Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Минән киткәнсе, эйәһенә еткәнсе, тип йәшәмәйек
Ҡытайҙа борон дошманына: «Үҙгәрештәр осоронда йәшә», – тип әйтә торған булғандар, имеш. Ә Рәсәй халҡы инде егерме йыллап ошо юлда. Армия һәм полициялағы, пенсия, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәләрендәге бөтмәҫ-төкәнмәҫ үҙгәртеп ҡороуҙарҙың фәтүәһе аҙ булыуы, миллиардтарҙы ашауы ябай халыҡтың асыуын ҡабарта.

Мәғариф йүнәлешен генә алайыҡ. Йыл да ниндәй ҙә булһа яңылыҡ, тәжрибә. Быйылғы уҡыу йылынан иһә тағы бер үҙенсәлек: мәктәптәрҙә «Дини мәҙәниәт һәм донъяуи этика нигеҙҙәре» тигән яңы дәрес индерелде. Үҫеп килеүсе быуынға шәхестең, ғаиләнең, йәмғиәттең лайыҡлы тормошо өсөн мөһим әхлаҡи нормалар һәм ҡиммәттәр тураһында төшөнсә биреү маҡсатында эшләнде был аҙым.
Мәҙәниәт – кешелек меңәр йылдар дауамында барлыҡҡа килтергән рухи һәм матди ҡиммәттәр. Ә рухи байлыҡҡа дин дә инә. Һүҙ ҙә юҡ, күп милләтле, төрлө дин тотҡан халыҡ төйәкләгән илдә үҙ-ара һыйышып, бер-береңде хөрмәт итеп дуҫ, татыу йәшәр өсөн был яҡтан мәғлүмәтле булыу зыян түгел. Шулай ҙа иң беренсе икенсе, бөтөнләй башҡа дәресте индереү талап ителә беҙҙә. Ниндәйме? Көнкүреш мәҙәниәтен! Билләһи, класс сәғәте генә хәл итә торған мәсьәлә түгел был.
Бөтә нәмә тәртиптән башлана. Ошо ябай ғына төшөнсәне әләм итеп күтәрмәйенсә, беҙҙең халыҡ та, ил дә алға китмәйәсәк, минеңсә. Сөнки ниндәй генә трибуналарҙан әҙәп-әхлаҡ хаҡында лаф орма, үҙең көндәлек тормошоңда шул ҡиблаға эйәрмәйенсә, алға китеш булмаясаҡ. Бына быйыл республикабыҙҙа Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылын иғлан итергә мәжбүр булдыҡ. Мәжбүр булдыҡ, тим, сөнки һуңғы ваҡытта кеше эшмәкәрлеге тәбиғәттең юҡҡа сығыуына әүҙем булышлыҡ итә. Бында төп сәбәптәр – иҡтисадтың алға китеүе, етештереүсәнлектең үҫеүе лә, киләсәкте уйламай тереклекте ҡырағайҙарса ҡырыу, юҡҡа сығарыу ҙа. Әлбиттә, донъялағы глобаль прогресты туҡтатып булмай. Әммә планетабыҙға кире йоғонтоһон кәметергә, йомшартырға кешенең хәленән килә. Ә бөгөн беҙ кемуҙарҙан уның алдынан йүгерәбеҙ: тапайбыҙ, өҙәбеҙ-йолҡабыҙ, бысратабыҙ.
Иманым камил, быйыл бер нисә тәбиғәт биләмәһе дәүләт һаҡлауына алыныр, шишмә, йылға-күл буйҙарында йылдағынан да дәррәүерәк итеп өмәләр үткәрелер, законһыҙ ҡыйлыҡтар тыйылыр, кемгәлер ҙур ғына штрафтар һалыныр… Артабан нимә? Иртәгеһенә үк шул урындарҙа ямғырҙан һуң ҡалҡҡан бәшмәктәй шешә, тәмәке ҡабы, ҡағыҙ-ҡоғоҙ, башҡа сүп-сар өйөмдәре үҫә башлаясаҡ. Ҡыҫҡаһы, үҙебеҙ таҙартабыҙ ҙа, сүпләйбеҙ ҙә... Мәҙәнилек етешмәй! Бындай акциялар ғына кешене насар ғәҙәттән арындырмаясаҡ. Төкөрөргә, ҡыйларға өйрәнгәндәрҙе ошо рәүешле дөрөҫ юлға төшөрөү мөмкин түгел.
Ана һөтө менән кермәгән тана һөтө менән кермәҫ, тигән ата-бабаларыбыҙ. Ә ниңә шул мәҙәнилекте мәктәптән үк үҫтермәҫкә? Уның өсөн ғаилә бар, тиер ҡайһы берәүҙәр. Ләкин тәрбиә эшен мәктәп тә үҙ иңенән алып ташламаһын ине. Мәғариф тураһындағы яңы закон да ошо йүнәлешкә күберәк иғтибар биреүҙе талап итә бит. Өҫтәүенә, бөгөн ғаиләләребеҙ ҙә зәғиф, көсһөҙ, эскелеккә бирелгән. Яман ғәҙәт яман сиргә тиң. Башланғыс класта уҡыусы бала кәнфит-шоколад ҡабын ташлап китһә, һағыҙын йәбештерһә, өлкәнәйгәс, ул аяҡ аҫтына тәмәке төпсөгөн ырғыта, көнбағыш ҡабығын төкөрә.
Әле тәмәке тартыуға ҡаршы ҡаты закондар тикшерелә, ҡабул ителә. Штрафтан ҡасып, тәмәкеселәр унда-бында ҡасып-боҫоп ҡына көйрәтергә маһирланып алды. Шунда ла арттарынан йыйыштырып китеп, дәлил ҡалдырмау сараһын күрмәйҙәр. Ҡайҙа ҡарама, төпсөк, сигарет ҡабы… Кисә ике саҡрым йәйәү атлаған арала юлда ташлап кителгән 66 дана ҡап һананым! Был бер генә һуҡмаҡ буйлап!
Әҙәпһеҙ кешене берәү ҙә ихтирам итмәй. Балтик буйы илдәре Советтар Союзы составында булғанда уҡ беҙҙән йөҙ сөйөрә ине. Уларҙы көсләп үҙебеҙгә ҡушҡаныбыҙ өсөн генә түгелдер, тим. Беҙҙең ауыл мәктәбе балаларына 1989 йылда Латвияла булырға тура килгәйне. Шунда газонды туранан ҡыйып үткәндәре, ашханала ашап бөтмәйенсә икмәк һынығы ҡалдырғандары, урамда ҡағыҙ ташлағандары өсөн хеҙмәткәрҙәрҙән генә түгел, әйләнә-тирәләге ябай халыҡтан, үтеп барыусыларҙан да киҫәтеү ишеткәндәрен аптырап һөйләнеләр. Тимәк, матурлыҡты тапамау, ризыҡты әрәм-шәрәм итмәү, йәшәгән ереңде ҡыйламау ҡандарына һеңгән. Бындай тәртипһеҙлек ҡылыусылар уларҙа асыу, ытырғаныу, хатта күрә алмаусанлыҡ тойғоһо тыуҙыра. Ошо күренештәр беҙгә һабаҡ булмаҫлыҡмы ни?!
Элек бөтә донъяны ҡурҡытып тота алһаҡ, бөгөн тик күркәм ғәҙәттәребеҙ менән генә ихтирам яулап була. Ә бының өсөн иң беренсе үҙ-ара матур мөнәсәбәттәр, үҙеңдә яуаплылыҡ тойғоһон булдырырға өйрәнергә кәрәк. Юғиһә, һаман да автобуста, магазиндағы сиратта, самолётта осҡанда һауалы, ғауғасыл, яһил булып танылабыҙ. Ҡунаҡта, ауыл урамында һүҙ бирмәһәк, һүгенһәк, шәп күренәбеҙ. «Вәт, әйттем ауыҙын йырғансы, әй!» – тип маҡтанғаныбыҙ юҡмы? Телебеҙҙән ысҡынған һүҙгә һаҡсыл ҡарамағас, ҡулыбыҙҙың ни ҡылғанын нисек беләйек?
Ниңәлер беҙҙең халыҡ ҡаты. Быуаттар буйы яу сабып, ихтилалдар күтәреп, холҡо саҡматаштай сынығыу алған, тип аҡланырға ашыҡмайыҡ. Эйе, тормош кимәлебеҙ түбән. Иң бәкәлгә һуҡҡан көнүҙәк проблемалар ҙа – эшһеҙлек, пенсияның түбән булыуы, хаҡтарҙың артыуы, алкоголизм, наркоманияның шашыуы. Ә астың асыуы яман икәне билдәле. Тик теләк булғанда, иң беренсе телебеҙҙе, күңелебеҙҙе сүп-сарҙан таҙартырға өйрәнергә бер ни ҡамасауламай. Эйе, өйрәнергә. Мәҙәнилек дәрестәре алырға бер ҡасан да һуң түгел. Һәм шул дәрестәрҙе ҡыйынһынмай, ҙур түҙемлек менән балаларыбыҙ аңына ла һеңдерһәк, зиһенебеҙ ҙә, әйләнә-тирәбеҙ ҙә пакланыр, таҙарынып-сафланып ҡалыр.
Минән киткәнсе, эйәһенә еткәнсе тип йәшәмәйек. Кем әйтмешләй, ахырызаманды үҙ ҡулдарыбыҙ менән яҡынайтмайыҡ.


Автор: Гөлдәр БҮЛӘКБАЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде
Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 2

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан...

Тотош уҡырға 0

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы 15.06.2026 // Йәмғиәт

«Медиалогия» компанияһы 2026 йылдың I кварталы өсөн Башҡортостан медиаресурстары рейтингын ......

Тотош уҡырға 1

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла...

Тотош уҡырға 0

11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә
Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла

Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла 10.06.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы Өфөнән Истанбулға осош программаһы асылыуы хаҡында иғлан итте....

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе....

Тотош уҡырға 2

Эливия, Рэм һәм Эрлан: Башҡортостанда үҙенсәлекле исемдәр рейтингы
Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй

Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 июндән 14-нә тиклем медицина учреждениеларының эш ......

Тотош уҡырға 3

Синоптиктар республикала һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте

Комментарий өҫтәргә