Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Боҫоп ятыу етте!
“АиФ” Башкортостан” һәм “АН” Башҡортостан” гәзиттәре башлаған “дискуссия” Ейәнсура районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитетын ошо мөрәжәғәт менән сығыш яһарға мәжбүр итә. “Дискуссия” һүҙе тырнаҡ эсендә бирелә, сөнки унда ҡатнашыусылар тигеҙ шарттарға ҡуйылмай: берәүҙәргә бер бит урын бирелһә, уларға ҡаршы фекер әйтеүселәрҙең фекере ике-өс һөйләм менән генә белдерелә. Бары Р. Ирназаровҡа ғына үҙ фекерен әйтергә киңерәк мөмкинлек бирелгән (“АиФ” Башкортостан”, 7. 03. 2013 й.). Ә инде Г. Лучкина һәм Э. Тарасованың һандан һанға күсеп йөрөүе бер генә ҡапҡаға һөжүмле уйынды хәтерләтә. Ярай, уныһын “дискуссия”ны ойоштороусыларҙың намыҫына ҡалдырайыҡ.

Ҡоролтайҙың башҡарма комитетын “дискуссияның” уҡытыу мәсьәләләренән милли мәсьәләләргә күсә барыуы нығыраҡ борсой. Был төптән уйлап, республикала милләт-ара хәлде ҡырҡыулаштырыуға йүнәлтелгән эшкә оҡшаған. “Урыҫтар нигеҙ һалған Өфө ҡалаһын башҡортлаштырыу”, Башҡортостанда татар артистарын “ҡыҫырыҡлау”, Өфөгә килгән ҡунаҡтарға “төлкө бүрек” һәм ҡурайҙан башҡа күрһәтерлек нәмә булмауына зарланыу, Әхмәтзәки Вәлидигә “фашист ҡойроғо” исемен тағыу, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре исемен элекке (урыҫ) исемдәренә ҡайтарыу һәм башҡа ошондайыраҡ һүҙҙәр тиктомалға ғына ҡуйыртылмай бит инде. Өфөләге 1 350 урамдың ни бары 18-енең генә башҡорт исемен йөрөтөүе башҡортлаштырыу буламы икән? Ни өсөн Башҡортостандың йөҙө булған ҡурайға, башҡорт атына, башҡорт балына, Бөрйән ҡортона, ҡымыҙға, 1812 йылда Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яугирҙәренә, данлы Башҡорт кавалерия дивизияһы һуғышсыларына түгел, ә Өфөгә “нигеҙ һалыусы” Иван Нагойға, ваҡ-төйәк ҡанатлы һүҙҙәргә (“деньги есть, Уфа гуляем”) һәйкәлдәр ҡорорға, ҡалала элекке байҙарҙан ҡалған йорттарҙы һаҡларға тырышып тырмашалар. И. Нагойҙың Өфөгә нигеҙ һалыуы бәхәсле, купец йорттары Рәсәйҙә йөҙәр меңләп барҙыр. Ҡунаҡтар һәм туристар өсөн улар түгел, ә Башҡортостандың баш ҡалаһының милли йөҙө ҡыҙыҡлыраҡ түгелме ни? Юҡтыр шул. Өфөнөң йөҙөнә “изюминка” бирергә тырышыусыларға милли колорит түгел, ә “бында кем хужа” икәнен күрһәтеү мөһимерәктер, ахыры.
Бәхәстең төп мәсьәләһе — урыҫ балаларына урыҫ телен уҡытыуҙы башҡорт теле дәрестәренән баш тартыу иҫәбенә яҡшыртыуға килгәндә, ҡоролтай башҡарма комитеты, ысынлап та, мәктәптә урыҫ теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙың яҡшыртыуға мохтажлығын аңлай. Ләкин, Г. Лучкина һәм уның теләктәштәренән айырмалы, был — Башҡортостан өсөн генә хас проблема тип иҫәпләмәй. “Саф урыҫ” өлкәләрендә урыҫ телен һәм әҙәбиәтен уҡытыу Башҡортостанға ҡарағанда күпкә юғарыраҡ ҡуйылған, тип әйтергә нигеҙ юҡтыр. Юҡҡа ғына Рәсәйҙең юғары даирәләрендә йәштәрҙә илдең тарихына, гуманистик ҡиммәттәргә, туған (урыҫ) телгә, әҙәбиәткә ҡыҙыҡһыныу кәмеүе тураһында тәрән борсолоу белдермәйҙәрҙер. Беҙ, башҡорттар, яҡшы уҡытыусылар тырышлығы менән бөйөк урыҫ яҙыусылары әҫәрҙәре аша урыҫ телен һәм әҙәбиәтен урыҫтарҙың үҙҙәренән кәм белмәйбеҙ. Шуға ла бөйөк һәм көслө телдең күҙ алдында ярлыланыуы, инглиз теленән кәрәккән-кәрәкмәгәнгә индерелгән һүҙҙәр, жаргонизмдар менән сүпләнеүен күреү бер ҙә шатландырмай. Балалар нәфис әҙәбиәт уҡыуҙы онотто, үҙ-ара һөйләшеүҙәре жаргон һүҙҙәрҙән ары китмәй, яңы урыҫ сериалдары үҫмерҙәрҙе яҡшылыҡтан бигерәк насарлыҡҡа өйрәтә. Ләкин беҙҙә проблеманың асылына төшөү урынына, һәр ваҡыттағыса, ғәйеплене эҙләйҙәр. Башҡортостанда, Г. Лучкина ишеләр раҫлауынса, урыҫ балаларына башҡорт телен “көсләп” уҡытыу “ғәйепле” булып сыға. Урыҫ теленең бәҫен күтәрмәй тороп, дәрестәр өҫтәү генә мәсьәләне ыңғай хәл итмәҫе һәр кемгә асыҡ бит.
Башҡаларҙың күңелен, мәнфәғәтен уйламау — алама сифаттарҙың береһе. Милли мәсьәләлә был ҡурҡыныс та. Урыҫ телен уҡытыуҙы яҡшыртыуҙы талап итеүселәр башҡорт халҡының күңелен дә, мәнфәғәтен дә бар тип тә белмәй. Улар милли мәктәп балаларының урыҫ теле һәм әҙәбиәтенән тыш туған теле һәм әҙәбиәтен дә уҡырға тейешлеге, БДИ тапшырғанда, урыҫ теле һәм әҙәбиәте буйынса урыҫ класы уҡыусылары менән бер кимәлдә һынау үтергә мәжбүр ителеүе тураһында һис тә борсолоу белдермәй. Урыҫ теле һәм әҙәбиәте буйынса уҡытыу программаһы урыҫ һәм милли мәктәптәр өсөн бер түгеллеген улар беләлер, моғайын. Билдәле, БДИ-ла юғары балл алыу өсөн ата-әсә балаһын урыҫ класына күсерергә мәжбүр. Һөҙөмтәлә туған телгә һәм әҙәбиәткә иғтибар кәмей. Тора-бара башҡорт телендә уҡытыу бөтөнләй юҡҡа сығырға ла мөмкин, тел бөтһә, милләт тә бөтә. Был кемгә һәм ни өсөн кәрәк? Һуғыш яланында милли акцент башҡорттарға урыҫ халҡы менән иңгә-иң терәшеп үлемесле яуға күтәрелергә ҡамасауламаған бит. Хәҙер, тыныс тормошта, кемгә, нимәһе менән ҡамасаулай?
Башҡорт теленең, тимәк, башҡорт милләтенең дә хәле бөгөн яҡшынан түгел. Был нимәлә күренә һуң? Башҡорт теле йәмғиәт тормошонан тулыһынса тиерлек ҡыҫырыҡлап сығарылған. Уға юғары кабинеттарҙа һәм кәңәшмә залдарында урын юҡ. Оло йыйындар ғына түгел, бәләкәй генә йыйылыштар ҙа, арала бер-ике урыҫ булған осраҡта, башҡорт телендә алып барылмай. Төрлө ойошмаларҙа һәм учреждениеларҙа рәсми аралашыу, эш ҡағыҙҙары алып барыу тик урыҫ телендә генә. 50 — 60 йылдар элек районда йәшәгән урыҫтар башҡортса аралаша белә һәм быны үҙе өсөн кәмһенеү тип һанамай ине.
Башҡорт телен ҡулланыу даирәһен көндәлек аралашыу сиктәренә бикләү халыҡтың милли тойғоһон кәмһетә, телдең бәҫен төшөрә, уның заман талаптарына ярашлы үҫешеү мөмкинлектәрен быуа, телде ярлыландыра. “Башҡортостан Республикаһы телдәре тураһында”ғы Закон ошондай ҡытыршылыҡтарҙы бөтөрөү маҡсатында ҡабул ителгәйне бит. Күрәһең, кемгәлер милләттәр араһындағы татыулыҡты нығытырға йүнәлтелгән закон оҡшамай.
Мәғариф системаһын “оптимизациялау” ауыл мәктәптәрен күпләп ябыуға йә статусын төшөрөүгә алып килде. Башҡорт халҡының генофонд нигеҙенең ауылда булыуын иҫәпкә алғанда, “оптимизация” башҡорт милләтен һеңгәҙәтә һуҡҡан сара булды, тип әйтергә була.
БДИ-ны урыҫ теле һәм әҙәбиәтенән һынау тапшырғанда урыҫ һәм милли мәктәптәр уҡыусыларына берҙәй талаптар ҡуйыуҙы башҡорт теленә янаусы сара, тип ҡарарға нигеҙ бар. Федераль дәүләт мәғариф стандартын (ФГОС) ғәмәлгә индереүсе Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы милли мәктәптәр мәнфәғәтен уйлап йә уйламай инҡар иттеме икән? Ошо арҡала райондағы башҡорт балалары 90-95 процент тәшкил иткән 23 урыҫ-башҡорт мәктәбенең бишәүһе бары урыҫ телендә генә уҡытыуға күсте, тағы биш урыҫ-башҡорт урта мәктәбендә башҡорт башланғыс кластары юҡ, тимәк, улары ла биш-алты йылдан саф урыҫ мәктәбенә әйләнәсәк.
Хөрмәтле Президентыбыҙ Рөстәм Хәмитов телеэфирҙағы бер сығышында: “Башҡорт теле урыҫ, татар, инглиз телдәре тарафынан ассимиляцияға дусар ителә. Шуға ла яҡлауға мохтаж, шул иҫәптән дәүләт яғынан да”, — тигәйне. Был һүҙҙәр республика башлығының башҡорт теле яҙмышына битараф булмауын күрһәтә һәм башҡорт йәмәғәтселегендә яҡшыға өмөт уята. Уның “оптимизация”ның кире эҙемтәләрен бөтөрөүгә йүнәлтелгән эшмәкәрлеген ҡайнар хуплайбыҙ.
Башҡорт телен яҡлау һәм һаҡлау иң элек башҡорт халҡының үҙенә бәйле булыуын яҡшы аңлайбыҙ. Ата-әсәләр, уҡытыусылар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, журналистар, яҙыусылар, һәр кимәлдәге етәкселәр, милләтенә битараф булмаған һәр кем башҡорт теленең бәҫен бөтә саралар менән күтәрергә, уның ҡулланыу даирәһен киңәйтергә, йәш быуынды илһөйәр һәм телһөйәр рухта, әүҙем гражданлыҡ тойғоһонда тәрбиәләргә бурыслы. Бының өсөн башҡа милләт вәкилдәренең аңлауы һәм теләктәшлеге бик мөһим. Берҙәм өйөбөҙ Башҡортостанда милләт-ара татыулыҡта йәшәһәк, барыбыҙ ҙа отор ине.
“Аргументы недели” гәзите хәбәрсеһе Ольга Малыш һәм Марина Долгих, Рәсәй Федерацияһының яңы гражданы Ж. Депардьеның ил буйлап сәйәхәтен тасуирлап: “Нилектән үҙ илебеҙ халыҡтарының ғәжәйеп матур милли мәҙәниәтен, ситтән килгән артист төртөп күрһәтмәйенсә, күрмәҫ һәм һоҡланмаҫ хәлгә килгәнбеҙ?” — тигән һорау ҡуя. Һүҙ ҙә юҡ, беҙҙе, милли әҙселектәрҙе, күрмәүҙәре — күңелһеҙ хәл. Әммә ошо һоҡланғыс этник мәҙәниәтте аҫҡа баҫырға тырышҡан көстәрҙең булыуы күп тапҡыр күңелһеҙерәк.
Әйтелгәндәрҙән сығып, Ейәнсура районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты республика етәкселегенә мөрәжәғәт итә:
1. “АиФ Башкортостан”, “АН” Башкортостан” гәзиттәренең башҡорт халҡына һәм уның арҙаҡлы шәхестәренә ҡаршы йүнәлтелгән сәйәсәтенә иғтибар итергә.
2. “Оптимизация” арҡаһында һәләкәткә дусар булған ауыл мәктәптәрен яңынан тергеҙеүгә йүнәлтелгән эшмәкәрлекте тайпылышһыҙ дауам итергә.
3. Федераль дәүләт мәғариф стандартының (ФГОС) урыҫ һәм милли телдәрҙә уҡыған уҡыусыларҙың урыҫ теле һәм әҙәбиәте буйынса белем биреүҙе бер кимәлгә ҡуйған талабын юҡҡа сығарыуға өлгәшергә.
4. Башҡорт телендә уҡыусы балалар өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән мәжбүри БДИ тапшырыуҙы, һөҙөмтәләрен Башҡортостан юғары һәм урта махсус белем биреү уҡыу йорттарына ҡабул иткәндә иҫәпкә алыу шарты менән, яңынан булдырырға.
5. Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен мәжбүри уҡытыу-уҡытмау мәсьәләһенә урыҫ теле һәм әҙәбиәте дәрестәренә сәғәттәр өҫтәү йә кәметеү ысулы түгел, милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләү сараһы итеп ҡарарға.

Ахыр килеп, “боҫоп ятыуҙан” арынырға, халыҡ менән туранан-тура бәйләнеште көйләргә, бөтә мөмкин булған саралар менән милләтебеҙҙең бөгөнгө хәлен һәм киләсәген киң ҡатлам кешеләренә аңлатырға, үҫеп килгән быуында милли ғорурлыҡ, илһөйәрлек һәм телһөйәрлек, әүҙем гражданлыҡ тойғолары тәрбиәләргә. Милләтебеҙгә, уның арҙаҡлы шәхестәренә һәр төрлө яла яғыуҙарға тейешле яуап биреүҙе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты эшенең айырылғыһыҙ өлөшө тип иҫәпләргә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Ишбулды Әбйәлилов
    Ишбулды Әбйәлилов от 31.05.2013, 00:36
    Бында бик дөрөҫ әйтелгән.
    Үҙемдән өҫтәп әйтер инем - беҙгә милли эгоизм етешмәй, сөнки башҡорттар үҙҙәренең ауылдарында бикләнеп йәшәүҙән яңы сыға башланы, саҡ донъя күрә башланы, әҙ һанлы халыҡтарҙан ниндәй өлгө алырға белмәй. Бүтән халыҡтарҙың (Рәсәйҙән ситтә йәшәүсе әҙ һанлы халыҡтар тураһында әйтәмен) үҙҙәрен нисек ғорур тотоуҙарын белмәйҙәр. Шул "мал-бесән"дән ары фекерләмәйҙәр. Мин совет заманында 10 йыл Азербайджанда хеҙмәт иттем һәм үҙ күҙем менән күрҙем унда милли меҫкенлектең юҡлығын, элитаның милләттең киләсәген ҡайғыртыуын, уны прогнозлауын.
    Башҡорт зыялылары башын ҡомға тыҡҡан страусты хәтерләтә.
    Ошоға тиклем берәү ҙә, бер милли ойошма ла, демографик ситуацияны башҡорттарға ҡаршы махсус рәүештә үҙгәртелеүен ил, донъя масштабында күтәреп сыҡмай. БДБҠ -ла был проблеманы күтәрергә йөрьәт итмәй. Ни бысағыма кәрәкме ундай Ҡоролтай. Элек башҡорттарҙы Себер һөрһәләр, хәҙер башҡорттар күпләп үҙҙәре Себер китә. Башҡорттар урынын килмешәктәр тултыра.
    Беҙҙең зыялылар, элита башҡарған эш еүеш ҡомдан өй төҙөүҙе хәтерләтә. Башҡорттоң проблемалары баштан ашҡан, шул проблемаларға батып сәсәп үлергә лә күп ҡалманы. Алға ҡараш бөтөнләй юҡ. Бөтә булған проблемаларҙы барлап сығып, уларҙы сисеү сиратын билдәләү фарыз. Иғтибар итегеҙ, башҡорттоң проблемаһын күп йөрөгән, күпте күргән шәхестәр генә күтәрә. Ә ауылдан сыҡҡан башҡорттар совхоз директорының, колхоз председателенең, бригадирҙың әйткәндәре буйынса ғына тәрбиәләнгән халыҡ бит.

    Мин башҡорттарҙың ҡалаларға күсеүе яҡлы. Ҡалала урыҫлашыу тураһында түгел, ә ҡаланы башҡортлаштырыу тураһында уйларға кәрәк. Ауылда үрсеүҙән ни файҙа, сөнки һуғыштар башланыу менән ауыл халҡы беренсе сиратта "пушка ите"нә әйләнә. Ә һуғыштар булған, бара һәм буласаҡ!!!






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 14

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 10

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 13

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 15

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 26

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 23

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 28

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 21