Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Шундай етәкселәр булғанда, ауыл да йәшәйәсәк
Шундай етәкселәр булғанда, ауыл да йәшәйәсәкИгенсе хеҙмәте бер ваҡытта ла еңелдән булманы. Тәбиғәт яҙын да, көҙөн дә крәҫтиән алдына ауыр һынауҙар ҡуя. Йә оҙайлы ямғырҙары менән теңкәгә тейә, ҡайһы йылдарҙа аяуһыҙ ҡоролоҡ интектерә. Бер һүҙ менән әйткәндә, был хеҙмәт ҙур түҙемлек талап итә, ҡайһы саҡта уны лайыҡлы баһалап та еткермәйҙәр. Шуға күрә хәҙер ауылда игенсе хеҙмәте менән шөғөлләнергә теләүселәр юҡ тиерлек. Әммә ҡайһы бер хужалыҡ етәкселәре тир түгеп эшләгән крәҫтиәндең ҡәҙерен белә һәм "кеше факторы" тигән һүҙҙәр улар өсөн ҡоро термин ғына түгел. Ауылдың бөгөн ысын ер хужаларына таяныуын яҡшы аңлай улар.

Был етәксенең ниндәй маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булыуын, ниндәй йәмәғәт эштәрен алып барыуын һанап тормайбыҙ. Уға Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының иң юғары бүләге — "Рәсәй Федерацияһы агросәнәғәт комплексының маҡтаулы хеҙмәткәре" тигән исем бирелеүен генә әйтеп үтәбеҙ. Наил Мәсғүт улы Әминев игенселәргә яҡшы таныш. Ул оҙаҡ йылдар етәкләгән хужалыҡ — райондың ғорурлығы һәм өмөтө. Бында иген баҫыуҙары уңдырышлы, туғай-болондары мул үләнле, һауым юғары, хеҙмәт шарттары — иң яҡшыһы. Күптәр "Заря" йәмғиәтенең уңыш серен етәксенең крәҫтиән нәҫеленән булыуында, ер-әсәне һөйөүендә, уға бөтә ғүмерен арнауында һәм яҡташтары менән иңгә-иң терәп эшләүендә күрә. Шулай уҡ Наил Мәсғүт улы — крәҫтиәндәрсә һаҡсыл, зирәк аҡыллы, алдан күрә белеүсән, иң мөһиме — хәстәрлекле хужа, хеҙмәттәштәренә ҡарата ғәҙел етәксе.
Был нимәлә сағыла һуң? Беренсенән, "Заря"ла хеҙмәт һәм лайыҡлы эш хаҡы бер-береһенә тығыҙ бәйле һәм хужалыҡтың иҡтисади үҫешенең ныҡлы нигеҙен тәшкил итә. Яҙғы баҫыу эштәре осоронда механизаторҙар бушлай туҡланыу, махсус кейем, һаҡлыҡ саралары менән тәьмин ителә. Яңы техника һатып алына, ул етештереүсәнлекте арттырыуҙан тыш, уңышты ваҡытында һәм юғалтыуһыҙ йыйып алыу мөмкинлеген бирә, иң мөһиме — механизаторҙарҙың эш шарттары һиҙелерлек яҡшыра. Бында хеҙмәтте һаҡлау буйынса алдынғы тәжрибә тупланған. Һәр яҙ техникум, училище уҡытыусыларын саҡырып, механизаторҙарҙы производство технологияһына, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә уҡыталар. Бына күп йылдар инде алдынғы механизаторҙарға хужалыҡ иҫәбенән профилакторийҙарға һәм шифаханаларға путевка бирелә. Быйыл да тиҫтәнән ашыу кеше һаулығын нығытып ҡайтҡан. Тағы ла бер төркөм ялға китергә әҙерләнә.
— Элек "Нива" комбайнсыһы 5 мең тонна иген һуҡтырып алһа, уға миҙал бирәләр ине. Әле шул уҡ "Нива"ла механизатор 12-14 мең тонна иген һуҡтыра. Майҙандар үҙгәрмәне, улар элеккесә ҡалды, әммә хәҙер баҫыуҙа аҙ ғына кеше эшләй, йөкләмәләре ҙур. Төп байлығыбыҙҙың игенселәр булыуын, улар тырышлығы менән генә ауылдың йәшәүен оноторға ярамай.
Ә игенсе эше — ғөмүмән, бик ауыр хеҙмәт. Шулай булғас, механизаторҙарҙан башҡа тағы кем маҡтауға һәм хөрмәткә лайыҡ һуң? Әлбиттә, беҙ путевкаларға сарыф ителгән сумманы уларҙың ҡулына ла бирә ала инек, әммә ауыл кешеһенең холҡо шундай — ул был аҡсаны бер ваҡытта ла үҙенә тотонмаясаҡ, башҡа мөһимерәк ихтыяждарҙың ҡалҡып сығыуы бик мөмкин. Ә шифаханаларҙа ял итеп, һаулығын нығытып, һәйбәт тәьҫораттар алып ҡайтҡас, улар эшкә яңы көс менән тотона.
Ә аҡсаны ҡайҙан алаһығыҙ, тиһегеҙме? Бөгөн беҙ һөттө былтырғыға ҡарағанда 957 килограмға күберәк тапшырабыҙ, тимәк, 13 мең һумға күберәк аҡса алабыҙ. Ғөмүмән, көн һайын һөт һатыуҙан хужалыҡ ҡаҙнаһына 27 мең һум аҡса инә. Ауыл хужалығында бит һәр нәмә үҙ-ара бәйле, игенсе ваҡытында сәсһә — һәйбәт уңыш үҫтерәсәк, тимәк, малсылыҡ та килемле буласаҡ, — тине Наил Мәсғүт улы.
Ауылдың киләсәге бармы, тигән темаға бәхәс күптән бара. Рәсәй Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына ингәс, бәхәстәр яңынан көсәйҙе. Шулай ҙа ауыл йәшәүен дауам итә, үҙенә артыҡ иғтибар ҙа талап итмәй, шау-шыу ҙа ҡуптармай. Эйе, тормош ауыр, әммә ҡасан еңел булған һуң ул? Әминев кеүек етәкселәр булғанда, ауылдың киләсәге лә бар, сөнки ул крәҫтиән үҙен бәхетле итеп тойһон, эшенән һәм тормошонан ҡәнәғәтлек алһын өсөн ҡулынан килгәндең бөтәһен дә эшләй.


Автор: Фәнүзә СУФИЯНОВА. Әлшәй районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә