Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ете тарафтан ете хәбәр
Яҙғы эштәр гөрләй
Ҡырмыҫҡалы һәм Шаран райондары республикала тәүгеләрҙән булып күп йыллыҡ үлән баҫыуҙарын туҡландырыуҙы тамамланы.
Әлеге ваҡытта республикала күп йыллыҡ үлән сәселгән 40 мең гектарҙан ашыу майҙанда (планлаштырылғандың дүрттән бер өлөшө) өҫтәмә туҡландырыу эштәре тамамланған. Шул уҡ ваҡытта ужым баҫыуҙарында ла минераль ашламалар индереү эше бара.
Әйткәндәй, Башҡортостан аграрийҙары 30,8 мең тонна минераль ашлама һатып алған (пландың 65 проценты). Был йәһәттән Саҡмағош, Стәрлетамаҡ, Ауырғазы райондары – алдынғылар иҫәбендә.

Уңайлы ла, тиҙ ҙә
Алда беҙҙе оҙайлы байрамдар көтә. Ошоға бәйле, республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, 29 апрелдән 14 майға тиклем ҡала яны поездарында вагондарҙың һанын арттырасаҡтар.
“Өфө – Аша”, “Өфө – Ҡандра”, “Ҡандра – Шакша”, “Раевка – Приютово”, “Өфө – Инйәр” маршруттары буйынса дүрт вагон урынына – алты, “Стәрлетамаҡ – Өфө” маршруты буйынса икәү урынына өс вагон юлланасаҡ. “Инйәр – Белорет” маршруты иһә туристар араһында ифрат популяр. Шуға күрә ошо көндәрҙә был арауыҡта берәү урынына алты вагон юлға сығасаҡ.

Афарин, Ульяна!
Күптән түгел илебеҙҙең баш ҡалаһынан ҡыуаныслы хәбәр килде – Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылы ҡыҙы Ульяна Хоҙайназарова атаһы белем алып йөрөгән уҡыу йортонда үткәрелгән “Принцессалар конкурсы”нда еңеү яулаған.
Быға тиклем район эске эштәр бүлеге начальнигы урынбаҫары булып эшләгән Линар Хоҙайназаров Рәсәй Эске эштәр министрлығының Идаралыҡ академияһында белем ала. Ул Мәскәүгә ғаиләһен дә күсереп алып киткәйне. Ульяна беренсе класҡа баш ҡала мәктәбенә барған. Тырыш ҡыҙ мәктәптә тик “яҡшы” билдәләренә генә өлгәшә, төрлө фәндәр буйынса мәктәп, ҡала, хатта Рәсәй кимәлендәге олимпиадаларҙа призлы урындар яулап өлгөргән.

Эскелек бәләһе
Аҡыл булмағас, булмай икән: Ағиҙел ҡалаһында бурлыҡ өсөн хөкөм ителгән уҙаман, төрмәнән сығыуының икенсе көнөнә үк эске табыны ойошторған, әшнәләрен йыйған.
Ирҙең “ҡыуаныс”ын бүлешергә күрше ҡатын да ингән. Әйткәндәй, уның ире вахта ысулы менән Себерҙә эшләй, ә хужабикә, балаларын ҡарап, өйҙә ултыра икән. Шуға, күрәһең, күңел асырға ниәтләгәндер.
Эсә торғас, шау-шыулы компания үрҙә телгә алынған йәш ҡатындың фатирына юлланған, кәйеф-сафа ҡороу унда дауам иткән. Аҙаҡ иһә, йоҡлап киткән хужабикәнең алтын биҙәүестәрен сисеп алғандар, юл ыңғайы өйҙәге башҡа затлы әйберҙәрҙе лә эләктергәндәр (20 мең һумлыҡ зыян килтерелгән). Бурҙар тотолған, уларға закон алдында яуап бирергә тура киләсәк. Ире ситтә аҡса эшләгәндә йортонда шағараҡ ойошторған ҡатын уны ниндәй йөҙ менән ҡаршылаясағы иһә – әхлаҡи мәсьәлә.

“Ҡыҙыл әтәс” аяуһыҙ
Ишембайҙа янғында тотош ғаилә һәләк булған.
Ике фатирлы йортто һүндергәндән һуң, ҡотҡарыусылар 38 йәшлек ирҙең, 36 йәшлек ҡатындың, уларҙың ике бәләкәй балаларының кәүҙәһен тапҡан. Фажиғәлә күрше фатирҙа йәшәгән 49 йәшлек ир ҙә зыян күргән, ул дауаханаға оҙатылған. Һәләк булған ғаиләнең 14 һәм 17 йәшлек ике өлкән балаһы янғын ваҡытында уҡыуҙа булған, әле улар – туғандарында. Белгестәр билдәләүенсә, ут һүндерелмәгән тәмәкенән сыҡҡан.

Барыбыҙ ҙа бурыслы
Банк белгестәренең мәғлүмәттәре буйынса, илдә кредит ойошмалары алдында бурысы булған граждандарҙың һаны арта.
Әлеге ваҡытта дәүләтебеҙҙә һәр эшкә һәләтле кешегә уртаса 100 мең һум түләнеп бөтмәгән кредит тура килә. Рәсәйҙәрҙең банктарға дөйөм бурысы 7,7 триллион һумға тиң.

Вәхши ғәйебен танымай

22 апрелдә Белгородта атыш ойоштороп, алты кешене, шул иҫәптән ике баланы үлтергән Сергей Помазунға психиатрия экспертизаһы башланған. Белгестәр билдәләүенсә, тикшереүҙең ике айға тиклем һуҙылыуы ихтимал.
Шул уҡ ваҡытта енәйәтсе өндәшмәүҙе хуп күрә, ғәйебен танымай, ҡот осҡос ҡылығын бер нисек тә аңлатмай, барыһын да судта һөйләрмен, тип белдерә. Әйткәндәй, енәйәт ҡылғандан һуң Помазундың 32 сәғәт буйы ҡайҙа йәшенеп ултырыуы ла билдәле түгел, ҡоралы әлегәсә табылмаған. Уны полиция хеҙмәткәрҙәре тимер юл вокзалында тотҡан, шул арала енәйәтсе хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәренә бысаҡ менән ташланып, уны яралап өлгөргән.
Вәхшиҙең ҡорбандарының яҡындарына 1-әр миллион һумлыҡ аҡсалата ярҙам күрһәтеләсәк. Йәмәғәтселектә иһә енәйәтселәрҙе мәжбүри психик дауалауҙы тергеҙеү хаҡында фекерҙәр яңғырай башланы.


Автор: Г. САЛАУАТОВА әҙерләне. “Башинформ” мәғлүмәт агентлығының, үҙәк гәзиттәрҙең, Интернет сығанаҡтарының материалдары файҙаланылды.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә