Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йылдар төпкөлөнән килгән моң
Йылдар төпкөлөнән килгән моңОшо көндәрҙә талантлы журналист, дәүләт эшмәкәре Марат ӘБҮЗӘРОВҠА 55 йәш тулған булыр ине.

Бала саҡта
ниндәй ҡурҡыныс та
Һәм шомло ла ине был урын.
Кем һуң белгән,
йылдар үткәс уның
Миңә шундай яҡын булырын!..

Ауыл зыяраты. Бында килгән һайын Назар Нәжмиҙең ошо шиғыр юлдары иҫкә төшә. Эйе, бала саҡта күңелгә шом һалып торған был урын күпме яҡындарыңдың, туған-тыумасаңдың, таныштарыңдың изге төйәге хәҙер. Олатай-өләсәйҙәр бында, ана, 35 йәшлек кенә атайымдың ҡәбере, шулай уҡ йәшләй генә вафат булған һеңлем мәңгелек йоҡола... Бабайҙар-әбейҙәр, ағайҙар-апайҙар, ҡустылар-һеңлеләр, балалар-сабыйҙар...
Ә быныһы — Марат Тәлғәт улы Әбүзәровтың мәңгелек төйәге. Уның ҡәбере янында туҡталғанда ҡолаҡҡа алыҫтан, йылдар ҡатламынан тоноҡ ҡына гармун моңо ишетелеп ҡалғандай. Ошо гармун моңона эйәреп, мин бала сағыма ҡайтам.
Марат ағайҙың мәктәптә уҡыған осоро хәтерҙә түгел, бәләкәй булғанмын. Ләкин уның яҡшы өлгәшеүе тураһында уҡытыусыларҙан ишеткеләй инем. Ә инде үҙем Башҡорт дәүләт университетын тамамлап, ауылыбыҙҙағы мәктәпкә эшкә ҡайтҡас, иҫке класс журналдарын ҡараштырғанда, Марат ағайҙың тик "бишле"гә генә уҡыуын күреп һоҡландым. Уның исеме тапҡырында "биш"тән башҡа бер билдә лә юҡ.
Марат ағайҙарҙың өйө беҙгә ҡапма-ҡаршы ғына. Минең әсәйем әле лә юҡ-юҡта хәтерләп ҡуя: "Ныҡ тырыш ине Марат. Дәрес ҡалдырып йөрөмәне. Әгәр йоҡлап ҡалып һуң торһалар, күрше-күләнгә ҡайнаған һыу алырға сәйнүген тотор ҙа килер ине. Ут яғып, сәй ҡайнатып торһа, мәктәпкә һуңлаясаҡ бит инде".
Марат ағай бәләкәй сағынан уҡ "Башҡортостан пионеры" гәзитендә, "Пионер" журналында мәҡәләләр, шиғыр-хикәйәләр баҫтыра, хатта "Башҡортостан пионеры" гәзите уны Бөтә Союз пионерҙар лагерына — "Артек"ка путевка менән бүләкләй.
Ғафури районының Имәндәш урта мәктәбен алтын миҙалға тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә. Тиҙҙән уны Ленинград дәүләт университетының журналистика факультетына ебәрәләр. Унан һуң, Өфөгә ҡайтып, "Совет Башҡортостаны" гәзитендә бүлек мөдире, "Ленинец-Ленинсы" гәзитендә баш мөхәррир була.
Был осорҙа Марат ағай ауылға һирәк ҡайтҡылай ине. Ҡайтҡан саҡтарында уларҙың ихатаһынан гармун моңо ағылып тора. Әле лә күҙ алдымда: башын ҡырын һалып күтәрмәлә Марат ағай гармун уйнай. Нишләптер ул миңә Мостай Кәримдең "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ" әҫәрендәге Мәрәһимде хәтерләтә ине. Ысынлап та, Аҡйондоҙҙар ғына ғашиҡ булырлыҡ саф ҡарашлы, ихлас йылмайған йөҙлө ине ул.
Мин үҫә төшөп, әҙ-мәҙ шиғыр яҙа башлағас, ауылға ялға ҡайтҡан саҡтарында Марат ағай менән Еҙем буйында һөйләшеп ултырған саҡтар ҙа булды. "Нимәләр яҙаһың?" — тип һорағайны бер. "Поэмалар, пьесалар", — тип һалдырҙым. Марат ағай матур итеп көлөп ебәрҙе. Донъяны, атаҡлы яҙыусыларҙы күргән, әҙәбиәтте белгән кеше өсөн ниндәйҙер бер бот буйы малайҙың "шуны яҙам, быны яҙам" тип тороуы көлкө булып күренгәндер, моғайын. Ләкин был көлөү тамсы ла рәнйетмәне, киреһенсә, хуплау һымаҡ ҡабул иттем.
Әйткәндәй, Марат ағай үҙе лә шағир ине. Драматургия өлкәһендә лә көсөн һынап ҡараны: Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры уның "Ыҙан" пьесаһын сәхнәләштерҙе.
Әлбиттә, Марат Тәлғәт улынан бына тигән әҫәрҙәр ҡалыр ине. Ләкин уның артабанғы яҙмышы дәүләт хеҙмәте менән бәйләнде һәм ижадҡа ваҡыты ла етмәгәндер.
Үкенескә ҡаршы, ҡыҫҡа булды ағайҙың ғүмере, күҙ асып йомған арала балҡыны ла һүнде. Әммә ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә лә кешеләр күңелендә матур хәтирәләр ҡалдырып китте.

Хәлил БАРЛЫБАЕВ, иҡтисад фәндәре докторы, профессор, РФ Дәүләт Думаһының III саҡырылыш депутаты:
— Мин Маратты беренсе тапҡыр 1976 йылда, Мәскәү дәүләт университетын тамамлап, БДУ-ла уҡыта башлағанда күрҙем. Ул һоҡланғыс егет ине: кешелектең иң саф, иң ирәбе сифаттарын үҙендә туплаған һымаҡ.
Уларҙың төркөмө үҙенсәлекле булды. Йомабикә Аҡъюлова (Ильясова), Миңлеғәле Нәҙерғолов, Риф Әхмәҙиев, Гөлсирә Ғиззәтуллина, Гүзәл Ғәлиева кеүек билдәле шәхестәр сыҡты. Ғәжәйеп күренеш ине был. Мин дә уларға аҙмы-күпме аң-белем биргәнмендер, тип уйлайым.
Маратты бер саҡ: “Әйҙә, кандидатлыҡ диссертацияһы яҙ”, — тип өгөтләнем. Ул: “Ленинсы”ны сығарыу — үҙе бер диссертация кеүек бит, ағай”, — тип яуап бирҙе. Эшкә етди ҡараны. Шулай ҙа аҙаҡ: “Эх, ағай, юҡҡа һине тыңламағанмын”, — тип үкенеп ҡуйған саҡтары ла булды.
Марат менән ике-өс көн һайын күрешеп, аралашып торҙоҡ. Уның менән һөйләшеп туйып булмай торғайны. Яҡты күңелле кеше булды ул.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 696

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 177

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872