Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » "Өй ҡоло" булырға риза түгелдәр
Быуаттар буйы кешелек донъяһында ҡатын-ҡыҙ көсһөҙ зат булып иҫәпләнә. Бигерәк тә үткән быуаттарҙа бындай ҡараш киң таралған: гүзәл затҡа хужабикә, ир ҡатыны, бала әсәһе бурыстары ғына йөкмәтелеп, бер хоҡуҡһыҙ көн итергә мәжбүр булған. Уға белем алыу, йәмәғәт эшендә ҡатнашыу ғына түгел, хатта ғаилә хужалығына ҡағылышлы етди мәсьәләләр буйынса иренән уҙып хәбәр һөйләү ҙә тыйылған. Ҡатындарҙың өнһөҙ-һүҙһеҙ, ҡолаҡ-күҙһеҙ “эш ҡоралы” урынында файҙаланылғаны бөтәбеҙгә лә билдәле.

Тик 1917 йылғы революциянан һуң аң-белемгә йәлеп ителеү арҡаһында ғына ҡатын-ҡыҙҙың күҙе аҙыраҡ асыла. Ул ҡулына китап ала, гәзит уҡый, яңы барлыҡҡа килгән радионы тыңлай, аҙ булһа ла, донъя йөҙөндөге яңылыҡтар менән таныша башлай. Йәғни, аң ҡеүәһе үҫә төшә.
Ә инде Икенсе Бөтә донъя һуғышынан һуң, теге йәки был тормош мәшәҡәттәрен йырып сығыу юлдарын күрһәтерлек, кәңәш бирерлек ир заты ҡалмағас, бөтә ауырлыҡ үҙ елкәләренә төшкәс, ҡатын-ҡыҙ, ирекһеҙҙән, батырлана, кәрәк ерҙә фекерен әйтергә баҙнат итә, үҙен һәм яҡындарын яҡлай алырлыҡ һүҙ әйтергә көс таба. Шул уҡ ваҡытта, үҙ хоҡуҡтарының үтәлеүен дә талап итә башлай, аң-белемгә ынтылыуы арта. Шулай итеп, улар өйҙә ир ҡатыны – өй ҡоло булып ултырыуҙан яйлап арына, ирҙәр менән бер рәттән эшләй, донъя малын табыуҙа әүҙем ҡатнаша, бала тәрбиәләй башлай. Алдынғы колхозсы, эшсе исеменә лайыҡтар күбәйә, депутат булып, дәүләт закондарын ҡабул итеүҙә ҡатнашып, үҙенең тос өлөшөн индереүселәр ҙә етерлек була. Ә инде һуғыштан һуң дәүерҙәге иң кәрәкле белгестәр – уҡытыусы, табип, медицина өлкәһендә эшләүселәр йылдан-йыл арта.
Ҡатын-ҡыҙ араһында бөгөн төрлө һөнәр эйәһе — дәүләт эшмәкәре, профессор, академик, инженер, директор һәм башҡа төрлө белгестәр етерлек. Әммә күп осраҡта һаман ҡатын-ҡыҙҙы “ирҙәрҙән түбәнерәк” тип баһалау дауам итә. Ләкин бөгөнгө белемле ҡатын-ҡыҙ, юғары кимәлдә аҡыллы фекер йөрөтөп, киләсәкте ҡайғыртып ҡына ҡалмай, илде үҫтереүҙә, уның тиңдәр араһында тиң булып йәшәүенә үҙ өлөшөн индереүҙә ҡатнаша, әһәмиәтле тәҡдимдәр менән сығыш яһай. Шул уҡ ваҡытта үҙ хоҡуҡтарының камиллашыуын да талап итә. Әйткәндәй, 2013 йылдың июнь айында үтәсәк III Бөтә Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙары съезында гүзәл заттар теләктәрен әйтергә һәм ирҙәр менән тиң хоҡуҡлы булыуҙы төплө закон менән нығытып ҡуйыуҙы талап итергә йыйына.
Әле ошо маҡсатта Рәсәйҙең төрлө төбәгендә ҡатын-ҡыҙҙар форумы үткәрелә. Сара яңыраҡ Өфөлә лә булды. Унда Башҡортостандың төрлө район һәм ҡалаһынан 120 делегат килгәйне.
Йыйында Волга буйы федераль округындағы III Бөтә Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар съезын ойоштороу советының Башҡортостан буйынса рәйесе Дамира Сабирйәнова “Көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә республикалағы ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәтенең роле” тигән темаға сығыш яһаны һәм йәмғиәттәге бик күп проблемаларҙы ошо хәрәкәт аша хәл итеү мөмкинлеген билдәләне.
Мәскәү ҡунағы, III Бөтә Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар съезын ойоштороусыларҙың береһе Наталья Дмитриева иһә, бөгөн ҡатын-ҡыҙҙарҙың төрлө яҡлап үҫеүен, әүҙемләшеүен күҙ уңында тотоп, байтаҡ ҡына эшлекле тәҡдимдәр индерҙе: Рәсәйҙә ҡатын-ҡыҙға ирҙәр менән тиң хоҡуҡ гарантиялау, дәүләт кимәлендә эшләү мөмкинлеген биреү, парламентта уларҙың һанын арттырыу, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау, йәғни ир-аттың ғаиләһенә ҡарата яуаплылығын күтәреү мәсьәләләрен хәл итеү бурысын күҙаллаған закон булдырыу талабын ҡуйырға. Делегаттар был тәҡдимде ихлас хупланы.
Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙары союзы рәйесе Рәшиҙә Солтанова иһә, 8 Март байрамын, ҡатын-ҡыҙҙың көнкүреш шарттарын яҡшыртыу эшенә һығымта яһау көнө, 1 июнь – Балалар хоҡуғын яҡлау көнөндә балаларҙың хәүефһеҙлеге өсөн нимә башҡарылыуы тураһында етәкселәрҙең эш һөҙөмтәһен иғлан итеү көнө тип билдәләйек, тигән тәҡдим менән сығыш яһаны. Ир-аттың һаулығын хәстәрләү ҙә – ҡатын-ҡыҙ иғтибарын талап иткән ҙур проблемаларҙың береһе, тип билдәләнде йыйында.
Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының бүлек начальнигы Дилбәр Ғайсина “Мәғлүмәттең йәмәғәтселек фекерен булдырыуҙағы урыны” тигән докладында: “Рәсәйҙә нәшер ителгән еңел-елпе гәзит-журналдар, радио-телевидениелағы мәғәнәһеҙ тапшырыуҙар йөкмәткеле мәҡәләләр менән сығыш яһаған, тотош халыҡты тәрбиәләүҙә етди роль уйнаған матбуғатҡа аяҡ сала”, – тип белдерҙе. Әлбиттә, бөгөн вәхшилеккә, әҙәпһеҙлеккә өндәгән гәзит-журналдарға, телевидение тапшырыуҙарына сик ҡуйырға ваҡыт еткәндер. Әммә быны еңеү еңел булмаясаҡ, сөнки бөтә нәмә аҡсаға ҡоролған.
Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының социаль сәйәсәт һәм һаулыҡ һаҡлау комиссияһы рәйесе Мәхмүзә Ғәйнуллина, халыҡты борсоған етди мәсьәләләр тураһында ҡыйыу сығыш яһап, төплө тәҡдимдәр индерҙе:
– Ҡатын-ҡыҙҙы “көсһөҙ зат” тип әйтеү – үҙе үк уны кәмһетеү, – тине ул. – Ул ирҙәргә ҡарағанда, бәлки, физик яҡтан көсһөҙҙөр, әммә сыҙам, бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға һәләтле.
Гүзәл заттың проблемаларына килгәндә, Хөкүмәт балалар һанын арттырыуҙы талап итә, әммә беҙгә сабыйҙарҙың һаны түгел, ә сәләмәтлеге ҡиммәт. Шуға күрә балаларҙың һаулыҡ кимәле тураһында әленән-әле отчет биреп тороуҙы талап иткән закондың булыуы мотлаҡ. Йәмғиәттең әхлаҡи проблемаларына килгәндә, телевизорҙан бер енесле никахтарҙы асыҡтан-асыҡ күрһәтеүҙе ҡырҡа тыйырға кәрәк. Юғиһә бындай мәғлүмәт йәштәрҙе әҙәпһеҙлеккә өйрәтә, һөҙөмтәлә төрлө ауырыу тарала. Наркотиктарға ҡаршы көрәште лә көсәйтеү фарыз.
Бөгөн бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең матди хәле мөшкөл. Эш хаҡы түбән, уҡытыусылар һәм табиптар ғаилә аҫрау өсөн бер нисә урында эшләргә мәжбүр, ә үҙ балаларын тәрбиәләүгә ваҡыты ла ҡалмай. Ил етәкселеге вәғәҙә иткәнсә, уларҙың эш хаҡын күтәреү 2018 йылда ғына ҡаралған...
Шулай уҡ ғаилә ярлы, аҙ тәьмин ителгән тип, балаларҙы ата-әсәһенән айырыуҙы тыйыу фарыз. Уларҙың тормош шарттарын яҡшыртырға ярҙамлашырға ғына кәрәк.
Йыйында бик күп көнүҙәк, үткер мәсьәләләр күтәрелде. 10 – 11 июндә үтәсәк III Бөтә Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙары съезына ете делегат һайланды.


Автор: Ләлә БЕЙЕШЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә