Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бәхет хаҡы нимәлә?
Күптән түгел Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында «Бәхет хаҡы» спектаклен ҡарап шатландым. Зал шығырым тулы ине. Ихлас ҡуйылған һәр сәхнә әҫәре тамашасыны уйланырға мәжбүр итәлер ул. Был тамашаны ҡарағас, оҙаҡ уйланып йөрөнөм дә фекерҙәрем менән уртаҡлашмаҡсы булдым.

Спектаклдә «Дөрөҫ йәшәнемме (йәшәйемме)? Нимә ул бәхет? Бәхетле булыр өсөн ни кәрәк?» кеүек көнүҙәк һорауҙар күтәрелгән. Спектакль, һис шикһеҙ, юғары профессиональ кимәлдә ҡуйылған. Мине сюжеттағы «Бәхетле булыр өсөн кемделер бәхетле итергә кәрәк — бәхет хаҡы бына ошо» тигән һүҙҙәр уйланырға мәжбүр итте. Был, ысынлап та, шулаймы?
Бәхетле булыу өсөн беҙгә, кешеләргә, шарттар булдырыу мөһим: кемгәлер — һөйгән йәр, кемгәлер — һаулыҡ, бәғзегә — бала, аҡса, машина, йә иһә яңы эш урыны, ҡаҙаныштар, йә булмаһа, икенсе берәүҙе бәхетле итеү һ.б. кәрәк. Ошо шарттарҙың береһе генә үтәлмәһә, кеше бәхетле була алмай. Әйтерһең дә, алдан уҡ бәхет талаптарын булдырып ҡуйғандар. Бына төп хикмәт нимәлә: ошо талаптарҙы үтәмәй тороп, кеше бәхетле булырға теләмәй, әммә һәр ваҡыт нимәлер етмәй. Кем булдырған ул талаптарҙы? Ни өсөн беҙ бер ниндәй шартһыҙ ошо донъяға килгән, һау-сәләмәт булған өсөн генә бәхетле булырға риза түгелбеҙ? Бер аҡыл эйәһе әйтмешләй, «бәхет һытылған тупҡа оҡшаған, уның бер яғы һәр ваҡыт китек, шул яғын рәтләүең була, икенсе яғы йәмшәйә».
Спектаклдә бәхетле булыу өсөн байлыҡ та, дан да, һөйөү-һөйөлөү ҙә етмәй, бының өсөн кемделер бәхетле итергә кәрәк, тигән фекер ярылып ята. Уйлап ҡарайыҡ. Икенсе берәүҙе (хатта ул иң яҡын кешең, һөйгән йәрең, йөрәк аҫтында йөрөткән балаң булһа ла) бәхетле итеп буламы? Әгәр кеше үҙе теләмәһә, һин өләшкән бәхетте ҡабул итергә әҙер булмаһа, бер кемде лә бәхетле итеп булмай, минеңсә. Тик үҙеңде генә бәхетле итеп була! Ләкин бәхетте ситтән — икенсе кешенән, эшеңдән, дандан, байлыҡтан, балаларҙан эҙләү — иң төп хаталарҙың береһе. Тәү нәүбәттә үк бәхет эҙләү юлы дөрөҫ юҫыҡҡа йүнәлтелмәй. Һөҙөмтәһе бик аяныслы: тарҡалған ғаиләләр, етем балалар, күңел бушлығын шарап менән тултырыу, үҙ-үҙеңә ҡул һалыу, аҡылдан шашыу. Эйе, кешелек барлыҡҡа килгәндән алып көнүҙәк булған мәңгелек мәсьәлә.
Башҡорт халҡында «Тәүфиҡҡа бәхет эйәргән» тигән бик хикмәтле әйтем бар. Ошо һүҙҙәрҙе миңә бала саҡта инәйем йыш ҡына әйтә торғайны. Бәләкәй саҡта бәхет, тәүфиҡ төшөнсәләре тураһында уйланмайһың да тиерлек. Үҫә төшкәс, үҙең әсәй булғас, тағы бер иҫкә төштө ошо һүҙҙәр. Төптәнерәк уйлап ҡараһаң, бик ҙур мәғәнә ята бит был әйтемдә! Бәхет – ул тәүфиҡлы тормоштоң эҙемтәһе генә. Иң беренсе, тимәк, тәүфиҡлы булыу шарт. Тәүфиҡ – ул тәртипле, итәғәтле, мәрхәмәтле булыу, үҙеңдең