Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һөнәрең заманға тура киләме?
Һөнәрең заманға тура киләме?Хәҙерге заманда иң мөһим нәмә – эш урыны. Ғаилә ҡороу, торлаҡлы булыу проблемалары иһә, моғайын, унан ҡайтышыраҡтыр, сөнки балалар үҫтереү һәм фатир һатып алыу өсөн дә аҡса кәрәк бит. Был йәһәттән хатта изгеләрҙән-изге һаналған һаулыҡ төшөнсәһе лә артҡараҡ сигенә кеүек – эш хаҡың юҡ икән, дауалана ла алмайһың... Әммә эшле булыр өсөн бөгөнгө хеҙмәт баҙары талап иткән һөнәри оҫталығың булыуы мотлаҡ. Тик ундай һөнәрҙе нисек һайларға ла мәрхәмәтһеҙ баҙар мөхитендә нисек ҡуллана белергә икән...

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты үткәргән сара шул турала уйланырға мәжбүр итте. Уны йәштәрҙең “Минең профессиональ киләсәгем” тип аталған кадрҙар форумы сиктәрендә ойошторҙолар. Бындай сараларҙы факультеттың егәрле етәксеһе Луиза Сәмситова тәүге тапҡыр ғына үткәрмәй. Был аңлашыла ла: сығарылыш студенттарының башын ауырттырған төп һорау – ҡулға диплом алғас, Һөнәрең заманға тура киләме?ҡайҙа эшкә барыу отошлораҡ булыр?
Дүртенсе һәм бишенсе курс студенттары алдында дәүләт хеҙмәте, ғилми мәғлүмәт-методика үҙәгенең милли мәғариф бүлеге, матбуғат вәкилдәре сығыш яһаны. Улар үҙ һөнәре, уның абруйы, ҡуйылған талаптар тураһында һөйләне.
Бер сәғәтлек осрашыуҙа хеҙмәт баҙарының мөмкинлектәрен иңләп-буйлап сығыу мөмкин түгел, әлбиттә. Ләкин бында бер нәмә һағайта: студенттар яғынан үҙҙәренең һөнәри яҙмышына ҡағылышлы һорауҙар булманы ла тиерлек. Йәшлек шауҡымымы, әллә оялсанлыҡ ҡамасауланымы... Ә бит хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнешлекте ишетеп-белеп йөрөйҙәр. Шулай ҙа бер студент ҡыҙҙың “Төпкөл ауылға эшкә барғас, унда беҙгә һөнәри үҫеш өсөн мөмкинлектәр булырмы икән?” тигән һорауы күп нәмәне аңғарта. Тимәк, эш урыны булған хәлдә лә, уны киләсәк яҙмышы ҡыҙыҡһындыра. Факультет әҙерләгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары барыһы ла үҙ һөнәре буйынса эшләй алырмы? Әйткәндәй, барыһы ла теләрме? Бөгөнгө аҡса һанау заманында икенсе бер табышлыраҡ тармаҡҡа ынтылмаҫтармы? Бер сығышта әйтелгәнсә, “тыуған яғығыҙҙың патриоты булһағыҙ, ҡайтып, мәктәбегеҙҙе һәм ауылығыҙҙы күтәрешегеҙ”, тип ауылдарҙың юҡҡа сығыуын туҡтатыуҙы ошо йәштәр иңенә йөкмәтеү дөрөҫ булырмы? Ә бит (әйҙәгеҙ, дөрөҫлөккә тура ҡарайыҡ!) бәләкәй ауылдар юҡҡа сығып бара, сөнки эш хаҡы алырлыҡ урын юҡ. Баҙар иҡтисадына күсеү-күсмәүҙе беҙҙән һорап торманылар... Йәштәр ҡалмағас, балалар ҙа булмаҫ, ә унда хеҙмәт юлын яңы башлаған педагогтар ҡайҙа барыр? Бәләкәй мәктәпте быйыл һаҡлап ҡалырҙар, ә артабан? Райондағы мәшғүллек хеҙмәте лә ярҙам итә алмаҫ, ә төрлө предприятие һәм ойошма етәкселәре эш табып бирешергә бурыслы түгел. Айырыуса башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына. Өфө лә уларҙы көтөп тормай: быға хәтлем баш ҡалала 800-ҙән артыҡ башҡорт теле уҡытыусыһы эшләһә, әле улар 600-ҙән ашыуыраҡҡа ғына ҡалған икән. Нисек кенә тимә, башҡорт теленең яҙмышын хәл итеү урыны төпкөл ауылдарҙан ҡалаға күсә бара. Ә ҡаланы беҙ “урыҫ телле мөхит” тип ҡарарға күнеккәнбеҙ. Быны аңларға һәм хәлде үҙгәртә башларға кәрәкмәйме ни? Һорауҙар, һорауҙар...


Автор: Рәшит Кәлимуллин. pressa-rk@yandex.ru.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә