Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Мәшәҡәтле, ваҡыт һәм оҫталыҡ талап иткән һөнәр ул. Шул уҡ ваҡытта тауары үтемле. Мирза Муллағолов үҙенең "Башҡорттарҙа урман кәсебе" ("Китап", Өфө, 2000) тигән хеҙмәтендә, быға ентекле туҡталып, түбәндәгесә яҙа: "Арба-кырандас яһау кәсебенән айырмалы, сана етештереү бөтә Башҡортостанда таралған. Барыһынан да күберәк был эш менән Стәрлетамаҡ һәм Бөрө өйәҙҙәре башҡорттары шөғөлләнә. Мәҫәлән, статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 1900 йылда Стәрлетамаҡ өйәҙендәге 58 башҡорт ауылының 40-ында халыҡтың төп эше сана яһау була".
Китапты файҙаланып, был һөнәрҙең нескәлектәренә ҡыҫҡаса туҡталып үтәйек.

Утын санаһы. Бер пар табандан, ике үрәсәнән, биш пар тояҡтан, шулай уҡ ҡорамалдарҙан тора. Сана табандарын күбеһенсә имән һәм йыла ағасынан эшләгәндәр. Имән — сана тояҡтары өсөн дә иң һәйбәт материал. Үрсәләрҙе дала башҡорттары ҡайындан, уҫаҡтан эшләһә, тау-урмандыҡылар һөйәндән яһаған. Ҡарамаларҙы таулы ерҙәрҙә — ҡараманан, муйылдан, дала яҡтарында ҡайын, талдан әҙерләгәндәр. Утын санаһының өлөштәре түбәндәгесә йыйылған: тәүҙә сана табандарына тишектәр яһала, һуңынан тояҡтар һуғып индерелә. Ә сана табандары бер-береһенә ҡарамалар ярҙамында беркетелә. Һәр ҡарама берәр пар тояҡты нығыта. Ҡарама өсөн билдәле бер йыуанлыҡтағы, оҙонлоҡтағы ағасты эшкәртеп, уның ике яҡ башына ла оя уйғандар. Материалдың бөгә торған ерҙәрен ҡайнар һыуҙа йәки утта бешекләгәндәр, унан һуң бер-береһенә ҡаршы торған тояҡтарҙы уратып алып, ҡараманы ике урындан да беркеткәндәр. Сана табанының тояҡтары үрсәләр ярҙамында тоташтырылған. Табандар һәм үрсәләр йәй йәки көҙөн, ә ҡарамалар сана эшләр алдынан әҙерләнгән.
Утын саналарының оҙонлоғо 2,5 – 4 метр булған. Ҙурлығына ҡарап, өстән алып биш парға тиклем тояҡтар ҡуйылған. Тәртәләр ҡайындан әҙерләнгән. Улар утын саналарында икенсе, ҡайһы ваҡыт беренсе тояҡтарға беркетелгән.
Терһәкле сана. Төҙөлөшө буйынса утын санаһына яҡын тора. Утын саналарының ҡабырғаларына ике терһәк ҡуйыла: уларҙың бер осо сана табандарының башына беркетелһә, икенсеһе кәкерсәк менән тоташтырып нығытыла. Үрәсәләр менән терһәктәр араһында барлыҡҡа килгән аралыҡ бауҙар менән сырмап ҡуйыла. Унда күгәмә ҡабығы, тыранса түшәлә.
Ҡайһы бер оҫталар һунарҙа файҙаланыр өсөн махсус ҡор санаһы эшләгән. Уларҙың 35–40 сантиметр бейеклегендәге 3–4 пар тояғы, өҫтәмә үрсәләре менән барлыҡҡа килгән кузовы булған. Был бейек сана менән тәрән ҡарҙа ла, тәпәшерәк ағас төптәре өҫтөнән дә йөрөй алғандар.
Башҡорттарҙың көнкүрешендә ҡунаҡҡа йөрөй торған махсус саналар һирәк булған. Ҡайһылары терһәкле саналарҙан әллә ни айырылмаған. Тик оҙон түгел, артҡы терәге генә бар. Бынан тыш, ҡала тибындағы саналарҙың алғы терәге һәм дилбегә тотоп барған кеше өсөн ултырғысы булған.
Башҡорт оҫталары ҡунаҡ саналарын (кашауай) һирәк эшләгән. Етеш тормошта йәшәгәндәр — башлыса старшиналар, муллалар — уларҙы баҙарҙа, йәрминкәлә һатып алған.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә