Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Концерт башҡортса булһа, түрәләр килмәй...
Күптән түгел Мәсәғүт ауылының мәҙәниәт йортонда Стәрлетамаҡ филармонияһынан бейеү ансамбле артистары концерт ҡуйҙы. Һәр береһе юғары кимәлдә сығыш яһаны, тамашасылар бик йылы ҡабул итте һәм көслө алҡыштар менән оҙатты. Бер һүҙ менән әйткәндә — афарин! Әммә ҡулға ҡәләм алырға башҡа мәсьәлә мәжбүр итте.

Өфөнән йәки башҡа төбәктән килгән артистарҙың сығышын һәр саҡ яратып ҡарайым. Шулай ҙа әлеге концерттан һуң кәйефем төшөп ҡайтты. Ни өсөнмө? Беренсенән, тамаша бөткәндән һуң артҡа боролоп ҡараһам, халыҡтың әҙлегенә иҫем китте. Ни бары иллеләп кенә кеше ине, ә мәҙәниәт йорто — 450 урынлыҡ. Ни өсөн зал буш һуң? Мәсәғүт ауылында башҡорт һәм татар халҡы аҙ түгел бит, кәмендә биш меңләп.
Төп сәбәп, минеңсә, халыҡтың стәрлетамаҡтарҙың киләсәген белмәй ҡалыуындалыр. Шундай-шундай артистар сығыш яһай, киң билдәле бейеүселәр ҡатнаша тигән белдереү күберәк булғанда, бындай хәл күҙәтелмәҫ ине, моғайын. Реклама тигән нәмә хәҙер юҡ, иғлан мәҙәниәт ҡоймаһы янында ғына тора, башҡа урында ҡуйылмай.
Ә бына бер ай самаһы элек Марат Шәйбәков артистары менән килеп китте. Уның концертын былтыр ҙа ҡарағайныҡ. Әлегеһендә лә мәҙәниәт йорто тамашасылар менән тулды. Ул алдан район гәзитендә сығыш яһаны, афишала һүрәте лә бар ине, саҡырып йөрөүселәре лә өлөш индергән. Халыҡты мәҙәниәт йортона нисек йәлеп итеүгә бер миҫал был.
Икенсенән, элегерәк тамаша булыр алдынан ике-өс көн элек мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ойошмаларҙа һәм предприятиеларҙа билет һата ине. Ниңә шул ысулды ҡулланмаҫҡа? Артистар өсөн дә, халыҡҡа ла һәйбәт булыр ине. Хәҙер Мәҙәниәт министрлығы менән район хакимиәте араһында бәйләнеш юҡ, тип әйтер инем. Шуның өсөн йыш ҡына республика кимәлендәге артистар Мәсәғүтте урап үтә, күрше Ҡыйғы, Мәсетле, Балаҡатай райондарында ғына сығыш яһай.
Тағы шуныһы: урыҫса түгел тип, концертҡа район хакимиәтенән дә, мәҙәниәт йортонан да етәкселәр килмәй. Ә бейеүселәр сығышын ҡарау өсөн тел белеү кәрәкме ни?! Шуға ла концерт тамамланғас, рәхмәт әйтеүсе лә юҡ. Был мәғәнәһеҙлеккә инә түгелме? Беҙгә, ябай тамашасыларға, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә йылы һүҙ әйтелмәүе өсөн уңайһыҙ. Концертты шым ғына маҡтай-маҡтай таралышабыҙ. Элегерәк артистар сәхнәнән алҡыштар менән оҙатыла ине. Һөҙөмтәлә улар ҙа күтәренке кәйеф менән, беҙ ҙә рухи аҙыҡ алып, күңелдәр булып ҡайта инек. Минеңсә, Мәҙәниәт министрлығы менән район хакимиәттәре араһында ныҡлы бәйләнеш урынлашырырға кәрәк.


Автор: Робинзон ЗИННУРОВ, хеҙмәт ветераны. Дыуан районы, Мәсәғүт ауылы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә