Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һинһеҙ ҡыйын миңә, Нәжиб ағай!
Һинһеҙ ҡыйын миңә, Нәжиб ағай!Нәжиб Асанбайҙың ижады хаҡында юбилейҙарына арнап та, яңы спектакленә рецензия рәүешендә лә күп кенә мәҡәләләр яҙырға тура килде. Үҙенең биш томлығына баш һүҙҙе лә минең яҙыуымды һораны Нәжиб ағай. “Ҡаһарманлыҡ” тип атаным был мәҡәләмде, һәм оло әҙип уны бик оҡшатҡайны: әйтеүемсә, ул яҙмалар нигеҙҙә яҙыусының ижадына ҡағыла ине. Ә бына Нәжиб ағайҙың кешелек сифаттары хаҡында бик һирәк яҙҙым шикелле. Шуға ошо йүнәлештә булыр был яҙмаларым.

Һәр Бөйөк шәхес кеүек ярҙамсыл, йомарт, кешелекле ине Нәжиб Асанбаев. Уның ошо сифаттарына шаһит булған бер-ике эпизодты һөйләп китмәксемен.
Уҙған быуаттың һикһәненсе йылдарында яңы яҙылған пьесаны сәхнәлә ҡуйыр өсөн рөхсәтте автор иң алда Яҙыусылар союзының драматургия секцияһынан алырға тейеш ине. Ә секция ағзалары булып Әсғәт Мирзаһитов, Ибраһим Абдуллин, Ғабдулла Әхмәтшин кеүек тәжрибәле драматургтар ултыра. Улар бик талапсан, уҫал, драма серҙәрен биш бармағылай белә. Шуға ла секциянан рөхсәт ҡағыҙын драматургтар йылдар буйы ала алмай йөҙәй ине.
Минең тәүге пьесамдың беренсе ултырышта уҡ анһат ҡына рөхсәт алыуы Нәжиб Асанбаевтың көслө сығышына бәйле булды. Ул: “Йәштәргә ярҙам ҡулы һуҙайыҡ, ҡанаттарын һындырмайыҡ”, — тигәс, күптәр был фекерҙе хупланы.
Ә инде икенсе пьесамды ла алып килгәс, Нәжиб Асанбаев әҫәремде, секция рәйесе булараҡ, үҙе генә уҡып сыҡты ла, тикшертеп тә тормайынса, шунда уҡ рөхсәт яҙып бирҙе. Ул ғына ла түгел, мине өйөнә саҡырып, драма әҫәре яҙыуҙың күп кенә серҙәрен асып һалды.
Һикһәненсе йылдар аҙағында, Өфөлә фатирым булмағас, ауылдан өй һатып алырға ҡарар иттем. Оҡшаған өй таптым, әммә ике мең һум тирәһе аҡсам етмәй. Ул мәлдә был ҙур аҡса ине. Ҡайҙан табырға? Шул саҡ кәңәш бирҙеләр: ошо арала китаптары сыҡҡан, һәйбәт кенә гонорар алған яҙыусыларҙан һорап торорға. Шулай иттем дә, әммә уларҙың береһе лә, төрлө сәбәптәр арҡаһында, ярҙам итә алманы. Кәйефһеҙ генә Яҙыусылар союзына килеп ингәйнем, Нәжиб Асанбаевты тап иттем. Ул хәлемде һораша башланы һәм ни борсоғанын белгәс, шунда уҡ кассаға алып барып, ике мең һум аҡса тотторҙо. Һәм мин ауылдан өй һатып алып, өс йыл шунда йәшәнем, бик күп әҫәрҙәр ижад иттем.
Туҡһанынсы йылдарҙа, Мәҙәниәт министрлығында эшләгән осоромда, йыл да театр яҙы фестивале ойоштора инек, унда бар драматургтарҙы саҡыра торғайныҡ. Яҙыусылар ун көн буйы фестиваль булған ҡалала йәшәп, бар спектаклдәрҙе ҡарап ҡайта ине. Фестиваль тамамланған көндө яҙыусыларҙы оҙатырға сыҡтым. Көн буйы бушлай ашап йәшәгән, көн дә киске байрамдарҙа ҡатнашҡан өсөн рәхмәт һүҙҙәре ишетергә өмөтләнеп, Нәжиб ағайҙан һорай ҡуйҙым:
— Йә, нисек үтте фестиваль? Оҡшанымы?
Көтмәгәндә Нәжиб Асанбаев мине ҡаты ғына итеп әрләп ташланы. Беҙ фестивалдә ҡатнашҡан бар артист, режиссер, рәссамдарҙы, ә улар өс йөҙҙән ашыу кеше ине, сәхнәгә сығарып, уларға иҫтәлеккә бүләктәр биргәйнек... Ығы-зығыға бирелеп, ун драматургты онотҡанбыҙ икән. Шуға асыуланған Нәжиб ағай.
— Миңә бүләк кәрәкмәй. Әммә был ҡылығығыҙ театрҙар алдында драматургтарҙы хөрмәт итмәү булып күренде, — тине оло әҙип.
Китергә йөрөгән авторҙарҙы туҡтатып, драматургтарҙы хөрмәт итеүҙе күрһәтергә, йәғни тиҙ генә бүләктәр ойоштороп, уларҙы артистар алдында яҙыусыларыбыҙға рәхмәттәр әйтеп тапшырырға тура килде.
Нәжиб Асанбаев юл йөрөүҙән бер ҡасан да туйманы. Әле туҡһан йәше тулып килгәндә лә өйөнә шылтыратһаң, уның йә Ҡазанға, йә Салауат ҡалаһына, йә булмаһа тыуған Баҡалыһына сығып киткәнлеген ишетеп ғәжәпләнә торғайным. Ошо холҡона таянып, йыш ҡына уны үҙемдең сит ҡалаларҙа булған премьераларыма саҡыра инем. Нәжиб ағай бер ҡасан да баш тартмай, ҡыуанып ризалаша, беҙ барған театр артистарының төп ҡунағына әүерелә (абруйы бик ҙур ине) һәм Өфөгә ҡайтҡас, оҙаҡҡа һуҙмай спектакль хаҡында рецензия яҙып баҫтыра.
Үҙенең юбилейҙарына тыуған районы Баҡалы ойошторған байрамдарҙы бик ярата, уның менән ғорурлана ине. Ғорурланмаҫлыҡ та түгел шул. Район үҙәгендә тантаналарҙан башҡа тыуған ауылында оло байрам яһайҙар ине бит. Бында төп урамдың һәр өйө алдында табын ҡорғандар. Өҫтәлдә ниҙәр генә юҡ! Декабрь айы булыуға ҡарамай, эҫе аш та, ҡайнаған самауыр ҙа пар бөркөп тора. Бөтә ауыл халҡы байрамға сыҡҡан, данлыҡлы яҡташын ҡотлай, рәхмәт әйтергә теләй, ҡорҙаштары уның бала сағын, йәшлеген иҫкә төшөрөп көлдөрә. Нәжиб ағай ошонда үҙен иҫ киткес бәхетле итеп тоя, тормошоноң, ижадының ысын баһаһын ала ине. Етмеш йәшенән башлап оло әҙибебеҙҙең һәр юбилейында ҡатнашырға насип булды миңә. Районындағы тантаналы кисә аҙағында ул һәр саҡ: “Етмеш биш (һикһән, һикһән биш, туҡһан) йәшемдә осрашҡанға тиклем һау булығыҙ!” — тип тамамлай ине. Туҡһан йәшен байрам иткәндә генә ул ошо һүҙҙәрҙе әйтмәне. Мин быға ныҡ ғәжәпләндем. Үҙенән һорағас: “Етер, туҡһан бишкә етеп булмаҫ...” — тип аптыратты.
Ҡатыны менән улар бик матур, татыу йәшәнеләр. Наилә еңгәй ысын мәғәнәһендә ижад кешеһенең тормош иптәше ине, Нәжиб ағайҙы һәр саҡ аңлап, ижадында төрлөсә ярҙам итә торғайны.
Бынан биш йыл элек Наилә еңгәйҙең яҡты донъянан китеүен бик ауыр кисерҙе, күңел төшөнкөлөгөнә бирелгәндәй тойолдо, һәр ҡылығында тормошона, ижадына һөҙөмтә яһау һыҙаттары күренә башланы, ваҡ-төйәккә, төрлө ығы-зығыға иғтибар итмәүе күренде.
Оло яҙыусыны, мәшһүр башҡорт драматургтарының һуңғыһын баҡыйлыҡҡа оҙаттыҡ. Һуңғы егерме йыл бик аралашып йәшәгәйнек. Мин йыш ҡына шаян була белгән әңгәмәсемде, дөрөҫ кәңәштәр биреүсемде, ярҙам ҡулы һуҙырҙай яҡын дуҫымды юғалттым. Һинһеҙ ҡыйын миңә, Нәжиб ағай!..


Автор: Наил ҒӘЙЕТБАЙ, драматург.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә