Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һамарҙар “Ҡарға туйы”нда һынатманы
Гәзиттә эшләй башлағандан алып алыҫ ергә беренсе тапҡыр сәфәр сығыуым — Һамар ҡалаһында уҙғарыласаҡ халыҡ йолаһы, йәғни “Ҡарға туйы”н күрергә иҫәбем. Ара алыҫ ҡына, ете-һигеҙ сәғәтлек, тинеләр юлға сығыр алдынан. Бигерәк оҙаҡ барырға икән, тип уйлап ҡуйҙым үҙ алдыма ғына. Ә шулай ҙа яңы таныштар менән ваҡыттың үткәне һиҙелмәне лә. Ниһайәт, оҙон юлды ҡыҫҡа итеп, тәғәйен ергә килеп еттек.

Һамар — Волга йылғаһының һул яҡ ярында урынлашҡан ҙур ҡала. Һамар башҡорттары йәшәгән төбәк хаҡында боронғо яҙмаларҙа “башҡорт иленең сиге” тип әйтелә. Был өлкә — башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте етәкселәренең береһе Әхмәтзәки Вәлидиҙең көрәштәше Харис Йомағолов, мәшһүр “Ырғыҙ” романы авторы Һәҙиә Дәүләтшина, күренекле яҙыусы Ғөбәй Дәүләтшин, билдәле телсе Ғәббәс Дәүләтшин, шулай уҡ Башҡортостандың мәғариф министры Фатима Мостафина, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәтиҙең төйәге. Ысынында бында ни бары һигеҙ башҡорт ауылы бар: Кинйәғол, Диңгеҙбай, Хәсән, Ырғыҙ, Таллы, Бөрйән, Имәләй, Ташбулат. Ә күпме күренекле шәхестәр сыҡҡан унан!
Һамар ҡалаһында ла милләттәштәребеҙ байтаҡ, барлығы һигеҙ меңләп башҡорт йәшәй. Ҡала һәм өлкә башҡорттары ҡоролтайы эшләй башлағандан алып унда халҡыбыҙҙың матур йолалары — Наурыз, Ҡарға туйы, Һабантуй кеүек байрамдар, йыйындар уҙғарыла. Быйыл бына унынсы тапҡыр уҙғарылған “Ҡарға туйы”н миңә лә килеп күрергә насип булды. Бындағы башҡорттарға шунда йәшәгән халыҡ күҙлегенән ҡарарға теләгәйнем, тик мосафир-ҡунаҡ күҙлегенән дә баҡмай булмай икән. Урыҫ мөхитендә тәрбиәләнеп, башҡорт теле һәм әҙәбиәтен аҙнаһына бер сәғәт кенә уҡыған балалар шаҡтай матур һөйләшә, шартлатып шиғыр һөйләй, “Ләйсән” бейеү ансамбленең ҡыҙ һәм егеттәре өҙә баҫып бейей, Фатима Шоғаева етәкселегендәге “Туған моңдар” фольклор ансамбле моңло итеп йырлай. Айына бер тапҡыр башҡорт телендә “Ырғыҙ” гәзите сыға, мөхәррире — Зөлхизә Шәрәфетдинова. Ҡыҫҡаһы, һамарҙар үҙ илендә күкрәк киреп йәшәй, туған телдә рәхәтләнеп һөйләшә.
Башҡорт халҡының быуаттарға һуҙылған тормошонда тупланған тәжрибәһе, ғәҙәттәре, кешене шәхес итеүсе сифаттары, бай тарихы, тарихи зиннәттәре бар. “Хәтерҙән башҡа йолаһыҙ, тәрбиәнән башҡа рухи хазинаһыҙ, рухи хазинанан башҡа шәхесһеҙ, ә шәхестән башҡа халыҡ — тарихһыҙ”, — тигән боронғолар. Ҙурмы ул, кескенәме — һәр кешегә үҙенең тыуған төбәге, тәбиғәте, кешеләре яҡын була. Әле беҙ йәшәгән ерҙә элек-электән ата-бабаларыбыҙ ғүмер кисергән. Уларҙың йолалары, байрамдары, милли уйындары һаҡланып ҡалған. Ошо һаналғандар халыҡта милли ғорурлыҡ, милли хистәр тәрбиәләргә ярҙам итеп кенә ҡалмай, шул хис-тойғоно кисергән кешеләрҙә рухи ҡәнәғәтләнеү ҙә тыуҙыра.
Халҡыбыҙҙың иң күңелле яҙғы байрамдарының береһе — һис шикһеҙ, “Ҡарға туйы”. Һамарҙар, халҡыбыҙҙың ошо матур йолаһын тергеҙеп, фольклор сығыштары менән йылдың-йылы үткәрә килә. Ул — кешеләрҙе үҙ-ара яҡынайта, хеҙмәткә дәрт, берҙәмлек уята торған изге йола. Аңлап тороуығыҙса, һәр ерҙәге кеүек, ҡайҙа ла башлап ебәргән эште күтәреп алыусыһы кәрәк. Һамар ҡалаһы һәм өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Камила Шәйхелисламова етәкселегендә ойошторолған сараға халыҡ дәррәү ҡушылған. Уларҙың бер төптән эшләп йәшәүе юғары баһаға лайыҡ.
Байрам рәсми асылып, сәхнә күренештәре башланғансы, балалар, ололар, ҡунаҡтар тирә-йүнгә тәмле еҫе таралған тары бутҡаһы менән һыйланды, милли ризыҡтарҙан ауыҙ итте, рухи ҡомартҡыларҙы сағылдырған күргәҙмәне һоҡланып ҡараны, урындағы матбуғат менән танышты.
Артабан сәхнә түренә аллы-гөллө боронғо күркәм күлдәк кейгән балалар, апай-инәйҙәр сығып, “Ҡарға туйы” күренешен сәхнәләштерҙе. Улар илгә именлек, тыныслыҡ юраны, барыһының да миһырбанлы булыуын теләп, үҫеп ултырған ағасҡа таҫмалар бәйләне.
Ҡарға әйтә ҡар, ҡар,
Туйым етте, бар, бар.
Икмәк-сәйен алып бар,
Ярма, майын һалып бар,
— тигән һамаҡтар әйтелде.
Ғөмүмән, был сәхнә күренеше өлгөр апайҙарҙың байрамға күңел биреп әҙерләнеүен, әсәй-өләсәйҙәрҙән ҡалған ҡомартҡыларҙы бөгөнгәсә еткерә алыуын күрһәтте. Башҡарылған йыр-моң, бейеүҙәр күңелгә май булып яғылды. Өҙҙөрөп бейеүселәр, йырға маһирҙар, оҫталығын күрһәтергә теләүселәр өсөн сәхнә түре асыҡ булды. Ҡыҙҙар һәм малайҙар боронғо “Аҡ тирәк, күк тирәк”, “Таҡта” уйындарын уйнаны.
— Ҡөрьән уҡылмаған йортта тыныслыҡ булмаҫ, уҡылғанында бәрәкәт күбәйер, өйҙөң нуры артыр. Аллаһ, ауыр ваҡыттарҙа мине иҫегеҙгә төшөрһәгеҙ, мин дә һеҙгә еңеллек, сабырлыҡ теләрмен, тигән, — тип һөйләне Һамар ҡалаһының диниә назараты имам-хатибы Сәйфетдин хәҙрәт, аят уҡып.
— Борон башҡорттар тирә-йүненә бик һаҡсыл ҡарашта булған. Шуға улар тәбиғәткә бәйле йолаларға тоғро ҡалған. Унынсы йыл рәттән ошо байрамды ойошторғандары өсөн сикһеҙ шатбыҙ. Сәхнә түрендә башҡортса аралашҡан балаларҙың, йәштәрҙең булыуы бигерәк тә ҡыуаныслы. Тимәк, ата-бабаларҙан килгән рух ныҡлығы әле бар, йәшәй, — тине, барыһын да сәләмләп, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы Илгиз Солтанморатов һәм милли мәҙәниәт өлкәһендә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн һамарҙарҙы миҙалдар, Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләне.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының бүлек мөдире Рәйсә Ғәйфуллина ла, Һамар башҡорттарының берҙәм, татыу булыуы тураһында һөйләп, уларға һаулыҡ, ғаилә бәхете, уңыштар, илебеҙгә именлек теләне.
Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары Римма Амангилдина, Марсель Ҡотоев, бейеүсе Урал Мортазин һәм ҡурайсы Марсель Сәйетовтар ҡатнашлығындағы концерт барыһының да күңеленә хуш килде.
Бындай күркәм сара хаҡында уҡып-ишеткәнсе, уны барып күреү — иң һәйбәте. “Ҡарға туйы”н дан итеп уҙғарыу тәжрибәһе булған һамарҙар быйыл да һынатманы, ул бер тында үтеп китте. Байрам тәьҫораттарын йомғаҡлап, Камила Шәйхелисламова уны ойоштороуҙа ярҙам күрһәтеүселәрҙең барыһына ла рәхмәт белдерҙе. Халыҡ ижады ынйыларын һаҡлаусылар йәнә осрашҡанға тиклем хушлашты.
Һамар башҡорттарының ҡунаҡсыллығы һоҡландыра ла, ҡыуандыра ла. Был мәртәбәле йола артабан да дауам итһен тигән теләктәмен. Эшкә дәрт, байрам-бәйгеләргә дарман булһын!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Шәйехзада Бабич исемендәге премияға ғаризалар ҡабул итеү ваҡыты оҙайтылды
Благоварҙа 99 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны донъя ҡуйған

Благоварҙа 99 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны донъя ҡуйған 12.08.2025 // Йәмғиәт

Благоварҙа 99 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны донъя ҡуйған...

Тотош уҡырға 7

Башҡортостанда йәшәүселәр хәрби иҫәп тураһында белдереү ҡағыҙы ала башланы. Был нимәне аңлата?

Башҡортостанда йәшәүселәр хәрби иҫәп тураһында белдереү ҡағыҙы ала башланы. Был нимәне аңлата? 12.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшәүселәр хәрби иҫәп тураһында белдереү ҡағыҙы ала башланы. Был нимәне аңлата?...

Тотош уҡырға 11

Стәрлебаштан тыл эшсәне 100 йәшлек юбилейын билдәләне

Стәрлебаштан тыл эшсәне 100 йәшлек юбилейын билдәләне 12.08.2025 // Йәмғиәт

Стәрлебаштан тыл эшсәне 100 йәшлек юбилейын билдәләне...

Тотош уҡырға 8

Республикала ямғырлы һауа торошо һаҡлана

Республикала ямғырлы һауа торошо һаҡлана 12.08.2025 // Йәмғиәт

Алдағы өс көндә Башҡортостанда ямғырлы һәм йылы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр итте республика...

Тотош уҡырға 8

Башҡортостанда ямғырлы һауа торошо һаҡлана

Башҡортостанда ямғырлы һауа торошо һаҡлана 12.08.2025 // Йәмғиәт

Алдағы өс көндә Башҡортостанда ямғырлы һәм йылы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр итте республика...

Тотош уҡырға 8

«Сәләмәтлек поездары» табиптарының ҡайһы райондарға барыуы билдәле булды

«Сәләмәтлек поездары» табиптарының ҡайһы райондарға барыуы билдәле булды 11.08.2025 // Йәмғиәт

«Сәләмәтлек поездары» табиптарының ҡайһы райондарға барыуы билдәле булды...

Тотош уҡырға 15

Башҡортостан Башлығы ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға сыҡты

Башҡортостан Башлығы ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға сыҡты 11.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға сыҡты...

Тотош уҡырға 16

Бүздәктә 250 килограмлыҡ бәлеш бешергәндәр

Бүздәктә 250 килограмлыҡ бәлеш бешергәндәр 11.08.2025 // Йәмғиәт

Бүздәк районында «Бәлешфест-2025» фестивале уҙҙы. Республика Башлығы һәм хөкүмәте ярҙамында бойомға...

Тотош уҡырға 7

Бүздәктә 250 килограмлыҡ бәлеш бешерҙеләр

Бүздәктә 250 килограмлыҡ бәлеш бешерҙеләр 11.08.2025 // Йәмғиәт

Бүздәк районында «Бәлешфест-2025» фестивале уҙҙы. Республика Башлығы һәм хөкүмәте ярҙамында бойомға...

Тотош уҡырға 16

Башҡортостанда ишле ғаиләләргә балаларҙы уҡытыуҙы компенсациялау шарттары киңәйтелде

Башҡортостанда ишле ғаиләләргә балаларҙы уҡытыуҙы компенсациялау шарттары киңәйтелде 11.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ишле ғаиләләргә балаларҙы уҡытыуҙы компенсациялау шарттары киңәйтелде...

Тотош уҡырға 19

Башҡортостанда хәүефле тәбиғәт күренештәре хаҡында иҫкәртәләр

Башҡортостанда хәүефле тәбиғәт күренештәре хаҡында иҫкәртәләр 08.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда хәүефле тәбиғәт күренештәре хаҡында иҫкәртәләр...

Тотош уҡырға 37