Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Күршеләрҙең тормош фәлсәфәһе

Боронғо ҡытай ғилемендә уңыш яулау, ғаилә байлығын арттырыу, яҡшы йәшәү буйынса төрлө мауыҡтырғыс ысул күп. Беҙҙең илдә лә фэн-шуй фәлсәфәһе менән ҡыҙыҡһыныусылар арта. Көнбайыш илдәрендә лә ҡытайҙарҙың йәшәү рәүеше популяр була бара.
Фэн-шуй ысулдарын үҙләштергән ватандаштарыбыҙҙың раҫлауынса, ысынлап та, ҡытайҙарҙың тормош фәлсәфәһе бик тә емешле, уңыш килтерергә һәләтле. Имеш, өйөңә бәхетле Будданың һынын ҡуйып, ҡорһағын һыйпап торһаң, ғаиләңдә байлыҡ артыуын көт тә тор. Һынап ҡарарға мөмкин, тик шулай ҙа тәүҙә ҡытайҙарҙың фэн-шуйға буйһонған көндәлек тормошона күҙ һалайыҡ. Улар өсөн хас ниндәй этик нормаларҙы, мөнәсәбәттәрҙе, йәшәү рәүешен үҙебеҙгә алыу мөмкин?

Аквариум ал — байлыҡта йөҙөрһөң

Һәр бер ҙур ҡытай компанияһында фэн-шуй буйынса эксперт бар. Консультант офисты төҙөү, йыһаздарҙы урынлаштырыу, кабинеттарҙы бүлеү менән шөғөлләнә. Уларҙың кәңәшенән тыш йыһаздарҙы бер урындан икенсе ергә шылдырыу ҙа ярамай. Фэн-шуй буйынса белгестәр күп, уларҙың хеҙмәте юғары баһалана, ғөмүмән, аяғында ныҡлы баҫып торған, хәлле, абруйлы кешеләр улар. Кәңәштәренә һис һүҙһеҙ ҡолаҡ һалалар, тәҡдимдәрен ҡушҡуллап ҡабул итәләр.
Шуға бер миҫал. Гонконгта тәүге офистар урынлашҡан, күккә олғашҡан бейек йорт төҙөлгәс, эксперттар унда янғын сығыу ихтималлығын иҫкәртә. Ысынлап та, башня тышҡы ҡиәфәте менән тәмәкене хәтерләтә, тимәк, ҡасан да булһа, көйрәп китеүе лә бар. Хәүефләнгән хужалар күккә олғашҡан йорттоң ҡыйығында бассейн төҙөргә мәжбүр була (ә унда бер кем дә һыу инмәй). Фэн-шуй буйынса, һыу утҡа ҡаршы тора. Ҡытайҙың диңгеҙ буйындағы керәндилгә оҡшаш ғәҙәти булмаған йорттарҙы күреп аптырамағыҙ — барыһы ла фэн-шуй ҡағиҙәләре буйынса.
Нимә һуң ул "фэн-шуй"? "Ел-һыу" тип тәржемә ителгән ғилемдең төп мәғәнәһе маҡтауға лайыҡ: кеше тәбиғәт менән тулы гармонияла йәшәргә тейеш. Шуныһы ҡыҙыҡ: ҡытайҙар компасты ла тап ошо фэн-шуй ғилемен үҫтереү өсөн уйлап тапҡан да инде. Ғөмүмән, был ғилемгә 4000 йыл инде. Йортто һалыу ҡағиҙәһе менән һеҙҙе таныштырайыҡ әле. Фэн-шуй раҫлауынса, уның артҡы яғы елдән һаҡланыу өсөн тауға, ҡалҡыулыҡҡа йәки урманға ҡаратып һалынырға тейеш. Ә алғы яғының көньяҡҡа, йылғаға, быуаға, ғөмүмән, асыҡлыҡҡа йүнәлтелеүе мотлаҡ. Ҡытайҙарҙа һыу — байлыҡ сығанағы. Һөҙөмтәлә йортоғоҙҙа һауа ла, яҡтылыҡ та мул булыр. Бындай файҙалы тәҡдимдәр менән ризалашмай мөмкин түгел, айырыуса Монголия тарафтарынан ҡарлы-боҙло елдәр иҫкән Ҡытайҙың төньяғында.
Заманса фэн-шуй бинаның һәм бүлмәләрҙең формаһын, ишек, тәҙрә һәм йыһаздарҙың урынлашыуын, сәскәләр менән биҙәлешен дә билдәләй. Үҫемлектәргә бик яҡшы, үҙенсәлекле мөнәсәбәт йәшәй. Төҙөлөшкә ҡамасаулаған, йәйелеп үҫкән ҡарт ағасты ҡырҡырға ла баҙнат итмәйҙәр. Йортто ошо ағастың үҫеүенә ҡамасауламаҫлыҡ итеп һалырға тырышасаҡтар. Күрше биналарҙың һәм тирә-яҡ мөхиттең кире тәьҫирен сағылдырыу өсөн ҙур-ҙур көҙгөләр ҡуйырға яраталар. Быларҙың барыһы ла уңышты йәлеп итеү өсөн эшләнә.
Өс мөйөшлө фигураларҙы ҡытайҙарҙың йәне һөймәй. Йорт эсендәге осло мөйөштәрҙе хәнйәр образында күҙ алдына килтереп, уларҙың уҡтары йүнәлтелгән урындарҙың уңышһыҙлыҡ алып килеүен раҫларға тырышалар. Әгәр ҙә фэн-шуй буйынса белгес бина менән ҡәнәғәтһеҙлеген белдерһә, уңышҡа өмөт тә итмә. Ҡытайҙар шулай уйлай. Һатыу кәмейәсәк, фәҡәт бәхетһеҙлектәр, күңелһеҙлектәр эҙәрләйәсәк. Шуға күрә эксперттарҙың тәҡдимдәрен үтәү мотлаҡ. Әгәр ҙә: "Был урынға ҙур аквариум ҡуйып, балыҡ ебәрергә кәрәк", — тиһәләр, һис һүҙһеҙ белгестең теләген ҡәнәғәтләндерәсәктәр, сөнки һыу аҡсаны кәүҙәләндерә.
Алты мөйөшлө көҙгө элергә ҡушһалар — эләсәктәр. Хатта "был урын килешмәй, икенсе бина эҙләгеҙ" тиһәләр, бәхәсләшеп-дәғүәләшеп тормайынса уңайлыраҡ урын эҙләү яғын ҡайғыртасаҡтар. Нисек кенә ғәжәп тойолмаһын, консультанттарҙың тәжрибәһе, кәңәше бизнесҡа ярҙам иткән осраҡтар ифрат күп. Мәҫәлән, Ҡытайҙа "Макдональдс" асылғас, тәүҙәрәк эштәре һис ырамай. Аптырағандан фэн-шуй буйынса консультант менән кәңәшләшмәксе булалар. Ул залдарға пиранья балыҡтары йөҙгән ҙур аквариумдар ҡуйырға ҡуша. Шул көндән бизнес, бөтә ҡаршылыҡтарҙы емереп, тауға үрләй.

Аллаға түгел, аҡсаға табыналар

Ҡытайҙар ниндәй ҙә булһа аллалар төркөмөнә инана: үҙе йәшәгән ҡалаһын ҡурсалаусы, һөнәрен, ғаиләһен һаҡлаусы, яуыз йәндәрҙән аралаусы һәм уңыш килтереүсе башҡа аллаларға. Бөтә ерҙә Будда һындары торһа ла, уларҙы буддистар тип атап та булмай. 1955 йылда Лантау ҡалаһында Будданың донъяла иң бейек статуяһы ҡуйыла. Һис тә табынырға теләгәндән түгел, ә күберәк табыш алыу өсөн. Уңышты йәлеп итергә ынтылғандар ҡытайҙар араһында ла күп, туристар ҙа ҙур теләк менән бәхет өләшеүсе Будда һыны эргәһенә йыйылырға ярата.
Бөтә Ҡытай халҡы байлыҡ туплау менән мәшғүл. Аҡса бында — ҙур ҡиммәт. Ғаиләнең һәр ағзаһы өйгә мөмкин тиклем күберәк аҡса килтерергә тейеш. Ир кеше мул аҡса алып эшләһә лә, ҡатыны ҡул ҡаушырып өйҙә ултырмай, ул да аҡса табырға бурыслы. Аҡса ғаилә мәнфәғәтенә эшләй: балаларҙы уҡытыуға, автомобиль, затлы әйберҙәр һәм ҡиммәтле кейемдәргә тотонола. Ҡытайҙа ла хәйриә эшмәкәрлеге бар-барлыҡҡа, әммә ул мәрхәмәтлек күрһәтеүҙән бигерәк ғаиләнең статусын күтәреүгә йүнәлтелгән.
Аҡсаны алла урынына күрһәләр ҙә, ҡытайҙар азартлы уйындарға әүәҫлеге менән шаҡ ҡатыра. Казино, лотерея уйындары уларҙы магниттай тарта. Көтөлмәгән уңышҡа, күктән төшкән бәхеткә ышаныу шул тиклем көслө, хатта ярлы ғаиләләр ҙә күпләп ошо уйындарҙа ҡатнаша.

