Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ете тарафтан ете хәбәр
Сабыйҙар иғтибарға мохтаж
Күптән түгел бер төркөм оло йөрәкле, әүҙем әсәләр ҡаланың үҙәк дауаханаһында, соматик бүлексәлә булып, унда дауаланыусы балаларҙың хәлен белде, күңелен асты.
“Сабыйға йылмайыу бүләк ит” акцияһы дауаханала бихисап ваҡытын уҙғарған сирлеләр өсөн оло байрамға тиң, сөнки күңелле йырҙар, шиғырҙар тыңлау, йомаҡтар сисеү, төҫлө шарҙар менән уйнау көн һайын тәтемәй.
Акция барышында әсәләр балалар приютынан килтерелгән йәш ярымлыҡ Дима менән дә танышты. Баҡһаң, уның һигеҙ һәм дүрт йәшлек ике ағаһы бар, әсә иһә, балаларын тәрбиәләү урынына, айҙар буйы юғалып тора, эскелек менән мауыға. Диманың ҡатмарлы яҙмышы әүҙем әсәләрҙе битараф ҡалдырманы, улар кескәй пациентҡа шефлыҡ итергә вәғәҙә бирҙе. Ғаиләнең яҙмышын социаль органдар ҙа иғтибарға алған.
“Сибайский рабочий”.

Әүҙемерәк булһаҡ ине
Ҡаланың Йәштәр һарайында сираттағы “Йәштәргә – эш” акцияһы үтте, райондың ике тиҫтәнән ашыу предприятиеһы һәм ойошмаһы йәрминкәлә төрлө эш урындары тәҡдим итте.
Күренеүенсә, бигерәк тә эшсе һөнәрҙәргә ҡытлыҡ ҙур. Шулай уҡ эшсе көстө башҡа өлкәләр ҙә ылыҡтыра: акция барышында Мәскәү, Магнитогорск, Нижневартовск, Сорғот, Екатеринбург, Нягань һәм башҡа ҡалаларҙа хеҙмәт юлын башларға әҙер булыусыларҙы саҡырған мәғлүмәт күп ине. Шулай ҙа әһәмиәтле сараға килеүселәрҙең аҙ булыуы һағайтты: эшһеҙҙәр һирәкме, битарафлыҡ көслөмө? Уҡыу йорттарында йәштәр араһында заман талаптарын аныҡ аңлатыу буйынса әүҙем эш алып барылһын ине.
“Торатау”, Ишембай районы.

Аҙналыҡ һөҙөмтәле булды
Малаяҙ ауылының 1-се урта мәктәбендә биология фәне аҙналығы үткәрелде, ул мауыҡтырғыс сараларға бай, иҫтә ҡалырлыҡ булды. Асыҡ дәрестәрҙә, викториналарҙа, конкурстарҙа уҡыусылар ҙур теләк менән ҡатнашты.
Мәктәп китапханаһында Рүзидә Бәширова Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына арналған күргәҙмә ойошторҙо, балаларҙы ҡыҙыҡһындырған барлыҡ һорауҙарға яуап бирҙе, тематик кроссвордтарҙы сисеүҙә ярҙам күрһәтте. II – VIII класс уҡыусылары араһында “Әкиәттәрҙә һәм хикәйәләрҙә сағылдырылған хайуандар, үҫемлектәр донъяһы” темаһына һүрәт төшөрөү бәйгеһе ойошторолдо, унда VI класс уҡыусыһы Зенфир Сиразетдинов еңеү яуланы. V – VI класс уҡыусылары “Йәш микробиолог” бәйгеһендә көс һынаны, микроскоп менән ифрат ҡыҙыҡлы асыштар яһаны. IX – X класс уҡыусылары иһә Малаяҙ башҡорт гимназияһында ойошторолған “Йәш экологтар” слетында 3-сө урын яулап, аҙналыҡтың бәҫен арттырҙы.
“Йүрүҙән”, Салауат районы.

“Макулатура тапшыр – ағасты ҡотҡар”
Йортта йыйылған иҫке гәзит-журналдар менән нимә эшләргә? Әлбиттә, улар ярҙамында урманды ҡотҡарырға! 1-се гимназия уҡыусылары тап шулай тип иҫәпләй: улар күптән түгел район китапханаларында ойошторолған “Макулатура тапшыр – ағасты ҡотҡар” социаль-экологик акцияһында ҡатнашты.
Көндәлек мәшәҡәттәре бихисап булыуға ҡарамаҫтан, ошондай сараға әүҙем ҡушылыусыларҙың күплеге ҡыуаныслы. Мәҫәлән, гимназияның V класында белем алыусы Илена Туйгилдина атаһы менән бергәләп, үҙәк китапханаға 200 килограмдан ашыу макулатура килтергән. Акцияның иң кесе ҡатнашыусыһы – 1-се гимназияның II класс уҡыусыһы Арина Шестирикова. Ул 150 килограмм макулатура тапшырған. Иң оло ҡатнашыусы – пенсионер А. Мусина (2 центнерҙан ашыу ҡағыҙ килтергән).
“Панорама”, Благовещен ҡалаһы.

Был төн – китапханала
Кешеләрҙе китап уҡыуға ылыҡтырыу йәһәтенән ойошторолған “Библиотөн” халыҡ-ара акцияһына ҡалабыҙ икенсе тапҡыр ҡушылды.
Китап һөйөүселәрҙе ҡыҙыҡлы кешеләр менән осрашыуҙар, оҫталыҡ кластары, театрлаштырылған тамашалар, ҡыҙыҡлы викториналар һәм конкурстар, ижади коллективтарҙың сығышы көтә. Барлыҡ ҡала китапханаларының ишеге акцияла ҡатнашырға теләгән һәр кем өсөн киске 6-нан асыҡ буласаҡ.
“Стерлитамакский рабочий”.

Йома сәйен тәмләнек
Үткән йомала Аҫҡар ауылы мәсетендә урындағы ветерандар һәм ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары йома сәйе ойошторҙо.
Саранан олоһо ла, кесеһе лә ситтә ҡалманы. Һәр кем сәй табынына һый-ниғмәт алып килгәйне. Ауылдың эшҡыуарҙары В. Харрасова менән М. Ибраһимова ла табын ойоштороуға ҙур өлөш индерҙе. Хәйергә йыйылған аҡса иһә мәсеттең еренә рәсми документ юллау өсөн тотоноласаҡ.
“Таң”, Бөрйән районы.

Яҡташтарыбыҙ Ҡазанға йыйына
Быйыл июлдә Ҡазанда үтәсәк XXVII Бөтә донъя йәйге универсиадаға әҙерләнеү сиктәрендә милли көрәш һәм билбаулы көрәш буйынса тест ярыштары үтте.
Бәйгене баһаларға Октябрьский судьялары Айҙар Исламғолов менән Хәлил Ғарифуллин да саҡырылғайны. Эш һөҙөмтәләре буйынса уларға “халыҡ-ара категориялы судья” квалификацияһы һәм халыҡ-ара турнирҙарҙы хөкөм итеү хоҡуғы бирелгән.
“Октябрьский рабочий”.


Автор: Г. БАЛТАБАЕВА әҙерләне.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә