Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Яҙмыш асҡан юлдарҙан барам”
“Яҙмыш асҡан юлдарҙан барам”Ҡатын-ҡыҙ борон-борондан үҙенә донъялағы иң ҡиммәтле, һоҡланғыс сифаттарҙы туплаған. Ул ғүмер бүләк итә, йорт усағын, юғары әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һаҡлай, хеҙмәткә һәм ижадҡа илһамландыра, яңы быуынды тәрбиәләй. Улай ғына түгел, ҡатмарлы тормош юлында үҙ урынын табып, төрлө өлкәлә уңыштар яулай. Шундай ҡатын-ҡыҙҙың береһе, мөләйем йөҙлө, ихлас күңелле, юғары рухлы, тынғыһыҙ йөрәкле, эшһөйәр Наилә Сәфәрғолова менән танышҡас та, уның тураһында мәҡәлә яҙыу теләге тыуғайны.

Тормошта әҙәм балаһы йыш ҡына битлек файҙалана. Ғаиләлә беҙ бер төрлө, ә йәмғиәттә бөтөнләй икенсе кеше. Бигерәк тә артистарға һәр ваҡыт тиерлек битлектә йөрөргә тура килә. Тамашасы уларҙы шат, көләс йөҙлө итеп күрергә өйрәнгән, тышҡы ҡиәфәттәре, ролде яҡшы башҡарыуҙары нығыраҡ ҡыҙыҡһындыра. Гәзит-журналда, радио йәки телетапшырыуҙа артист халҡының ижади эшмәкәрлеге, яулаған уңыштары ғына яҡтыртыла. Ә хыялы, шәхси тормошо, хәтирәләре ябыҡ шаршау артында тороп ҡала.
Ҡояш балҡып, өй ҡыйығынан тамсы тамып торған мәлдә, яҙҙың иң сағыу байрамы — 8 Март көнөндә Стәрлебаш районының Үрге Шәкәр ауылында Нәжиә менән Әбделхәй ғаиләһендә алтынсы бала булып донъяға килә геройым.
“Алтынсы балам — алтын балам, бәхетле генә бул инде,” — тип атаһы уға Наилә тип исем ҡуша. Татыу, ишле ғаиләлә үҫкән ҡыҙ “бишле” билдәләренә генә өлгәшә, Өфөләге 1-се мәктәп-интернатта уҡығанда ла һәр ваҡыт алдынғылар рәтендә була.
— Интернатта һабаҡ алған сағым әле лә хәтерҙә. Тәрбиәсебеҙ Ләлә Хөсәйен ҡыҙы беҙҙең өсөн икенсе әсәй ине. Толом-толом сәстәрен ҡыҙҙар менән үрә торғайныҡ, ул ауырып киткәс тә, икенсе тәрбиәсене ҡабул итә алманыҡ. Һәр ваҡыт апайыбыҙ эргәһенә барып, кәңәшләшеп йөрөнөк. Иҫемдә, яҡшы уҡыған өсөн миңә Ҡара диңгеҙ буйында урынлашҡан лагерға путевка бирҙеләр. Юл хаҡы ла, ашау ҙа бушлай. Тик барыбер үҙең менән аҡса алырға кәрәк. Атай-әсәйемдең аҡсаһы юҡ саҡ, өйҙә минән тыш тағы ла ете бала бар бит. Путевканан баш тартырға булдым, шул саҡ Ләлә Хөсәйен ҡыҙы аҡса биреп, мине лагерға ебәрҙе. Бурысымды тәүге стипендиямдан ҡайтарҙым. Ул — тормошомда ҙур роль уйнаған кешеләрҙең береһе, — ти хәтирәләргә бирелеп Наилә Әбделхәй ҡыҙы.
Яҡшы уҡыған, төрлө сарала һәр ваҡыт әүҙем ҡатнашҡан ҡыҙҙы барыһы ла ярата, хөрмәт итә. Уның артислыҡ һәләтен күргән уҡытыусылары Наиләгә Өфө дәүләт сәнғәт институтына барып ҡарарға тәҡдим итә. Теләге булмаһа ла, уҡытыусы һүҙен кире ҡаҡмай ҡыҙ. Бер әҙерлекһеҙ ҡабул итеү комиссияһы алдына барып баҫа.
— Комиссия составында абруйлы шәхестәр ултыра. Шулай ҙа ҡаушаманым, артист булырға бер ҙә теләгем юҡ, тип әйттем дә һалдым. Мин ул саҡта енәйәт эштәрен тикшереүсе булырға теләй инем. Тәжрибә сифатында өс көн интернатта, өс көн сәнғәт институтында уҡып ҡарарға кәңәш иттеләр. Ризалаштым. Шулай 10-сы класта уҡығанда уҡ студент булырға насип итте, — ти Наилә.
Осраҡлы ғына рәүештә сәнғәт институтына уҡырға инеп, унда ла яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Дипломды ҡулына алған ҡыҙға баш ҡалала эшкә ҡалырға тәҡдим яһайҙар. Әммә 1984 йылда Наилә тормош иптәше менән Салауат ҡалаһына китергә була. Бында уны йылы ҡабул итәләр, тип әйтеп булмай. Өс көн рәттән Салауат театрын эҙләй йәш ҡыҙ, тик таба алмай. Был ваҡытта театрҙың үҙ бинаһы юҡ, артистар магазин бинаһында йыйылған була. Театр директоры Марс Яппаров йәш ҡыҙҙың ғаиләле икәнен белгәс, сәнғәттән ситтә торорға кәңәш итә һәм эшкә алмай. Наилә юғалып ҡалмай, мәҙәниәт һарайында үҙенең драма түңәрәген асып, спектаклдәр ҡуя башлай.
Бер көн ҡараңғы төшкәс кенә өйөнә ҡайтып барған ҡыҙ бәләгә тарый. Шунан һуң ул көндөҙгө эш эҙләргә ҡарар итә. Был ваҡытта ҡалабыҙға мәҙәниәт белгесе кәрәк була, һәм конкурс иғлан ителә. Тырыш, һәр эшкә яуаплы ҡараған Наилә һынауҙы еңеп сыға һәм театр белгесе булып хеҙмәт юлын дауам итә.
— 10 йыл эшләү дәүерендә күп кенә проект әҙерләнек, фестивалдәр ойошторҙоҡ. Ошо осорҙа театрға бина алып биреү өсөн дә күп кенә көс һалырға тура килде, — ти театр директоры.
Ике егеткә ғүмер биргән әсәй ҙә Наилә Әбделхәй ҡыҙы.
— Аталары урыҫ булғас, малайҙарым да Константин менән Максим исемле. Шулай ҙа уларҙа башҡорт рухы тәрбиәләй алдым, — ти әсә кеше.
Тормош бит, төрлө саҡтар була, гел генә ал да гөл бармай. Икенсе балаһын тапҡандан һуң Наилә оҙаҡ ҡына ауырый, тик аяҡҡа баҫыр өсөн үҙендә көс таба.
Һәр ваҡыт йәш, нәзәкәтле, шаян Наилә ханыма һоҡланмау мөмкин түгел. 15 йыл Салауат дәүләт башҡорт драма театрының етәксеһе вазифаһын үҙ иңендә тартҡан тынғыһыҙ етәксене ҡалабыҙҙа һәр кем белә һәм хөрмәт итә. Беҙҙе илһамландырған мәҙәниәт усағын Наилә Сәфәрғолованан тыш күҙ алдына ла килтереп булмай хатта. Ул театрға килгән һәр кемде ихлас күңел менән ҡаршы ала, барыһына ла иғтибар бүлергә тырыша, ижади эшмәкәрлеге менән ҡыуандыра. Сибәр, мөләйем йөҙлө ҡатын да, яҡшы, ҙур йөрәкле, итәғәтле әсәй ҙә, талапсан, яуаплы етәксе лә ул.


Автор: Альбина ҠОТЛОГИЛДИНА. Салауат ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә