Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡыуандым да, һыҙландым да...
Мәҡәләмде халыҡ яҙыусыһы, милләтебеҙҙең ғорурлығы, аҡыл эйәһе Зәйнәб апай Биишеваның шиғыры менән башлауҙы урынлы тип таптым:
Моң шишмәһе һандуғастай йырсы ла һин,
Һығылма бил тал сыбыҡтай нәфис тә һин,
Аллы-гөллө гөл-сәскәләй наҙлы ла һин
Эй илһамлы, эй хөрмәтле башҡорт теле!

Стәрлетамаҡ ҡалаһында үткән "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2013" конкурсы нәҡ ошо рухта барҙы. Был фәндәрҙе уҡытыуҙа төрлө ҡыйынлыҡҡа дусар булған, төрлө һынау кисергән, йөрәгендә, бәлки, әрнеү йөрөткән уҡытыусыларыбыҙ туған телдең һәм әҙәбиәттең бөйөклөгөн, йәмғиәттәге ролен, йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләүҙә алмаштырғыһыҙ көс һәм ҡеүәт булыуын тағы ла бер ҡат иҫбат итте.
Ун һигеҙенсе тапҡыр үткәрелгән төбәк-ара конкурста Башҡортостандың район һәм ҡалаларынан, Һамар, Ырымбур өлкәләренән барыһы 55 башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы ҡатнашты. Улар биш көн дауамында дәрес биреү оҫталығын, белем кимәлен, методик яҡтан әҙерлеген, яңы алымдарҙы, технологияларҙы нисек файҙаланыуын күрһәтте. Һәр бәйгенең төп маҡсаты илһөйәр, рухлы быуын тәрбиәләүгә ҡайтып ҡалды.
Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институты ректоры Рәмил Мәжитов рәйеслегендәге фән әһелдәренән, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәренән торған жюри конкурсанттарға ғәҙел баһа бирҙе. Көсөргәнешле ярышта биш уҡытыусы финалға сыҡты: Стәрлетамаҡ ҡалаһының Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияһынан Зөлфиә Баяҙғолова, Өфө ҡалаһының Мостай Кәрим исемендәге 158-се гимназияһынан Фәриҙә Миһранова, Максим Горький исемендәге 3-сө гимназияһынан Фәнгизә Нафиҡова, Сибай ҡалаһының 1-се урта белем биреү мәктәбенән Илүзә Насирова, Салауат ҡалаһының 23-сө дөйөм белем биреү мәктәбенән Резида Килсенбаева. Район һәм ауыл мәктәптәре педагогтарының тәүгеләр рәтен яулай алмауы үкенесле булды, әлбиттә. Ни эшләйһең инде: күрәһең, башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуға ҡала мәктәптәрендә нығыраҡ иғтибар бүленәлер. Уларҙа мөмкинлектәр ҙә күберәк шул. Ауыл уҡытыусыларына яңы алымдарға, заманса технологияларҙы ҡулланыуға нығыраҡ иғтибар бирергә кәрәктер. Ә, икенсе яҡтан, улар конкурста белем кимәленең юғары булыуын, аралашыу оҫталығын, ҡуйылған бурыстарҙы яҡшы аңлауын, ата-әсә, йәмәғәтселек араһында алып барған эштәрен бик һәйбәт күрһәтте.
Ярышты йомғаҡлау тантанаһына халыҡ ифрат күп йыйылды, тамаша залында энә төртөрлөк тә урын юҡ ине. Конкурста ҡатнашҡан бер бәйгесе лә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Бүләк һәм маҡтау ҡағыҙҙары тапшырыуҙы сағыу концерт номерҙары менән аралаштырып алып барыу тантанаға йәм өҫтәне.
Башҡортостандың мәғариф министры урынбаҫары Венера Вәлиева, халыҡ алдында сығыш яһағас: "Конкурстың төп еңеүсеһенә приз тапшырыу өсөн сәхнәгә педагогик хеҙмәт ветераны, республика мәғарифын үҫтереүгә тос өлөш индергән Сәлимйән ағай Ғүмәровты саҡырам", — тине. Уҡытыусы күңеленең саф һәм нескә булыуына ошо мәлдә тағы ла бер инандым: еңеүсе Зөлфиә Баяҙғоловаға бүләк тапшырғанда, ирекһеҙҙән, күҙҙәремдән йәш бәреп сыҡты. Бөтөн тормош юлым алдыма килеп баҫҡандай булды. 1953 йылда, 60 йыл элек, класс журналын тотоп, балаларға тәүге дәресемде бирергә ингәйнем. Уҡытыусы, директор урынбаҫары, мәктәп директоры, 34 йыл "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналының баш мөхәррире — барыһы ла күҙ алдымдан йүгерҙе...
Уҡытыусыларҙың туған телебеҙгә, халҡыбыҙға, милләтебеҙгә һаман да тоғро хеҙмәт итеүе шатландырҙы. Был мөһим эштә улар яңғыҙ түгел. Мәҫәлән, конкурсты үткәреүҙә бик күп ойошма ярҙамға килгән: "Планета" компанияһы, "Эдвис" уҡытыу-методик үҙәге, З. Биишева исемендәге "Китап" нәшриәте, "Педагогик китап" ғилми-методик үҙәге, Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия ғилми-тикшеренеү үҙәге, "Өфөгидромаш" йәмғиәте, Рәсәй мәғариф һәм фән хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостандағы ойошмаһы, Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институты һәм башҡалар. Әлбиттә, һөнәри конкурстың юғары кимәлдә үтеүендә Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең, уның мәғариф идаралығының тос өлөшөн дә билдәләргә кәрәк.
Шулай ҙа... Йөрәкте әрнеткән хәл тураһында ла әйтмәйенсә булдыра алмайым. Республиканың барлыҡ ҡала-районынан, күрше өлкәләрҙән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары йыйылған ерҙә, әҙер аудиторияла, ҡайһы бер милли баҫма вәкилдәре булманы. Тимәк, улар матбуғатҡа яҙылыу осоронда мөһим конкурсты инҡар итте. Тираждарҙың кәмей барыуы ошондай битарафлыҡҡа бәйле түгелме икән? Телебеҙ, әҙәбиәтебеҙ, мәҙәниәтебеҙ, халыҡ һәм милләт яҙмышы өсөн барыбыҙ ҙа яуаплы бит.


Автор: Сәлимйән ҒҮМӘРОВ, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде
Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 2

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан...

Тотош уҡырға 0

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы 15.06.2026 // Йәмғиәт

«Медиалогия» компанияһы 2026 йылдың I кварталы өсөн Башҡортостан медиаресурстары рейтингын ......

Тотош уҡырға 1

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла...

Тотош уҡырға 0

11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә
Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла

Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла 10.06.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы Өфөнән Истанбулға осош программаһы асылыуы хаҡында иғлан итте....

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе....

Тотош уҡырға 2

Эливия, Рэм һәм Эрлан: Башҡортостанда үҙенсәлекле исемдәр рейтингы
Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй

Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 июндән 14-нә тиклем медицина учреждениеларының эш ......

Тотош уҡырға 3

Синоптиктар республикала һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте

Комментарий өҫтәргә