Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үткәндәр — киләсәк өсөн
Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына 65 тыл ветеранының иҫтәлектәрен туплап, "Һуғыш балалары — тарих яралары" тигән йыйынтыҡ әҙерләгәйнем. Уны Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәте баҫтырып сығарғас, күп хат алдым. Шуларҙың береһен Өфө районының Ҡарлыман ауылынан хаҡлы ялдағы уҡытыусы Любовь Ғәзи ҡыҙы Исмәғилева яҙған.

"...Баһалап бөткөһөҙ ҡәҙерле китап йәш быуында Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләүҙә лайыҡлы урын аласаҡ. Ул һәр уҡытыусының өҫтәл китабына әйләнергә тейеш. Башланғыс кластарҙа эшләйме, тарихтан, әҙәбиәттән, Башҡортостан мәҙәниәтенән йәки башҡа фәндәрҙән уҡытамы — ошо китап буйынса класс сәғәттәре үткәрергә мөмкин. Еңеүҙең ниндәй хаҡ менән яуланғанын, әле нығынып та өлгөрмәгән балалар, көсһөҙ ҡатын-ҡыҙ һәм хәлһеҙ ҡарттар иңенә күпме ауыр йөк ятҡанын тарихи иҫтәлектәр аша күрергә була. Ниндәй генә ҡыйынлыҡтар, һынауҙар кисермәһен, улар Ватанға тоғро ҡалғандар, рухтары һынмаған. Аслыҡтан интекһәләр ҙә, өшөп-туңһалар ҙа, көстәрен йәлләмәй, Бөйөк Еңеүгә үҙ өлөштәрен индергәндәр. Был хаҡта йәш быуын оноторға тейеш түгел.
Һеҙҙең "Һуғыш балалары — тарих яралары" тигән документаль иҫтәлектәрҙән торған китабығыҙҙы күҙ йәшһеҙ уҡыу мөмкин түгел, шуға ла уның менән күберәк халыҡ танышһын өсөн урыҫ теленә лә тәржемә итергә кәрәк, тип уйлайым.
16 июнь, 2011 йыл".
"Был китапты ҡайҙан табырға була?", "Беҙҙең яҡтарға ла килеп сыҡһағыҙ ине, әсәйемдең (өләсәйемдең) дә һөйләр һүҙҙәре күп", — тип шылтыратыусылар ҙа байтаҡ.
Әле арабыҙҙа ҡан һәм күҙ йәштәре менән яҙылған үткәнебеҙҙе хәтерләгән быуын барында киләсәк өсөн шул заман кешеләренең күргән-кисергәндәрен, Бөйөк Ватан һуғышының тарихыбыҙҙа ниндәй фажиғәле эҙҙәр ҡалдырғанын яҙып алыу — оло бурысыбыҙ. Шул изге ниәттән сығып, "Һуғыш балалары — тарих яралары" китабының икенсе өлөшөн әҙерләргә уйланым. Был юлы Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына 70 тыл ветеранының иҫтәлектәре тупланасаҡ. Әле йыйынтыҡҡа ҡулъяҙмалар йыйыла. Бөгөн, оло Еңеү байрамы алдынан, "Башҡортостан" гәзитен уҡыусылар иғтибарына шуларҙың бер нисәһен тәҡдим итергә булдым.

"Һуғыш бөткән, атайым ҡайтмай барыбер"

Тәнзилә Хәбибрахман ҡыҙы Латипова (1929 йылдың 18 авгусында Ҡырмыҫҡалы районының Ҡырмыҫҡалы ауылында тыуған, һуғыш башланғанда 11 йәштә булған):
— Биш бала инек. Әсәйебеҙ Миңлебикә, һуғыш башланған йылды бишенсе сабыйын тапҡас, сирләп үлде. Яҙ көнө ике айлыҡ ҡына бала ла вафат булды. Минән өс йәшкә бәләкәй Миңнулла ҡустым, шунан аралары тағы икешәр йәш кенә булған Ҡасим, Вәсим туғандарым менән етем тороп ҡалдыҡ.
Атайыбыҙға 1942 йылда повестка килде. Өйләнеп, беҙҙе үгәй әсә ҡулына ҡалдырып китте ул.
Үгәй әсәйҙең үҙенең ике ҡыҙы, әсәһе бар. Барыһының да тамағын туйҙырырға кәрәк. Миңнулла туғаным менән мине хәйер һорашырға сығарып ебәрә. Хәйерселәп алып ҡайтҡан нәмәләребеҙҙе улар ултырып ашай, ә беҙ ҡарап торабыҙ. Быймабыҙҙың төбө юҡ, табан өшөй, яланаяҡ тиерлек йөрөйбөҙ. Яҙ башаҡ йыябыҙ.
Атайыбыҙҙың Ғәйнинур исемле һеңлеһе бар ине. Еҙнә һуғышҡа китеп үлгән. Ике балаһы менән тороп ҡалған апайыбыҙҙың үҙенә лә йәшәүе ауыр — беҙҙе ала алмай. Шулай ҙа атайыбыҙҙың бер туған ағаһы Фәйзрахман бабай Миңнулла ҡустымды балалар йортона урынлаштырҙы. Үгәй әсәй ҡулында тағы ике туғаным менән мин ҡалдыҡ.
Ғәйнинур апай ҡайһы саҡ, үҙ балаларының ауыҙынан өҙөп, Ҡасим менән Вәсимгә тип ризыҡ биреп ебәрә. Ҡасим ҙурыраҡ булғас хәйер һораша, Вәсим мейес башында ғына ултыра ине. Кейергә кейем, ашарға ризыҡ юҡ.
Бер көн мин дә хәйер һорашып ҡайтып килһәм, ҡатын-ҡыҙҙар өйҙән нимәлер күтәреп алып сығып бара. Өйгә кереп, тиҙ генә мейес башын ҡараным — Вәсим юҡ. Күршелә атайыбыҙҙың бер туған апаһы Ғәтиә инәй тора ине. Уларға инеп: "Вәсим өйҙә юҡ, ҡайҙа булған икән?" — тип һораным. "Эй, балаҡайым, күрмәнеңме ни, зыяратҡа алып киттеләр бит. Астан үлгән", — тине.
Икенсе күршелә йәшәүсе Мәрйәм инәй: "Бында ҡалһаң, һин дә үләһең, балам, кит ауылдан, ҡалаға бар. Килеп һораһалар, атайыңдың һуғышҡа киткәнен әйт, әммә үҙеңдең ҡайҙан икәнеңде әйтмә, юғиһә кире ауылға ҡайтарырҙар. Бар ҙа кеше күренгән ерҙә тик тор. Шунан һине милицияға алып китерҙәр", — тип кәңәш бирҙе.
Тишек быйма менән өшөп йөрөгәнгә бик сирләй инем. Ысынлап та, Мәрйәм инәй әйткәнсә булды, милиция алып китте. Ҡустымды ла бер апайыбыҙ үҙенә алып, аҙаҡ балалар йортона биргән. Әгәр яҙмышыбыҙҙа ошондай изгелекле кешеләр осрамаһа, кәңәштәре менән ярҙам итмәһә, беҙ ҙә үлгән булыр инек. Хәйер, былай ҙа мин ярым тере, ярым үлек инем. Өшөп йөрөү арҡаһында ике аяҡһыҙ, ике ҡулһыҙ булып дауаханала ла яттым. Табиптарға рәхмәт, һуғыш ваҡыты тип тормай, дауаланылар. Шулай итеп, бер йыл үтте.
Ҡул-аяғым хәрәкәтләнә башлағас, ҡайҙалыр алып киттеләр. Бер тәүлек пароход менән барҙыҡ. Унда бер-ике ай тирәһе булдыҡ. Шунан Мәскәүҙән килделәр ҙә беҙҙе тағы поезға ултыртып алып киттеләр. Ике поезд тап килгән дә, юлда алты тәүлек торҙоҡ. Асбыҙ. Саҡ барып еттек. Бер вагон кешене туҡыу фабрикаһына килтерҙеләр. ФЗО-ла бер-ике ай өйрәттеләр. Әҙ генә ашаталар. Артабан — тағы балалар йортона. Владимир өлкәһенең Суздаль ҡалаһында булдыҡ.
Мине йәнә дауаханаға һалдылар. Фәриҙә Исламова исемле бәләкәй генә ҡыҙыҡай бар ине, мине апайым тип йөрөттө. Йөрәк сирле ине, бахыр, шунда үлде.
Дауаханала ла күрмәгәнемде күрҙем. Ржевтан Аня Лапшова тигән ҡыҙ ятты. Һуғыш башланғанда еләк йыйырға барған булған, шунда эргәһендә снаряд шартлап, бер аяғы өҙөлгән. Протез һәм ҡултыҡ таяғы менән йөрөнө. Унынсы класта уҡыған Володя Румянцев тигән малайҙың ике ҡулының да суғы юҡ ине. Эсәктәре теткеләнеп бөткән булған. Ул да үлде.
Ә миндә һөйәк туберкулезы таптылар. Тәнем серей башлаған булған. Шулай итеп, һуғыш буйына тиерлек дауаханаларҙа яттым. Бер ваҡыт иртән "Һуғыш бөттө!" тип белдереү яһанылар. Госпиталдәге кешеләрҙең барыһы ла йырлаша, илаша. Ә мин койка аҫтына керҙем дә яттым. "Һуғыш бөткән, атайым ҡайтмай барыбер", — тим икән. Һалдаттар, табиптар, шәфҡәт туташтары миңә ҡарап, йәлләп илай. Бер хәбәр ҙә алмағас, атайымдың үлгәнен ҡайҙан белгәнмендер?!
Аҙаҡ "хәбәрһеҙ юғалды" тигән хаты килде. Атайым менән 1942 йылда һуғышҡа бергә киткән Харрас ағай һуңынан шуны һөйләне: "Нишләп хәбәрһеҙ юғалһын, ти? Сталинград янында үлде. Алышҡа ингәндә яраланған. Мин уны ат менән госпиталгә илтеп ҡуйҙым. Кире боролоп ҡайтҡанда күрҙем: госпиталдең өҫтөнә генә снаряд төшөп шартланы. Бөтәһе лә шунда үлгәндер..."
Туғандарымдың ҡайҙа икәнен дә белмәй инем. Һуғыштан һуң ятаҡта бергә торған ҡыҙ менән хат яҙып, эҙләп, Ҡасимды таптыҡ. Ул Владимирҙа мотор заводы төҙөлөшөндә эшләгән. Аҙаҡ яныма килде, осраштыҡ.
1953 йылда Башҡортостанға ҡайтып, Өфөлә йәшәй башланым.

"Ике йылға яҡын ай һайын ҡан бирҙем"

Орҡоя Хөсәйен ҡыҙы Ғәлиәхмәтова-Хәбибуллина (1926 йылдың 17 ғинуарында Дүртөйлө районының Минеште ауылында тыуған. Һуғыш башланғанда 15 йәштә булған):
— Һуғыш башланғанда һигеҙенсе класты бөткәйнем. Борай районының Салҡаҡ ауылына йөрөп уҡыныҡ. Туғыҙынсы класҡа бара алманым. Ғаиләлә алты бала инек, мин — бишенсеһе. Өфөлә Зәкиә исемле бер туған апайым йәшәне, ул үҙенең өс балаһы янына мине лә саҡырып алды. Аксаков урамындағы 33-сө йортта торалар ине. Улар — беренсе ҡатта, ә икенсе ҡатта радиокомитетта рәйес булып эшләүсе Лотфый ағай Ғәҙелов йәшәй. Аралашып йөрөйҙәр. Радиокомитетта машинистка булып эшләгән Нәзирә исемле апайҙы заводҡа алғандар икән. Лотфый ағай уны кире һорап ҡайтарған, миңә кеше кәрәк тип. Шуның ярҙамсыһы итеп мине лә эшкә алды. Нәзирә апай хәреф йыйырға өйрәтте. Тапшырыуҙар башҡортса, урыҫса, татарса бара ине.
Йырсы Диана Нурмөхәмәтованың матур, йәш сағы. Тома һуҡыр баянсы Мортаза Зарипов менән радионан тура эфирҙа йырлайҙар. Ул саҡта Радиокомитет хәҙерге главпочтамттың иң өҫкө ҡатында урынлашҡайны.
Бында эшләүселәргә СП2 категорияһындағы карточка бирәләр ине. Шуның буйынса төшкө аш ашап киләбеҙ. Биргәндәре — кәбеҫтә һыуы, ите лә, бәрәңгеһе лә юҡ. Ҡайһы саҡта селедка була. Уны мин бөтөнләй яратмайым. Омлет биргеләйҙәр. Американан ярҙамға тип ебәрелгән йомортҡа һарыһының порошогынан эшләйҙәр, тип әйтәләр ине.
Апайымдарға Ленинградтан эвакуацияланып килгән бер ғаиләне кереттеләр. Уның ҡатыны ҡан тапшыра торғайны. Бер көндө миңә лә: "200 грамм ҡан бирһәң, 200 һум аҡса алаһың!" — тине. Шулай итеп, уға эйәреп, мин дә ҡан бирә башланым. Айына бер тапҡыр барам. Ҡан тапшырғас, аҡ икмәккә май яғып, шәкәрле сәй эсереп сығаралар. Һуғыш ваҡытында аҡ икмәкте күргән дә юҡ бит инде. Шул рәүешле ике йылға яҡын донор булып йөрөнөм.
Халыҡ астан интекмәһен, үҙ көнөн үҙе күрһен, тигәндәрҙер инде, ер бүлеп бирәләр ине, шунда кешеләр бәрәңге сәскән була. Ауылда әсәйҙәр фронтҡа шул бәрәңгене киптереп ебәрә. Һарғылт ҡына булғандарын айырым тоҡсайға һалалар, ә көйөп киткәндәрен балаларға ҡалдыралар.
Һуғыш бөткәнен былай ишеттем. Унан алдағы көндә театрға барғайныҡ, һуң ғына ҡайтып яттыҡ. Иртәнге 6-ла Ғәҙелов ағай беҙгә килеп инде лә: "Һуғыш бөткән. Тапшырыу ойошторорға кәрәк. Диана менән Мортазаға барып кил инде", — тине. Мин уларға йүгерҙем. Диана Нурмөхәмәтова йырланы, Мортаза Зарипов баянда уйнаны. Ғәҙелов ағай бик күңелһеҙ ине, сөнки малайы һуғышта үлгәйне.
Диана Нурмөхәмәтова ла илай, иремде үҙебеҙҙең табиптар госпиталдә үлтерҙе, тип әрней. Һигеҙ айлыҡ ҡына ҡыҙҙары ла үлгән булған.
Шулай итеп, һуғышта еңеүебеҙ оло байрамға әйләнһә лә, күптәр өсөн ул мәңге уңалмаҫлыҡ яра, һағыш булып ҡалды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 131

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 480

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 118

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 926

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 691

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 269

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 590

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 971

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 452

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 528

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 353

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 536