тәүге фиғелең. Хоҙай Тәғәлә тарафынан бирелгән булмышың. Һәр кешенең тыумыштан бирелгән үҙенә генә хас тәүге фиғеле бар. Тәүфиҡлы булыу – Хоҙайҙан бирелгән бүләк, ул бигерәк тә балаларҙа асыҡ күренә. Бер кеше лә тыумыштан тәртипһеҙ, яуыз, мәкерле булмай. Яҡынса 4-5 йәшкәсә, бала, бер ниндәй шарттар ҡуймайынса ла, бәхетле, ихлас, ләкин ул үҙенең бәхетле икәнен аңламай әле. Кеше ҙурая, үҫә, тормошо ҡатмарлаша, ләкин ул һәр ваҡыт ошо ҡасандыр юғалтҡан тәүфиҡ-бәхетен эҙләп йәшәй. Бәхетле булыу өсөн кеше яңынан, аңлы рәүештә үҙ булмышын, тәүфиғын табырға тейеш. Бының өсөн үҙ өҫтөңдә эшләргә, эске дисциплина булдырырға кәрәк.
Эске дисциплина иһә — үҙ уйҙарыңа, үҙеңә хужа булыу, кәрәкмәгәндәрен ваҡытында «һүндерә» белеү. Кешенең эске булмышы, уй-хыялдары, донъяға ҡарашы уны бәхетле йә бәхетһеҙ яһай ҙа инде. Тимәк, бәхетте ниндәй ҙә булһа тышҡы фактор (икенсе кешенең һиңә ҡарата һөйөүе, байлыҡ, дан) менән бер ҡасан да тултырып булмай, сөнки уның тамыры – эстә.
Илебеҙҙә тиҫтәләрсә йылдар буйына хөкөм һөргән материалистик фәлсәфәнең сикһеҙ зыянын бына ошо юҫыҡта асыҡ күрергә була, сөнки беҙҙе һәр ваҡыт аҡыллы, белемле булырға өйрәттеләр. Ләкин бәхетһеҙлектең төп шарты – аҡыл менән генә йәшәү, тип бер ҡасан да әйтмәнеләр. Эйе, эйе, аҡыл да артыҡ була. Айырыуса ул кешенең булмышын тулыһынса яулап алып, тәүфиғын ҡаплаһа; тик иҫәп-хисап буйынса барғас, робот рәүешендәге тормош көтә кешене. Йыш ҡына, йөҙөндә йылмайыу сатҡыһы ҡалмаған, күңел бушлығын ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт, шарап, тәмәке, бәйһеҙ енси бәйләнештәр менән тултырырға тырышҡан йәштәрҙе, үҙ алдына һөйләнеп китеп барған олораҡ кешеләрҙе күргәнегеҙ юҡмы ни?!
Уйҙар, аҡыл донъяһын «ситтән» күрә белмәй, эске донъяңда тәртип булдырмай тороп, уны кәрәккән-кәрәкмәгән мәғлүмәттән, психик комплекстарҙан, алдаҡтан, күңел яраларынан аңлы рәүештә таҙартмай ғына тәүфиғелеңде уятыу мөмкин түгел, тимәк, бәхетле була алмайһың. Тик үҙе бәхетле кеше генә бүтән берәүҙе (әгәр ул теләһә, уға ҡарата асыҡ булһа) бәхетле итә ала. Шулай булғас, хөрмәтле дуҫтар, донъяны бәхеткә сорнайым тиһәң, тәү нәүбәттә үҙеңә бәхетле булырға кәрәк.
Бәхетте шулай уҡ эске күңел донъяһындағы матур баҡса үҫтереү менән тиңләргә мөмкин. «Баҡса»ңды сүп-сар (үкенеү, ҡурҡыу, икеләнеү, ҡайғы, һағыш) баҫып алмаһын өсөн, көн һайын уны «утап», таҙартып тороу мотлаҡ. Уйҙар донъяһында таҙартыуҙы нисек үткәрергә һуң? Боҙоҡ граммофон уйнаған төҫлө, әйләнеп килеп ҡабатланып торған хәүефле уйҙарҙы «күрә белеү» менән генә туҡтатыу мөмкин. Кеше үҙ уйҙарын күрә белергә өйрәнгән, тимәк, ул уйҙары менән бергә түгел икәнен аңларға тейеш. Был турала әйтеүе генә анһат, сөнки, үрҙә әйтеп китеүемсә, матди идеология хөкөм һөргән илдә, бер кемде лә, бер ҡасан да уйҙар донъяһын ситтән күрә белергә һәм ул донъя һинең «күренгән, тотоп, тойоп» йәшәгән донъяңа ҡарағанда ла мөһимерәк, тип өйрәтмәнеләр. Уйҙар донъяһын «утау», кәрәкмәгәндәрен алып ташлауҙың төп шарты – аңлы йәшәү, үҙ аҡылыңа үҙең хужа була белеү. Күпселек осраҡта, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аҡыл кешегә идара итә. Ошо урында асыҡлыҡ индереп китеү мөһим: мин аҡылға, аҡыллы булыуға, һис шикһеҙ, ҡаршы түгел, донъяны, ысынбарлыҡты тик аҡыл-эго (мин-минлелек) күҙлеге аша ҡарауға ғына ҡаршы. Аҡыл – кешегә йәшәү өсөн бирелгән ҡорал ғына, уны үҫтерергә, байытырға, үткерләргә була. Ләкин ул кәрәкмәгән осраҡта, бәхет, мөхәббәт, тәүфиҡ кисерештәрен тойғанда, аҡылды «һүндереп» тороу ҡулайлыраҡ. Кешенең бар булмышын аҡыл-эго яулап алһа, тәүфиҡҡа, аңлылыҡҡа урын да ҡалмаһа, бәхетһеҙлектең тамыры – бына ошонда. Үрҙә әйтеп үткәнемсә, булмышыбыҙҙы тик аҡыл менән тиңләргә өйрәнгәнбеҙ. Күпселек осраҡта бер кешенең «эске» донъяһында бер нисә кеше диалог алып барамы ни! Кешенең уйҙарында, күңелендә, аҡылында үҙ-ара талаш, йолҡош, һуғыш бара. Бер аҡыл эйәһе кеше булмышының аңһыҙ өлөшөн ҡараңғылыҡҡа тиңләй. Уға ҡаршы бер нисек тә көрәшеп булмай, уны һепереп йә ырғытып ташлап булмай, сөнки ҡараңғылыҡ – юҡ, ул бит яҡтылыҡтың булмауы ғына. Ҡараңғылыҡты (был осраҡта аңһыҙлыҡтың синонимы тип ҡабул итергә кәрәк) юҡ итеүҙең берҙән бер юлы – яҡтылыҡ булдырыу (аңлылыҡ индереү).
Бәхетең бар булмышыңдан, һүҙҙәреңдән, күҙҙәреңдән, эшеңдән һирпелеп торһон. Кем ошо һирпелеп торған бәхетте ҡабул итергә әҙер, шул ҡабул итер. Булмышыңа шатланып, риза булып, үҙеңде нисек бар шулай ҡабул итеп, булғанға шөкөр итеп, рәхмәттәр уҡып йәшәү – үҙе бәхет. Ләкин бәхетте аңлы рәүештә асыр өсөн (табыр өсөн тип әйткем килмәй) уны юғалтырға кәрәк. Аңлы рәүештә яңынан һәр ваҡыт үҙеңдә булған тәүфиҡ-бәхетте асыу – кешенең тормошоноң төп мәғәнәһелер ул.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Рияз Мәсәлим
    Рияз Мәсәлим от 20.04.2013, 13:50
    Бына тағы ла бер аҙым экстремаль антропологияны раҫларға. Афарин, Гүзәл һылыу, бик теүәл фекерҙәр!

  2. Гюзель Вильданова
    Гюзель Вильданова от 21.04.2013, 07:36
    Ҙур рәхмәт!Был юҫыҡта күп эшләргә кәрәк әле.






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 13

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 9

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 12

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 14

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 25

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 22

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 27

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 20