Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әхмәтзәки Вәлидиҙең арҡаҙашы
Әхмәтзәки Вәлидиҙең арҡаҙашыӘмир Батыргәрәй улы Ҡарамышев — башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашҡан башҡорт офицеры, Әхмәтзәки Вәлидиҙең яҡташы, дуҫы һәм яҡын арҡаҙаштарының береһе. Ул 1893 йылда Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙенең Маҡар ауылында тыуған. Әхмәтзәки Вәлиди уның тураһында: "Әмир — йәшлек дуҫым, башҡорттарҙың боронғо күренекле нәҫеленән. XIX быуаттың беренсе яртыһында билдәлелек яулаған башҡорт офицеры — Йософ майор Ҡарамышевтың ейәне"— тип яҙа.

Әмир Ҡарамышевтың нәҫел ептәре XVI быуатта йәшәгән Юрматы ырыуының түбә башлығы Ҡарамыш бабайға барып тоташа. 1553-1554 йылдарҙа уның, юрматыларҙың башлығы Тәтегәс бей менән бергә Ҡазанға барып, Иван батшаның наместнигынан үҙ ерҙәренә аҫабалыҡ хоҡуғы алып ҡайтҡанлығы билдәле. Артабанғы быуаттарҙа Ҡарамыштың нәҫелдәре хәрби хеҙмәттә булып дан-шөһрәт ҡаҙана. Әмирҙең олатаһы Йософ Ҡарамышев, Ырымбур кадет корпусын тамамлап, оҙаҡ йылдар Башҡорт ғәскәрендә хеҙмәт итә. Майор дәрәжәһенә өлгәшә. Аҙаҡ Маҡар улусы старшинаһы була. Йософтың кесе улы Батыргәрәй (Әмирҙең атаһы), Ҡазандағы уҡытыусылар семинарияһын тамамлап, мөғәллимлек юлын һайлай.
Әмир ғаиләлә икенсе малай булып донъяға килә. Унан һуң Батыргәрәйҙең тағы Мөхтәр һәм Сөләймән исемле ике улы тыуа. Әмир, олатаһы кеүек үк, хәрби хеҙмәт юлынан китә. Революцияға тиклем батша армияһында хеҙмәт итә. Әрмелә хәрби мәктәпте тамамлап, корнет чинын ала. Ҡустылары ла офицер була, милли хәрәкәттә ҡатнашалар. Ағаһы Гәрәй Ҡарамышев — дәүләт эшмәкәре. Әмир Ҡарамышев милли хәрәкәт башланғас та уға әүҙем ҡушыла. 1917 йылдың декабрендә дөйөм башҡорт ҡоролтайында Башҡорт Хөкүмәте ойошторолғас, Әхмәтзәки Вәлиди эске һәм хәрби эштәр бүлеген етәкләй. Уның ғәскәри эштәр буйынса ярҙамсыһы итеп Әмир Ҡарамышев тәғәйенләнә. Артабан ҡоролтай башҡорт ғәскәрен ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул итә. 1918 йылдың ғинуарында Әмир Ҡарамышев, Ғимран Мағазов, Ғабдулла Иҙелбаевтар тәүге башҡорт полкын төҙөү өсөн Бөрйән-Түңгәүер кантонына, Баймаҡҡа юллана. Бында улар Бөрйән улусы башҡорттарынан 300 кешенән торған отряд туплай. Хәбибулла Ғәбитов хәтерләүенсә, ул отрядҡа йәшел байраҡтар эшләтеп, үҙе сығарған "Ватан" йырын йырлатып йөрөгән. "Үҙе лә йыр-моңға, ҡурайҙа, скрипкала уйнарға маһир ир-уҙаман була", — тип яҙа аҙаҡ уның тураһында Әхмәтзәки Вәлиди.
Бында улар Баймаҡтың Эшселәр советы менән бәйләнеш булдыра. Баймаҡтар башҡорт отрядына Орскиҙан ҡорал алып килергә вәғәҙә итә. Ырымбурҙа Башҡорт Хөкүмәте ҡулға алынғандан һуң, Баймаҡ большевиктарына башҡорт отрядын юҡ итергә тигән бойороҡ килә.
16 февраль төнөндә (яңы стиль буйынса 2 март) отрядтың командирҙары поручик Ғабдулла Иҙелбаев менән прапорщик Ғимран Мағазовтарҙы ҡулға алалар. Был төндә Әмир Ҡарамышев үҙенең һыбайлылары менән Иҙелбай ауылында ҡуна. Иртәгәһенә әлеге хәлдәр тураһында ишетеп, тирә-яҡ ауылдарҙан халыҡ туплай башлай. Ике мең тирәһе кеше менән Баймаҡты ҡамай. Эшселәрҙән ҡулға алынған башҡорт офицерҙарын азат итеүҙе талап итә. Әммә Баймаҡҡа һөжүм итергә баҙнат итмәй, сөнки бының өсөн уларҙың ҡоралы булмай. Башҡорт отрядының аҡсаһына ҡоралланып алған эшселәргә ҡаршы ҡоро ҡул менән барып булмай бит инде. Икенсенән, Ырымбурҙа большевиктар ҡулында ултырған Башҡорт Хөкүмәте ағзалары тураһында уйлай корнет Ҡарамышев. "Уларҙың иң ҡурҡҡаны төрмәлә ултырған Хөкүмәт ағзаларын атып ҡуйырҙар тигән уй була", — тип яҙа Әхмәтзәки Вәлиди хәтирәләрендә. Оҙаҡламай Ырымбурҙан ебәрелгән ҡыҙылдарҙың полкы килеп башҡорттарҙы сигенергә мәжбүр итә. Ҡыҙылдар Баймаҡтағы башҡорт офицерҙары Ғабдулла Иҙелбаев, Ғимран Мағазов һәм улар менән бергә хеҙмәт иткән бер нисә поляк офицерын ата. Ошо ваҡиғаларҙан һуң Әмир Ҡарамышев, үҙенең отряды менән Бөрйән-Түңгәүер кантонының таулы урман яғына китеп, ҡыҙылдарға ҡаршы партизан отрядтары ойоштороуға тотона. Тамъян-Ҡатай кантонында ла шул эш башлана. Ҡаһарман сардар Верхнеуральскиға сигенгән Дутов казактары менән бәйләнеш урынлаштыра. Тәүәккәл офицер тау-урман араһында ғына боҫоп ятырға йыйынмай, төрмәләге Башҡорт Хөкүмәте ағзаларын ҡотҡарыу яғын уйлай.
1918 йылдың апрель төнөндә Ҡарамышев отряды казактар менән бергә Ырымбурға һөжүмдә ҡатнаша. Ҡыҙылдар, көтмәгәндә ҡалаға бәреп инеп, төрмәләге милли хәрәкәт етәкселәрен иреккә сығара. Әммә башҡорт һалдаттары төпкө камерала ултырған Вәлидигә генә барып етеп өлгөрмәй. Уның хәтерләүенсә, һалдаттар камераның асҡысын таба алмай кире сигенә. Ҡото алынған төрмә начальнигы, асҡысты табып, уны үҙе сығара. Әхмәтзәки Вәлиди Ырымбур янындағы Ҡарғалы ауылына юллана, унда Ҡарамышев отрядының бер һалдатын осратып, Әмиргә: "Ҡотолдом, Өфөгә килһен," — тип хәбәр ебәрә. Шулай итеп, Әмир Ҡарамышев ойошторған һәм етәкселек иткән отряд казактар ярҙамында башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте етәкселеген азат итә. Кем белә, бәлки, хәлдәр ҡатмарлашып киткән осраҡта Башҡорт Хөкүмәте ағзаларын большевиктар атҡан да булыр ине.
Әмир Ҡарамышев артабан да Әхмәтзәки Вәлидигә милли хәрәкәт эшен юлға һалыуҙа ныҡлы терәк һәм ярҙамсы була. Өфөлә осрашып-кәңәшләшеп, йәшерен рәүештә милли хәрәкәт вәкилдәре менән бәйләнеш урынлаштыра башлайҙар. Тәүҙә Тамъян-Ҡатай кантонына юлланалар. "…Беҙ Әмир менән 9 апрелдә кис иреү ҡарҙа санаға ултырып киттек. Күбеһенсә төндә йөрөйбөҙ. 1917 йылдың сентябрендә өйөндә үҙем мосафир булған Ямалетдин Байышевты, Мәжит Ғафуриҙы күрҙек һәм Сабир хәҙрәт Хәсән улына килдек. Ул тау башҡорттары кейемен табып бирҙе. Ат егеп, ҡатай башҡорттары улусына ҡараған Шамов руднигына алып килде. Беҙ унан Тамъян-Ҡатай кантонының Әхмәт ауылына китәсәкбеҙ. Әммә Хоҙайбирҙе ауылына етмәҫтән ун саҡрым самаһы алыҫлыҡта аттарыбыҙ бер йылғаның иреү боҙона баҫырға ҡурҡты. Беҙҙе алып килгән кешене аттары менән кире ҡайтарҙыҡ. Әмир ҡурай уйнауға маһир булды. Был юлы беҙ китеп барған урманда ҡурай күп ине. Дуҫым, уларҙы киҫеп алып, тишек яһап уйнай, яҙғы йомшаҡ ҡарҙан бата-сума атлау беҙҙе йөҙәтте. Өс-дүрт сәғәт барғас ҡына, түбә башына сыҡтыҡ һәм алыҫтағы ауылды күрҙем. Ауылға барып еткәнсе тамам арыныҡ", — тип яҙа Әхмәтзәки Вәлиди үҙенең иҫтәлектәрендә.
Артабан ике дуҫ, Шығай ауылында ҡунып, Әхмәткә барып етә. Бында Вәлиди ике аҙнаға яҡын эшмәкәрлек итә. Юламан мулла ярҙамында төрлө документтар, мөрәжәғәттәр баҫып тарата. Шул осорҙа Әмир Ҡарамышевтың тырышлығы менән Тамъян, Түңгәүер, Ҡарағай-Ҡыпсаҡ һәм Бөрйән улустарында партизан төркөмдәре ойошторола. 1918 йылдың майында Силәбе ҡалаһында чехословак корпусы большевиктарға ҡаршы баш күтәрә. Чехословактар Силәбе ҡалаһында власты үҙ ҡулына ала. Зәки Вәлиди һәм милли хәрәкәттең башҡа етәкселәре большевиктарҙан азат ителгән ҡалаға туплана. 7 июндә Башҡорт Хөкүмәтенең эшмәкәрлеге яңынан тергеҙелә. Оҙаҡламай Хөкүмәт Башҡортостан Автономияһының хәрби көстәрен ойоштороу эшенә тотона. Әмир Ҡарамышев Тамъян-Ҡатай кантонында 1-се Башҡорт кавалерия һәм 5-се башҡорт пехота полктарын ойоштора. Шулай уҡ бында Тамъян-Ҡатай ирекле отряды төҙөлә.
Башҡорт хәрби шураһы фарманы менән корнет Ҡарамышев 1-се башҡорт кавалерия полкы командиры, артабан дивизия командиры итеп тәғәйенләнә. Был осорҙа Иҙел башында (Белоретта) ҡамауҙа ҡалған Блюхер менән Кашириндарҙың ҡыҙыл партизан отрядтары (10 меңдән ашыу кеше) Ҡыҙыл Армияға барып ҡушылыу өсөн Верхнеуральск ҡалаһы яғына юллана. Бында ҡыҙылдарға ҡаршы Верхнеуральск фронты булдырыла, башҡорт ғәскәрҙәре (1-се башҡорт кавалерия, 5-се Башҡорт пехота полктары һәм Тамъян-Ҡатай ирекле отряды — йәмғеһе 2000 тирәһе яугир) менән етәкселек итеү Әмир Ҡарамышевҡа йөкмәтелә. Блюхерҙың отряды, һан яғынан күпкә өҫтөнлөк итеүгә ҡарамаҫтан, башҡорт һәм казактарҙың көслө ҡаршылығына осрай. Верхнеуральск янында ҡаты бәрелештәр булып үтә. Блюхер Верхнеуральскиҙы ала алмай, Белоретҡа кире сигенә.
“Башҡорт батыры кавалерия корнеты Әмир Ҡарамышев, үҙенең таулы башҡорт отряды менән Белорет янында большевиктарҙы ҡыйратып, күп кенә трофейҙар алған”, — тип хәбәр итә "Башҡорт" гәзите ошо осорҙа. Ҡаһарман сардарға ротмистр званиеһы бирелә. Хәҙер инде ҡыҙылдар Өфө яғына сығыу өсөн Белореттан Стәрлетамаҡҡа юллана. Әмир Ҡарамышев үҙенең полкы менән төньяҡҡа сигенгән ҡыҙылдарҙың артынан ҡыуа. Блюхерҙың йыйылма отряды был мәлдә хәҙерге Ишембай районының Маҡар ауылына килеп етә. 8 июлдә Ҡарамышевтың полкы Көҙән менән Маҡар ауылдары араһында большевиктарға ҡаршы ҡаты һуғышып ала. 11-12 июлдә Петровск ауылы янында тағы бер бәрелеш була. Әхмәтзәки Вәлиди хәтерләүенсә, ҡыҙылдар, ҡоралдарын ташлап, Егән йылғаһы аша сығып ҡаса. Улар артабан Стәрлетамаҡ гарнизоны менән һуғыша, ҡалаға инә алмай, Өфө яғына юллана. Ҡарамышев, ҡыҙылдарҙың артынан ҡыуып, Еҙем буйында тағы ла бәрелешкә инә.
Артабан блюхерсылар, “Иглин” станцияһы аша сығып, Ҡыҙыл Армияға барып ҡушыла. Бер айҙан ашыу ҡаты һуғыштар һөҙөмтәһендә тамам һаулығы ҡаҡшаған сардар, элгәре алған яраһы һәм үпкәһе шешеп, Мейәс ҡалаһының госпиталенә барып ята. 1918 йылдың 7 авгусында ошо госпиталдә Әмир Батыргәрәй улы Ҡарамышев вафат була. Милли-азатлыҡ хәрәкәтенең башынан әүҙем ҡатнашҡан, иң ауыр осорҙа Башҡорт Хөкүмәте ағзаларын үлемдән ҡотҡарып алып ҡалған, артабан милли хәрәкәтте тергеҙеүгә күп көс һалған, башҡорт ғәскәрҙәрен ойоштороуҙың башында торған батыр офицерҙың үлеме Башҡортостан автономияһы өсөн ҙур юғалтыу була. Әхмәтзәки Вәлиди ҡаһарман сардарҙы Ырымбурға алып килеп ерләргә бойора.
21 августа Ҡарамышевтың кәүҙәһе поезд менән Ырымбурға килтерелә. Ошо айҡанлы Башҡорт хәрби шураһы махсус фарман сығара. Унда былай тиелә: "На 22 сего августа назначаю похороны умершего при исполнении своего долга под Верхнеуральском доблестного сына Башкурдистана — командующего добровольческим отрядом ротмистра Карамышева Амира Батыр-Гареевича. Для отдания воинских почестей умершему назначается одна рота от 1-го Башкирского полка при полном боевом вооружении и при полном количестве офицеров. Роте своим оркестром прибыть к часовне к 12 часам и сопровождать тело до мечети Караван-Сарай, откуда по совершении обряда джаназа сопровождать до мусульманского кладбища, где при опускании гроба в могилу роте дать семь салютационных залпов. При выносе и погребении присутствовать башкирскому Военному Совету и гг офицерам и классным чинам, свободным от служебного наряда, штаба корпуса и 1-го и 4-го башкирских полков за гробом следовать оседланной лошади, каковую выслать от 1-го Башкирского полка. Командирам полков ознакомить вкратце 12 офицеров и солдат с личностью ротмистра Карамышева".
Әмир Ҡарамышевтың кәүҙәһе 22 августа Башҡорт Хөкүмәте, Башҡорт хәрби шураһы, Башҡорт үҙәк шураһы ағзалары, офицер һәм һалдаттар ҡатнашлығында ҙур хөрмәт менән Ырымбурҙың мосолман зыяратында ер ҡуйынына тапшырыла. "Әмир Ҡарамышевтың үлеме ғәскәребеҙ өсөн бик ҙур юғалтыу ине. Ул хаҡта Башҡортостандағы шағирҙарыбыҙ байтаҡ мәҙхиә яҙҙы. Шулар араһында Шәйехзада Бабичтың мәҙхиәһе һуңғы ваҡытҡа тиклем халыҡ араһында яттан уҡылып килеүен 1943 йылда Германияла әсир төшкән һалдаттарҙан белдем", — тип хәтерләй Әхмәтзәки Вәлиди. Ҡарамышевтың үлеме башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте өсөн ниндәй ҙур ҡайғы булғанын халҡыбыҙҙың бөйөк шағиры, азатлыҡ йырсыһы Шәйехзада Бабич үҙенең шиғырында асып һала. Был мәҙхиәне ул Әмирҙе ерләгән мәлдә, батырҙың ҡәберендә һөйләй.
Милли хәрәкәттең "Башҡорт", "Башҡорт тауышы" гәзиттәрен сығарыусы мөхәррир, шағир Хәбибулла Ғәбитов та ҡаһарман сардарҙың иҫтәлегенә мәҙхиә бағышлай.
Офицерҙың үлем ҡайғыһын бигерәк тә ғаиләһе ауыр кисерә. Әмир Ҡарамышевтың ҡатыны Мәрхәбә үлем түшәгендәге һөйөклө иренең янында моңланып ултырып йыр йырлаған, тиҙәр.
Көрәштәштәре ҡаһарман офицер Әмир Ҡарамышевты хөрмәтләп, һуңғы юлға оҙата. Башҡорт Хөкүмәте Ырымбурҙың мосолман зыяратында ерләнгән батырҙың ҡәберенә таш яҙҙырып, маҙар төҙөп ҡуйыу буйынса ҡарар ҡабул итә. Был бурыс Әмирҙең ағаһы Гәрәйгә йөкмәтелә. Әмир Ҡарамышев үлгәндән һуң, уның урынына 1-се башҡорт кавалерия полкы командиры итеп ҡустыһы прапорщик Мөхтәр Ҡарамышев тәғәйенләнә. 1918 йылдың октябрендә башҡорт ғәскәри идаралығының фарманы менән 1-се башҡорт кавалерия полкына ҡаһарман сардарҙың исеме бирелә. 1918 йылдың аҙағындағы — 1919 йылдың башындағы документтарҙа 1-се кавполк "1-й башкирский кавалерийский полк имени ротмистра Карамышева" тип телгә алына.
Өләсәйем хәтерләүенсә, Шәйехзада Бабич — Әмир Ҡарамышевтың иң яҡын дуҫы, һәр ваҡыт уның ғәскәрендә булырға тырыша. Әмир ҡурай уйнаһа, Шәйехзада үҙенең шиғырҙарын уҡыр булған.
АВТОРҘАН. Мәҡәләмде архив мәғлүмәттәрен ҡулланып яҙҙым.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 153

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 501

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 241

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 945

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 722

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 389

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 708

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 976

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 463

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 537

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 368

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 543