәшәй. Ғөмүмән, ҡала халҡы һәр кемгә ихтирам күрһәтеүе менән айырылып тора, асыҡ күңелле. Тарихы ла бай, ҡала тураһында әҙәбиәтебеҙ классиктары ентекле яҙып ҡалдырған. Мәҫәлән, күренекле яҡташыбыҙ Әмирхан Еникиҙең "Һуңғы китап" әҫәрендә ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бар. Ғөмүмән, Дәүләкән электән үк яҙыусылар, шағирҙар төйәге һаналған, уҙған быуаттың 30 — 50-се йылдарында педагогия техникумының ошонда булыуы ла сәбәпселер. Шиғриәт кисәләре, яҙыусылар менән осрашыуҙар йыш уҙғарыла ине. Мәшһүр Мостай Кәрим, әҙәбиәтебеҙ остазы Назар Нәжми, фронтовик шағир Муса Ғәли, лирика оҫтаһы Рафаэль Сафин, шиғриәт һәм драматургия йондоҙо Әнғәм Атнабаев, ижады менән заманыбыҙҙы күтәреп барыусы Рауил Бикбаев һымаҡ әҙиптәрҙе күреп, шиғырҙарын әҫәрләнеп тыңларға насип булды. Сәхнәләренән артистарыбыҙҙың спектаклдәрен ҡарап, туғандаш ике республика йырсыларының моңло тауышын тыңланыҡ, бының менән үҙемде бәхетле һанайым.
Элегерәк атҡа йәки йөк машинаһына ултырып, һуңынан автобус менән район үҙәгендәге тамашаларға йыш йөрөй торғайныҡ. Халыҡтың сәнғәткә мөкиббән бирелгән йылдары ине. Әле лә ҡалабыҙҙа сәнғәт саралары йыш уҙғарыла, хәҙер һирәгерәк йөрөлһә лә, һәр береһе менән ҡыҙыҡһынып, танышып торам, уларҙың бөтөнләй икенсе шарттарҙа, заман кимәлендә уҙғарылыуы шатлыҡлы. Яҡын-тирәләге халыҡҡа мәҙәниәт үҙәге булып торған өсөн ҡалабыҙға мәшһүр Ғабдулла Туҡайҙың һүҙҙәрен саҡ ҡына үҙгәртеп: "Эй, ҡала, нурлы ҡала, йырлы ҡала, моңло ҡала!" — тип өндәшке килә.
Дәүләкән көндән-көн йәшәрә, яңыра, күркәмләнә, яңы биҫтәләр барлыҡҡа килә, йәштәр күп, бөтә ерҙә — таҙалыҡ, бөхтәлек. Ҙур ҡалаларҙағы кеүек ығы-зығы, ашығыусы юҡ. Элегерәк эш буйынса йыш барыла ине. Бер аҙ борсолоп та, шикләнеп тә ҡаҡҡан ишектәр артында изгелекле, ярҙамсыл кешеләр ултыра булып сыҡты, улар бер генә һорауымды ла яуапһыҙ ҡалдырманы, ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итергә тырышты. Беренсе тапҡыр атҡа ултырып барған көндән һуң бик күп ваҡыт уҙҙы. Үҙгәреш кисермәгән бер нәмә лә юҡ: ер ҙә, донъя ла, кешеләр ҙә, ҡалабыҙ ҙа үҙгәрҙе, әммә уның эске рухы элеккесә ябай килеш ҡалды. Яҡында ғына булһа ла, төнгө уттары балҡып күренеп торһа ла, һағындыра йәшлегем ҡалаһы. "Артабан да кешеләргә изгелек, йылы, яҡтылыҡ өләш, Дим буйындағы ҡала!" — тип өндәшке килә.


Автор: Рауил ДӘҮЛИЙӘРОВ. Дәүләкән районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә