Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ерең булған өсөн һөйөн!
Ерең булған өсөн һөйөн!Күп балалы һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә йорт төҙөү өсөн бушлай ер участкалары биреү мәсьәләһе Рәсәй чиновниктары башын ныҡ ҡына ҡатырҙы, ахыры. Һәр хәлдә үҙәк телевидение тапшырыуҙарында, матбуғат биттәрендә был хаҡта фекер алышыуҙар дауам итә, ер бүлеүҙә аныҡ механизмдың булмауы, төҙөлөш өсөн уңайлы, перспективалы биләмәләрҙең аҙлығы эште ҡатмарландыра.

Тәү ҡарашҡа, Хоҙай Тәғәлә биргән әҙер ерҙе бүлеп биреүҙең ниндәй ауырлығы булһын инде, тип уйлау ҙа урынлы кеүек. Юҡ шул, ҡайһы саҡта әҙер “бәлеш”те бүлгеләүе лә анһат түгел икән. Мәҫәлән, Читала бушлай ер алыуға хоҡуҡлы ике мең кешенең 363-ө генә мораҙына ирешкән. 400-өнөң документтары әҙерләнә. Әлегә сират етмәгәндәр нимәгә иҫәп тота ала? Буш ятҡан ер майҙандары юҡ дәрәжәһендә, ҡалғандарҙың өлөшөнә һаҙлыҡлы, йә булмаһа, сүп-сар өйөлгән биләмәләр төшмәҫме? Ерле булыуҙарына һөйөнөп, йорт һалып сыҡҡандарҙың барыһы ла ҡыуанысы менән уртаҡлашырға ашыҡмай әле. Мәҫәлән, Забайкалье крайында бер ғаиләнең яңы йортта ҙур уңайһыҙлыҡтар кисереп, электр утынан мәхрүм булып йәшәүе хаҡында үҙәк гәзиттәрҙән уҡып белдек. ХХI быуатта утһыҙ, телевизорһыҙ, Интернетһыҙ, стационар телефонһыҙ йәшәп ҡара! Күп балалы ғаилә дәүләттең йомарт бүләгенә һөйөнөргәме, әллә көйөнөргәме тип аптырай. Юл юҡ, һаҙлыҡ кисеп йөрөйҙәр. Тағы бер бәлә — сүп-сар өйөмдәре. Инфраструктураһы булмаған бындай участканы алып яфа сиккәнсе, бәлки, алмауың хәйерлерәктер ҙә. Хакимиәт ҡарары менән килешмәүсе ғаиләләрҙең суд юлын тапауы ла ғәҙәти хәл бында.
Ә 12 миллионға яҡын халыҡ йәшәгән Мәскәү был проблеманы нисек еңеп сыҡмаҡсы? Ерҙе бит “үҫтереп” тә, “етештереп” тә, үтескә алып та булмай. Бындай ҙур ҡалаларҙа ишле ғаиләләр өсөн ер биләмәләре эҙләү, инфраструктура булдырыу менән баш ҡатырғансы, арзан социаль торлаҡ һалыу отошлораҡ булмаҫ инеме икән? Ере булып та, йорт төҙөп инергә хәлдәре етмәгәндәр ҙә бар бит. Хәҙерге заманда ҡала янында үҫеп сығасаҡ ҡасабаларҙың тышҡы йөҙөнөң дә заманса, күркәм булыуына, матур, уңайлы проекттар буйынса төҙөлөүенә иҫәп тоторға ла хаҡыбыҙ бар. Элекке заманда уйламай, берҙәм проектһыҙ төҙөлгән ҡасабаларҙа, йорттары күккә ашырлыҡ булһа ла, йәм-ҡот уйнамай.
Мәскәү чиновниктары бөгөн ишле ғаиләләргә ер урынына башҡа төрлө ҡулайлы ярҙам сараларын эҙләргә мәжбүр. Компенсация өсөн күпме аҡса йәки ниндәй льгота талап ителер — әлегә билдәһеҙ.
Законға ҡул ҡуйылғандан алып ике йылға яҡын ваҡыт үтеүенә ҡарамаҫтан, ер алыуға ғариза биреүсе күп ғаиләләр вәғәҙә ителгән участкаға хужа була алмай әле. Чиновниктарҙың яуабы әҙер: файҙаланыу өсөн ер биләмәләре етерлек түгел. Мәҫәлән, Ленинград өлкәһендә былтыр өс меңгә яҡын кеше программала ҡатнашырға теләк белдерһә лә, ни бары йөҙ ғаилә ерле булыу бәхетенә өлгәшкән. “Боҙҙо” урынынан ҡуҙғатып ебәреү өсөн өлкә прокуратураһының ярҙамына мөрәжәғәт иткәндәр. Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Д. Медведев артабан бындай илке-һалҡылыҡ менән килешмәйәсәген белдерҙе. Быйыл етәкселәргә дәүләт ҡарарын үтәүгә бөтә көстө һалырға тура киләсәк. Д. Медведев әйткәнсә, күпме ғариза килгән — шунса ер биләмәһе мотлаҡ бирелергә тейеш. Чиновниктар был юлы ғариза биреүселәрҙең оҙон-оҙаҡ сиратта тороуҙан арып-талсығып, ахыр сиктә төңөләсәгенә өмөт итә алмаҫ, моғайын.
Законда ер участкаһына дәғүә итеүсе күп балалы ғаиләнең статусы аныҡ билдәләнгән. Беренсенән, ғаиләнең бөтә ағзалары ла Рәсәй гражданы булырға тейеш. Икенсенән, бәлиғ булмаған өс һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләнең ошо төбәктә кәм тигәндә биш йыл йәшәүе шарт. Өсөнсөнән, бушлай ер алыуға дәғүә итеүсе ғаилә ағзаларының береһенең дә башҡа ер участкаһы булмаҫҡа тейеш. Ҡайһы бер төбәктәрҙә ғариза биреүселәргә өҫтәмә талаптар ҙа ҡуйылды.
Башҡортостандағы хәлгә әйләнеп ҡайтһаҡ, беҙҙә лә законға ҡайһы бер үҙгәрештәр индерелеүен тоҫмалларға була. “Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында” Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы Закон өс һәм унан да күберәк бәлиғ булмаған балалы граждандарҙан тыш, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә лә шәхси торлаҡ төҙөлөшө өсөн бер тапҡыр бушлай ер участкаһы биреүҙе күҙ уңында тота. Шулай итеп, республика үҙ иңенә башҡа төбәктәрҙән айырмалы, өҫтәмә йөкләмәләр алды. Тағы ла бер үҙенсәлекте билдәләмәү мөмкин түгел: үрҙә телгә алынған ғаиләләр торлаҡҡа мохтаж тип танылмаған осраҡта ла бушлай ер алыуға хоҡуҡлы. Муниципаль район һәм ҡала округтарының хакимиәттәрендә ойошторолған ер комиссиялары һис тә ябайҙан булмаған бурыстарҙы йәһәтерәк хәл итеү өсөн тырышлыҡ һала. Льготаға эйә ғаиләләрҙе ер менән тәьмин итеү мәсьәләһен республика Президентының шәхси контролдә тотоуы ла яҡшы билдәле.
Бөгөн республикала күп балалы 36 699 ғаилә иҫәпләнә. Шуларҙың 17740-ы бушлай ер алыу буйынса иҫәптә тора. Дөйөм хәлде күҙ алдына килтереү өсөн йәнә һандарға мөрәжәғәт итәйек, закон көсөнә ингәндән алып 7 528 ғаиләгә ер бирелгән, 1021-е йорт төҙөй башлаған да инде, ә 436-һы участкаларын һатырға ла өлгөргән. Ер биләмәһенең урынын оҡшатмаған һәм йорт төҙөүгә аҡсаһы юҡлыҡҡа һылтанған 14 ғаилә дәүләт бүләгенән баш тартҡан.
Дәүләт ҡарарын тормошҡа ашырыуҙағы төп ҡаршылыҡтарҙың береһе — ер ресурстарының етешмәүе, биләмәне бер категориянан икенсеһенә күсереү, торлаҡтарҙың сиктәрен киңәйтеү. Эйе, баш ауырттырған мәсьәләләр етерлек. Әммә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов былай тине: “Беҙ бит һәр квадрат метры иҫәпле Монакола ла, ер менән ҙур проблемалар булған Японияла ла йәшәмәйбеҙ, шулай булыуына ҡарамаҫтан, улар таба бит. Ер бар. Спекулянттар ҡулында булһа — тартып алырға, мөмкин булмаһа — һатып алырға, әгәр ҙә уныһы ла килеп сыҡмаһа — яңы ерҙәрҙе үҙләштерергә. Әммә беҙ мәсьәләне сисеү юлын табырға бурыслыбыҙ”. Президенттың ошо ҡәтғи һүҙҙәре әлегә ҡайһы бер төбәктәрҙә хөкөм һөргән битарафлыҡ һәм илке-һалҡылыҡҡа яуап та, һылтау эҙләгәндәргә һабаҡ та. Әлшәй, Баҡалы, Бәләбәй, Благовещен, Бөрө, Иглин, Илеш, Борай, Балтас, Туймазы, Хәйбулла, Шишмә райондары хакимиәттәренең былтыр һөҙөмтәле эшләүен билдәләү урынлы булыр. Хөкүмәт ҡарары нигеҙендә 33 муниципаль районда 158 ауылдың сиген киңәйтеү буйынса күләмле эш башҡарылды. Кадастр эшен үткәреү өсөн республика бюджетынан район һәм ҡалаларға 68 миллион һумға яҡын субсидия бирелде. Ғариза менән мөрәжәғәт иткән инвалид бала тәрбиәләүсе өс меңдән ашыу ғаиләнең яртыһы ер участкаһына эйә булды ла инде.
Ҡала округтары сигендә йорт төҙөү өсөн яраҡлы ер участкаларының булмауы эште тотҡарлаһа ла, яңы мөмкинлектәр табырға була, тип иҫәпләй етәкселәр. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ ҡала һәм район хакимиәттәре килешеү нигеҙендә 2 520 участкалыҡ ер майҙанын билдәләгән. Өфө ҡалаһы һәм районы, Нефтекама менән Яңауыл, Краснокама райондары берлектә ер биреү мәсьәләһен хәл иткән. Салауат ҡалаһы Мәләүез районы ерҙәре иҫәбенә ярҙам итергә тырыша.
Шуныһы ла бар: ғаиләләрҙең күбеһе тап район үҙәгендә ер алырға ниәтләй. Өҫтәүенә, ауылдарҙан үҙәккә күсеүселәр һаны былай ҙа ишәйеп тора. Мәҫәлән, һуңғы осорҙа Бөрө районында күҙалланмаған миграция көсәйгән. Асҡын, Ҡариҙел, Мишкә райондарынан үҫеш юлындағы Бөрө ҡалаһына йәшәргә килеүселәрҙең йылдан-йыл күбәйеүе торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждар һанын арттырған (сиратта тороусыларҙың 20 %-ы). Бушлай ер алыуға иҫәпкә ҡуйылғандарҙың 15 процентын күсеп килеүселәр тәшкил итә.
Республика законында ер участкаларын инженер коммуникациялары менән тәьмин итеү мәсьәләһе ҡаралмаған. Әле уны хәл итеү механизмдары муниципалитеттар кимәлендә эшләнә. Кадастр иҫәбенә ҡуйылған ер участкаларының аҙлығына ҡарамаҫтан, республикала резервтар бар, бер ғаилә лә ерһеҙ ҡалмаясаҡ, тип иҫәпләй Хөкүмәт етәкселәре.
Яңыраҡ Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле аппаратының эш төркөмө, Башҡортостанға килеп, дәүләт һәм муниципаль милектәге ер участкаларын өс һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләргә бүлеп биреү тәртибен анализланы. Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы райондарында, Өфө эргәһендәге Нуғай ауылында булғандан һуң Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында тикшереү һөҙөмтәһе менән таныштырҙылар. Башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда, беҙҙә эштең йылдамыраҡ барыуы, күрһәткестәрҙең яҡшыраҡ булыуы билдәләнде.
Ил кимәлендәге ҙур программаны үтәүҙә республикабыҙҙың, ҡатмарлыҡтарҙы йырып сығып, тәжрибәһе менән башҡа төбәктәргә өлгө булыуын ишетеү күңелле, әлбиттә. Әммә башҡараһы бурыс ғәйәт ҙур әле, биләмәләрҙе инженер коммуникациялары, транспорт менән тәьмин итеү өсөн генә лә 12 миллиард һум аҡса талап ителә.
Льготаға эйә ғаиләләргә ярҙам йөҙөнән бушлай ер биреү әлеге иҡтисади яҡтан ҡатмарлы, тотороҡһоҙ заманда айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә. Беҙҙең халыҡ ғүмер баҡый ергә ихтирам, хөрмәт менән ҡараны. Уны һатыуҙан табыш алыу маҡсатҡа әүерелмәһен, ә ер ҡәҙерен белгәндәр ҡулында сәскә атһын, тирә-яғыбыҙҙы йәмгә күмеп, сабыйҙар тауышынан гөрләп торһон ине.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 481

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873