Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Кемгә ҡарап үпкәләргә?
"Көслөнөкө заманамы, әллә..." ("Башҡортостан", 2013 йыл, 22 февраль)

Мин баҙарға һирәк йөрөйөм. Берәй әйбер алыр өсөн генә. Унда тауар хаҡы бер иш булһа, һатыусыларҙың йөҙөнә ҡарайым. Береһе мөләйем, ә икенсеһе һиңә бүре һымаҡ ҡарай икән, йылмайған кешегә йүнәләм. Әгәр береһе — әрмән, икенсеһе башҡорт икән, әлбиттә, тауарҙы һис һүҙһеҙ яҡташымдан алам... Әммә ул һатып торған алманың килоһы — 70, ә әрмәндеке 30 һум икән, ти, мин арзаныраҡты алырға тырышам. Әйткәндәй, бар кеше лә шулай. Үҙенең тауарын һатып алмаған өсөн яҡташым кемгә үпкәләргә тейеш?

"Көслөнөкө заманамы, әллә..." исемле мәҡәләне ҡат-ҡат уҡып сыҡтым. Григорян фамилиялы сит кешенең Асҡар менән Магнитогорск араһында арзан хаҡлы автобус маршрутын асып, ун биш йыллап халыҡты хеҙмәтләндергән таксистарҙың юлына арҡыры төшөүе хаҡында белеп, үҙ фекеремде лә яҙмай булдыра алманым. Икенсе ҡалала йәшәһәм дә, был хәлгә битараф ҡалыу мөмкин түгел. Аңлауымса, элекке маршрут ябылғас та, уның урынына ошо уҡ таксистар үҙҙәренә тәҡдим ителгән "ГАЗель" маршрутын да аса алыр ине. Әммә, яҡташтарыбыҙҙың үҙ-ара татыулығы, берҙәмлеге булмау сәбәпле, урындағы халыҡтың ихтыяжын яҡшы аңлаған етеҙ һәм һиҙгер кеше тиҙ арала был эште законлы рәүештә "баҫып алған".
Ошо юҫыҡта элегерәк бер көләмәс йөрөй торғайны. Кемдер теге донъяға барып эләккән, имеш. Яңы килгән әҙәм балаһын тамуҡҡа индереп, таныштыра башлағандар. Тәүҙә ҡапҡасы ныҡ итеп бикләнгән ҙур бер ҡаҙанда нимәлер ҡайнатҡандарын күреп, был әҙәм һораша башлай:
— Бында ни ҡайнай?
— Был ҡаҙанда — йәһүдтәр, — тип аңлаталар уға.
— Ә ни өсөн ҡапҡасы бикле?
— Сөнки, ҡапҡас асыҡ торған хәлдә, улар күмәкләшеп береһен этеп сығара ла, тегеһе, сыҡҡас, ҡалғандарын тартып алып бөтә, — тип аңлатҡандар.
Эргәләге ҡаҙанда кемдәрҙең ҡайнауы менән дә ҡыҙыҡһынған әҙәми зат.
— Былары — әрмән, — тиҙәр икән.
— Ә ни өсөн ҡапҡасы бикле?
— Сөнки, ҡапҡасын асһаң, улар барыһы ла бер-береһен аҫтан этәреп сығарып бөтә...
Өсөнсө ҡаҙанда башҡорттар икәнен әйткәндәр был кешегә. Тик ҡаҙандың ҡапҡасы шар асыҡ тора икән.
— Ниңә ҡапҡасы асыҡ, унан ҡасып сығып китеп бөтмәйҙәрме ни? — ти икән был, аптырап.
— Быларға ҡапҡас кәрәкмәй, — тип аңлаталар. — Сөнки бындағыларҙың береһе өҫкә сығып барһа, аҫтағылары шунда уҡ уны кире тартып төшөрә...
Тап шуның һымағыраҡ килеп сыҡҡан түгелме был осраҡта? Үҙҙәренең араһынан бер нисә водителде "ГАЗель" автомобиленә ҡуйып, шул уҡ Григорян маршрутынан ебәрһәләр (теләгән кешеләр булған да баһа!), улар менән үҙҙәренә уңай билет хаҡын килешеп билдәләһәләр, баяғы сит кешенең күҙенә күренерлек "тишек" тә барлыҡҡа килмәҫ ине. Район хакимиәте тарафынан уларға тап ошондай мөмкинлек тәҡдим ителгән бит! Әммә хәҙер, урыҫтар әйтмешләй, "кто не успел, тот опоздал". Яҡташтарыбыҙҙы күпме генә йәлләһәк тә, Григорян Рәсәй законына ярашлы эш иткәс, хәҙер "елгә ҡаршы борсаҡ һибеүҙән" файҙа юҡ. Район хакимиәте генә түгел, унан юғарыраҡ органдар ҙа ыңғай хәл итә алмаясаҡ был мәсьәләне.
Башҡорт аҡылы һуң төшә, һуң төшһә лә, уң төшә, тигәндәй, минеңсә, әле хәлде төҙәтеп ебәреү юлы бар. Такси водителдәре берҙәм рәүештә Григорян менән һөйләшеп, халыҡтың мәнфәғәтен күҙ уңынан ысҡындырмай, ике яҡты ла ҡәнәғәтләндергән юл хаҡын килешергә тейеш. Ә килешә алмаған хәлдә, үҙҙәренә "хаталар өҫтөндә эш"кә тотонорға була. Йәғни, барыһы ла берләшеп, тегенекенән ҙур булмаған хаҡ ҡуйып, мөмкин тиклем күберәк "ГАЗель" маршруттары асыу, берҙәм, ифрат татыу эшләргә тейеш. Григорян, әлбиттә, тәжрибәле эшҡыуар, халыҡты йәлеп итер өсөн хаҡты утыҙ тәңкә генә итеп ҡуйған. Бер аҙҙан уның да әкренләп юл хаҡын күтәрәсәгенә шигем юҡ. Әммә хәҙер яҡташ водителдәр үҙҙәре берҙәм тотонмаһа, уларға ситтән дә, юғарынан да бер ниндәй "ағай" килеп ярҙам итмәйәсәк.
Ошоноң һымаҡ хәлдәр килеп тыуһа, яҡташтарыбыҙ өсөн йән әрней. Һәр кем үҙ ҡаҙанында үҙе ҡайнай. Ә Кавказ кешеләре бер-береһен әрмелә лә, Рәсәйҙең, Башҡортостандың ҡап уртаһында ла ҡыйырһытырға юл ҡуймай.
Әгәр ошо Григорян урынында берәй Хисмәтовты, йә иһә Хөрмәтовты күҙ алдына килтергәндә, таксистарыбыҙ әллә ҡасан уҡ уға барып, үҙ-ара килешеп, уны күндергән булыр ине, моғайын...
Беҙ ҙә Кавказ халыҡтары һымаҡ татыу, берҙәм, дуҫ булһаҡ ине.


Автор: Юныс ШӘМСУЛОВ. Баймаҡ ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


  1. Батырхан
    Батырхан от 20.04.2013, 00:38
    Һуңғы ваҡытта авторҙарығыҙ күбәйеп китте шикелле. Таныш булмаған фамилиялар күп күренә. Хуп! Хәҙер , ысынлап та, "халыҡ гәзите" тип атарға була. Гәзиттең йөкмәткеһе яҡшырҙы. Рәхмәт, башҡортостандар !

Комментарий өҫтәргә