Һәр һандың үҙ төшөнсәһе


Ҡытайҙа астрологияға һәм нумерологияға бик етди ҡарайҙар. Һандар фэн-шуйҙы тулыландыра. 1 һаны — "тейешһең, бурыслыһың", 2 — "еңел", 3 — "тере", 4 — "үлем", 6 — "мәңгелек", 8 "сәскә атыу" тигәнде аңлата. 4 һанынан һәр кем ҡурҡа. Күп биналарҙа 14-се ҡат бөтөнләй булмай.
Уның ҡарауы 8 һанынан бәхетлерәк һан юҡ. Ҡытайҙар уңыш килтереүсе автомобиль һандары өсөн бик ҙур аҡса түләргә лә әҙер. Тарихта "8888" һандары өсөн миллион доллар түләнгән ваҡиға ла теркәлгән. 1988 йылдың 8 авгусы үткән быуаттың иң бәхетле көнө иҫәпләнә: загстар тәүлек әйләнәһенә эшләй, бик күп яңы фирмалар теркәлә.

Ҡылыҡтары иҫте китәрә

Ҡытайға тәү тапҡыр аяҡ баҫҡан кешенең ғәжәп хәлдәрҙән башы әйләнеүе ихтимал. Иртәнге сәғәт 6-ла бөтә парктарҙы, сквер һәм майҙандарҙы ҡаплаған халыҡтың гимнастика (цигун) менән шөғөлләнеүенә нисек иҫең китмәһен! Күпселеге — өлкәндәр. Һығылмалы һәм аныҡ хәрәкәттәрҙе күҙәтеү бөтә донъяуи мәшәҡәттәрҙе оноттора. Күнегеүҙәр бик яй һәм йомшаҡ эшләнә. Беҙҙәге гимнастика менән бер ниндәй уртаҡлығы юҡ, уларҙа күнегеүҙәрҙең бөтәһе лә тән эсенә йүнәлтелә. Цигун менән шөғөлләнеүселәр раҫлауынса, кеше аша энергия ағымы үтә, әгәр ҙә был хәрәкәт ябылһа, кеше сирләй һәм вафат була.
Яңы йылды ла ҡытайҙар үҙенсәлекле ҡаршылай. Төн уртаһында, йорттарҙа бөтә ишек-тәҙрәләрҙе асып, иҫке йылды оҙаталар. Кешеләр бер-береһен байрам менән ҡотлап, бүләктәр бирә. Иң яҡшы бүләк — аҡса. Купюралар яңы булһа, уңыш килтерә, тигән ышаныу ҙа бар. Ата-бабаларын иҫкә алыу көнөндә лә зыяратҡа аҡса һалынған конверттар килтерәләр. Дөрөҫөрәге, ысын аҡса түгел, ә магазиндарҙа һатылыусы ҡалын төргәкле ритуаль аҡса һалалар.

Иң мөһиме — тыныслыҡ һәм гармония

Ҡытайҙа түрәләргә мөнәсәбәт беҙҙәгенән ҡырҡа айырыла. Ябай хеҙмәткәр вазифаһы юғарыраҡ булған чиновникка тулыһынса буйһона. Хәҡиҡәт уның яғында булһа ла, ҡаршы бер һүҙ ҙә әйтмәй, эсендә ут ҡайнаһа ла, тышҡа сығармай. Бәхәс ҡороу ҡәтғи тыйыла, хатта фекер алышыу бик кәрәк тойолған фән өлкәһендә лә. Ҡытайҙар өсөн иң мөһиме — тыныс тормош һәм гармония, ә дөрөҫлөк, ғәҙеллек төшөнсәләре — артҡы планда.
Был илдә халыҡ бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөшмәй. Бергә эшләгән хеҙмәттәшеңде өйгә саҡырып, күмәкләшеп сәй эсеү ҙә ғәҙәти булмаған хәл. Бик етди ваҡиғаларҙа, тантаналарҙа ғына була торған сара ул. Ғәҙәттә вазифаһы юғарыраҡ кеше хеҙмәттәшен йортона саҡыра, әммә быны дуҫлыҡ, яҡынлыҡ билдәһе итеп ҡарарға ярамай, киреһенсә, бындай "ҡунаҡсыллыҡ" ябай хеҙмәткәр өсөн күтәргеһеҙ йөккә әүерелеүе ихтимал. Саҡырыуҙы ҡабул иткән кеше түрә алдындағы бурысын кәметеү өсөн йыш ҡына ҡиммәтле, затлы бүләк тотоп килергә мәжбүр.
Бында эшкә һәләтлек тойғоһо кисереү өсөн йөрөмәйҙәр. Уларҙы "хеҙмәт һөйөүсән" тип атау ҙа дөрөҫ булмаҫ. Табыш өсөн ер аҡтарырға әҙерҙәр. Әгәр ҙә аҡса түләнмәһә, намыҫ, профессионаллек, фиҙакәрлек тигән төшөнсәләр хаҡында һөйләп тороуҙың да кәрәге юҡ. Яҡшы түләйҙәр икән, мөнәсәбәт тә ҡырҡа үҙгәрә. Улар аҡса өсөн көнө-төнө бил бөгөргә әҙер.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 696

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 177

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872