Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡороған үлән йәшәргән һымаҡ
Ҡороған үлән йәшәргән һымаҡБаймаҡ ҡалаһында йәшәгән запастағы старшина Фитрат Ғафаровҡа полиция хеҙмәтенә бағышланған 30 йыл эсендә көн дә тиерлек иҫерек кешеләр менән осрашырға тура килгән. Элегерәк ғауға ҡуптарған һәм енәйәт ҡылған эскеселәргә ҡаршы көрәшһә, хаҡлы ялға сыҡҡас, эскелектең үҙенә ҡаршы яу асҡан — хәмер ҡолона әүерелгән яҡташтарын төрлө халыҡ табиптарына йөрөтә башлаған.

Фитрат Марат улы, ҡала ситендәге гараждар эргәһендә бина төҙөп, автомобиль кәрәк-яраҡтары магазины асып ебәрә. Эш башлағас, ҡайһы бер таныштарының аҙналар буйы эскелек менән мауығыуын күреп, хафаға ҡала.
— Үҙ-үҙен бөтөрөп, кешелек сифаттарын юҡҡа сығарыусы эскеселәр тормоштоң йәмен күрмәй, йәшәүҙән ҡыҙыҡ тапмай. Уларҙың ҡыйыҡһыҙ йә мейесһеҙ һыуыҡ өйҙә, ҡот осҡос шарттарҙа йәшәүен күп күрҙем. Үҙҙәренән бигерәк өҫ-башы бысранған, йонсоу балалары йәл була торғайны. Шул уҡ ваҡытта араҡы менән мауығыусы эскесе булыуын, һаҙлыҡҡа батыуын танырға теләмәй, — ти элекке тәртип һаҡсыһы.
Кәйеф-сафа ҡорорға әүәҫләнгән теге таныштары ла, имсегә барып дауаланыу тураһында һүҙ сыҡҡас, Фитрат Марат улына үпкәләй, телдәренә һалыша.
— Эскесене дауаланырға күндереү сабырлыҡ талап итә. Был сиргә дусар булған яҡындарығыҙға ҡул һелтәмәгеҙ, эҙмә-эҙлекле һөйләшеү алып барығыҙ. Туғаныңдың йә дуҫыңдың бәләһен күрмәмешкә һалышһаң да, ул барыбер күңелгә ауыр таш булып ята. Әгәр дауалатып алып ҡайтһаң, шул таш төшкән һымаҡ еңел булып ҡала, — ти айыҡлыҡ өсөн көрәшеүсе.
Фитрат Марат улына эсеүҙән туҡтай алмаған тағы бер нисә кешенең туғандары килеп ярҙам һорай. Бөгөнгә тиклем ул егермегә яҡын яҡташын хәмер ҡоллоғонан ҡотҡарған.
— Ҡайһы берҙә тәүге дауаның һөҙөмтәһе булмай. Бындай осраҡта төшөнкөлөккә бирелмәҫкә, икенсе имселәргә күренергә кәрәк. Ныҡышһаң, хатта айнытып булмаҫтай тойолған, оҙаҡ эсеүҙән йөҙө ҡара янған кешене лә һауыҡтырырға мөмкин. Сирҙән ҡотолғандарҙың күҙгә күренеп матурайыуын, күңелдәрендә йәшәү дәрте барлыҡҡа килеүен, ғаиләләренең һөйөнөүен күреү — үҙе бер бәхет. Кешенең айыҡ тормош башлауын ҡороған үләндең йәшәреүе менән сағыштырыр инем, — ти ир-уҙаман.
Күңел ҡушыуы буйынса еңел булмаған йәмәғәт эшенә тотонған Фитрат Ғафаровтың тәжрибәһенән күренеүенсә, эскелекте еңеп була. Бының өсөн хәмер ҡолона әүерелгән яҡындарыбыҙға күҙ йомоп ҡарамаҫҡа кәрәк.


Автор: Н. РАФИҠОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә