Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Тамыр”ҙың үрҙәре күп әле!
“Тамыр”ҙың үрҙәре күп әле!Ҡәҙерле бәләкәстәр, илебеҙҙең ниндәй булыуын теләр инегеҙ? Белеп торабыҙ: уй-хыялығыҙ "Тамыр" йыр ансамблендә шөғөлләнгән тиҫтерҙәрегеҙҙеке менән бер иш. "Йылмайыуҙан балҡыған, яҙ миҙгеле китмәгән, асыу-ҡайғы килмәгән, изгелек һибелгән ил кәрәк миңә!" — тип йырлай улар. Дуҫтарыбыҙҙың яҙ концерты ла, һәр ваҡыттағыса, ошондай рухта үтте.

Белеүегеҙсә, "Тамыр" телеканалы беҙҙе бындай тамашаға йыл да йыя. Бөрө тиртеп сығып, умырзая баш ҡалҡытып, ҡояшҡа иркәләнгән мәлдә балалар ҙа моң илендә наҙланып ҡайта кеүек. Ә быйыл улар, йырлап-бейеп кенә ҡалмай, күмәкләп "Тау-тау биштәр" тип аталған сәйәхәткә сығып китте. "Тамыр" ансамбленең дәртле "Йәй" йырынан башланған сәфәрҙә ҡыҙҙар "Кәкүк сәйе"нә йыйылып алды, малайҙар "Шәп арба" тапшырыуын алып барған оҫта ҡуллы Фәрхәт ағалары менән "Самолет"ҡа ултырып осто. Асылыкүлгә лә туҡтаны сәйәхәтселәр, һыуһылыуҙар Динә Ғарифуллина һәм Гәлсәр Байғусҡарова башҡарған башҡорт халыҡ йырын һоҡланып тыңланы. Юлда ғашиҡ булырға ла өлгөрҙө йәштәр: Шәүрә Әширбаева менән Ислам Фазлаев тәүге матур хистәрен моңға һалып белдерҙе. "Тамыр" ҡыҙҙары һәм малайҙарының, "Йондоҙсоҡтар", "Дуҫлыҡ", "Бейеү формулаһы", "Ренессанс" коллективтарының бейеүҙәре лә "Биштәр" тауына йүнәлгәндәргә дәрт-дарман өҫтәне.
Алыҫ юлға өлкәндәрһеҙ сығыу мөмкин түгел. Биштәрҙәрен аҫып, балалар менән бергә сәфәр ҡылған данлыҡлы Роберт Юлдашевтың ҡурай моңо, "Вечер.com" “Тамыр”ҙың үрҙәре күп әле!тапшырыуын алып барған Руслан Фаршатовтың, "Бүреләр" төркөмө солисы Илшат Абдуллиндың, билдәле йәш сәхнә оҫтаһы Раил Өмөтбаевтың йырҙары, "Бауырһаҡ апай"ҙың тәмлекәстәре, уйындары күҙ төбәп барған бейек тауға менеп етергә көс бирҙе.
“Тамыр”ҙың үрҙәре күп әле!Сәйәхәттә Өфөләге 30-сы коррекция мәктәбенең "Окей" ансамблендә шөғөлләнгән балалар ҙа һис бирешмәне, киреһенсә, киләсәккә дәрт-дарманының ташып тороуын күрһәтте.
Сираттағы яҙғы концерты менән бәләкәстәрҙең генә түгел, өлкәндәрҙең дә күңеленә изгелек орлоҡтарын сәсеүен тағы бер ҡат раҫланы "Тамыр". Тамашаға билет һатыуҙан йыйылған аҡса Баймаҡ районынан 12 йәшлек Батыр Масҡаровҡа тапшырылды. Ауыр сирҙән яфаланған малай Украиналағы махсус клиникала дауаланасаҡ. Ошондай изге эштәр менән шөғөлләнгән "Тамыр"ҙың яулайһы үрҙәре күп әле, тип ихлас күңелдән теләне тамашасылар.
Тәнәфестә лә, концерттан һуң да бәләкәстәр яратҡан әкиәт геройҙары менән осрашып, концерттың бағыусыларының тәмле күстәнәстәре менән һыйланып, ҡыҙыҡлы уйындарҙа ҡатнашып, өйҙәренә күтәренке кәйефтә таралышты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә