Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ярамай, әммә мөмкин”
“Ярамай, әммә мөмкин”Эскелек һәм наркотиктар һөҙөмтәһендә ҡылынған юл фажиғәләре, үлтереш, ҡан ҡойош, тупаҫлыҡ, агрессия сәстәрҙе үрә торғоҙа, яҡындарың өсөн хәүеф уята, ә йәмғиәттең "ҡара көскә" ҡаршы торорлоҡ рәте лә, теләге лә юҡ һымаҡ. Барыбыҙ ҙа ошо боҙоҡлоҡ эсендә түҙемлек менән көн итәбеҙ, иртән тороу менән подъезда тәгәрәп ятҡан һыра, араҡы шешәләрен күреп, кәйефебеҙ ҡырыла, кисен ҡайҙа барып һуғылырға белмәгән төркөм-төркөм үҫмерҙәрҙең тәмәке борхотоп, шешә тотоп эркелеп йөрөүе күңелде шомландыра. Бөтәбеҙ өсөн дә бик таныш, ғәҙәти күренештәр. Әммә әйтәһе һүҙем ул хаҡта ғына түгел.
1989 йылдан 2010 йылға тиклемге осорҙа алкоголь ҡулланыу йән башына 1,5 тапҡырға артыуында һәм 18 литрға етеүендә дәүләтте генә ғәйепләү ахмахлыҡ булыр ине. Рәсәйҙә 2,7 миллиондан ашыу кешенең алкоголиктар рәтен тултырыуында ла бөтә ғәйепте рекламаға, араҡы етештереүселәргә һәм һатыусыларға атҡарыу ғәҙел булмаҫ.
Бөгөн Рәсәйҙә һыра һәм спиртлы эсемлектәрҙе һатыу тәртибе ҡәтғиләнеүенә ҡарамаҫтан, эскеселәр һаны һис кенә лә кәмеп китмәне һәм был хаҡта хыялланырға ла ярамайҙыр. Эскеһе килгән кеше өсөн киоскта һыра һатылмауы бәлә түгел, аҙым һайын магазин, супермаркет, теләгән ялтыр шешәне һайла. Бөгөн эскелек һаҙлығына батҡан "мул тәжрибәле" алкоголиктарҙың барыһын да ҡотҡарыу мөмкин түгел. Тәүбәгә килгән, зиһене асылған, яҡындарының ныҡышмаллығы арҡаһында һирәктәрҙең генә сирҙән һауығыуы ихтимал.
Ә бына быуындары ла ҡатмаған үҫмерҙәрҙең яҙмышы үтә хәүефләндерә. Уларҙы бит ҡотҡарырға һуң түгел! Дөрөҫөрәге, йәштәрҙең тәртибе түгел, ә ошо эскелек һаҙлығына иң ҡәҙерле кешеләрен үҙҙәре лә һиҙмәҫтән этәргән, тормоштоң әсе-сөсөһөн татыған ата-әсәләрҙең ҡылығы таң ҡалдыра. Яҡшылыҡ та, яманлыҡ та ғаилә тупһаһынан башланыуына иманым камил. Беҙ араҡы эсергә ярамағанын балаға кескәй саҡтан уҡ ҡабатлаһаҡ та, үҙебеҙҙең миҫалда уның "мөмкин икәнлеген" дә раҫлайбыҙ. "Ярамай, әммә мөмкин" принцибы һәр ғаиләлә хөкөм һөрә. Өйҙә лә, урамда ла, телевизор экранында ла араҡы һемереүселәрҙең ҡәнәғәт йөҙө күҙ алдынан китмәй.
Һуңғы осорҙа социологтарҙың үҫмерҙәр араһындағы эскелек мәсьәләһенә ҙур иғтибар биреүе юҡҡа түгел, сөнки 12–15 йәштәрҙә үк араҡы тәмен тойған балаларҙың ике тиҫтә йыл эсендә ике тапҡырға артыуы бер кемде лә битараф ҡалдыра алмай. Ата-әсәләргә уйланыу, балаһының ҡайһы төркөмгә инеү ихтималлығын тоҫмаллау һәм хәүефтең булыу-булмауын баһалау өсөн ғалимдарҙың ҡайһы бер һығымталары менән таныштырғым килә. Улар үҫмерҙәрҙе алкоголгә мөнәсәбәттәре буйынса дүрт төркөмгә бүлеп ҡарай: спиртлы эсемлектәрҙе йотоп та ҡарамағандар (32 %), "ваҡытлыса ҡулланыусылар" (52 %), "экспериментаторҙар" (12 %) һәм "эскелек менән мауығыусылар" (6 %).
Тәүге төркөмгә инеүселәр үҙҙәренең позицияһын төрлөсә аңлатҡан (кемделер эскелек эҙемтәһе ҡурҡыта, дини ҡараш йәки ата-әсәһенең абруйы тота). Икенсе төркөмгә ингән үҫмерҙәр алкоголь тәмен яҡшы белә, әммә уны һирәк кенә тәмләй, теләмәһәләр, хатта баш тарта ла алалар. Өсөнсө төркөмгә инеүселәрҙе эскелеккә ҡоролған төрлө компаниялар ҡыҙыҡтыра, араҡының иҫерткес ҡеүәтен үҙ башында кисереп тә өлгөргән улар. Дүртенсе төркөмгә инеүселәр йыш ҡына алкоголь ҡулланыуҙарын "өлкәнәйергә тырышыу" менән аңлатырға маташҡан. Үҫмерҙәр үҫкән һайын "айныҡтар" рәте һирәгәйә бара. Әйҙәгеҙ, үҙебеҙ ҙә балаларыбыҙҙың, ейәндәребеҙҙең ҡайһы төркөмгә инеү ихтималлығы хаҡында уйлап ҡарайыҡ, хәүефләнерлек, һағайырлыҡ хәл күҙәтелмәйме?
"Ауылда күберәк эсәләр" тигән һығымта менән һис килешмәй социологтар. Ҡалала йәшәүсе үҫмерҙәрҙең ауылдағы тиҫтерҙәренә ҡарағанда иртәрәк һыра, коктейль, араҡы менән мауығыуы бәхәсһеҙ, ти улар. Цивилизация балаларҙы тиҙерәк боҙа, тигән фекер ҙә бар. Күҙ алдында үҫкән ауыл балаларының ҡала мөхитенә эләккәс "бәйҙән ысҡыныуы"на, ысынлап та, миҫалдар етерлек. Тимәк, ғаиләлә эскелеккә ҡаршы иммунитетты нығытып өлгөрмәйбеҙ, сөнки берҙе һөйләп, икенсене эшләйбеҙ. Бер ғаиләне яҡшы беләм, өс ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләнгән йортта әлегәсә тыуған көн, Яңы йыл байрамы табындарында төрлө һуттарҙан башҡа бер ниндәй "градуслы" эсемлек тә ҡуйылмай. Был хәл улар өсөн бик тә ғәҙәти, иҫерткесһеҙ ҙә һөйләшер һүҙ, көлөшөр сәбәп таба беләләр. Уларҙың фекеренсә, супермаркеттарҙағы ҡиммәтле, ылыҡтырғыс араҡы, виски, коньяк һәм башҡа эсемлектәрҙең һатылыуына һис ҡаршы төшөргә ярамай, кемгә кәрәк — теләгәнен һайлап алһын, ә беҙгә ял итеү, аралашыу, йәмғиәттә үҙ-үҙеңде тотоу культураһын үҫтереү тураһында уйлау фарыз. Яҡшы мөнәсәбәт, бер-береңде хөрмәт итеү, эшлеклелек мөхитендә тәрбиәләнгән ғаиләлә эскелеккә урын ҡалмай, тип иҫәпләй егеттәр. "Төрлө табындарҙа, корпоратив кисәләрҙә үҙегеҙгә ҡыйын түгелме? "Аҡ ҡарға" булып ултырыу килешмәйҙер ул, — тигән булам. "Беҙ йөрөгән ерҙә эсмәгәндәр күп ул, — тип көлөштө улар, — кемдер — "за рулем", кемдер бөтөнләй ауыҙына ла алмай, кемдер спорт секцияһына ашыға, кемдеңдер кәләше уҫал". "Ә балаларығыҙҙы нисек тәрбиәләмәксеһегеҙ?" — тигән һорауға егеттәр өҙөп кенә яуап бирә алманы, шулай ҙа: "Моғайын, бәләкәй сағынан үҙаңы формалашҡансы ҡәтғилек, ҡаты талаптар ҡуйыу урынлылыр, үҫмерлек осоронда аҡты ҡаранан айырырға өйрәтергә лә оноторға ярамай. Урам мөхите йоғонтоһо ла көслө, шуға күрә уларға ниндәйҙер шөғөл табырға кәрәк, өҫтәүенә контроль, йәнә контроль", — тинеләр.
"Үҙегеҙ ҙә, моғайын, ҡасан да булһа шарап-маҙарҙы тәмләп ҡарағанһығыҙҙыр әле", — тим. Йәш атайҙар бер-береһенә ҡарашып йылмайышты. "Беҙ ҙә бик ҡыҙыҡһыныусан инек, өлкән күренәһе, ҡыйыу ҙа булғы килә... Ялтыр, сағыу биҙәкле банкаларҙан һыра, коктейль, текилаларҙы беҙ ҙә тәмләп ҡараныҡ — оҡшаманы. Атай-әсәйҙең абруйы, эскелекте өнәмәүе лә яман ғәҙәткә тартылыуҙан аралағандыр. Табындарҙа минераль һыу, һут эсеп кәйефләнәбеҙ, тигәнгә ышанмаусылар ҙа булыр. Әммә беҙҙең кеүек "аҡ ҡарға"лар хәҙер бик күп бит ул, үҙе бер армия. Хатта туйҙарҙа, бер йотом иҫерткес эсемлекте ауыҙына алмай, айныҡ көйө йәнә рулдә ҡайтып китәләр. Барыһы ла кешенең үҙенән тора".
Егеттәр "Кемдең арбаһына ултырһаң, шуның йырын йырлайһың" тигән мәҡәлдең тапҡырлығына йәштәр тормошонан әллә күпме миҫал килтерҙе. Аралашыуҙы, әңгәмәләрҙе һыйһыҙ күҙ алдына килтермәгән егет һәм ҡыҙҙар ҙа етерлек, күпме эсә алыуы, алкоголгә бирешмәүе менән маҡтаныусылар, ғорурланыусылар ҙа бихисап. Эйе, алма ағасынан алыҫ төшмәй. Был тәңгәлдә һыра һәм алкоголле коктейлдәрҙе рекламалауҙың ғәйәт ҙур йоғонтоһон да иҫәпкә алмай булмай. Үҫмерҙең аңына "һыра эсеп ял итеү" моделен көсләп таҡтыҡ, ә был күренештән тиҙ генә арыныу мөмкин булмаҫ.
Әммә эскелек проблемаһын үтә ябайлаштырыу менән дә һис килешмәйем, сөнки уның тамырҙары тәрәндә ята. Мәҫәлән, йәмғиәттең кинәт кенә ярлыларға һәм байҙарға бүленеүе, күп йәштәрҙә тормош перспективаһының юҡлығы, буш ваҡытты уҙғарыуҙа элекке түләүһеҙ системаның емерелеүе...
Эскелеккә ҡаршы көрәш программаларында үҫмерҙәрҙең психологияһы иҫәпкә алынғанда ғына ниндәйҙер һөҙөмтәгә өмөтләнеп буласаҡ, өлкәндәргә яраған "дарыу"ҙың йәштәргә килешмәйәсәге, тәьҫирһеҙлеге билдәле. Төрлө социаль төркөмдәргә иҫәпләнгән, планлы, уйлап төҙөлгән программаның әлегә беҙҙә булғаны юҡ. Бәлки, эште шунан башларғалыр?




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 481

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873