Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Геройҙар — беҙҙең арала
Геройҙар — беҙҙең аралаЕр тәнендә генә түгел, миллионлаған кешенең аңында һәм күңелендә тәрән эҙ ҡалдырған Чернобыль фажиғәһенә 27 йыл булып та киткән икән. Барыһы ла кисәгеләй генә: көтөлмәгән атом һәләкәте хаҡында ҡот осҡос хәбәр, радиация эҙемтәләрен бөтөрөүгә һалдаттарҙы, тыныс тормош көтөүсе граждандарҙы мобилизациялау, тәүге ҡорбандар, яҡындары ваҡытынан алда яҡты донъянан киткәндәрҙең ҡара ҡайғыһын уртаҡлашыу...

Былтыр Рәсәй Президенты тарафынан 26 апрель Радиация аварияларында һәм һәләкәттәрҙә һәләк булғандарҙы иҫкә алыу көнө итеп иғлан ителде. Һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡандарҙың оло хеҙмәтен таныу һәм баһалау, уларҙың мәнфәғәттәрен һәм хоҡуҡтарын тулыраҡ тәьмин итеүҙе хәстәрләү тип аңларға кәрәктер бындай ҙур иғтибарҙы. Инвалидтарҙың “Чернобыль союзы” республика йәмәғәт ойошмаһы идараһы рәйесе Ришат Ғәйнуллин менән әңгәмә ил яҙмышына төшкән фажиғәлә ҡатнашыусыларҙың бөгөнгө хәле хаҡында.
— Бынан ике йыл элек бер нисә ликвидаторҙың, властарҙың вайымһыҙлығына протест белдереү маҡсатында, аслыҡ иғлан итеп, үҙҙәренә йәмәғәтселектең иғтибарын йүнәлтеүенә шаһит булырға яҙҙы. Сәбәбе — торлаҡҡа сираттарының бик яй үтеүе, өмөттөң көндән-көн һүрелеүе. Был тәңгәлдә “боҙ” ҡуҙғалдымы?
— Эйе, бындай күңелһеҙ хәлдәр булды. Фатирһыҙлыҡтан йонсоп, һуңғы аҙымға барырға мәжбүр булғандарҙың ҡайһылары бөгөн яҡты донъяла юҡ инде. Һаулыҡтары ныҡ ҡаҡшаған ир-егеттәрҙең үҙҙәренә тейешле фатирҙы ла ала алмауы үкенесле. Былтыр федераль ҡаҙнанан чернобылселәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеүгә 354,4 миллион һум аҡса бүленде. Был аҡса бөтә мохтаждарҙы ла фатирлы итеүгә етерлек ине. Әммә дәүләт ярҙамын ни бары 168 кеше генә алды, ә файҙаланылмаған миллиондарҙы федераль бюджетҡа ҡайтарырға мәжбүр булдылар.
— Сәбәбе?
— Торлаҡҡа сертификат алыу өсөн белешмәләрҙең етешмәүе. Ниндәй документтар туплау кәрәклеге аңлатылмағас, консультация бирелмәгәс, күптәр албырғап ҡалды. Ә ваҡыт бик тығыҙ. Ҡайһы бер райондарҙың торлаҡты иҫәпкә алыу һәм бүлеү бүлектәрендә чернобылселәргә ҡарата тейешле иғтибар булманы, ғөмүмән, консультация биреүҙе улар үҙҙәренең бурысы итеп һанамай. Ошондай вайымһыҙлыҡ күрһәтелгән райондар һаны тиҫтәгә яҡын. Ә бына күрше Татарстан үҙҙәренә бирелгән 375 миллион һумды тулыһынса үҙләштереүгә өлгәште. Беҙ ғәйепте бер-беребеҙгә япһарыуҙан арына алмай маташҡансы, ликвидаторҙар бер-бер артлы баҡыйлыҡҡа күсә бара.
— Торлаҡҡа мохтаждар бөгөн күпме? Был мәсьәләне йәһәтерәк хәл итеү мөмкинлеге бармы?
— 2012 йыл беҙҙең йәмәғәтселек ойошмаһы өсөн бик ҡатмарлы, көсөргәнешле булды. Үҙебеҙҙең хоҡуҡтарыбыҙҙы яулар өсөн власть органдары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек иттек, райондарға командировкаларға сыҡтыҡ, осрашыуҙар ойошторҙоҡ. Әңгәмәләр барышында күп кенә чернобылселәрҙең үҙ хоҡуҡтарын бөтөнләй белмәүе, льготаларҙан файҙаланмауы асыҡланды.
Торлаҡҡа мохтаждар исемлегендә әле 115 кеше тора. Яҡынса социаль түләүҙәр суммаһы иҫәпләнгән. Киләсәктә лә Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты менән берлектә проблемаларҙы хәл итергә өмөтләнәбеҙ. Йәнә бер мәсьәлә йәнде көйҙөрә: илдең башҡа төбәктәрендә бер кешегә санитар норма буйынса 18 квадрат метр торлаҡ майҙаны тейеш булһа, беҙҙә ул 14 квадрат метр ғына тәшкил итә. Бер үк Рәсәйҙә, бер үк закондар буйынса йәшәйбеҙ түгелме ни?
Элек шифаханаларҙа сәләмәтлекте нығытыу мөмкинлеге ҙур ине, хәҙер 12 мең һум аҡсаға курортҡа барыу хыялға әүерелде. Тәүҙәрәк медицина хеҙмәтләндереүенә дәғүә булманы, бер үк тар белгестәрҙә дауаландыҡ. Ә төрлө район поликлиникаларына таратҡас, беҙгә иғтибар ҙа, хеҙмәтләндереү сифаты ла бермә-бер кәмене. Йәшләй генә сәләмәтлеген ғүмерлеккә юғалтҡан, ил именлеге хаҡына бөтә ауырлыҡтарҙы үҙ өҫтөнә алған ир-егеттәр ҙурыраҡ баһаға, хәстәрлеккә лайыҡ тип иҫәпләйем. Күптәр бит инвалидлыҡ ала алмай яфалана, кабинеттар буйлап меҫкенләнеп йөрөргә уларҙың энергияһы ла, хәле лә, теләге лә юҡ. Бындай битарафлыҡҡа, һалҡын мөнәсәбәткә лайыҡ түгел ветерандар. Башҡа төбәктәрҙә ликвидаторҙарҙың 80 проценты самаһына инвалидлыҡ бирелһә, беҙҙә улар ни бары 10 процент тирәһе генә.
— “Чернобыль союзы”ның алдағы көнгә ниндәй пландары бар?
— Өфө ҡалаһының Калинин районында радиация авариялары һәм һәләкәттәре, ядро ҡоралын һынау эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡандар хөрмәтенә һәйкәл проектын әҙерләү буйынса эште дауам итәбеҙ. Баш ҡала ойошмаһы идараһы рәйесе Николай Киселев теләгебеҙҙе тормошҡа ашырыу өсөн янып йөрөй. “Чернобыль союзы”ның берҙәмлеген нығытыу өҫтөндә артабан да эшләйәсәкбеҙ. Беҙ законлылыҡ һәм ғәҙеллек яҡлы. Дөйөм мәнфәғәттәрҙе шәхси мәсьәләләрҙән өҫтөн ҡуйырға ғәҙәтләнгәнбеҙ. Тыуған илде һөйөү, ватансылыҡ тойғоһо кемгә-кемгә, ә чернобылселәргә һис ят түгел.
Һәләкәт осоронда Башҡортостандан бер төркөм студенттарҙың үҙ теләктәре менән афәт “оя”һына барып инеүен күптәр белмәйҙер әле. Бына ниндәй илһөйәрҙәр үҫтергәнбеҙ! Бөгөн тап ошо һөлөк кеүек егеттәргә, хәҙер инде 50 йәшлек уҙамандарға, Украинаның “Чернобыль союзы” йәмәғәт ойошмаһының үҙәк советы “Кешелек хаҡына батырлыҡ өсөн” орденын тапшырасаҡ. Уларҙың араһында Башҡортостан буйынса федераль миграция хеҙмәте идаралығы начальнигы Борис Ғөзәйеров менән Тибет медицинаһы ғилми-тикшеренеү үҙәгенең генераль директоры Азат Фәйзуллин да бар.


Автор: Д. ҒӘБДРӘХИМОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде
Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 2

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан...

Тотош уҡырға 0

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы 15.06.2026 // Йәмғиәт

«Медиалогия» компанияһы 2026 йылдың I кварталы өсөн Башҡортостан медиаресурстары рейтингын ......

Тотош уҡырға 1

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла...

Тотош уҡырға 0

11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә
Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла

Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла 10.06.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы Өфөнән Истанбулға осош программаһы асылыуы хаҡында иғлан итте....

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе....

Тотош уҡырға 2

Эливия, Рэм һәм Эрлан: Башҡортостанда үҙенсәлекле исемдәр рейтингы
Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй

Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 июндән 14-нә тиклем медицина учреждениеларының эш ......

Тотош уҡырға 3

Синоптиктар республикала һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте

Комментарий өҫтәргә