Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бала ғаиләлә тәрбиәләнһен
Кеше хоҡуҡтарының дөйөм декларацияһында билдәләнеүенсә, ғаилә, йәмғиәттең төп һәм тәбиғи ойошмаһы булараҡ, дәүләт тарафынан киң яҡланырға тейеш. Йәш быуындың именлеге ошо эштең нисек ойошторолоуына бәйле. Бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдәрҙең, опека һәм попечителлек органдарының төп бурысын ғаилә институтын нығытыуға йүнәлтеү мөһим.

Өфөлә күптән түгел үткән ҙур форумда — Рәсәй төбәктәрендәге Бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдәрҙең VII съезында — омбудсмен Павел Астахов тап ошо хаҡта белдерҙе. Уның фекеренсә, Рәсәй ғаиләләренә электән хас булған рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе ҡайтарыу буйынса ныҡлы эш башларға ваҡыт. Күп йәки һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән бала тәрбиәләгән ата-әсәгә дәүләт ярҙамын арттырырға кәрәк. Шулай уҡ бәлиғ булмаған бала үҫтергән һәр ғаилә төрлө хеҙмәттәрҙән файҙаланғанда минималь стандарттар менән тәьмин ителергә тейеш. Был йәһәттән төбәктәрҙең башҡарма власть, урындағы үҙидара органдарына йөкмәтелгән бурыс һөҙөмтәһендә һуңғы алты йылда (2007 — 2012) илдә хәл күпмелер яҡшырған. Мәҫәлән, етемдәрҙең һаны ике тапҡырға тиерлек кәмегән, улар өсөн тәғәйенләнгән учреждениелар — 24, ата-әсә ҡарауынан мәхрүмдәр 30,4 процентҡа аҙайған. Иң ҙур үҙгәреш — балаларҙы сит ил граждандарына уллыҡҡа биреүҙә: был йәһәттән күрһәткес 64 процентҡа кәмегән.
Павел Астахов ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм итеү сараһына айырым туҡталып үтте. Бындай осраҡ та кәмегән, әммә айырма бигүк ҙур түгел. Ғөмүмән, Павел Алексеевич ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм итеүгә ҡаршы. “Был алым мәсьәләне ыңғай хәл итмәй, киреһенсә, ҡатмарлаштыра ғына, — ти ул. — Ата-әсәне һуңғы сиккә еткереүгә тиң”. Омбудсмендың фекеренсә, өлкәндәрҙе балаһын тәрбиәләүгә хоҡуҡтан мәхрүм итергә мәжбүр булған хәлдә, ғаиләне тергеҙеүгә лә ҙур көс һалыу мөһим. Бала ата-әсәһе менән йәшәргә тейеш. Әгәр был тырышлыҡ бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәй икән, икенсе ғаиләгә тәрбиәгә биреү хаҡында уйларға кәрәк. Ҡыҫҡаһы, “балалар йорто” тигән төшөнсә Рәсәй өсөн ят булырға тейеш.
Был фекерҙе форумдағы сығышында республика Президенты Рөстәм Хәмитов та яҡлап сыҡты. Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында тыуым йәһәтенән — дүртенсе, күп балалы ғаиләләр һаны буйынса беренсе урынды биләгән Башҡортостанда әле 18 меңдән ашыу етем иҫәпләнә. Уларҙың 90 проценты уллыҡҡа алынған һәм патронат ғаиләлә йәшәй, бер меңдән күберәге балалар йортонда тәрбиәләнә. Республикала етемдәрҙе уллыҡҡа йәки ҡыҙ итеп алған ғаиләләргә әсәлек капиталы кимәлендә пособие түләнә. Инвалидтар мәсьәләһен хәл итеү ауырыраҡ, һөҙөмтәлә уларҙы тәрбиәгә алған ғаиләләргә түләүҙе арттырырға ҡарар ителгән.
“Рәсәйҙә балалар йорттары булырға тейеш түгел” тигән маҡсат ҡуйылған икән, бәлиғ булған етемдәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү, тимәк, ғаилә тәрбиәһенә нигеҙ һалыу, буйынса ла аныҡ эш алып барылыуы мөһим. “Республикала был мәсьәләне яйға һалыу өсөн һуңғы биш йылда бер миллиард ярым һум тирәһе аҡса бүленде, — тине Рөстәм Хәмитов. — Һөҙөмтәлә мең ярымдан ашыу үҫмер торлаҡлы булды. Был сумманың яртыһы 2012 йылға тура килде: былтыр балалар йорттарында тәрбиәләнгән 603 үҫмерҙе фатирлы иттек. Башланғысты ҡаршылыҡһыҙ дауам итеү өсөн район һәм ҡала хакимиәттәренең эшкә етди ҡарауы талап ителә. Уларҙың һәр аҙымы күҙәтеүҙә буласаҡ”.
Республиканан Рәсәйҙең Финанс министрлығына етем балаларға торлаҡ өсөн федераль ҡаҙнанан бүленгән сығымды тулыһынса үҙләштереү мөмкинлеген биреү тураһында мөрәжәғәт ебәрелгән. “Юғиһә был аҡсаны ярты йылға бирәләр ҙә йыл аҙағында кире алалар, — тине Президент. — Күләме лә аҙ”.
Рөстәм Зәки улы әйтеүенсә, етемдәр бүленгән аҡсаны төҙөлөшкә өлөшләтә һалыу мөмкинлегенә лә эйә. Тиҙҙән уларға торлаҡ ремонтлау өсөн өҫтәмә гарантиялар биргән республика законы ҡабул ителәсәк.
Балалыҡты, әсәлекте, аталыҡты яҡлауҙы дәүләт кенә хәл итә алмай, тиелде съезда. Бында бизнес, сәйәси партиялар, йәмәғәт ойошмалары, дини конфессиялар, киң мәғлүмәт сараларының берҙәм йүнәлештә эшләүе мөһим.

Г. ХӘЛФЕТДИНОВА, Әбйәлил районы:
— Балалар йорттарын бөтөрөүҙе, аңлауымса, тәү сиратта йәмғиәттә социаль тигеҙһеҙлек булмаһын өсөн эшләйҙәр. Шулай уҡ әле ауылда мәктәп ябылмаһын өсөн тәрбиәгә күпләп бала алыусылар бар икән. Был, әлбиттә, һәйбәт күренеш. Әммә, икенсе яҡтан ҡарағанда, балаға ниндәй ата-әсә тура килә бит әле...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 14

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 10

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 13

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 15

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 26

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 23

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 28

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 21