Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Насар юл өсөн түләмәйәсәктәр
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөлә апрель башында асылған юл-төҙөлөш лабораторияһының эше менән танышты.

Әле яңы магистралдәр һалғанда һәм булғандарын йүнәткәндә файҙаланыласаҡ материалдарҙың сифаты баһалана. Лаборатория Германияла һәм Америкала етештерелгән заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Бында төрлө анализаторҙар, ҡулайламалар бар. Белгестәр, температура, хәрәкәт көсөргәнешлелеге, юлды файҙаланыу ваҡыты кеүек шарттарҙы иҫәпкә алып, аныҡ күрһәткесте аппаратта билдәләй ала. Лаборатория директоры Василий Ивлев әйтеүенсә, бындай ҡорамалдар Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта ғына бар. Йәмғеһе 25,5 миллион һумлыҡ 602 берәмек ҡорамал һәм үлсәү ҡулайламаһы һатып алынған.
— Юлсылар өсөн мөһим мәл етте — улар йә сифатлы итеп эшләй башлай, йә беҙ ситтән оҫталар саҡырасаҡбыҙ, — тине Рөстәм Хәмитов. — Сифатһыҙ эш өсөн күп итеп аҡса түләү осоро үтте. Материал һайлауҙан алып технологияларға тиклем төҙөлөштөң бөтә этабында ла ҡәтғи һәм даими контроль буласаҡ. Был — Башҡортостанда юлдарҙы яҡшыртыу йәһәтенән тәүге мөһим аҙым.
Өфө лабораторияһының ҡеүәте күрше райондарҙы ла хеҙмәтләндереүгә етә. Тиҙҙән республика әһәмиәтендәге лаборатория сафҡа инәсәк. Әле тейешле ҡорамалдар һатып алынған. Хеҙмәткәрҙәрҙең квалификацияһына килгәндә, Өфө дәүләт нефть техник университетының төҙөлөш факультеты һәм Өфө автотранспорт колледжы менән хеҙмәттәшлек итеү күҙаллана. Был уҡыу йорттарында тикшеренеү эше өсөн белгестәр әҙерләнәсәк.
Лаборатория аккредитация үтеп, сәнәғәт күләмендә тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнәсәк. Материалдарҙы һәм юл япмаһын анализлағандан һуң, сифат талапҡа яуап бирмәй икән, етешһеҙлек яйға һалынмайынса, эш ҡабул ителмәй. Көн йылытыу менән лаборатория тулы ҡеүәтенә сафҡа инәсәк. Әле белгестәр Октябрь проспектында ер аҫты үткәүеле төҙөлөшөндә файҙаланылған материалдарҙың сифатын тикшерә. Шулай уҡ Салауат Юлаев проспектындағы, Беренсе Май һәм Жуков урамдарындағы, “Өфө-Аэропорт” трассаһындағы юлды баһаларға тәҡдим ителде.
Лабораторияла шулай уҡ бетон сифатын билдәләү ҡорамалы ла бар. Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов әйтеүенсә, әле юл һалыуҙа файҙаланылған элементтар технологияны үтәмәйенсә етештерелә.
— Бер-ике йылдан конструкция емерелә, — тине Ирек Ялалов. — Тиҙҙән юлды төҙөкләндереү өсөн сифатлы эйәрсән элементтарҙы — бордюрҙар, брусчатка ҡулланасаҡбыҙ. Бынан тыш, яңы йорттар ихатаһын төҙөкләндереү сифатын да баһалаясаҡбыҙ. Талапҡа яуап бирмәгән осраҡта йортто тапшырыу актына ҡул ҡуймаясаҡбыҙ.
— Материалдар сифатына контролһеҙ эшләү файҙаһыҙ, — тип билдәләне Башҡортостан Президенты. — Лабораторияның бурысы — намыҫһыҙ етештереүселәрҙе асыҡлау. Быйыл юл төҙөлөшөнә республика ҡаҙнаһынан 9 миллиард һум, федераль бюджеттан 7,5 миллиард һум аҡса бүленде. Лаборатория аҡсаны бушҡа сарыфламау мөмкинлеген бирә. Беҙ сифатлы материалдар файҙаланып, юлды ике тапҡырға күберәк һаласаҡбыҙ.


Автор: Ғ. ХӘБИРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә