Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тәүге кәкүк саҡырыуы ла ҡыуаныс ине...
Әүәлдән халыҡ йәшәгән еренә, һыуына ихтирам менән ҡараған, тәбиғәт бүләген һаҡсыл тотонған. Һәр кемдең үҙ иле, биләмәһе билдәле булған, шуға ла барыһы ла уны үҙенеке итеп ҡарап ҡурсалаған. Тау-таш араһында йәшәгән халыҡ та үҙ илен ифрат яратҡан, төрлө баҫҡынсыларҙан яҡлаған, тәбиғәтен һаҡлаған, сөнки ерҙең, һыуҙың, ҡояш һәм һауаның тереклекте бар итеүен яҡшы белгән. Бөгөн дә әҙәм балаһы үҙенең йәшәйеше менән тәбиғәткә бурыслы икәнен аңларға, уға ҡарашын үҙгәртергә тейеш.

Юҡҡа ғына "башҡорт — тәбиғәт балаһы" тимәгәндәр. Иркен ергә эйә булған ата-бабабыҙ күберәк тәбиғәт ҡосағында көн иткән. Өйөр-өйөр малын урындан урынға ҡыуып йөрөтөп, ҡышҡа әҙерләнгән. Улар мал һимерткән, май бешкән, эремсек, ҡорот ҡайнатҡан, еләк-емеш йыйып киптергән, үләндән сәй әҙерләгән, иген дә иккән. Ғөмүмән, башҡорт тәбиғәт биргәне менән ҡәнәғәт булып, уның байлығынан файҙаланып йәшәгән. Бер кемдән ярҙам һорамаған, ят-ситтәр еренә баҫып инмәгән. Ере етерлек булған, шуға үҙ көнөн үҙе күргән. Ер өҫтө һәм ҡаҙылма байлығын да сама менән генә дөрөҫ тотона белгән, иртәгәһен уйлаған. Шишмә, йылға баштарын әленән-әле таҙартып тороу үҙе бер йола булған, һыу буйҙарына сүп-сар ташлау ҙур гонаһ һаналған. Һыуҙы самаһыҙ тотоноу ҙа яҙыҡ иҫәпләнгән. Беҙ бәләкәй саҡта ололар һыуҙы күп ҡулланыуҙан иҫкәртеп: "Ҡыҙым, һыу алтынға бәрәбәр, уны шабырлатма", — ти торғайны. Ә туғайҙағы емеш-еләкте бешкәс кенә тотош ауыл халҡы сығып ике-өс көн йыя ине. Һәр кеше ҡәнәғәт. Тирә-яҡтан килгәндәрҙе туғайға индермәйҙәр, сөнки улар әҙәпһеҙ: ағастарҙы һындыра, үләнде тапай. Сабынлыҡтарҙы нисек һаҡлайҙар ине! Ҡырағай йәнлектәрҙең һанын, ҡайҙа йәшәүен билдәләп, быйыл нисә бала килтергәненә тиклем иҫәпләнеләр беҙҙең ауылда. Көҙ китеп, яҙ ҡайтыр ҡоштарҙы ла ҡурсалайҙар, көтәләр ине. Апрель айында һәр өйҙөң ҡапҡа башына сыйырсыҡ оялары эленә, уларҙың ҡайтырын ололар ҙа, балалар ҙа көтә. Өйрәктәр үткән йылғы күленә төштөмө-юҡмы, торналар ҡайһы ерҙә оя ҡора — барыһын да күҙәтә торғайны халыҡ. Йылға-күлдәге балыҡты ла ҡомһоҙланып түгел, танһыҡҡа, кәрәгенсә генә тоттолар беҙ бала саҡта.
Кәкүк саҡырыуын, һандуғас һайрауын ҡасан ишетеүен дә ололар бер-береһенә хәбәр итеп ҡыуанышыр ине. Атайым Ғибаҙулла Бейешев 1957 йылда календарь битенә: "Бөгөн, 10 майҙа, беренсе кәкүк саҡырыуы ишетелде", тип яҙып ҡуйған. Ҡар ҡалынайыуға сәүкә, һайыҫҡан, ала ҡарға ишәйеп, кешегә яҡынлап, ауыл тирәһенә ҡайта. Беҙ килдек тигәндәй, һәр береһе үҙ тауышын сығарып оран һала. Уларҙың күренеүе ҡыштың ныҡлап урынлашыуын билдәләй.
Ауылды, тирә-йүнде таҙа тотоуға ла ҙур иғтибар бирелгән булған, был үҙе бер дөйөм тәртип иҫәпләнгән. Хатта балаларға: "Иҙән йыуған һыуыңды урамға сығарып түкмә, теләһә ҡайҙа сәсрәтеп ҡуйма!" — тип бер урынды ғына күрһәтерҙәр ине. Ошондай дөйөм тәртип булғанлыҡтан, урман-туғайҙар йәмле, йылға-шишмәләр таҙа булған.
Ауыл халҡы һыуҙы йылғанан эсә ине. Таң менән ташып ҡуялар, сөнки иртәнге һыу шифалы була, быны ғалимдар ҙа иҫбат итте. Заманында "наҙан" тип иҫәпләнгән халҡыбыҙҙың күңел донъяһы ни тиклем саф, бай, матур булған, тәбиғәтте һаҡлау тәртибе ҡаты ҡуйылған. Шуға ла беҙ бала саҡтағы тәрбиә ғүмерлеккә иҫтә ҡалған. Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы: Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылында өлгөрөп еткән мәсьәләләрҙең хәл ителеүенә өмөт ҙур.
Әлбиттә, донъя бер урында ғына тормай. Кеше башҡа һыймаҫлыҡ яңынан-яңы асыштар яһай. Был үҫеште туҡтатыу мөмкин түгел. Шулай ҙа илдең алға китеүе өсөн файҙалы һәм зыянлы яғын күҙ уңында тотоп эш итеү мөһим. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғалимдар асыштың насар яғына бик иғтибар итмәй.
Уҙған быуаттың 60-сы йылдарында илдә "Сиҙәм күтәреү" хәрәкәте башланды. Һәр төбәктән халыҡты йыйып, эшкә йәлеп иттеләр. Тәбиғәткә иһә ошо сара ҡот осҡос зыян килтерҙе, сөнки ҡайһы бер урындағы етәкселәр, юғарыға ярарға тырышып, ағастарҙы трактор менән тартып йыҡтырҙы, сабынлыҡтарҙы, уйһыулыҡтарҙы, ҡоштар төшә торған бәләкәй күлдәрҙе киптереп юҡҡа сығарҙы. Ул ерҙәр бөгөн бер нигә лә эшкинмәй буш ята, ҡый үләне үҫә, тик ашлыҡ түгел… Ҡаш яһайбыҙ тип күҙ сығарып ҡуйҙылар. Аҡыл менән эш итеп, булған ерҙе белдекле файҙаланып, мул уңыш алыу мөмкин ине бит. Йә булмаһа, урманға төшкән ҡортто бөтөрәбеҙ тип, самолеттан ағыу һиптереп, күпме бал ҡортона зыян килтерҙеләр, кейектәр, халыҡтың ваҡ малы ҡырылды. Баҡтиһәң, ул ҡорт төрлө заводтарҙың газынан ишәйә икән.
Тәбиғәтте һаҡлау йәһәтенән беҙгә ҡытайҙарҙың тарихынан һабаҡ алырға ине. 60–70-се йылдарҙа булһа кәрәк, улар, дөгөгә зыян килтерә тип, турғайҙарҙы ҡырып бөтөрҙө. Эш атҡарылғас ҡына, был ҡоштарҙың дөгө баҫыуына төшкән ҡорттарҙы юҡ итеүе асыҡланды. Һөҙөмтәлә Ҡытайҙа турғайҙарҙы икенсе илдән килтереп, яңынан үрсетергә мәжбүр булдылар.
Был мәҡәләмде яҙыуға илдә ҡарға, сәүкә, һайыҫҡанды, ала ҡарғаны бөтөрөү хаҡында ҡарар әҙерләнә тигән мәғлүмәтте ишетеүем сәбәпсе булды. Йәнәһе, улар ауырыу тарата. Бер йылды В. Жириновский ҙа: "Йылы яҡтан осҡан ҡоштарҙы Рәсәйгә үткәрмәҫкә, бөтә армияны уларҙы ҡырыуға сығарырға кәрәк", – тип лаф орғайны. Әле тағы бер гонаһһыҙ ҡоштарҙы ҡырыуға юл ҡуйылһа, тәбиғәт быны ғәфү итмәйәсәк.
Ауырыуҙарҙы кеше үҙе тарата. Ғүмерҙә ишетелмәгән сирҙәр килеп сыҡты: СПИД, наркомания, эскелек… Уларҙы ҡоштар таратамы ни? Былай ҙа һирәгәйгән йән эйәләрен ҡырып бөтһәк, донъяның ни йәме ҡалыр? Урман, туғай, болондар юҡ иҫәбендә, ярына һыймай аҡҡан йылғалар һайығайҙы, күлдәр юҡҡа сыҡты, шифалы һыулы шишмәләр ҡороно. Тәбиғи үҫеп ултырған үләнде, хуш еҫен тирә-яҡҡа бөрккән меңәрләгән ялан сәскәләрен, өҫтөндә елпелдәп осҡан төрлө төҫтәге күбәләктәрҙе лә күреүе ҡыйын бөгөн. Ә бит улар бөтәһе лә бер-береһенең йәшәүенә, үҫеүенә көс бирә, ярҙам итә. Тәбиғәттә һәр нәмә үҙ урынында. Кеше үҙенең үҫешенә, тормоштоң алға китеүенә үҙе зыян килтерә.
Тәбиғәтте, ғөмүмән, бөтә донъяны ныҡ яратҡан Әкрәм Бейеш 1969 йылда уҡ үҙенең бер шиғырында:
Ҡош юҡ быйыл. Йылдан-йыл ҡош
бөтә.
Ағас бөтә, йәнлек, һыу бөтә,
Шаулап, күкрәп торған тәбиғәтте
Йыртҡыс кеше ҡулы ҡыу итә.
Килер бер көн — ҡалыр таш ҡына,
Таш ҡалыр ҙа ҡалыр машина, —
тип оло әрнеү менән яҙғайны.
Бына шулай, Аллаһ Тәғәлә беҙҙең өсөн яралтҡан мөғжизәне һаҡлаһаҡ ине. Киләсәк быуынға ла тәбиғәттең кеше тормошо өсөн төп йәшәү нигеҙе икәнен ғаиләлә, балалар баҡсаһында, мәктәптә аңлатыу кәрәк. Шул ваҡытта, бәлки, тирә-яҡ мөхитте яҡлай, һаҡлай алырлыҡ йәштәр үҫеп сығыр. Тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләү — ул илгә һөйөү тәрбиәләү. Тәбиғәтте һөйгән кеше илен һөйә, ил ҡәҙерен белә. Шуға ла үҙ ваҡытында Рәми Ғарипов "Белһәң икән..." тигән шиғырында:
Тәбиғәттә һәр ни үҙ урынында,
Бөтәһе лә унда ярашлы! —
Әллә шуның барыһын
тойғанғамы,
Кеше шулай уйсан ҡарашлы! —
тип яҙғайны.
Тәбиғәткә һаҡһыҙ тейеү ярамай. Ошоға тиклем боҙғаныңды төҙәт, яралы тәбиғәт беҙҙән бөгөн ярҙам көтә.


Автор: Ләлә БЕЙЕШЕВА. Өфө ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә