Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йөрәктәрҙе йылытыр моңо бар
Йөрәктәрҙе йылытыр моңо барҺәр кеше талантлы, яҡты күңелле шәхестәр менән осрашыуын онотолмаҫлыҡ хәтирә итеп йөрәгендә һаҡлай. Пермь өлкәһенә Башҡортостан мәҙәниәте көндәрен үткәрергә барғас, минең дә тормошомда шундай бер ваҡиға булды. Район хужалары, халыҡ беҙҙе ихлас ҡаршы алды. Төрлө саралар ойошторолғайны.

Бай эстәлекле китап һатыу күргәҙмәһе янында мөләйем йөҙлө бер егетте күреп, унан: "Ниндәй китаптар һеҙҙе ҡыҙыҡһындыра?" — тип һораным. Ул: "Мин бәләкәй саҡтан уҡ тарихи баҫмаларҙы яратам, бында бер ҙә уҡылмаған китаптарҙы осраттым", — тип тыйнаҡ ҡына яуап бирҙе. Яңы танышым Илеш районының Юғары Мансар ауылы егете Илшат Сибәғәтуллин булып сыҡты. Ә кис ул, сәхнәлә башҡорт халыҡ йырҙары "Һандуғас", "Азамат"ты башҡарып, йомшаҡ, яғымлы тауышы менән залдағы тамашасыларҙы хайран ҡалдырҙы.
Эйе, беҙҙең халыҡта таланттар аҙ түгел. Уларға ана шул һәләтен үҫтерергә мөмкинлек, ҡанат ҡағыр өсөн иркенлек кенә бир икән...
Ун ике йыл самаһы элек республикабыҙҙа бик матур бәйгеләр ойошторола ине: төрлө ҡала һәм райондарҙа йыр конкурстары, фестивалдәр йыш үткәрелде. Шундай сараларҙа ҡатнашып, Илшат йырға булған маһирлығын арттырҙы, көндән-көн яңы бейеклеккә күтәрелә барҙы. 2002 йылда Нефтекама ҡалаһында "Дуҫлыҡ моңо" фестивалендә иң ҙур баһа алып, беренсе урынды яуланы. Үҙенә ҡарата талапсанлығы, репертуарының тарихи эстәлекле, моңло йырҙар менән байып барыуы уның ысын йырсы булып өлгөрөүенә булышлыҡ итте. Һәр моң оҫтаһы ниндәйҙер айырым бер йыры менән күңелгә үтеп керә. Илшаттың башҡорт, татар халыҡ йырҙары менән бергә хәҙерге композиторҙарҙың эстрада әҫәрҙәрен дә бик аһәңле итеп башҡарыуын тамашасылар йылы ҡабул итә, радио һәм телевидениела уның йырҙары йыш яңғырай. Йыр сәнғәтенең йөҙөк ҡашы булған "Уйыл", "Азамат", "Ильяс", "Сибай", "Китмә, һандуғас", "Һағынам, дуҫтар!", "Керәйем әле урмандарға", "Һыу буйлап" йырҙары менән тамашасыһының күңелен яулаған лирик тенор ул Илшат Сибәғәтуллин.
Етем ҡалып үҫкән уйлы-ғәмле егет бәләкәйҙән йыр-моңға, тәбиғәт донъяһына ғашиҡ. Әсәһе София апай — шиғри йөрәкле, моңло тауышлы аҫыл заттарҙың береһе, атаһы Әнәс ағай ҙа оҫта гармунсы була. Нәҡ бына нәҫелдән, ҡандан бирелгән хистәр, тәбиғәткә мөхәббәт менән үрелеп, егеткә йырҙың, музыканың тылсымлы көсөн аңларға ярҙам иткәндер ҙә.
Бәйгеләрҙә ҙур уңыштарға өлгәшкәндән һуң алдында ҙур сәхнә ишектәре киң асылһа ла, тыуған яғында йәшәүҙе хуп күрә Илшат. Ошо төбәктәрҙә табылған нефть ятҡылыҡтарын эшкәртеүҙә — “ҡара алтын” сығарыуҙа — арыу-талыу белмәй эшләй. "Йәнем тыуған ерҙән айырылһа, шатлыҡтар йыраҡ йөрөр кеүек, — ти ул. — Бәхетемде үҫкән төйәгемдә, тәбиғәт ҡосағында йәшәүҙә күрәм. Бәләкәй генә йылға буйында, Әтрәсе урмандарында ғына күңел офоҡтарым киңәйә, йыр-моңдарым йөрәк хистәрем менән үрелә”.
Смотр-фестивалдәрҙә йырлай-йырлай оҫталығын сарлап ҡына ҡалмай Илшат, тәбиғәт биргән һәләтен үҫтереү өсөн уҡырға, ғилем алырға кәрәклеген дә аңлай. Өфө дәүләт сәнғәт академияһын уңышлы тамамлай. Хәҙер бар белемен, талантын халыҡ йырҙарын пропагандалауға, үҙ ижады менән тыуған Башҡортостаныбыҙҙа йәшәүсе төрлө милләт халыҡтарының мәҙәни тормошон байытыуға бирә, район, республика күләмендә үткән сараларҙы моңло тауышы менән биҙәй. Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығының, "Башнефть-добыча" йәмғиәтенең, район мәҙәниәт бүлегенең күп маҡтау грамоталары ана шул хаҡта һөйләй. 2004 йылда уға "Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре" тигән маҡтаулы исем бирелде.
Илшат Сибәғәтуллиндың аудиоальбомдары, дисктары, видеоклиптары донъя күреп тора. "Башҡорт йыры" телеконкурсында уңышлы сығыш яһаны.
Уның кеүек аҫыл егеттәр барында йыр сәнғәтенең яңы бейектәргә күтәрелеүенә, халыҡ моңоноң саф килеш һаҡланыуына, ерҙә яҡшылыҡ йәшәүенә өмөт ҙур. Талантлы егеттә йөрәктәрҙә йылытыр моң бар.


Автор: Рәмидә ӘҮХӘҘИЕВА, журналист. Илеш районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә