Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һынауҙарға һынманы
Һынауҙарға һынманыОчерк
…Фәүзиә мотоциклы менән йән-фарман тауға үрләне. Иң текә урында мотоцикл үҙе туҡтағансы барҙы ла, төшөп етер-етмәҫтән, үкһеп илап ебәрҙе. Ергә ятып, аунап иланы. Тамам түҙеме бөткәйне уның. Арыуҙан да, ялҡыуҙан да түгел, үҙ ҡулдары менән гәрәбәләй иген үҫтереп тә, бер генә бөртөгөн дә ашай, балаларына ҡурмаслыҡ ҡына булһа ла ала алмай эшләгән колхозсыларын йәлләне ул.

Ҡатын-ҡыҙҙар тоҡтарға иген тултырған саҡта күҙ яҙлыҡтырмай ҡарап торған вәкилдәргә асыуы килде. Кемгә һөйләһен зарын? Әсәһе былай ҙа ҡыҙының кәйефен һиҙеп тора, йәлләй. Фәүзиә күпме генә тынысландырырға тырышһа ла, ҡайҙа инде — әсә йөрәге һиҙгер. Һуғышта яратҡан егетен юғалтҡандан һуң бер кемгә лә күңел һала алмаған ҡыҙының яңғыҙлығы ла, үтә сая, тура һүҙле етәксе булыуы ла борсой әсәне. Белә быны Фәүзиә. Шуға ла әсәһен артыҡ борсорға теләмәй. Ә тағы кем аңлар уны? Кемгә ышанырға? Бында ул — яңы кеше. "Победа" колхозында икенсе йыл ғына рәйес булып эшләй. Йә берәйһе зарыңды яңылыш аңлар. Яңылыш ысҡындырған дөрөҫ һүҙ өсөн дә хоҡуғыңдан мәхрүм ҡалып булмай бит. Уның ни икәнен белә Фәүзиә. Үҙ елкәһендә татыны. Күкрәген яндырып торған ҡайғы-хәсрәтен кемгәлер һөйләгеһе, фекер алышҡыһы килгән саҡтарҙа иң яҡшыһы — үҙең менән һөйләшеү, үҙең менән бәхәсләшеү тигән һығымтаға килгән Фәүзиә Әхмәтсәғит ҡыҙы. Берәүгә лә үҙ хәсрәттәреңде йөкмәтмәйһең, аҙаҡ үкенмәйһең дә.
...Егерме йәшлек кенә сағыңда һуғыш яланында алыштың. Унда еңел булдымы ни һиңә, Фәүзиә? Ҡыҙыл Байраҡ, тағы әллә күпме башҡа Ватан һуғышы ордендарын бушҡа бирмәнеләр бит. Батырлығың өсөн алдың. Көнсығыш Пруссияға тиклем барып еттең. Ебеп төшмә. Хәҙер инде баш осонда йәҙрәләр яуып тормай. Һуғышта саҡта бөтөн теләгегеҙ шул ине бит. Барыһы ла рәтләнер.
...Һуғыш ауыр. Әммә унда дошманың билдәле. Алдыңа маҡсат ҡуйыла. Теге бейеклекте алырға, йылғаны аша сығырға, алға, тик алға барырға, Берлинға етергә... Өмөтөң була. Ә бында... Күрәләтә алдап эшләтәм ас халыҡты. Былтыр, утыҙ меңселәр иҫәбенән, иң ауыр саҡта килдем колхозға. Тыуған яғыма ҡайттым. Халыҡтың йонсоуын аҡлап була ине. Йыл уңдырышһыҙ килде. Иген уңһа, бер туйғансы ашарбыҙ икмәкте, түҙәйек, тип ышандырҙым уларҙы. Ә быйыл емерелеп уңды бит иген. Улар һаман ас. Үҙҙәренә тейешен дә ала алмайҙар. Ҡасан рөхсәт булыр? Ҡайҙа китә ашлыҡ, кемдәр өсөн көс түгәләр? Хеҙмәтсән халыҡҡа ниңә шундай ҡараш ул? Имеш, иген алһалар, эшләмәйәсәктәр...
...Юғарынан күрһәтмә көт, түҙ, Фәүзиә. Дыуамалланма.
... Нисек түҙмәк кәрәк? Күпме түҙмәк кәрәк?
Ярым ас балаларҙың күҙҙәренә ҡарамаҫҡа тырышып, урамдан ашығып үтеп китә былай ҙа. Ярай әле, КПСС-тың Абҙан район комитетының беренсе секретары Абдуллин, колхоз бригадалары бер-береһенән үтә алыҫ урынлашҡанлығын иҫәпкә алып, мотоцикл бирҙертте уға. Кеше күҙенә артыҡ салынмаҫ өсөн жыулатып үтеп китә.
...Абдуллинға барғанда... Колхозсыларҙың хәлен аңлатҡанда... Ул бик кешелекле етәксе.
...Юҡ, рәйес иптәш, бындай хәүефле аҙымды үҙең яһа. Ғәйепләһәләр, бөтөнөһөн үҙ өҫтөңә алырһың. Иң ауыры — һуғыш, башҡа ауырлыҡтарҙы нисек тә еңеп сығырбыҙ тип уйлай инең бит.
Шулай итеп, үҙ-үҙе менән бәхәс ҡороп, бер ҡарарға килде Фәүзиә.
Унда тәүәккәллек өҫтөнлөк ала һәм кис колхоз идараһы йыя ла эш көнө иҫәбенән икешәр килограмм иген бүлергә тигән тәҡдим индерә.
Ул саҡтағы ҡыуаныс! Балаларҙың балҡып киткән йөҙҙәре! Ҡатындарҙың рәхмәттәре... Ә кисен өй мөрйәләренән яңы бешкән икмәк, ҡурмас еҫенең аңҡып китеүе Фәүзиә өсөн иң бәхетле мәл булғандыр. Хәйер, бындай шатлыҡты Еңеү көнөндә лә күргәйне яугир Фәүзиә! Яугирлек тәүәккәллеге яу яланында нығынып ҡайтмаһа, бындай ҡыйыу аҙым эшләй алыр инеме икән? Нисек кенә булмаһын, хәл итте Фәүзиә Әхмәтсәғит ҡыҙы.
Йылдар үткәс тә, ул саҡта ни тиклем хәүефле аҙым яһағанын иҫенә төшөрөп ала ул.
...Иртәгәһенә район үҙәгенән вәкил килеп төшә. Колхоз рәйесе Әбүбәкерова уны сәй эсергә алып ҡайта. Әсәһе өҫтәл әҙерләй. Йомортҡа ҡыҙҙыра. Вәкил сәйгә ултырып, ашай башлаған саҡта, Фәүзиә колхозсыларға иген бүлеп биреүе тураһында әйтә. Партияның Абҙан район комитеты вәкиле булып килгән ир кешенең йөҙө ҡап-ҡара була, ирендәре ҡалтырана башлай, ауыҙына ҡапҡан ризығын да йота алмай, кире төшөп китә хатта. Ул биҙгәк тотҡан кеше ҡиәфәтендә була, шунан һикереп тора ла, бер ни әйтмәй, туп-тура Абҙанға юл ала.
Фәүзиә, борсолоуын әсәһенә күрһәтмәҫ өсөн, мотоциклына атланып баҫыуға китә. Әсәһе ҡыҙын йәлләп, ни эшләргә белмәй. Тағы ҡулдарына бығау һалып алып китерҙәрме икән ни? Ырымбур өлкәһендә Ҡыуандыҡта йәшәгәндә, ҡыҙы Сурайҙа уҡытып йөрөгән еренән, әсәһен ҡарар өсөн, яҡынға заводҡа урынлаша. Мәктәп директорына хәлде аңлатып, һөйләшеп-килешһә лә, ул, Фәүзиә ҡайтып китеү менән, уның өҫтөнән ялыу яҙа. Күп тә үтмәй, заводта эшләп йөрөгән Фәүзиәне, мәғариф фронты дезертиры тип, халыҡ алдында ҡулына бығау һалып алып китәләр. Башҡаларға фәһем булһын, йәнәһе. Унан Ырымбур төрмәһе, һаҡсылар, тыңҡыслап тултырылған вагонда яфаланыуҙар. Кеше рухын һындырыу механизмы иҫ китмәле ҡуйылған унда.
Райком вәкиленең ашығып сығып китеүе Фәүзиәнең күҙ алдына ошоларҙы баҫтырҙы. Тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Йәйге селләлә ҡалтыранып ҡуйыуы иҫкә төшөрҙө уға төрмә яфаларын. Йыуынып торған саҡта, йылы һыуҙы ҡапыл туҡтатып, боҙҙай һалҡын һыу ебәреп тә, ашар ризығыңды эткә ырғытҡан һымаҡ ташлап та, төн урталарында уятып, һорау алыуға саҡыртып та мыҫҡыллайҙар ине уларҙы...
Фәүзиә бер аҙҙан өйгә ҡайта. Әсәһе менән өнһөҙ-тынһыҙ ғына сәй эсәләр. Байтаҡ ваҡыт һәр сәй табынының, һәр һүҙҙең, һәр йылы ҡараштың һуңғыһы булып ҡуйыуынан һағайып йәшәйҙәр. Төндәрен аҙ ғына ҡыштырҙаған тауыш та уларҙың йөрәген ҡуҙғыта. Фәүзиә, ғәҙәттәгесә, эшкә бара, эштән ҡайта. Әсә кеше уның имен ҡайтып инеүен дүрт күҙ менән көтөп тора, ә Фәүзиә ауылына, урамына, өйөнә хәүефләнә-хәүефләнә борола. Ҡулдарына бығау һалырға көтөп тормайҙармы?
Әммә бер нисә көн буйы Абҙан яғынан килгән юлдан күҙҙәрен алмай көтһәләр ҙә, тауыш-тын булмай. Ҡораллы ирҙәр күренмәгәс, тынысланып, эшен дауам итә колхоз рәйесе. Баҡһаң, Абдуллин эште ҙурға ебәрмәгән. Ул рәйестең хаҡлы булыуын аңлаған. Райком вәкиленә лә аңлатҡандыр. Һәр хәлдә, Абдуллин тағы бер тапҡыр йәш рәйесте ҡотҡарып алып ҡала.
Тәүге ҡотҡарыуы колхозға эшкә килгәс тә була. Уполномоченныйҙарҙан йонсоған рәйес район кимәлендәге пленумда телмәр менән сығыш яһағанда, "күҙле бүкәндәрҙең" бер нәмәгә лә кәрәкмәгәнен, бушҡа ваҡыттарын әрәм итеүҙәрен әйтеп ысҡындыра. Абдуллин тиҙ генә тәнәфес иғлан итә һәм Әбүбәкероваға:
— Килешеп етмәгән һүҙ ысҡындырҙың, һеңлекәш. Хәҙер тәнәфестән һуң тағы сығыш яһап, ғәфү үтен. Юғиһә мәсьәләнең олоға китеүе ихтимал, — ти.
Әле ошо хәлдәрҙе хәтеренә төшөрә лә Фәүзиә Әхмәтсәғит ҡыҙы, шәхес культы йылдарында ла үсле кешеләр шашынып китмәһә, Абдуллин кеүек аҡыллы етәкселәр күберәк булһа, ҡорбандар ҙа аҙыраҡ булыр ине, тигән һығымта яһап ҡуя.
Мәскәүҙә Кредит һәм иҡтисад институтында уҡыған сағында тормош юлының бындай бөгөлөш алырын уйлап та бирмәгәндер Әбүбәкерова. Уҡыуы Бөйөк Ватан һуғышы башланыу арҡаһында өҙөлә. Унан һуң — Сталинград яуы, Ҡалмыҡ далалары. Әйткәндәй, тыуған ерҙән айырылыуҙың ни тиклем оло фажиғә икәнен Ҡалмыҡ ерендә Уланьхоя районында үҙ күҙҙәре менән күргәнлектән, бер ваҡытта ла иленән китмәҫкә тигән ҡарарға килә ул. Ҡалмыҡтарҙы йыялар ҙа күҙ асып йомған арала машиналарға тултыра башлайҙар. Ҡатын-ҡыҙ, бала-саға ни булғанын аңламай илаһа, ҡарттар тыуған ерҙәрен ҡосаҡлап һыҡтай. Был хәлде ҡарап торған Фәүзиә, аптырап, НКВД кешеләренән ни булғанын һорай. "Депортация. Ҡалмығстанды ҡалмыҡтарҙан өс сәғәттә таҙарттыҡ. Артабан Чечня менән Ингушетия", — ти улар.
Фәүзиә Әбүбәкерованы, Мәскәү Кредит һәм иҡтисад институтын тамамлап, диплом яҡлағас, инглиз телен бик һәйбәт белгәнлектән, баш ҡалала Халыҡ-ара банкта ҡалырға димләйҙәр. Әммә ул Башҡортостанына ҡайта. Халыҡҡа ярҙам итергә, ҡайҙа, кем булып эшләһә лә, иң элек кеше хәленә инергә, нахаҡҡа ҡыйырһытылғандарҙы ҡурсаларға, яҡларға тип ҡарар итә. Һүҙендә тора ул. Бөтөн эшләгән дәүерендә, юғары вазифа башҡарған саҡтарҙа ла ошо маҡсаты төп эш девизына әйләнә. Абҙан районының (хәҙерге ваҡытта Ейәнсура менән ҡушылған) "Победа" колхозында рәйес, Мәсетле район Советы башҡарма комитеты рәйесе булғанда ла, Башҡортостандың Юғары Советында депутат вазифаһында ла, партияның Балтас район комитетының беренсе секретары, Өлкә комитетта бүлек мөдире сағында ла һәм партияның Федоровка район комитетының беренсе секретары булып эшләгәнендә лә Фәүзиә Әхмәтсәғит ҡыҙы бөтөн эшен кеше мәнфәғәтенән сығып башҡара. Ярҙамсыллыҡ, итәғәтлек, иғтибарлыҡ, кеселеклелек сифаттары, иң мөһиме — кеше шәхесен ихтирам итеү бер ваҡытта ла ташламай уны. Кешеләрҙең ыңғай мөнәсәбәттә булыуы арҡаһында ниндәй оло бәләләрҙән ҡотолоуын зиһененән сығармай. Төрмәнән дә уны бит бөтөнләй тиерлек ят кешеләр юллап ҡотҡара. Ҡыуандыҡта саҡта уларҙа фатирҙа Киевтан эвакуацияға килгән украиндар йәшәй. Улар, үҙҙәре менән килгән адвокатты яллап, Фәүзиәне ҡотҡаралар һәм хатта заводтағы хеҙмәт кенәгәһендә дүрт айлыҡ тотҡонда булыуы тураһындағы яҙманы ла юҡ иттертәләр. Артабан Абҙан районында эшләгән сағында иң хәүефле мәлдәрҙә Абдуллин ярҙамға килә. Шуның өсөн дә Фәүзиә Әбүбәкерова ҡатмарлы, сетерекле мәсьәләләрҙе хәл итер алдынан һәр саҡ Абдуллинды, уның "Һеңлем, артығыраҡ һүҙ ысҡындырҙың бит", тип ипле генә шелтәләгәнен күҙ алдына килтерә лә күңеленән уның менән кәңәшләшә, "был мәсьәләне ул нисек хәл итер ине икән?" тип уйлап ҡарай.
Мәсетлелә таш юл һалдырыуҙан алып һәр кешенең уҡый-яҙа белеүенә, ул йылдарҙа киң таралып киткән трахомаға ҡаршы көрәштең уңышлы алып барылыуына тиклем үҙе тикшереп, үҙе ҡатнаша Фәүзиә Әбүбәкерова. Федоровка районына эшкә килгәс, һалам башлы, электр утһыҙ өйҙәрҙе күреп, эсе боша. Әммә бер күрә һәм һүҙен һүҙ итә — халыҡтың йәшәйешенә еңеллек килтереү өсөн барыһын да эшләй.
...Бына шундай етәксе була яуҙа ла, тыныс тормошта ла тынғыһыҙ, тәүәккәл, сая һәм иҫ киткес кешелекле Фәүзиә Әхмәтсәғит ҡыҙы Әбүбәкерова.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 696

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 177

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872