Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ете тарафтан ете хәбәр
Вәт һиңә, такси!

АҠШ-тың Көньяҡ Каролина штаты полицияһы бер мут ҡатынды ҡулға алған: һуңғы һигеҙ йыл эсендә ул өйөнә йөҙҙән ашыу тапҡыр “ашығыс ярҙам” хеҙмәтен саҡыртҡан, ләкин...
51 йәшлек Одри Фергюсон Чарльстон ҡалаһынан 50 километр алыҫлыҡта, бәләкәй генә утарҙа йәшәгән. Асыҡланыуынса, йыш ҡына “ашығыс ярҙам”ға мөрәжәғәт иткән, ә ҡала дауаханаһына килеп еткәндән һуң, “хәлем күпкә яҡшырҙы” тип, сығып һыҙырға ашыҡҡан. Тикшерә башлағас, уның медицина хеҙмәткәрҙәрен такси урынына ҡулланыуы билдәле булған. Хәҙер Одри ханымға был һигеҙ йыл өсөн иҫәпләшергә – хеҙмәттең хаҡын түләргә тура киләсәк.

Улар – үлемһеҙ

Быйыл Еңеү байрамында Мәскәүҙә һәм Рәсәйҙең тағы бер нисә ҡалаһында “Үлемһеҙ полк” акцияһы ойоштороласаҡ.
Унда һәр теләгән кеше ҡатнаша ала, бары тик Бөйөк Ватан һуғышында булған, Бөйөк Еңеүгә үҙ өлөшөн индергән яҡыныңдың фотоһүрәтен ҙурайтып, транспарант эшләргә һәм байрам көнөндә билдәләнгән урынға килергә кәрәк. Сара йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итәсәк, йәштәргә ватансылыҡ рухын еткерәсәк.
Әйткәндәй, Мәскәүҙә әлеге көндә 171 меңдән ашыу Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәшәй. Уларҙың 6,4 меңе – һуғыш инвалиды, 25,9 меңе – һуғышта ҡатнашыусы, 135,6 меңе – тыл эшсәне. Иң йәш ветеранға – 89 йәш.

Психолог ярҙамы кәрәк

Белгород үҙәгендә ут асҡан, алты кешенең ғүмерен ҡыйған вәхши тотолһа ла, ҡалала тыныслыҡ юҡ әле.
Ҡот осҡос ваҡиға йәмәғәтселекте тетрәндерҙе, ҡала халҡы иһә балаларын әле булһа урамға сығарырға ҡурҡа икән. Төбәк хөкүмәте, психологтарҙың фекеренә таянып, ололарға ла, балаларға ла ярҙам ҡулы һуҙмаҡсы: мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында психологтар, ата-әсәләр ҡатнашлығында махсус йыйылыштар уҙғарыласаҡ. Был эшкә студенттар ҙа йәлеп ителәсәк.

Юл хаҡы арзанайҙы

Өфө юлдарында пассажирҙар өсөн “алыш” бара.
Күптән түгел ҡала хакимиәтендә 80 ҡала маршрутын бүлеү процесы үткән, ҡала халҡын хеҙмәтләндереү өсөн 14 рәсми ташыусы билдәләнгән. Шул иҫәптән, 226-сы маршрут – “Телеүҙәк – ДОК” йүнәлеше — тулыһынса “Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһы ҡарамағына тапшырылған. Әммә был маршрутта “тамырланған” шәхси ташыусыларҙы юлдан тиҙ генә ҡыҫырыҡлап сығарыу мөмкин түгел: ҡарар ҡабул ителгән көндө үк улар түләү хаҡын 15 һумдан 10-ғаса төшөргән. “Башавтотранс” автобустарында иһә пассажирҙар бермә-бер һирәгәйгән. Әммә ошо көндәрҙә предприятие 226-сы маршрут буйынса йөрөгән автобустарҙа билет хаҡын да 10 һум итергә булған. Нисек кенә булмаһын, ташыусыларҙың килешә алмауы –пассажирҙар файҙаһына.

Ағастар шаулаясаҡ

“Яңауыл таңдары” гәзите редакцияһы хеҙмәткәрҙәре үҙенсәлекле акция ойошторған: локаль һуғыштарҙа һәләк булған яугирҙәргә асыласаҡ монумент эргәһендә ағас ултыртҡан.
Сарала батырҙарҙың яҡындары, хәрби комиссариат вәкилдәре ҡатнашҡан. Хәҙер ете аҡ шыршы яңауылдарҙы әллә ҡайҙан сәләмләп-оҙатып ҡала.
Урындағы телевидение хеҙмәткәрҙәре иһә ойошманың 20 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Йәштәр һарайы эргәһендә аллея булдырған. Унда йөҙҙән ашыу ағас үҫәсәк.

Дәрт-дарманы ташып тора

Ағиҙел ҡалаһында йәшәүсе ветеран, ауыр атлетика менән шөғөлләнеүсе Мансур Фәйзуллин Түбәнге Новгород өлкәһендә ойошторолған, Олимпия чемпионы Виктор Бушуевтың иҫтәлегенә арналған турнирҙа ҡатнашҡан.
Ветерандар араһында штанга күтәреү буйынса Бөтә Рәсәй кимәлендәге бәйгеләрҙең чемпионы һәм призеры был юлы ла һынатмаған: 70 йәштән өлкәнерәктәр араһында өсөнсө урын яулаған.

Футбол урынына - хоккей

Учалы ҡалаһының “Горняк” футбол клубы етәкселеге Профессиональ футбол лигаһына мөрәжәғәт иткән: киләһе спорт миҙгелендә команда Рәсәй беренселегендә ҡатнашмаясаҡ.
Бының сәбәбе ябай: профессиональ футбол клубын “аҫраған” Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты киләһе миҙгелдә уны финанслауҙан баш тартҡан.
Әлеге ваҡытта клуб уйынсылары Рәсәй беренселегенең икенсе дивизионының “Урал – Волга буйы” зонаһында ике уйын үткәргән, ике тапҡыр еңеү яулаған, бер уйын дәғүәселәрҙең тигеҙ иҫәбе менән тамамланған.
Уның ҡарауы, Учалыла хоккей үҫешә. Шулай уҡ “Горняк” исемен йөрөткән хоккей клубы лицензия алыу этабын үткән, команда Рәсәй Йәштәр хоккей лигаһы беренселегендә ҡатнашасаҡ.


Автор: “Башинформ” мәғлүмәт агенлығының, район гәзиттәренең, үҙәк баҫмаларҙың, Интернет сығанаҡтарының материалдарын файҙаланып Г. БАЛТАБАЕВА әҙерләне.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә